86.
Тариҡ (Таң йондоҙо)


(Тариҡ сүрәһе 17 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тариҡ» - һуңға ҡалып, кис менән ишек ҡағыусы мәғәнәһендәге һүҙ. Ләкин сүрәләге был һүҙ яҡты йондоз, кисен Күктә балҡый торған Сул­пан йондоҙо кеүек сағыштырмала ҡулланылған.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Күк исеме менән һәм Тариҡ менән ант итәм.

2.

Тариҡтың нимә икәнен һин ҡайҙан белер инең?

3.

Тариҡ ул — Күкте балҡытып тороусы йондоҙ.

4.

Өҫтөнән күҙәтеүсеһе булмаған бер генә нимә лә юҡтыр.

5.

Хәҙер инде кеше үҙе­нең нисек яралтылғаны тураһында уйланһын һәм ғибрәт алһын.

6.

Ул атылған һыу тамсыһы кеүек шыйыҡлыҡтан,

7.

(ир кешенең) арҡа һөйәгенән һәм (ҡатындың) күкрәк һөйәгенән сыҡҡан шыйыҡлыҡтан хасил зат.

8.

Шик юҡ, уны (яңынан терелтергә) Аллаһтың ҡөҙрәтенән килә.

9.

Ул Көндә йәшерен серҙәр майҙанға сығасаҡ.

10.

(Гөнаһлы ке­шенең) шунда көсө лә, ярҙамсыһы ла булмаҫ.

11.

Хаҡтыр, кире ҡайта-ҡайта яуған ямғырҙың хужаһы — Аллаһ исеме менән, Күк исеме менән,

12.

(үҫемлектәр үҫһен өсөн) ярылған (һөрөлгән) Ер исеме менән әйтәм,

13.

ысынлап та, ул (Ҡөръән яҡшыны ямандан айырыр өсөн) ҡәтғи әмер һүҙҙәрелер.

14.

Ҡөръән — ул шаярыу һүҙе түгел.

15.

Хаҡтыр, кәферҙәр (Ҡөръәнгә ҡаршы) мәкерле тоҙаҡтар ҡора.

16.

Мин дә уларҙың хәйләләрен хәйләм (язам) менән ҡаршылармын.

17.

(Эй, Мөхәммәд) һин хәҙер инде ул кәферҙәргә форсат бир, ваҡытты бер аҙға кисектер.