72.
Джинн (Ен)


(Ен сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡайһы бер ендәрҙең дә Ҡөръән тыңлағандан һуң, иман килтереп, мосолман булғандары тураһындағы сүрә.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

(Эй, Мөхәммәд) әйт һин:

— Ендәр ҡәүеменең бер төркөмө (мин Ҡөръән уҡығанда) тыңлап, иман килтергән икән. Был турала мин уахи аша бел­дем, — тип.

Ен ҡәүеменән булғандарҙың бер төркөмө былай тигән:

— Ысындан да, беҙ тура юлға өндәй торған, ғәҙәттән тыш гүзәл Ҡөръән һүҙҙәрен тыңланыҡ,

2.

ул тура юлға өгөтләй, һәм беҙ иман килтерҙек. Бынан һуң беҙ Раббыбыҙға тиң заттар эҙләмәйбеҙ.

3.

Хаҡтыр, Раббыбыҙҙың бөйөклөгө һәр бөйөклөктән дә бөйөк. Уның ҡатыны ла, балаһы ла юҡ.

4.

Хаҡтыр, ахмаҡ бер наҙаныбыҙ (Иблис) Аллаһ хаҡында хаттин ашҡан уйҙырмалар, ялған һөйләп йөрөй ине.

5.

Гәрсә, беҙ — кешеләр ҙә, ендәр ҙә Аллаһ тураһында ялған түгел, дөрөҫөн һөйләй, тип уйлай инек.

6.

Шуныһы ла ысынбарлыҡ, ҡайһы бер кешеләр, ҡайһы бер ендәргә эйәреп, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын арттыра ине.

7.

Улар ҙа һеҙҙең кеүек үк, Аллаһтың ҡабат терелтәһенә ышанмай ине.

8.

Хаҡтыр, беҙ (ендәр) Күккә менергә (Аллаһ менән фәрештәләрҙең һөйләшкәнен тыңларға) тырышып ҡараныҡ. Ләкин Күктең хәтәр һаҡсылар-ҡарауылсылар менән һәм атыла торған утлы йондоҙҙар менән тулғанлығын күрҙек.

9.

Йәшеренеп тыңлар өсөн беҙ (Күктең) уңайлы ҡырҙарына боҫтоҡ. Ләкин тыңларға теләгәнде шунда ут сыбыртҡыһы һағалап тора икән.

10.

Хаҡтыр, беҙ аңламай ҡалдыҡ: ерҙәге кешеләргә зыян-зәхмәт килтерер өсөн шулай маҡсат ителгәнме, әллә Раббы уларға изгелек ҡылырға теләйме? Белгән юк.

11.

Ысынлап та, беҙҙең арала изгелекле булғандар ҙа бар, гөнаһлыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Беҙ төрлө-төрлө юлдар менән киттек.

12.

Без шуны ла аңланыҡ, Ерҙә булһаҡ та, ҡайҙа ҡасһаҡ та, беҙ Аллаһты меҫкен хәлгә ҡалдырып, еңә алмаясаҡ­быҙ.

13.

Хаҡтыр, беҙ (Ҡөръәнде) тыңлап, иман килтер­ҙек. Аллаһҡа иман килтергән зат әжерҙән дә мәхрүм ҡал­маҫ, нахаҡҡа рәнйетелмәҫ тә.

14.

Ысынлыҡта, ҡайһыбыҙ мосолман булды, ҡайһыбыҙ юлдан яҙҙы. Тура юлды эҙләп тапҡандар - мосолман булыр.

15.

Ғәҙелһеҙ залимдар йәһәннәм киҫәүе булыр.

(Ендәр тип әкиәттәрҙәге һәм кешеләрҙең күҙ алдына килтерә торған «ҡойроҡло ендәр» күҙ алдында тотолмай. Мәүләнә Али нөсхәһендә «ендәр» тип атала торған халыҡтар — кешеләр тураһында һөйләнә. Был «ендәр» астрологтар, фекерҙәре менән Күккә менеп, сихыр һәм ырымдары менән халыҡты алдаусы ҡәүем икәнлеге әйтелә.)

16.

Әгәр ҙә улар тура юлдан сыҡмайынса барһа, әлбиттә, уларға Беҙ мул итеп ямғыр яуҙырыр инек.

17.

Шулай итеп, Беҙ уларҙы һынап ҡарар инек. Раббыны зикер итеүҙән баш тартҡан кешене Аллаһ хәтәр ғазапҡа тартыр.

18.

Барса мәсеттәр бары тик Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу урыны. Шуға күрә, һеҙ Аллаһҡа тиң тип, һис бер башҡа зат­ҡа табынмағыҙ.

19.

Хәҡиҡәт, Аллаһтың ҡоло (Мөхәммәд) Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн ҡалҡҡанда (Ҡөрьән тыңлар өсөн килгән ендәр) араларынан ел үтмәҫлек бу­лып, тығыҙ урынлашты.

20.

Әйт һин:

—  Мин бары тик Раббыма доға ҡыламын. Уға һис бер тиңдәш тотмам, — тип.

21.

Әйт һин:

- Хаҡтыр, мин һеҙҙең өсөн зарар ҙа, файҙа ла эштәр дәрәжәләге зат түгелмен, — тип.

22.

Әйт һин:

— Хаҡтыр, (Кәферлек ҡылһам) мине Аллаһтың язаһынан берәү ҙә ҡотҡара алмаҫ. Аллаһтан башҡа һыйыныр зат мин таба алмам, - тип.

23.

- Минең ҡулымдан килгән эш — Аллаһтың хөкөмдәрен, киҫәтеү-һөйөнсөләрен һеҙгә ирештереү. Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә ҡаршы баш күтәргән кеше, һис шикһеҙ, йәһәннәм утына лайыҡ булыр, ул шунда мәңгегә ҡала­саҡ.

24.

Ниһайәт, улар вәғәҙә ителгән язаны күргәс, кемдең ярҙамсылары әҙ, кемдеке күп икәнен белер.

25.

Әйт һин:

—  Вәғәҙә ителгән ғазаптың яҡынмы, әллә Раббы уны оҙаҡ ваҡытҡа кисектергәнме икәнен мин белмәйем,- тип. -

26.

Йәшерен серҙәрҙе бары тик Ул ғына белә. Һәм Аллаһ йәшерен серҙәрҙең асҡысын бер кемгә лә бирмәй.

27.

Үҙенә айырыуса яҡын, Уның ризалығын ҡаҙанған Пәйғәмбәренән башҡа. Ул (Пәйғәмбәрҙең) алдына ла, артына ла күҙәтеүселәр (һаҡсылар) ҡуйылған.

28.

Шулай итеп, уларҙың (пәйғәмбәрҙәр­ҙең) Раббы күндергән әмерҙәрҙе дөп-дөрөҫ итеп еткерәме икәнлектәрен барлар өсөн, Аллаһ Пәйғәмбәр янында бул­ғандарҙың барыһын да ғилеме менән уратып алған һәм һәр береһенең һанын берәмләп теркәгән.