91. Шәмс (Ҡояш)


(Шәмс сүрәһе 15 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Шәмс» — Ҡояш, тигән һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ҡояш һәм уның нурҙары менән,

2.

(уға эйәреүсе) Ай менән,

3.

яҡтылыҡ алып килеүсе көн,

4.

уны ҡаплаусы төн,

5.

Күкте ҡороп ҡуйыусы (Аллаһҡа) һәм Күк,

6.

яҫтыҡтай түшәлгән Ер,

7.

һәр әҙәми затҡа һәм уны (Ер йөҙөндә йәшәрлек итеп) яралтҡан,

8.

уға һәм яҡшылыҡ, һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткәндең исеме менән әйтәм:

9.

йәнен паҡ тотҡан кеше мораҙына (Сәғәдәткә) ирешәсәк.

10.

Выжданын кер ҡаплаған кеше, әлбиттә, хәтәр зыян күрәсәк.

11.

Аҙғынлығы арҡаһында Ҫәмүд халҡы хаҡ һүҙҙе (Пәйғәмбәребеҙҙе) ҡабул итмәне.

12.

Шул халыҡтың иң бәхетһеҙ бер башкиҫәре (изге дөйәне боғаҙларға алынды).

13.

Гәрсә, Пәйғәмбәр уларға алдан уҡ әйтеп ҡуйған ине:

— Аллаһтың әсә дөйәһенә ҡағылмағыҙ. Ул һыу эскәндә уға ҡамасауламағыҙ, - тип әйтелде.

14.

Ләкин уны ялғансы, тинеләр. Һәм, дөйәнең бот һеңерҙәрен киҫеп йыҡтылар ҙа, һуйҙы­лар. Гөнаһтарына күрә Раббы улар өҫтөнә яза ебәрҙе, барыһын да һәләк итте, ер менән тигеҙләне.

15.

Уларҙы шулай һәләк иткәне өсөн, Аллаһ һис кем алдында ла яуап тотмаҫ.