68.
Ҡәләм (Ҡәләм)


(Ҡәләм сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Нун сүрәһе, тип тә йөрөтәләр.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Нун. Изге ҡәләм менән яҙылған изге һүҙҙәрҙе әйтеп, ант итәм:

2.

(Эй, Мөхөммәд) Раббыңдың рәхмәте менән һин һис тә тиле түгелһең.

3.

Шик юҡтыр, һинең өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ әжерҙәр бар.

4.

Һәм һин, әлбиттә, юғары-саф әхләҡҡә эйә кеше.

5.

Ҡайһыларығыҙҙың тилергән икәнлеге оҙаҡламай күренер, улар ҙа күрер.

6.

7.

Хаҡтыр, Раббың тура юлдан яҙған кешене бик яҡшы белеп тора, тура юлға барғандарҙы ла белә.

8.

Шулай булғас, (Хәҡиҡәтте) ялғанға сығарғандарға буйһонма.

9.

Улар һинең күндәм булыуыңды (йомшаҡлыҡ күрһәтеүеңде) теләр, үҙҙәре лә һиңә күндәм мөғәмәләлә кеүек булыр (Улар һинең яйлағаныңды-майлағаныңды теләй, үҙҙәре лә һине яйлап-майлап, үҙ диндәренә кертергә маташыр.)

10.

Тиреһенән сығырҙай булып хаттин ашҡанға һәр ант итеүсегә лә ышанма.

11.

Яласыға, ғәйбәтсегә, (тырнаҡ аҫ­тынан кер эҙләүсегә) ышанма.

12.

Изгелеккә ҡамасаулаған­ға, муйынынан гөнаһҡа батҡанға ышанма.

13.

Рәхимһеҙ, нәҫелһеҙ әтрәк-әләмгә ышанма.

14.

Хатта уның байлығы һәм нәҫеле үрсемле булһа ла, уға буйһонма.

15.

Шул ке­шегә аяттарыбыҙҙы уҡығанда, ул:

— Әбей-бабай әкиәттәре был, — тип торор.

16.

Оҙаҡламай Беҙ уның танауын киҫәсәкбеҙ (кикриген шиндерербеҙ).

(«Ысындан да, Бәдер һуғышында Вәлид исемле кәферҙең танауын ҡылыс менән киҫеп төшөрәләр».  Хәсән Чантай тәфсиренән.)

17.

Бер ваҡыт Беҙ баҡса тотоусыларҙы (Мәккә кәферҙәренә) бәлә килтереп һынағаныбыҙ кеүек, быларҙы ла бәлә килтереп һынаныҡ. Нисек итеп улар (баҡса эйәләре): иртәнге яҡта (һис кем күрмәгәндә) емештәрҙе йыйып алырбыҙ, тип һүҙләштеләр.

18.

Ләкин улар: Аллаһ бойорһа, иншаллаһ, мохтаждарға ла бирербеҙ, тип әйтмәнеләр.

19.

Тик улар йоҡола сағында Раббы тарафынан ебәрелгән дәһшәтле ут өйөрмәһе баҡсаны ҡамап алды.

20.

Баҡса ҡап-ҡара (көл) булып ҡал­ды.

21.

Икенсе көндө иртән ҡәрҙәштәр бер-берһенә:

22.

—  Мул уңыш йыйып алаһығыҙ килһә, баҡсаға иртүк то­роп барайыҡ, — тинеләр һәм

23.

үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә баҡсаға киттеләр.

24.

— Баҡсабыҙға бөгөн бер генә хәйерсе лә керергә өлгөрмәһен.

25.

(Фәҡирҙәргә ярҙам итерлек) көстәре булһа ла, уларҙы ярҙамдарынан мәхрүм итергә ниәтлә­неләр.

26.

Баҡсаға килеп ҡараһалар, шаҡ ҡаттылар (баҡсала­рын таныманылар):

— Ихтимал, беҙ яңғылыш юлдан киткәнбеҙҙер, — тинеләр. (Яңғылыш түгеллеген аңлағас, улар):

27.

— Юҡ, юҡ! Беҙ ҙә мәхрүм ҡалдыҡ, — тинеләр.

28.

Араларынан аҡыллырағы әйтте:

— (Мин һеҙгә, Аллаһ теләһә, иншаллаһ, тип әйтергә ҡушма­ныммы? — тине.) — Аллаһҡа тәсбих әйтәйек, тип әйтмәнемме?

29.

Әлхәмдүлилләһ, беҙ үҙ башыбыҙға үҙебеҙ яҙыҡ (ҡайғы) алдыҡ, — тинеләр.

30.

