70.
Мәғәриж (Баҫҡыс буйлап)


(Мәғәриж сүрәһе 44 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғә­риж» — баҫҡыстар буйлап өҫкә менеү, дәрәжәгә күтәрелеү мәғәнәләрен эсенә ала.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Берәүһе хәтәр яза килеүен (йүрей генә) һораған булды.

2.

Кәферҙәр өҫтөнә төшәсәк (был ғазапты) бер кем дә кире ҡайтара алмай.

3.

Ул (ғазап) дәрәжәләргә күтәрелеү эйәһе Раббы тарафынан буласаҡ.

4.

Фәрештәләр ҙә, рух та (Жәбраил дә) дәрәжә баҫҡыстары буйлап, оҙонлоғо илле мең йыл булған араны бер көндә менеп етерҙәр.

5.

Шуға күрә, һин (Мөхәммәд, кәферҙәрҙең йәберҙәренә) һоҡланырлыҡ сабырлыҡ менән түҙ, сыҙа.

6.

Хаҡтыр, (Кәферҙәр) быны (Ҡиәмәтте): хәҙер генә килмәҫ, ул әле йыраҡ, тинеләр.

7.

Беҙ уны яҡын итеп күрәбеҙ.

8.

Ул көндө Күк йөҙө эрегән баҡыр төҫөнә керер.

9.

Ул көндө тауҙар тетелгән йөн кеүек буласаҡ.

10.

Һис бер дуҫ икенсе дуҫтың хәлен белмәҫ (һорашмаҫ).

11.

Улар бер-берҙәрен күрер (ләкин хәл-әхүәл һо­рашыу булмаҫ). Ул көндө гөнаһлы язанан ҡотолор өсөн улдарын,

12.

ҡатынын, аға-энеһен,

13.

үҙенә торорға ҡыуыш һәм ашарға ризыҡ биргән нәҫел-нәсәбен,

14.

Ер йөҙөндә кем бар — барыһын да ҡорбан итергә әҙер булыр. (Бары тик үҙе генә ҡотолһон.)

15.

Ләкин — ниндәй файҙа! Йәһәннәм — тамуҡ уты

16.

уны (гөнаһлы кешене) башы­нан аяғына ҡәҙәр ялмап алыр.

17.

Ул (ҡот осҡос ялҡын хәтәр ҡөҙрәт менән имандан) ҡасҡандарҙы үҙенә тартып-саҡырып торор.

18.

(Байлыҡ, мал) йыйып, йоҙаҡта бикләп тот­ҡандарҙы (тамуҡ ялҡыны) үҙенә һурыр.

19.

Хаҡтыр, кеше хөсөтлө һәм сабырһыҙ, түҙемһеҙ итеп яралтылған зат.

20.

Башына бәлә килһә, ярҙам һорап аҡыра башлай.

21.

Уға байлыҡ килһә, һаранлана.

22.

Һәр саҡ намаҙҙа Аллаһҡа сәждә итеүселәр ундай түгел.

23.

24.

Малдарының мәғлүм бер өлөшө

25.

һораныу­сы һәм (һорамаусы) мохтаждарға тейеш, тип ғәмәл ҡылғандар (хәйер-саҙаҡа, зәкәт биргәннәр),

26.

хисап һәм яза көнө киләсәк, тип инанғандар,

27.

Аллаһтың (язаһынан) ҡу­рҡҡан,

28.

— хаҡтыр, Раббының ғазабынан бер кем дә ситтә ҡалмаҫ (бер кем дә: мин —мосолман, миңә Аллаһ яза бирмәҫ, тип ҡурҡмайынса ғына йәшәргә тейеш түгел);

29.

ғиф­фәттәрен (оят ерҙәрен) һаҡлағандар;

30.

үҙ ҡатындарына, йәриәләренә яҡынлыҡ ҡылғандар, ысындан да, ғәйепләнмәҫ.

31.

Әммә быларҙан тыш (башҡа никахһыҙ ҡатындар, сит-ят ҡыҙҙар) ар­тынан йөрөүселәрҙе Беҙ хаттин ашҡандар (хәләлдән харамға күскәндәр) рәтенә ҡуясаҡбыҙ.

32.

Аманат һаҡлағандар, антҡа тоғро булғандар,

33.

дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылғандар,

34.

дөрөҫ итеп намаҙ уҡығандар,

35.

барыһы ла (шәрәф һәм ғиззәт алып) йәннәт баҡсаларында йөрөр.

36.

(Эй, Мөхәммәд) нимә булған уларға (кәферҙәргә, мөшриктәргә, монафиҡтарға)? Аҡылдан яҙғандармы? Улар өйөрөлө­шөп,

37.

уңдан да, һул тарафтан да һинең яныңа ырғыла.

38.

Улар шулай итеп, һәр береһе йәннәт баҡсаларына ке­рергә ашҡынамы?

39.

Өмөттәре бушҡа! Улар үҙҙәренең ниндәй тоҡомдан (балсыҡтан) яһалғанын бик яҡшы белә.

40.

Юҡ! (Эш улар уйлағанса булмаҫ.) Көнсығыш-көнбайыш (бөтөн ғәләм) хужаһының исеме менән ант итеп әйтәм:

41.

әлбиттә, Беҙ улар урынына үҙҙәренән дә яҡшыраҡ ха­лыҡты килтереп ҡуйырға ҡөҙрәтлебеҙ; был эштә Беҙҙән алға сыға алырлыҡ ҡеүәт юҡ.

42.

(Эй, Мөхәммәд) хәҙер һин инде уларҙы ташла. Вәғәҙә ителгән көнгә (Ҡиәмәткә) саҡлы гөнаһ эсендә типтерә-уйнай торһондар.

43.

Ул көндө улар ҡәбер­ҙәренән ҡубарылып сығыр ҙа, баҫтырып ҡуйылған һындар­ға табан ағылған һымаҡ, шашып йүгерә башлар.

44.

Һуңынан хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа текәлер, улар рисуай булыр. Бына был көн уларға (күптән, фани донъяла уҡ) вәғәҙә ителгән Мәхшәрҙер.