74. Мүдәҫҫир (Бөркәнгән)


(Мүдәҫҫир сүрәһе 56 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүдәҫҫир »— ҡаплаулы, уранған, бөркәнгән, тигән мәғәнәләрҙәге һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Эй, бөркәнеп йөрөүсе (Рәсүлем)!

2.

Аяғыңа баҫ һәм халыҡтарҙы өгөтлә.

3.

Һәм Раббыңды олола.

4.

Кейемеңде паҡ тот.

5.

Нәжеслектән ваз кис.

6.

Ҡылған изгелегең өсөн артыҡ хаҡ талап итмә.

7.

Раббыңдың ризалығын ала­һың килһә, түҙ, сабыр ит.

8.

Сур борғоһона өрөлгән көн

9.

иң ҡыйын көн булыр.

10.

Ул көн кәферҙәр өсөн бик еңел булмаҫ.

11.

Яңғыҙы ғына яралтылған теге кеше менән икебеҙҙе бергә (хөкөмөбөҙгә) ҡалдыр.

12.

Мин уға күп төрлө мал биргән инем.

13.

Һәм үҙе янында ғына тора торған тәүфиҡле балалар бирҙек.

14.

Уға тормошта киң мөмкинлектәр астыҡ.

15.

Шулар өҫтөнә лә малын арттырырға теләп, ҡом­һоҙлана башланы.

16.

Юҡ инде, етте! Ул ҡәтғи рәүештә аяттарыбыҙға ҡаршы торҙо.

17.

Мин уның өҫтөнә ты­рышҡаны заяға китерлек, әсе ғазап йөкләйәсәкмен.

18.

Сөнки ул мәкерле тоҙаҡтар уйланы һәм теүәл хисап менән тоҙаҡ ҡороп ҡуйҙы.

19.

Ҡәһәр төшһөн уға! Ул мәкерҙәр ҡорҙо.

20.

Ахырҙа ла, әсе ҡәһәр һуҡҡыры, мәкерҙәрен ҡора бирҙе, нисек кенә ҡора ине әле.

21.

Унан һуң тирә-яғына ҡараны.

22.

Һәм ҡаштарын йыйырҙы, сырайы емерелде.

23.

Унан һуң артына боролоп, тәкәббер рәүештә:

24.

— Был, — тине, — (Ҡөръән) боронғоларҙан ҡалған сихыр ғәләмәттәренән башҡа нәмә түгел!

25.

Хаҡтыр, был әҙәм уйлап сығарған һүҙ генә.

26.

Уны Сәҡәргә (йәһәннәмгә) ташлаясаҡмын.

27.

Һин Сәҡәрҙең нимә икәнен беләһеңме?

28.

Сәҡәр — ул шундай тамуҡ — бер нимә ҡалдырмый бөтөнләй яндырып бөтөрә (торған, гәүҙәне яңынан үҙ хәленә ҡайтарып, тағын яндыра торған йәһәннәм).

29.

Тиреләрҙе көйҙөрә.

30.

Шунда ун туғыҙ (фәрештә) булыр.

31.

Беҙ янып торған уттың һаҡсыларын бары тик фәрештәләрҙән генә һайлап ҡуйҙыҡ. Уларҙың һанын да кәферҙәрҙе һынар өсөн, шулай итеп, үҙҙәренә ки­тап бирелгән халыҡ ышанһын тип, иман килтергәндәрҙең иманы тағын да нығыһын өсөн, үҙҙәренә Китап бирелгән халыҡ һәм мөьминдәр шиккә ҡалмаһындар, тип, рухтарын­да сир булғандар һәм кәферҙәр:

— Аллаһ был мәҫәле менән нимә әйтергә теләй? — тип баш ватһындар өсөн.

Бына шулай итеп, Аллаһ тура юлға баҫырға теләмәгән­де аҙаштырып, теләгәнде тура юлға күндерер. Раббының күпме ғәскәре барлығын Уның Үҙенән башҡаһы белмәҫ. Былар кешеләр өсөн ап-асыҡ киҫәтеүҙәр булыр.

32.

Юҡ, (улар һабаҡ алмаҫтыр) Ай исеме менән,

33.

уҙып бара торған төн,

34.

атып килә торған таң исеме менән әйтәмен,

35.

әлбиттә, (Сәҡәр) ул хәтәр язаларымдың берһе генә.

36.

Кешеләрҙе ҡурҡытыр (гөнаһ ҡылыуҙан тыйыр) өсөн,

37.

изгелек ҡылыуҙа алға киткәндәр өсөн дә, изгелек ҡылыуҙан тамам артта ҡалғандар өсөн дә киҫәтеү, (хәтәр әфәттәрҙең берһе Сәҡәр булыр).

38.

Һәр йән эйәһе үҙенең ғәмәл­дәренә (гөнаһтарына) бәйләнгән.

39.

(Ғәмәл дәфтәре) уң яҡ­тан бирелгәндәрҙән башҡа.

40.

Улар йәннәттәрҙә булыр, һәм йәһәннәмгә кергән таныштарынан гөнаһлыларҙың хәлен һораштырырҙар.

— Һеҙ нисек Сәҡәргә килеп эләктегеҙ? — тип.

41.

42.

43.

Гөнаһлылар әйтер:

— Беҙ намаҙ уҡыманыҡ.

44.

Фәҡирҙәрҙе ашатманыҡ.

45.

Кәфер һөйләгәндәр араһында беҙ ҙә кәфер һөйләнек.

46.

Ҡиәмәт көнөн ялған, уйҙырма, — тинек.

47.

Ниһайәт, беҙҙе ҡәтғи киләсәк яза яҡаланы.

48.

Шәфәғәт итергә (яҡларға) теләгәндәрҙең шәфәғәте (яҡлауы) уларға һис бер файҙа бирмәҫ.

49.

Ни өсөн һуң улар ғибрәт алыуҙан, өгөттән йөҙ сөйөрәләр?

50.

Әйтерһең дә, улар арыҫландан ҡасып барыусы ҡырағай ишәк өйөрө.

51.

52.

Әлбиттә, уларҙың һәр береһе үҙҙәренә генә сәхифәләр (Китап) индерелгәнде теләй.

53.

Булмаҫ! Иң аянысы, улар Әхирәт көнөндә буласаҡ язаларҙан ҡурҡмай.

54.

Юҡ шул! Ысындан да, Ҡөръән — ул вәғәздәр-киҫәтеүҙәр Китабы.

55.

Теләгән кеше унан өгөт-һабаҡ алыр.

56.

Аллаһ ихтыярыннан башҡа берәү ҙә Ҡөръәндән һабаҡ ала алмаҫ. Аллаһтың язаһынан ҡотҡарыу ҙа Аллаһ ихтыярында. Ярлыҡаусы ла Аллаһ ҡына.