73.
Мүзәммил (Ябынған)


(Мүзәммил сүрәһе 20 аяттан тора. Мәккәлә ицгән. Ҡайһы ­бер аяттары Мәҙинәлә ицгән. «Мүзәммил» — ҡапланған, бөркәүес ябынған, баштан аяҡ төрөнгән, тигән мәғәнәләге һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Эй, бөркәүес ябынған (Мөхәммәд)!

2.

Төндөң бер өлөшөндә йоҡлама, намаҙ уҡы.

3.

Төндөң яртыһы йәки унан әҙерәк ваҡытында ғибәҙәт ҡыл.

4.

Йәки төндөң яртыһынан күберәк ваҡытында Ҡөръәнде ашыҡмайынса, асыҡ итеп уҡы.

5.

Хаҡтыр, Беҙ һиңә әһәмиәте ғәйәт ҙур, һүҙ (Ки­тап) йөкләрбеҙ.

6.

Төндә тороу (Ҡөръән уҡыу) — шик юҡ, сауап мәсьәләһендә ғәйәт тәьҫирлелер, һүҙҙәрҙең ҡеүәтен арттыра.

7.

Сөнки көндөҙөн һинең мәшәҡәттәрең күп була.

8.

Раббыңдың исемен әйтергә онотма. Бөтөн барлығың менән Уға йүнәл.

9.

Ул — Көнсығыштың да, Көнбайышның да Раббыһылыр. Унан башҡа Аллаһ тип әйтерлек ҡөҙрәт эйәһе юҡ. Шулай булғас, бары тик Аллаһ яҡлауына күсегеҙ.

10.

Уларҙың (мөшриктәрҙең) һүҙҙәрен сабыр тыңла, һәм уларҙан бик әйбәтләп кенә айырыл.

11.

Байлыҡ эсендә йөҙөүсе һәм хаҡ динде ялған тип әйтүселәрҙе Минең хөкөмөмә ҡалдыр, һәм уларға бер аҙ ваҡыт бир.

12.

Хаҡтыр, беҙҙең янда улар өсөн бығауҙар һәм ут бар.

13.

Боғаҙҙарынан үтмәҫ ризыҡ һәм хәтәр яза ла бар.

14.

Ул көндө Ер йөҙө һәм тауҙар тетрәр. Тауҙар ағып китә торған ҡом кеүек булыр.

15.

Фирғәүенгә бер пәйғәмбәр күндергән кеүек, һеҙгә лә нәҡ шулай, ҡылғандарығыҙға шаһитлыҡ ҡыласаҡ бер Пәйғмбәр күндергән инек.

16.

Әммә Фирғәүен ул пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты. Беҙ ҙә уны ауыр, ситен рәүештә язаланык.

17.

Кәфер итһәгеҙ, балаларығыҙҙың сәсен ағартырлыҡ дәрәжәләге хәтәр көндәге язаларҙан нисек ҡотола алырһығыҙ икән?

18.

Ул дәһшәттән хатта Күк йөҙө ярыласаҡ. Аллаһтың вәғәҙәһе маҡсатына ирешәсәк.

19.

Бына был аңлат­ҡан нәмәләребеҙ — өгөт, ғибрәттер. Теләгән кеше Раббыға алып барыусы тура юлды тотор.

20.

(Эй, Мөхәммәд) хаҡтыр, һинең менән бергә булған кешеләрҙең, әҙ тигәндә, төндөң өстән икеһен, ҡайсаҡтарҙа яртыһын, ҡайсаҡтарҙа өстән берен йоҡламайынса намаҙ уҡы­ғандарын Раббы белә. Төн һәм көн ваҡыттарын Аллаһ бил­геләй. Ул һеҙҙең төн ваҡыттарын самалап бөтөрмәгәнегеҙҙе белә, шуға күрә, Ул тәүбәләрегеҙҙе ҡабул итә. Ҡөръәндең үҙегеҙгә еңел булған өлөштәрен уҡығыҙ. Арағыҙҙа сирле кешеләр ҙә, Аллаһ бирәсәк ризыҡты эҙләп, сәфәр сыҡҡан­дар ҙа бар һәм Аллаһ юлында һуғышып йөрөүселәр ҙә бар. Аллаһ уларҙың барыһын да белә. Улар ҙа (шарттарына күрә) Ҡөръәндең үҙҙәренә ҡулай өлөштәрен генә уҡыһын. Намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ. Зәкәтте биреп барығыҙ һәм Аллаһ әжер бирһен тип, алдан уҡ изгелек ҡылығыҙ. Ҡылған изгелегегеҙ һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк әжер буласаҡ. Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ. Шик юҡ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле.