69.
Хаҡҡа (Ҡотолғоһоҙлоҡ)


(Хаҡҡа сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ицгән. Ҡиәмәт көнөнә «Хаҡҡа» тип тә әйтәләр. Йәғни, Ҡиәмәт хәҡиҡәт булараҡ, хаҡ — ысынбарлыҡ булараҡ, ҡотолғоһоҙ киләсәк. Хаҡлыҡтың, дөрөҫлөктөң тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көнө — Ҡиәмәт буласаҡ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ҡотолғоһоҙ рәүештә тормошҡа ашасаҡ Хәҡиҡәт көнө!

2.

Ниндәй була ул Хаҡлыҡ тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көн?

3.

Был турала һиңә кем, нимә хәбәр итте? (Аллаһтан башҡа һис кем хәбәр итә алмаҫ.)

4.

Сәмүд менән Ғәд халыҡтары Ҡиәмәтте (Хәҡиҡәт көнөн) инҡар итте.

5.

Сәмүд халҡы ғәҙәттән тыш ҡаты тауыш (ер тетрәүе) менән һәләк ителде.

6.

Ғәд халҡы иһә ҡот ­осҡос үкерә торған, хәтәр дауылда һәләк булды.

7.

Аллаһ уны (ҡаты дауылды) ете төн, һигеҙ көн буйына туҡтат­маны. (Әгәр һин шунда булһа инең) ул халыҡтың бер миҙгел эсендә эсе ҡыуыш ағастар кеүек, ҡырылып ауғанын күрер инең.

8.

Исмаһам, иҫән ҡалған бер кеше күрерһеңме?

9.

Фирғәүен дә, унан алдағылар ҙа, аҫты өҫкә килгән ҡалаларҙың халыҡтары ла ошо хатаны ҡабатланылар (йәғ­ни, Аллаһты, Ҡөръәнде, пәйғәмбәрҙәрҙе һанға һуҡманылар, шу­ның арҡаһында гөнаһҡа баттылар).

10.

Шулай итеп, улар Раббының пәйғәмбәрҙәренә ҡаршы баш күтәрҙе. Шуға күрә, Аллаһ та уларҙы дәһшәтле язаға тартты.

11.

Хаҡтыр, донъяны һыу баҫҡас, Беҙ һеҙҙе (боронғо бабаларығыҙҙы) кәмәгә ултыртып, ҡотҡарҙыҡ.

12.

Был эште Беҙ киләсәк быуындарға киҫәтеү һәм һабаҡ булһын, ҡолаҡта­ры ишетеп, хәтирә итеп һаҡлаһын, тип башҡарҙыҡ.

13.

Сур борғоһона беренсе тапҡыр өрөлгәс (бөтөн ке­шеләр ҙә үлеп бөтәр, ғәләм харап булыр),

14.

Ер үҙе лә, тау­ҙары ла урындарынан күсеп, бер-берҙәренә бәрелеп, туҙан хәленә килер.

15.

Бына шул көн Ҡиәмәт булыр.

16.

Күк урталай ярылыр. Ул көндө Күктең терәге булмаҫ (гравита­цион көстәр юҡҡа сығыр).

17.

Фәрештәләр уның (Күктең) әйләнә-тирәһендә булыр. Ул көндө Аллаһтың Ғәрешен (тәхе­тен) һигеҙ фәрештә күтәрер.

18.

Ул көндө һеҙ (хисап, яуап өсөн) Аллаһтың хозурына китерелерһегеҙ. Ул көндө һис бер сер йәшеренеп ҡалмаҫ.

19.

Китабы уң ҡулына бирелгән (мөьмин) кеше әйтер:

—  Алығыҙ минең китапты, алығыҙ ҙа уҡып ҡарағыҙ.

20.

Мин, ысындан да, (Ҡиәмәт көнөндә) хисап тотасағым­ды белеп йәшәнем донъяла, — тип әйтер.

21.

Был кеше Сәғәдәткә ирешер.

22.

Юғары йәннәткә керер.

23.

