89. Фәжер (Таң)


(Фәжер сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Фәжер» — таң, тигән һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Атып килә торған таң исеме менән,

2.

Ун кисәнең (Зөлхижжә айының) ун көнө менән,

3.

йоп һандар, таҡ һан­дар менән,

4.

алмашынып тороусы көн һәм төн исеме менән ант итеп әйтәм: Ҡиәмәт киләсәк.

5.

Башында аҡылы булған кешеләр өсөн ант итерлек дәлилдәр түгелме ни былар?

6.

Беләһең бит, Раббың Ғәд ҡәүемен нисек һәләк итте?

7.

Мөһәбәт бағаналы бейек һарайҙары һәм Ирам баҡсалары менән (юҡ итте).

8.

Ул һарайҙарҙың, ул баҡсалар­ҙың донъяла тиңе юҡ ине.

9.

Ҡаяларҙы соҡоп, шәһәр һал­ған Сәмүд халҡының үҙәндәге яҙмышын иҫеңә төшөр.

10.

Йәки (яза) ҡаҙыҡтарының хужаһы, күп ғәскәрле Фирғәүен тураһында ла онотма:

11.

уларҙың барыһы ла үҙ илдәрендә аҙғын-боҙоҡ тормошта йәшәне.

12.

Һәм шулай итеп, улар донъяла яманлыҡты үрсеттеләр.

13.

Шуның ар­ҡаһында, Раббың улар өҫтөндә ғазап ҡамсыһын уйнатты.

14.

Хаҡтыр, Раббың һәр ваҡыт уларҙы күҙәтеп торор.

(«Фирғәүен мөьминдәрҙе ҡаҙыҡҡа бәйләп язалай, кешеләрҙең ҡот осҡос интегеп үлгәндәрен ҡарап, ләззәтләнә торған була».

Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

15.

Ләкин кеше тигән әҙәм заты, Аллаһ уны һынарға теләп, үҙенә байлыҡ бирһә, маһайып әйтер:

— Аллаһ мине генә шәрәфле дуҫы итеп, байлыҡ бирҙе, — тип һөйләр.

16.

Ләкин ваҡыты етеп, уны (һынар өсөн) бирелгән ризыҡты сикләһә:

— Раббым мине кәмһетте, — тип әйтәсәк.

17.

Юҡ, һеҙ (иманһыҙҙар) йәтимдәргә изгелек ҡылмайһығыҙ.

18.

Мохтаж кешенең тамағын туйҙырыр өсөн бер-берегеҙҙе өгөтләмәйһегеҙ.

19.

— Был — хәләл, был - харам, - тип тормаҫтан, мираҫ малын (тол ҡатындарҙың өлөшөн, йәтимдәргә ҡал­ған мираҫты) ашайһығыҙ.

20.

Байлыҡты хәттин тыш (кәрә­генән артыҡ) яратаһығыҙ.

21.

Юҡ шул! Ер тетрәп, киҫәк-киҫәк телгеләнеп (тау­ҙар, ҡаялар тип-тигеҙ ергә әүерелеп), туҙан хәленә килгәс,

22.

Раббының әмере менән (Ергә төшөп) фәрештәләр саф-саф теҙелешкәс,

23.

алдарына йәһәннәм сығарылғас, әҙәм балаһы ул көндө (бөтөн ҡылғандарын) аңлар. Ләкин хатала­рын (һуңлап) аңлауҙан ниндәй файҙа?

24.

— Аһ, фани донъяла алдағы тормошом өсөн изгелектәр ҡылған булһам, — тип уфтанасаҡ.

25.

Ул көндө (Аллаһ язалаған кеүек)   башҡа берәү ҙә язалай алмаясаҡ.

26.

Аллаһ бығаулаған кеүек бер кем дә бығаулай алмаҫ.

27.

Әй, маҡсатына ирешкән йән!

28.

Раббың хозурына кил. Ҡәнәғәт булып һәм ҡәнәғәтлеккә ирештерелгән сифатта.

29.

Башҡа бәндәләрем менән бергә,

30.

әй, паҡ мосолман, әйҙә, кер йәннәткә!