71. Нух (Нух)


(Нух сүрәһе 28 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрә хәҙрәти Нух пәйғәмбәребеҙ исемен йөрөтә.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

— Хаҡтыр, баштарына хәтәр яза килгәнгә тиклем, үҙ халҡыңды киҫәтеп-ҡурҡытып ҡуй, — тип, Нухты үҙ ҡәүеменә күндерҙек.

2.

Нух (халҡына) әйтте:

— Әй, ҡәрҙәштәрем, һеҙ шик тотмағыҙ, — тине. — Мин һеҙҙе: Аллаһҡа буйһоноғоҙ, Уға ҡаршы баш күтәреүҙән һаҡ­ланығыҙ, (һөйләгәндәремә ышанып) миңә эйәрегеҙ, Аллаһ гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн генә булһа ла ярлыҡаһын һәм һеҙҙе билгеләнгән уаҡытҡа саҡлы йәшәтһен, тип асыҡ рәүештә киҫәтеүсе бер кешем. Мәғлүмдер, Аллаһ вәғәҙә иткән (Ҡиәмәт әжере) күпкә кисектерелмәҫ. Их, һеҙ (Ҡиә­мәттең ниндәй икәнен) белһә инегеҙ! (Бер уаҡытта ла гөнаһ ҡыл­маҫ инегеҙ.)

3.

4.

5.

Ахырҙа Нух әйтте:

—  Шуныһы хаҡ, Раббым, мин халҡымды кис-көндөҙ иманға саҡырҙым.

6.

Ләкин минең саҡырыуым уларҙың бары тик ҡасыуҙарын тиҙләтте генә.

7.

Ысындан да, (иманға килегеҙ) Аллаһ гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар, тип күпме генә өндәһәм дә, бармаҡтары менән ҡолаҡтарын томалап, сапан­дары менән баштарын ҡаплап, аяҡ терәп ҡаршы торалар, тәкәббер рәүештә аҙғынлыҡтарын дауам итәләр.

8.

Шунан һуң мин, әлбиттә, уларҙы ҡатыраҡ тауыш менән саҡы­рырға тотондом.

9.

Йәнә лә мин улар менән асыҡтан-асыҡ та, аулаҡта ла ҡат-ҡат һөйләштем, вәғәз уҡыным.

10.

Шунан әйттем: Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ, Аллаһ — ысындан да, мәрхәмәтле ярлыҡаусы, тинем.

11.

(Яманлыҡтан баш тартһағыҙ) Аллаһ өҫтөгөҙгә мул ямғыр яуҙырыр, тинем.

12.

Һеҙҙең малдарығыҙҙы, улдарығыҙҙы арттырыр, һеҙгә баҡсалар (емеш бостандары), шишмәләр бирер, тинем.

13.

Ни эшләп һуң һеҙ Аллаһты кәрәгенсә ололамайһығыҙ?

14.

Гәрсә, Ул һеҙҙе үҫештең төрлө-төрлө шәкелдәрендә яралтты. (Балсыҡтан Әҙәмде, унан Һауаны, унан аналыҡта яралғыны, тыуыуҙы, үҫеүҙе, ҡартайыуҙы, әжәлде бар итте).

15.

Күрмәйһегеҙме ни, Аллаһ ете күкте бер-берһенә яраҡлаштырып яһаны.

16.

Шунда Ай нур сәсә, Ҡояш та ҡәндил (шәмдәл)кеүек яҡтырта.

17.

Аллаһ һеҙҙе тупраҡтан шытып сыҡҡан үҫемлек кеүек итеп үҫтерҙе.

18.

Ахырҙа ул һеҙҙе тағын тупраҡ эсенә кертәсәк һәм сығарғаны кеүек тағын сығарасаҡ.

19.

Аллаһ Ерҙе һеҙҙең өсөн түшәк-яҫтыҡ кеүек итеп ҡабартты.

20.

Ер өҫтөндәге юлдарҙан рәхәтләнеп йөрөһөндәр тип.

21.

Нух әйтте:

— Йә, Раббым, шуныһы хаҡ, улар миңә дошман булды. Малдары, балалары менән улар яманлыҡтан башҡа нәмә килтермәй торғандарға эйәрҙеләр.

22.

Былары ла мәкерле хәйләләр ҡора башланы.

23.

(Нух халҡы бер-береһенә әйтте):

—  Аң булығыҙ! Табына торған һындарҙы ташламағыҙ. Вәдд, Сүвәғ, Йәғүс, Йәғуҡ һәм Нәсерҙәрҙән ваз кисмәгеҙ, — тинеләр.

24.

Шулай итеп, улар байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырҙы. (Йә, Раббым) һин ул залимдарға аҙашыуҙан башҡа һис нимә арттырып бирмә.

25.

Ошо гөнаһтары арҡаһында улар һыуға батырылды. Ахырҙа утҡа ташландылар. Аллаһтан башҡа һис бер ярҙамсы таба алманылар.

26.

Нух былай тине:

— Йә, Раббым, кәферҙәрҙең береһен дә Ер йөҙөндә ҡалдырма.

27.

Әгәр ҙә һин уларҙы ҡалдырһаң, улар кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр һәм улар яман әхләҡһеҙ, кәферҙәрҙән башҡа бала тыуҙырмаҫтар.

28.

Йә, Раббым, минең үҙемде, әсәйемде, атайымды, иман килтереп, өйөмә кергән кешеләрҙе, мөьмин ирҙәрҙе, мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, зинһар, ярлыҡа. Яуыз залимдарға һәләкәттән башҡа нәмә арттырма.