88.
Ғәшийә (Бөйөк ваҡиға)


(Ғәшийә сүрәһе 26 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәшийә» — ҡаплаусы, томалап алыусы дәһшәт, йәғни Ҡиәмәт-Мәхшәр мәғәнәләрен үҙ эсенә алған һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ғәшийә — Ҡиәмәт тураһында һиңә хәбәр килдеме?

2.

Ул көндө сырайҙар хурлыҡлы рәүештә түбән эйелгән булыр.

3.

Ул көндө йонсотоусо эштәр эшләнер.

4.

(Гөнаһлылар) дөрләп янған утҡа керәсәктәр.

5.

Эсергә бәреп сыҡҡан ныҡ ҡайнар һыу биреләсәк.

6.

Зәриғ тигән сәнскеле үҫемлектән башҡа уларға һис бер ризыҡ булмаҫ.

7.

Ул тамаҡ та туйҙыр­маҫ, астан да үлтермәҫ.

8.

Шундай матур, ҡәнәғәт йөҙҙәр ҙә булыр ул көндө.

9.

(Донъяла изгелек ҡылғандарына күрә) улар бәхетле.

10.

Улар юғары йәннәттә булыр.

11.

Шунда һис бер буш һүҙ һөйләнмәҫ.

12.

Шунда — ҡайнап сығыусы шишмәләр ағып торор.

13.

Шунда — затлы урындыҡтар.

14.

Алдарына кув­шиндар ҡуйылыр.

15.

Ҡабартылған яҫтыҡтар теҙелеп торор.

16.

Шунда гүзәл балаҫтар йәйелгән булыр.

17.

(Ғибрәт алыр өсөн) улар (кәферҙәр) дөйәнең, һәм ямғыр болоттарының да нисек яралтылғанлығы тураһында уйлап ҡарамаҫтармы?

18.

Күктең нисек бейек (сикһеҙ) итеп яралтылғанына ҡарап уйланмаҫтармы?

19.

Ул тауҙарҙың нисек итеп беркетелгәне тураһында уйлап, (Аллаһтың сикһеҙ ҡөҙрәтенә инанмаҫтармы)?

20.

Ерҙең нисек түшәлеп ҡа­бартылғанына ҡарап һабаҡ алмаҫтармы?

21.

(Мөхәммәд) һин был турала өҙлөкһөҙ рәүештә уларҙың иҫенә төшөрөп тор. Шулай итеп, киҫәтеп тороу — һинең төп вазифаң.

22.

Һин улар өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе түгелһең.

23.

Ләкин имандан баш тартҡан кешене, (Аллаһты, Ҡөръән­де) инҡар итеүсене

24.

Аллаһ хәтәр ғазапҡа һаласаҡ.

25.

Шик юҡтыр, уларҙың ҡайтышы фәҡәт Беҙгәлер.

26.

Хаҡтыр, уларҙы яуапҡа тартыу — Беҙҙең эш!