81. Тәҡүир (Төрөп ҡуйыу)


(Тәҡүир сүрәһе 29 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тәҡүир» — сорналыу, уралыу, бөрөшөү, бөктәрләнеү.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ҡояш бөрөшөп (төргәкләнеп),

2.

йондоҙҙар тоноҡланып,

3.

тау­ҙар ҡубарылып,

4.

ун айлыҡ быуаҙ дөйәләр ҡараусыһыҙ ҡал­ғас,

5.

ҡырағай хайуандар бер урынға тупланған саҡта (ғөмүм әфәт килгәндә йыртҡыстар менән меҫкен кейектәр бер урынға йыйыла, бер-береһенә ҡағылмай),

6.

диңгеҙҙәр дөрләп яна-яна таша башлаһа,

7.

рухтар (йәндәр) үҙ тәндәре менән ҡу­шылған заманда;

8.

тереләй ергә күмелгән сабый ҡыҙ баланан:

9.

ни сәбәпле һине шулай ҡылдылар, тип һорар ваҡыт еткәс;

10.

(ғәмәл) дәфтәрҙәре асылып, (енәйәттәр) фаш ителгәндә;

11.

Күктең ҡапҡаһы алынғас,

12.

хәтәр ялҡынлы йәһәннәм артығы менән ҡыҙғанда;

13.

йәннәт яҡынайғанда,

14.

бына шул саҡта һәр бер кеше үҙе­нең ҡылғандары менән үҙенә ни әҙерләгәнен бик яҡшы аңлар.

15.

Юҡ, килеп китеүсе (Күк есемдәренең исемдә­ре менән әйтәм,

16.

17.

ҡараңғыға батырған төн,

18.

яҡ­тылыҡ ата башлаған таң исеме менән әйтәм;

19.

шик юҡ, (Ҡөръән) бик тә шәрәфле бер илсенең (Жәбраилдең) алып килгән изге һүҙҙәрелер.

20.

Был илсе (Аллаһтың) хөрмәтенә лайыҡ, көслө һәм Ғәрештең Раббыһы янында урын алған,

21.

шунда (фәрештәләр араһында) абруй ҡаҙанған, Аллаһтың ышанысын аҡлаған илсе.

22.

Һеҙҙең ҡәрҙәшегеҙ (Мөхәммәд тә) диуана түгел.

23.

Хаҡтыр, ул (Мөхәммәд) уны (Жәбраилде) офоҡтоң бейек­легендә ап-асыҡ итеп күрҙе.

24.

Ул һаран түгел (Мөхәммәд кешеләргә мәғлүм булмаған йәшерен нәмәләр мәсьәләһендә ғәй­епләнмәҫ).

25.

Ул (Ҡөръән) ләғнәтләнеп, таштар бәреп (ожмахтан) ҡыуылған шайтандың ауыҙынан сыҡҡан һүҙ түгел.

26.

Шулай булғас, (Ҡөръәнде танымайынса) ҡайҙа китеп бараһығыҙ?

27.

Ул ғәләмдәге халыҡтар өсөн, тура юлдан барырға теләгәндәр өсөн вәғәздән башҡаһы түгел.

28.

29.

Ләкин шуныһы ла хаҡтыр, ғәләмдәрҙең Раббыһы теләмәһә, һеҙ теләгегеҙгә ирешә алмаҫһығыҙ.