83.
Мутаффифин (Кәметеп үлсәү)


(Мутаффифин сүрәһе 36 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мутаффифин» — һатыу, сауҙа эштәрендә алдаусылар, кәметеп үлсәүселәр, тигән мәғәнәләге һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Кәметеп үлсәүселәргә ләғнәт төшөр. (Уларҙың Ҡиәмәттәге хәле ҡот осҡос яман булыр.)

2.

Улар (ҡомһоҙ, намыҫһыҙҙар) үҙҙәренә үлсәгәндә, мул итеп, артығы менән үлсәтеп алалар.

3.

Кешеләргә үлсәгәндә кәметеп бирәләр. (Йәки үлсәүҙе боҙалар, йәки гер ауырлығын кәметәләр, йәки үлсәнәсәк әйберҙе кәм һалалар.)

4.

Яңынан тереләсәктәрен (ҡаты язаға тартыласаҡтарын) белмәйҙәрме ни һуң улар?

5.

Бөйөк бер көндө

6.

ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһ (ҡаршыһында яуап тотор) өсөн кешеләрҙең ҡәберҙәренән ҡубарылып сығаһы көн килеп етер.

7.

(Үлсәүгә хилафлыҡ кертеүҙән һаҡ булығыҙ) яманлыҡтар яҙылған китап Сижжинда булыр.

8.

Сижжиндың нимә икәне тураһында һиңә кем бел­дерҙе?

9.

(Сижжин —ул бары тик яманлыҡтар ғына) яҙылған китап.

10.

иәмәт көнөн) ялғанға сығарғандарҙың хәле Ҡиәмәт көндө бик тә яман булыр.

11.

Улар ул көн тураһында гел ялған һөйләне.

12.

Гәрсә, уны (Ҡиәмәт көнөн) аҙғын­лыҡта хаттин ашҡан, гөнаһ ҡылыу һәүәҫлеге менән мауыҡҡандар ғына ялғанға һанай.

13.

Уларҙың (инҡарсыларҙың) алдында аяттарыбыҙҙы уҡығанда улар:

—  Боронғоларҙан ҡалған әкиәттәр, — тип мыҫҡыл итәләр.

14.

Юҡ, эш шунда ла түгел. Улар ҡылған яманлыҡтар туҙан бөртөгө булып, йөрәктәренә тутыҡ ҡаплана, кер ҡаплай бара. (Шунан һуң улар ҡара йөрәкле булып ҡала.)

15.

Юҡ, (улар барыбер иман килтермәҫтер, шөбһәһеҙ) ул көндө улар Раббыны күреү бәхетенән мәхрүм булыр.

16.

Һуңынан улар, һис шикһеҙ, ялҡынлы йәһәннәмгә керәсәк.

17.

Уларға:

— Бына был ғазап һеҙ ялғанға һанап килгән нәмә булыр! — тип әйтерҙәр.

18.

Хаҡтыр, изгелекле кешеләрҙең (ғәмәл) китабы, һис шикһеҙ, Ғийллийүндә һаҡлана.

19.

Ғийллийүндең нимә икәнен һиңә нимә аңлатыр.

20.

Ул — изгелектәр яҙылған китаптыр.

21.

Ул китаптар янында Аллаһ хозурындағы фәрештәләр һаҡта торор, киләсәктә изгелектәрҙең шаһиты булыр өсөн.

22.

Шик юҡ, изгелекле кешеләр (йәннәт) ниғмәттәре эсендә булыр.

23.

Зиннәтле тәхеттәргә ултырып, улар бар нәмәне тамаша ҡыласаҡ.

24.

Һин уларҙы танырһың, уларҙың йөҙө шул ниғмәттәрҙең нуры менән балҡып торор.

25.

Уларға мөһөрләнгән шешәләрҙән саф шәрбәт эсерерҙәр.

26.

Ул мөһөрҙәр (хуш еҫле) мисыҡтан яһалған булыр. Һыуһағандар шуны эсергә ынтылһын.

27.

Ул шәрбәткә Тәсним ҡатыштырылған булыр.

28.

(Тәсним) ул — Илаһи шишмә, унан Аллаһҡа айырыуса яҡын булғандар ғына эсә.

29.

Хаҡтыр, гөнаһ эшләгән (кәферҙәр) иман килтергәндәрҙе мыҫҡыл итеп көлә ине.

30.

Осрашҡан саҡтарҙа, уҙып киткәндә улар бер-берҙәренә күҙ ҡыҫып, (мөьминдәрҙе) кәмһетәләр ине.

31.

Өйҙәренә лә улар шул мыҫҡыллауҙан ләззәт алып ҡайталар.

32.

(Мосолмандарҙы) күргәндә улар:

— Былар, ысындан да, аҙашҡан халыҡ, — тип көлөп китәләр.

33.

Гәрсә, улар (кәферҙәр мөьминдәрен) күҙәтеүсе итеп ҡуйылмаған.

34.

Бына был көн (Ҡиәмәт) иман килтергәндәрҙең (кәферҙәрҙән) көлә торған көнө.

35.

Зиннәтле тәхеттәрендә ултырып, улар барыһын да күҙәтер.

36.

Кәферҙәр (донъяла ҡылған гөнаһтарына күрә) язаларын алдылармы?