85. Буруж (Йондоҙҙар)


(Буруж сүрәһе 22 аяттан тора. Мәккәлә ингән.  «Буруж” — ҡаланса, манара.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Бик күп йондоҙлоҡтарҙы үҙ эсенә алған ете ҡат Күк манараһы менән ант итәм,

2.

вәғәҙә ителгән көн менән,

3.

шаһит булған һәм шәһәдәтлек ҡылыусылар исеме менән әйтәм,

4.

эсе дөрләп торған ялҡынлы, утлы соҡор ҡаҙытҡан бәндәгә әсе ҡәһәр иңһен.

5.

6.

(Мосолмандарҙы шул утҡа ташлап яндырғанды) улар ҡарап ултырҙылар

7.

Улар иман килтергәндәрҙе нисек язалағандарына хөкөмдарҙары ҡаршыһында шаһит буласаҡ.

8.

Берҙән-бер еңелмәҫ ҡөҙрәт эйәһе булған Аллаһҡа, маҡтауға лайыҡ Раббыға иман килтергәндәре өсөн уларҙы (мөьминдәрҙе)  шулай ғазапланылар.

9.

Күктәрҙең һәм Ерҙең бөтөн барлығына Аллаһ ҡына эйә. Аллаһ бөтөн нәмәгә бер үҙе шаһит.

10.

Хаҡтыр, иман килтергән ирҙәрҙе, мөьминә ҡатындарҙы язалаусылар, һуңынан тәүбәгә килмәһәләр, уларға йәһәннәм ғазабы әҙерләнгән. Ялҡынлы утта яныу - уларҙың өлөшө.

11.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандар арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә керер. Бөйөк ҡотолош (Сәғәдәт) шул булыр.

12.

Хаҡтыр, Аллаһтың тотошо — хәтәр тотош.

13.

Иң башлап юҡтан бар итеүсе лә, ахырҙа тағын терелтеп, Үҙ хозурына алдырыусы ла - Аллаһ Үҙелер.

14.

Ул тәүбә итеүсе мөьминдәрҙе ярлыҡаусы, (итәғәт итеүселәрҙе) яратыусы.

15.

Ул — Ғәрештең хужаһы. Бөйөктәрҙең бөйөгө.

16.

Аллаһ —теләгәнен теүәл башҡарыусы.

17.

Һиңә Фирғәүен менән Сәмүд ғәскәрҙәре-тураһында хәбәр килеп ирештеме? (Аллаһты инҡар иткәндәре өсөн улар ниндәй һәләкәткә дусар булды.)

18.

19.

Шулай булһа ла, кәферҙәр һаман инҡар итә;

20.

Аллаһ уларҙы ғазабы менән сорнап аласаҡ.

21.

Иң дөрөҫө шулдыр, улар инҡар иткән Китап — олуғ мәртәбәле Ҡөръән.

22.

Ышаныслы урында (Ләүхел Мәхфүздә) һаҡланыусы – Изге Ҡөръән.