76. Инсан (Кеше)


(Инсан сүрәһе 31 аяттан тора. Мәккәлә, Мәҙинәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Хаҡтыр, әҙәм затының исеме лә, есеме лә булма­ған саҡтан алып, (әҙәм заты барлыҡҡа килгәс) оҙаҡ замана­лар уҙып китмәнеме?

2.

Хәҡиҡәт шулдыр, Беҙ кешене ҡатнашма ярал­ғынан яһаныҡ. Уны һынап ҡарар өсөн, ишетеү, күреү һәләте бирҙек.

3.

Хаҡтыр, Беҙ уға тура юл күрһәттек. Теләһә, шөкөр ҡылыусы булыр, теләмәһә кәферлекте һайлар.

4.

Хаҡтыр, беҙ кәферҙәр өсөн сылбырҙар, тимер бығау-ҡыршауҙар һәм ялҡынлы ут әҙерләп ҡуйҙыҡ.

5.

Әлбиттә, изгелекле кешеләр иһә кәфур майы (камфора) ҡушылған эсемлектәр эсер,

6.

Аллаһтың иғтибарына лайыҡ бәндәләр эсә торған ул шәрбәт шишмәһе өҙлөкһөҙ ағып то­рор.

7.

Ул бәндәләр, дәһшәте һәр ерҙә мәғлүм булған шул көндән (Ҡиәмәт яуабынан) ҡурҡып, анттарына тоғро ҡалыр, вазифаларын теүәл үтәрҙәр.

8.

Үҙҙәре лә фәҡир булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ризыҡтарын мохтаждарға, йәтимгә, әсир кешегә бирер.

9.

Улар хәйерселәргә:

— Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалығын алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙән бер түләү ҙә, рәхмәт әйтүегеҙҙе лә көтмәйбеҙ.

10.

Ысындан да, беҙ ситен (ауыр) һәм хәтәр бер көндөң ғазабынан ҡурҡабыҙ, — тип әйтерҙәр.

11.

Бына шуның арҡаһында Аллаһ ул көндө уларҙы әфәттән ҡотҡарыр, сырайҙарына нур өҫтәр, күңелдәренә ҡыуаныс бирер.

12.

Түҙем (сабыр) булғандарына күрә, Аллаһ уларға йәннәтте ебәк кейемдәре менән бүләк итер.

13.

Шунда урындыҡтарға ҡырын ятып, эҫҫе лә, һалҡын да булмаған мөхиттә,

14.

йәннәт ағастарының күләгәһендә, үрелеп кенә ала торған емештәр ашап, истирәхәт ҡылырҙар.

15.

Улар­ға көмөш кувшиндарҙан бәллүр касаларҙа,

16.

көмөшһыу та­шаяҡ һауыттарҙа, йәндәре теләгәнсә (йәннәт шәрбәте) өләшеп йөрөрҙәр.

17.

Шунда зәнйәфил һуты ҡатыштырыл­ған эсемлек һалынған каса бирерҙәр.

18.

Шундағы шишмәнең исеме Сәлсәбил тип атала.

19.

Мәңге йәш саф егеттәр тирә-йүндә хеҙмәт күрһәтеп йөрөр. Ул егеттәрҙең сафлығы, әйтерһең дә, сәселгән ынйы бөртөктәре.

20.

Ул йәннәтте күрер булһаң, шаҡ ҡатырһың. Ул — ниғмәт, сикһеҙ гүзәллек солтанаты.

21.

Уларҙың өҫтөндә ҡалын-йоҡа йәшел ебәк кейемдәр булыр, улар көмөш беләҙектәр кейгән булыр. Аллаһ уларға саф, татлы эсемлек кенә эсерер.

22.

Хаҡтыр, Аллаһ юлында күрһәткән хеҙмәттәрегеҙ өсөн, вәғәҙә ителгән әжер ошо булыр.

23.

(Эй, Мөхәммәд) Ысынлап та, Ҡөръәнде һиңә Беҙ өлөшләп индерҙек. (Уны башҡа зат индерә алмай.)

24.

Аллаһтың хөкөмөн сабыр ғына көт; һис бер иманһыҙға һәм гөнаһлыға эйәрмә.

25.

Иртә-кис Аллаһ исемен зикер ит.

26.

Төндөң бер өлөшөн Уға сәждә итеп уҙҙыр, төндөң оҙон ваҡытында ла тәсбих тарт.

27.

Хаҡтыр, кешеләр күҙ асып йомғансы уҙып китә торған фани донъяға мөкиббән һәм киләсәктә баштарына төшәсәк (Әхирәт) көндө оноталар.

28.

Уларҙы Беҙ юҡтан бар иттек һәм уларҙың теҙ быуындарын ныҡ иттек. Әгәр их­тыяр итһәк, (уларҙы юҡ итеп) улар урынына бүтәндәрҙе бар ҡылыр инек.

29.

Шик юҡтыр, был — бер өгөт-нәсихәт. Телә­ге булған кеше Раббыға йүнәлер.

30.

Һеҙ теләгәндәр фәҡәт Аллаһ әмере менән генә тормошҡа ашар. Шик юҡ, Аллаһ бар нәмәне лә белеп тора. Ул — хикмәт эйәһелер.

31.

Ихтыяр иткән кешеһен Ул рәхмәтенә бағышлар. Кәферҙәр өсөн хәтәр ғазап бирер.