82. Инфитар (Ярылыу)


(Инфитар сүрәһе 19 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ин­фитар» — ярылыу, емерелеү мәғәнәһендәге һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Күк ярылған саҡта,

2.

йондоҙҙар сәселеп ҡойолған ваҡытта,

3.

диңгеҙ-йылғалар ағып бөткәс,

4.

ҡәберҙәр аҡта­рылып, аҫты өҫкә килгәндә (йәғни, үлеләр терелеп, ҡәберҙән сыҡҡанда),

5.

һәр кем киләсәге өсөн нимә әҙерләнгәнен, (фани донъяла) ниндәй ғәмәлдәр ҡалдырғанын беләсәк.

6.

(Әй, әҙәм балаһы) нимәгә ҡыҙығып (алданып), һин сикһеҙ йомарт Аллаһтың ниғмәттәренән (сауаптан, ярлыҡаныуҙан, йәннәттән) ҡоро ҡалдың?

7.

Аллаһ һине юҡ­тан бар итте, сәләмәт ағзалар биреп, (бөтөн гәүҙәңде) ти­геҙ, теүәл итте, (уларҙы бер-берҙәренә яраҡлаштырып) бөтөн яғыңды үлсәм менән камиллаштырҙы.

8.

Нисек теләһә, һезҙе шундай ҡиәфәттә яралтты.

9.

Юҡ бит! Ошо ап-асыҡ дәлилдәрҙән һуң да, һеҙ динде (Ҡиәмәт көнөн, Ҡөръәнде) ялғанға сығараһығыҙ. Гәрсә,

10.

һеҙҙең өҫтөгөҙҙә Хәҡиҡәт һаҡсылары (фәрештәләр) тора.

11.

(Аллаһ хозурында) бик тә ышаныс ҡаҙанған, намыҫлы рәүештә яҙып барыусылар бар.

12.

Улар һеҙ нимә ҡылһағыҙ, шуны белеп тора.

13.

Изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, Нәғим (рәхәтлек) йәннәттәренә керер.

14.

Гөнаһлылар иһә тамуҡта янасаҡ.

15.

Ул көндө уларҙың барыһын да шунда алып килерҙәр.

16.

Һәм улар унан (тамуҡтан) бер ҡасан да сыҡмаҫ.

(Ҡайһы берҙәр «йәһәннәмдә ваҡыт­лыса ҡалырҙар», «йәһәннәмдән һис айырылмаҫтар», «йәһәннәмдән ҡотола алмаҫтар» тип яҙа, быларҙың барыһын берләштергәндә аятты бына былайыраҡ тәҡдим итергә була: Һәм улар Аллаһ Тәғәлә билгеләгән ваҡытҡа саҡлы йәһәннәмдә ҡаласаҡ.)

17.

Һин ул көндөң нимә икәнен беләһеңме? Ул турала һиңә (Аллаһтан башҡа) кем һөйләһен?

18.

Ҡиәмәт көнөнөң нимә икәнен һин белмәйһең. (Аллаһтан башҡа) һиңә ул турала тағын кем һөйләһен?

19.

Ул шундай бер көндер, һис бер кеше икенсеһенә, һис бер нәмәгә ярҙам итә алмаҫ. Ул көндө хөкөм бары тик бер Аллаһ тарафында ғына булыр.