84.
Иншиҡаҡ (Йыртылыу)


(Иншиҡаҡ сүрәһе 25 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ин­шиҡаҡ» — йыртылыу.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Күк шартлап, урталай йыртылғас,

2.

Раббыға буйһоноп, Уның әмерен үтәп,

3.

Ер һуҙылып, төп-төҙ булып,

4.

эсендә булғандарҙың барсаһын тышҡа атып, бушағас,

5.

(Ер) Раббыға буйһоноп, Уның әмерен  үтәргә бурыслы.

6.

Әй, әҙәм балаһы, шиккә урын юҡтыр, һин Раббың менән ҡауышырға ынтылаһың. Ахырҙа һин (Аллаһ менән) ҡа­уышырһың да.

7.

Китабы уң ҡул тарафынан бирелгән кешегә

8.

хисап тотоу еңел буласаҡ

9.

һәм ул шатлыҡ-ҡыуаныс менән туғандары, ғаилаһе менән (йәннәттә) ҡауышасаҡ.

10.

Әммә китабы һул иң өҫтөнән бирелгән кеше

11.

шунда уҡ (эште аңлап) үләһе килеп, (ул язаларҙы күргәнсе, үлһәм яҡшыраҡ булыр ине тип) аҡыра башлар.

12.

Ул дәһшәтле утҡа атыласаҡ.

13.

Ул ғаилаһендә (лә, кешеләр араһында ла Аллаһтан, уның язаһынан ҡурҡмаймын, тип) кәйефләнә ине.

14.

Сөнки ул, ысындан да, Раббы янына барырмын, тип башына ла килтермәй ине.

15.

Раббы уны (нимә ҡылғандарын) бик яҡшы күреп тора ине.

16.

(Ысынбарлыҡ ул уйлағанса бул­маны) Шәфәҡ исеме менән әйтәм,

17.

барсаһын үҙ ҡараңғылығына алыусы төн исеме менән әйтәм,

18.

тул­ған Ай исеме менән әйтәм:

19.

Һеҙ, һис шикһеҙ, бер хәлдән икенсеһенә күсеү (яралыу, тыуыу, ҡартайыу, үлеү) мәжбүрен­дәге заттар.

20.

Шулай булғас, (иман килтермәйсә) һеҙ нимә ҡылаһығыҙ?

21.

Яндарында Ҡөръән уҡығанда ни өсөн һуң улар сәждәгә китмәй?

22.

Шулар өҫтөнә кәферҙәр уны (Мөхәммәд һөйләгәндәрҙе) ялғанға һанайҙар.

23.

Гәрсә, Аллаһ уларҙың күңелдәрендә нимәләр барын бик яҡшы белеп тора.

24.

Шуға күрә, (эй, Мөхәммәд) һин уларҙы хәтәр яза биреүсе ғазаптар менән киҫәтеп, ҡурҡытып тор.

25.

Иман килтереп, изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы Аллаһтың икһеҙ-сикһеҙ ниғмәттәре көтә.