75.
Ҡиәмәһ (Ҡиәмәт)


иәмәһ сүрәһе 40 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Юҡ! Ҡиәмәт исеме менән әйтәм,

2.

(ҡылған яман­лыҡтарына үкенгән) йәндәр исеме менән әйтәм,

3.

кеше: үлгәс сереп тарҡалған һөйәктәребеҙҙе бергә йыйып, беҙҙе яңынан терелтә алмаясаҡ, тип уйлаймы?

4.

Һис шикһеҙ, уларҙың бармаҡ остарына саҡлы, нисек булған, шулай мөкәммәл итеп, яңынан йыйырға ҡөҙрәтебеҙҙән килә.

5.

Ләкин кеше тигән йән эйәһе алға табан да аҙғынлыҡҡа ын­тыла.

6.

— Ҡиәмәт көнө ҡасан киләсәк һуң? — (тип көлгән була).

7.

Күҙҙәр ҡамашыр.

8.

Ай тотолор.

9.

Ҡояш менән Ай бергә уҡмашыр.

10.

Ул көн килгәс, кеше әйтер:

— Был дәһшәттән ҡайҙа ҡасып ҡотолайым? — тип.

11.

Юҡ шул, ҡасыр урын табылмаҫ.

12.

Ул Көндө ҡа­сып ҡотолоу урыны бер генә — Аллаһтың хозуры.

13.

Ул Көндө һәр кешегә элеккеге донъяла ҡалдырған яҡшы-яман ғәмәлдәре тураһында хәбәр бирелер.

14.

Иң дөрөҫө — кеше үҙенә ҡаршы үҙе шаһит булыр (ҡылған гөнаһтары менән).

15.

Хатта ул ярлыҡау һорап ялбарһа ла.

16.

(Эй, Мөхәммәд) ашығып, (Ҡөръән аяттарының барыһы ла уахи ителеп бөтмәйенсә) ятларға тырышма.

17.

Шик юҡ, уны (Ҡөръәнде Китап итеп) туплау, уҡытыу эштәре беҙҙең ихтыярыбыҙҙа.

18.

Шулай булғас, Беҙ уны (Жәбраил теле менән һиңә) уҡыған ваҡытта ҡабатлап бар.

19.

Һуңынан уны аңлатып биреү ҙә, хаҡтыр, беҙҙең ихтыярҙа.

20.

Аяныс, һеҙ фани донъяны яратаһығыҙ.

21.

(Тормош мәшәҡәттәрендә ашыға-ҡабалана) һеҙ Ҡиәмәт тураһында ла онотаһығыҙ.

22.

Ул көндө берәүҙәренең йөҙө яҡты булыр.

23.

Улар Аллаһҡа ҡарап торор.

24.

Икенселәренең һытыҡ сырайы ҡара көйгән булыр.

25.

Улар умыртҡа һөйәктәрен һындырасаҡ яза киләсәген һиҙенеп, шулай ҡайғылы күренер.

26.

Юҡ шул, йәнегеҙ боғаҙ төйөрөнә (умрау һөйәгенә) менеп еткәс:

27.

- Кем беҙҙе дауалар, кем ҡотҡарыр! - тип ҡысҡырыр­һығыҙ.

28.

Шунда ғына кеше йәндән айырылыр ваҡыт еткә­нен белер.

29.

Бер теҙ икенсеһенә берегер (ҡылған гөнаһтары арҡаһында йөрөй алмаҫ хәлгә килер).

30.

Ул көндө ҡайтары­лыш бары тик Аллаһ хозурына булыр.

31.

Сөнки был кеше иман килтермәне һәм намаҙ уҡыманы.

32.

Шулар өҫтөнә, ул (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы, иманға арҡа ҡуйып китте.

33.

Халҡы алдында үҙен әллә кемгә ҡуйып, маһайып йөрөй башланы.

34.

Һин йәһәннәм киҫәүе булырға лайыҡ, бик тә лайыҡ.

35.

Һиңә ғазаптар булһын, һин уға лайыҡ. Бик тә лайыҡ.

36.

Кеше үҙен: һис сикләүҙәрһеҙ, күҙәтеүсеһеҙ йәшәргә хаҡлы, тип һынаймы әллә?

37.

Ул әсә ҡарынына атылған бер нәҫел орлоғонан хасил икәнен онотамы?

38.

Һуңынан шул бер ойошҡан ҡан кеүек (яралғы) булды, унан һуң уны кеше ҡиәфәтенә керетеп, донъяға яралттыҡ.

39.

Ирле-ҡатынлы - итеп тыуҙырҙыҡ.

40.

(Ошоларҙы бар итә алған Аллаһ) мәйеттәрҙе генә терелтә ала торғандыр, бит?