77. Мүрсәләт (Йомош менән ебәрелгән)


(Мүрсәләт сүрәһе 50 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүрсәләт» — ебәрелгәндәр, күндерелгәндәр.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Изгелек таратыу өсөн берһе артынан берһе күндерелгөн (фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр исеме менән)

2.

дәһшәт менән иҫә торған (нәжесте, сүп-сарҙы өйөрөп алып китеүҙе) елдәр,

3.

(дөрөҫлөк һәм изгелек) таратыусылар,

4.

(ҡайҙа хәҡиҡәт, ҡайҙа ялғанды) айырып торғандар,

5.

Аллаһтың киҫәтеүҙәрен ирештереүселәрҙең исеме менән ант итәм:

6.

ярлыҡаумы ул йәки ҡурҡытып киҫәтеүме,

7.

белеп тороғоҙ, вәғәҙә ителгән Көн, һис шикһеҙ, киләсәк.

8.

Йондоҙҙар һүндерелеп,

9.

Күк йөҙө ярылғас,

10.

тауҙар ҡубарылып, туҙанға әүерелгәс,

11.

пәйғәмбәрҙәргә Ҡиәмәттең ҡасан буласағы әйтелер,

12.

Хөкөмдөң ҡайһы көнгәсә кисектереләсәге хәбәр ителер.

13.

Хаҡ менән ялғанды айырыу көнөнә саҡлы кисектереләсәк.

14.

Айырыу көнөнөң нимә икәнен (Беҙ әйтмәһәк) һин ҡайҙан белерһең?

15.

Ул көндә (Ҡөръән аяттарын) ялғанға сығарған кешеләргә, ай-һай, ауыр булыр.

16.

Әүүәл йәшәгән ҡәүемдәрҙе беҙ шулай һәләк итмәнекме?

17.

Уларҙан һуң килгән кәферҙәрҙе лә уларҙың артына тағырбыҙ.

18.

Гөнаһлыларҙы Беҙ ана шу­лай яуапҡа тартасаҡбыҙ.

19.

(Аллаһтың аяттары һәм пәйғәм­бәрҙәрҙең өгөттәрен) ялғанға сығарырға маташҡандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр.

20.

Беҙ һеҙҙе юҡ дәрәжәһендәге шыйыҡлыҡ тамсыһынан (орлоҡтан) яралтманыҡмы?

21.

Уны ышаныслы урынға (әсә ҡарынына) урынлаштырҙыҡ.

22.

Мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы.

23.

Беҙ быны ҡөҙрәтебеҙ менән тәҡдир иттек. Беҙ шундай ҡөҙрәткә эйә.

24.

өҙрәтебеҙҙе) ялғанға һанағандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр.

25.

Беҙ Ерҙе барсағыҙҙы бергә йыйыр өсөн майҙан итеп яралтманыҡмы?

(«Разве не сделали Мы так, что притягивает к себе земля. Мәүләнә Али тәфсиренән. )

26.

Тереләрҙе лә, мәйеттәрҙе лә (ерҙә бар иттек).

27.

Шунда бейек ныҡ тауҙарҙы бар иттек. Һеҙгә татлы һыуҙар эсертмәнекме?

28.

(Ошо ниғмәттәрҙе) ялғанға һанағандарҙың Әхирәт көнөндәге хәле ҡот осҡос яман булыр.

29.

(Ул көндө кәферҙәргә әйтелер):

— Әйҙәгеҙ, һеҙ ялғанға һанағанға (йәһәннәмгә) керегеҙ!

30.

Барығыҙ, (йәһәннәмдең) өҫкә айырыла торған күләгәһенә керегеҙ.

31.

Ул күҙгә рәхәтлек бирмәҫ. Ул ялҡынынан да һаҡламаҫ.

32.

Ул ут шундай ялҡындар ата, һәр ял­ҡыны ҙур һарай кеүек булыр.

33.

Һәр бер осҡоно һап-һары ата дөйәләр кеүек ҙур булыр.

34.

Ул көндө (йәһәннәмде) ял­ғанға һанағандарҙың хәлдәре ҡот осҡос яман булыр.

35.

Был көн телдәрҙең тотлоғасаҡ көнө булыр.

36.

Ғәфү һорарға теләһәләр ҙә, уларға рөхсәт бирелмәйәсәк.

37.

Ялғанға һана­ғандарҙың ул көндө хәлдәре ҡот осҡос яман булыр.

38.

Был көн (ямандан яҡшыны) айырыу һәм хөкөм көнө булыр. Ул көндө Беҙ һеҙҙе лә, әүүәлгеләрҙең барыһын да бергә туплаясаҡбыҙ.

39.

Хәйлә ҡорорға уйлаһағыҙ, һеҙ уны Миңә ҡаршы ҡороп ҡарағыҙ.

40.

(Ҡиәмәтте) ялғанға һанағандарҙың ул көндө хәле ҡот осҡос яман булыр.

41.

Һис шикһеҙ, саф мосолмандар шишмә буйындағы күләгәләр аҫтында рәхәт сигәр.

42.

Улар күңелдәре теләгән емештәр араһында булыр.

43.

Мөьминдәргә әйтелер:

— Ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ, эсе­геҙ!

44.

Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ.

45.

Ялғанға һанағандарҙың ул көндәге хәле бик яман булыр.

46.

(Әй, кәферҙәр, фани донъяла) ашағыҙ-эсегеҙ, рәхәтләнеп (ләззәтләнеп) ҡалығыҙ. Шик юҡтыр, һеҙ гөнаһлыларһығыҙ.

47.

Ялғанға һанағандарҙың хәле ҡот осҡос яман булыр.

48.

(Аллаһҡа) буйһоноғоҙ, тип әйткәс, улар буйһонма­ны.

49.

(Ҡиәмәтте) инҡар иткәндәрҙең хәле ҡот осҡос яман булыр.

50.

Улар иман килтерһен өсөн тағын ниндәй китап индерергә кәрәктер?