78.
Нәбә (Хәбәр)


(Нәбә сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәбә» — хәбәр тигән һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Бер-берҙәренән улар нимә тураһында һораштыра?

2.

Бөйөк хәбәр (Ҡөръән менән Ҡиәмәт) тураһындамы?

3.

(Ҡөръән тураһында ла, Ҡиәмәт хаҡында ла улар) уртаҡ фекергә килә алмай­мы?

4.

Юҡ, оҙаҡламай аңларҙар.

5.

Ысындан да, улар аңла­ясаҡ.

6.

Беҙ Ерҙе һеҙҙең өсөн яҫтыҡ кеүек итеп яһама­ныҡмы ни?

7.

Тауҙарҙы ла ҡаҙыҡ кеүек итеп ултыртманыҡ­мы ни?

8.

Һеҙҙе пар-пар яралттыҡ.

9.

Хәл алыр өсөн йоҡо бирҙек.

10.

Төн ҡормаһын хасил иттек.

11.

Эшләр өсөн көндө бирҙек.

12.

Өҫтөгөҙгә ете ҡат тотороҡло Күкте ҡорҙоҡ. (М. Али «ете ҡат күк»те Ҡояш системаһының ете есеме, ти.)

13.

Шунда балҡып яныусы бер ҡәндил (Ҡояшты) ҡуйҙыҡ.

14.

Ҡуйы болоттарҙан шаулатып ямғыр ҡойҙорабыҙ.

15.

Ул бөртөктәр (бойҙай, арпа, арыш), үҫемлектәр (үлән, ағастар) үҫтерә.

16.

Бер-берһенә уралып үҫкән емеш баҡсаларын һуғара.

17.

Шик юҡтыр, (Хаҡтан ялғанды) айыра торған хөкөм көнө инде билгеләнгән.

18.

Ул көндө Сур бор­ғоһона өрөләсәк һәм һеҙ (ҡәберҙәрегеҙҙән ҡубып) төркөм-төркөм булып (хозурыма) киләсәкһегеҙ.

19.

Ул көндө Күк ишектәре ҡапҡа-ҡапҡа булып асылыр.

20.

Тауҙар (урындарынан ҡубарылып) туҙан бөртөгө кеүек осоп йөрөр, сағым кеүек уйнар.

21.

Хаҡтыр, йәһәннәм ул — бер ҡапҡан кеүек (ҡорбанын) көтә.

22.

Аҙғын халыҡтарҙың торасаҡ урыны.

23.

Оҙаҡ ваҡыттар буйына улар шунда ҡаласаҡ.

24.

Шунда бер генә күләгә лә, эсер өсөн һалҡынса шыйыҡлыҡ та булмаҫ.

25.

Эрен ҡатыштырылған ныҡ ҡайнар һыуҙан башҡа.

26.

Ҡылған ғәмәлдәренә тамам яза аласаҡтар.

27.

Сөнки улар Хисап көнөнөң киләсәгенә ышанмай ине.

28.

Ҡөръәнебеҙҙең аяттарын ялғанға һананылар.

29.

Беҙ иһә барыһын да яҙып, хисапҡа ала барҙыҡ.

30.

(Уларға шулай тип әйтербеҙ):

— Бына хәҙер инде (язағыҙҙы) татығыҙ! Ғазабыбыҙҙы арттырыуҙан башҡа бер нимә лә эшләмәйбеҙ.

31.

Һис шик юҡтыр, саф-паҡ мөьминдәр (Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар) өсөн Сәғәдәттә ҡауышыу булыр.

32.

Баҡсалар, йөҙөм бөстандары (баҡсалары).

33.

Күкрәктәре тып-тығыҙ йәштәш ҡыҙҙар,

34.

мөлдөрәмә тулы касалар шунда булыр.

35.

Шунда буш һүҙҙәр һөйләнмәҫ, ялған-ғәйбәт булмаҫ.

36.

(Был Сәғәдәт) Раббынан бөйөк әжер һәм ярлыҡау булараҡ мул бирелер.

37.

Күктәрҙең, Ерҙең һәм икеһе араһында бул­ғандарҙың хужаһы Раббыбыҙ — Аллаһ. Ул — рәхимле. Ул көндө кешеләр Уға ҡаршы һүҙ әйтергә (аҡланырға йәки риза­һыҙлыҡ белдерергә) ирекле түгел.

38.

Изге рух (Жәбраил) һәм фәрештәләр саф-саф булып торған ул көндө, Аллаһтың рөхсәтенән башҡа һүҙ әйтелмәҫ. Рөхсәте булғанда, Хәҡиҡәт тураһында һөйләнер.

39.

Бына, ҡәтғи киләсәк ҡотол­ғоһоҙ көн шул булыр. Шулай булғас, теләгән кеше Аллаһ юлына йүнәлһен.

40.

Оҙаҡламай һеҙҙең өҫкә киләсәк яза менән һеҙҙе киҫәтеп ҡуйҙыҡ. Ул көндө (инҡарсы) кеше (фани донъяла) үҙ ҡулдары менән ҡылғандарына ҡарап:

— Их, нисек аяныс, тупраҡ булып ҡына ҡалған булһам ине, — тип үкенер.