Емештәре үре­леп алырлыҡ яҡында ғына булыр.

24.

Уларға:

—  (Донъяла) йәшәгәндә ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ-эсегеҙ! — тип әйтелер.

25.

Китабы һул ҡулына бирелгән (кәфер) кеше лә әйтер:

— Аһ, китабым миңә бирелмәгән булһа, яҡшыраҡ булыр ине.

26.

Аһ, был хисаптарҙы тотмаһа инем.

27.

(Донъялағы үлемем) һуңғыһы булып (яңынан терелмәгән булһам).

28.

Бай­лығым миңә бер файҙа ла бирмәне.

29.

(Бөтөн) батшалы­ғым (хәкимийәтем) ҡулдан китте, — тип үкенеп үкерер.

30.

(Аллаһ бойороғо яңғырар):

— Тотоғоҙ ҙа уны бығаулағыҙ!

31.

Унан һуң уны дөрләп янған ялҡынлы утҡа ташлағыҙ!

32.

Унан һуң уны етмеш аршын (терһәк) оҙонлоғондағы сылбыр менән урағыҙ.

33.

Сөнки ул бөйөк Аллаһҡа ышанманы.

34.

Мохтаждарға ризыҡ бирмәне (һәм бирҙермәне).

35.

Шуға күрә, бөгөн бында (Ҡиә­мәттә) уны ҡыҙғаныусы бер генә дуҫы ла юҡ.

36.

Ғөслин (йыуынтыҡ һыуы) тигән эсемлектән башҡа эсәренә һыу ҙа булмаҫ.

37.

Гөнаһлыларҙан башҡаһы ул ғөслинде эсмәҫ.

Ғөслин» исемле был эсемлек тураһында X. Чантай китабында былай яҙылған: «Йәһәннәмдә ҡайнатыусыларҙың ҡанлы эрендәре. Ҡайһы берҙәр уны «йыуынтыҡ, бысраҡ һыу», тип тә шәрехләй. Әлбиттә, бында күсермә мәғәнәләге бер символика барҙыр».)

38.

Күҙегеҙ менән күргөндәрегеҙ (Күктәр, Ер, диңгеҙҙәр) менән,

39.

күҙегеҙ менән күрмәгән (фәрештәләр, рухтар, мәтдә киҫәксектәре) менән ант итеп әйтәм:

40.

һис шик-шөбһә булмаһын, Ул (Ҡөръән) иң мәртәбәле илсем (Жәбраил)дең еткергән һүҙелер.

41.

Ул (енле) шағир яҙған китап һүҙе түгел. Һеҙ әле һаман да ышанмайһығыҙ!

42.

Ул бер күрәҙәсе һүҙе лә түгел. Һеҙ әле һаман да ышанмайһығыҙ!

43.

Ул (Ҡөръән) ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан индерелде!

44.

Әгәр ҙә (Пәйғәмбәр Беҙ әйтмәгән һүҙҙе) Беҙгә ҡаршы үҙе уйлап сығарған булһа ине,

45.

әлбиттә, Беҙ уны уң ҡулһыҙ ҡалдырған булыр инек.

46.

Унан һуң Беҙ уның йөрәк тамырын быуыр инек.

47.

Һеҙҙең берегеҙ ҙә Мине был эштән тыя алмаған булыр ине.

48.

Шик юҡ, Ул (Ҡөръән) гөнаһтарҙан ҡурҡҡандар өсөн ҡәтғи вәғәзҙер.

49.

Бе­леп тороғоҙ, һеҙҙең арала (Ҡөръәнде) ялғанға һанаусы­лар ҙа бар.

50.

Хаҡтыр, (Ҡөръән) кәферҙәргә хәсрәт ташыусы Китап.

51.

Шик юҡ, (Ҡөръән) Хәҡиҡәттең үҙе­лер.

52.

Шулай булғас, бөйөк Раббыбыҙҙың исемен тағын да юғары күтәрер өсөн ғийбәҙәт ҡылығыҙ. Уға тәсбих әйтегеҙ!