Унан һуң улар ғәйепте бер-берһенә ауҙарырға башланылар.

31.

Ниһайәт, әйттеләр:

— Ҡайғы төштө башыбыҙға, ысындан да, беҙ хаттин аш­ҡан аҙғындар икәнбеҙ, — тинеләр.

32.

— Бәлки, Аллаһ быныһы урынына тағын да яҡшыраҡ уңыш бирер! Сөнки беҙ тәүбә иттек. Раббыға йүнәлдек.

33.

Бына бынһы донъя ғазабы булды һеҙгә. Әхирәт ғазабы иһә, һис шикһеҙ, бынан да хәтәрерәк булыр. Их, әгәр ҙә улар был турала белһә ине!

34.

Хаҡтыр, саф мосолмандар өсөн Раббы ҡаршыһында ниғмәттәре сикһеҙ мул булған йәннәттәр бар.

35.

Аллаһҡа итәғәттә булғандар менән гөнаһлыларҙы тигеҙ күрербеҙме?

36.

Һеҙгә нимә булды? Ниндәй дәрәжәлә фекер йөрөтәһегеҙ?

37.

Әллә һеҙгә ҡағылышлы берәй китап бармы ҡулығыҙҙа, (гөнаһ ҡылырға) һеҙ шул китаптан өйрәнәһегеҙме?

38.

Һеҙ теләгән һәр нәмә, һис шикһеҙ, буласаҡ, тип яҙылғанмы шунда?

39.

Ҡиәмәт көнөнә саҡлы нимә теләһәк, шуны ҡылырға хаҡыбыҙ бар, тигән килешеүегеҙ бармы Аллаһ менән?

40.

Һин (Мөхөммәд) уларҙан һора:

— Шундай килешеү бар, тип ҡайһыһы раҫлай ала икән?

41.

Әллә уларҙың Аллаһ кеүек ҡөҙрәтле башҡа дуҫтары бармы? Улар хаҡлы булһа, (Аллаһтан да) ҡөҙрәтле шул дуҫтарын бында килтерһендәр.

42.

Ул Көн килеп еткәс, балтырҙар асылыр (йәшерен эштәрең, гөнаһтарың өҫтөнән ҡорма алыныр) һәм сәждә итергә саҡыру булыр, ләкин улар (кәферҙәр) сәждәгә бөгөлә алмаҫ.

43.

Хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа төбәлгән хәлдә ҡалыр­ҙар. Гәрсә, улар һау-сәләмәт булған хәлдә лә сәждәгә саҡы­рылған ине, ләкин улар сәждәгә эйелергә теләмәгән ине. (Хәҙер, теләһәләр ҙә, эйелә алмайҙар.)

44.

(Эй, Мөхәммәд) һин был һүҙҙе (Ҡөръәнде) ялғанға сы­ғарған кәферҙәрҙе Минең өлөшкә ҡалдыр. Беҙ иҫкәртмәгән яҡтан, әкрен-әкрен генә уларҙы ғазапҡа тарта барырбыҙ.

45.

Беҙ уларға (бирәһе язабыҙҙы) оҙаҡҡа кисерҙек. Хәҡиҡәт шулдыр, Мин ҡорған тәдбирҙәр ҡаҡшамаҫ. (Яза бары­бер бирелер.)

46.

Һин уларҙан түләү хаҡы һорайһыңмы, юҡһа? Шуның арҡаһында улар бурысҡа батҡанмы?

47.

Йәшерен серҙәрҙе белеү ғилеме улар ҡулындамы, юҡһа? Ул ғилем китабын улар яҙамы?

48.

Һин Раббыңдың хөкөмөн түҙемлек менән көт. Балыҡ ҡарынындағы (Юныс) кеүек бул­ма. Иҫеңдәме, нисек итеп ул (тынсыулыҡтан, тарлыҡтан зар­ланып) Аллаһҡа ялбарған ине.

49.

Әгәр ҙә уға Раббыһынан ярҙам килеп ирешмәгән булһа, ул, һис шикһеҙ, меҫкен хәлдә, хур ителеп, ярға сығарып ташланған булыр ине.

50.

Ләкин һуңынан Раббы уны һайлап алды һәм изгеләр сафы­на ҡуйҙы.

51.

Ул инҡарсылар, Ҡөръән уҡыған ваҡытыңда ҡараш­тары менән булһа ла, һине яңғылыштырырға тырышыр. (Эштәре барып сыҡмағас):

— Көн кеүек асыҡтыр, ул тилергән, — тип әйтерҙәр.

52.

Ҡөръән бары тик ғәләмдәргә хәбәр биреүсе вә­ғәздәрҙән тора.