87.
Әғлә (Бөйөк)


(Әғлә сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Әғлә» — бөйөк, тигән һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Раббының бөйөк исемен маҡтап, тәсбих әйт.

2.

Аллаһ бөтөн нәмәне юҡтан бар итеп, тәртипләне.

3.

Тәҡдир итеп, юл күрһәткән дә — Аллаһ.

4.

Йәшел үләндәрҙе үҫтергән дә — Ул.

5.

Ахырҙа ҡап-ҡара, ҡоп-ҡоро хәлгә килтергән дә — Аллаһ.

6.

(Эй, Мөхәммәд) әҙ-әҙләп һиңә Ҡөръән уҡытырбыҙ. Һин уны онотмаҫһың.

7.

Оноторһоғоҙ бары тик Аллаһ оноттор­ғанды ғына. Аллаһ йәшеренде лә, асыҡты ла белеп тора.

8.

Һинең эштәреңде ҡулай-уңышлы итәсәкбеҙ.

9.

Шулай бул­ғас, һин өгөттән файҙа күргәндәрҙе өгөтлә.

10.

(Гөнаһ эшләүҙән, яуап биреүҙән) ҡурҡҡандар өгөтләнер.

11.

Бәхетһеҙ булғандар ғына өгөттән ҡасыр.

12.

Улар хәтәр утҡа атыласаҡ.

13.

Улар шунда үлмәйәсәк һәм терелмәйәсәк тә.

14.

Хаҡтыр, яҡшылап пакланған һәм Раббыны зикер иткән, намаҙ уҡыған кеше мораҙына ирешер.

15.

16.

(Әй, кәферҙәр), һеҙ донъя тормошон өҫтөн ҡуяһығыҙ.

17.

Гәрсә, Әхирәт тормошо тағын да хәйерлерәк һәм ул — мәңгелек.

18.

Хаҡтыр, был турала әүәлге китаптарҙа ла,

19.

Ибраһим менән Мусаға индерелгән китаптарҙа ла яҙыл­ған ине.