67.
Мүлк (Хакимиәт)


(Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүлк», «мәлик» — батша, тигән һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Бөтөн хөкөмдарлыҡты хозурында тотоусы Аллаһ олуғ­трҙың бөйөгөлер һәм Аллаһтың көсө бөтөн нәмәгә етә.

2.

Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы.

3.

Аллаһ бер-беренә ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғәләмдәр Раббыһының бар итеү ғәмәлендә һеҙ һис бер кәмселек күрмәҫһегеҙ. Күтәрелеп бер ҡарағыҙ һеҙ Күккә, шунда һис бер етешһеҙ урын күрмәҫһегеҙ.

4.

Унан һуң тағын ҡат-ҡат ҡарағыҙ, ҡарашы­ғыҙ (Күк төҙөлөшөндә боҙоҡлоҡ таба алмайынса) хәлдән тайып, меҫкен хәлдә кире ҡайтыр.

5.

Хаҡтыр, һеҙгә иң яҡын Күкте ҡәндилдәр (йондоҙҙар) менән биҙәнек. Уларҙы (йондоҙҙарҙы) шайтандарға ата торған итеп яһаныҡ һәм шайтандарға ялҡынлы ут ғазабын әҙерләнек.

6.

Раббыны инҡар иткән бәндәләр өсөн йәһәннәм ғазабы бар. Ул бик тә хәтәр урын.

7.

Уларҙы (кәферҙәрҙе) утҡа ташлағанда йәһәннәмдең (кәферҙәргә) булған асыуынан ҡайнай-ҡайнай

8.

шартлар дәрәжәгә етеп үкергәне ишетелеп торор. Гөнаһлылар төркөмө утҡа ташланыла барған һайын, ут һаҡсылары (зобаниҙар) уларға:

— (Ошо ғазап буласаҡ тип) алдан киҫәтеүсе бер генә пәйғәмбәр ҙә һеҙгә килмәнеме ни һуң? — тип һорарҙар.

9.

Улар шулай яуап бирер:

— Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ғазаптың киләсәге тураһында киҫәтеүсе бер Пәйғәмбәр килгән ине, ләкин беҙ уның киҫәтеүҙәренә ышанманыҡ, уларҙы ялғанға сығарҙыҡ. Аллаһ бер нимә лә индермәне. Һеҙ һаташҡан бәндәләр, —тинек. —

10.

Их, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған булһа инек, аҡылы­быҙ менән уйлап ҡараған булһа инек, утта яныусылар араһында булмаҫ та инек.

11.

Шулай итеп, улар гөнаһтарын танынылар. Улар Аллаһтың ярлыҡауынан йыраҡ булырҙар! Улар инде ялҡын­лы йәһәннәмдең әһелдәре.

12.

Үҙен күрмәйенсә лә, Аллаһҡа иман килтергәндәргә, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға хәҡиҡи ярлыҡау һәм дә бөйөк әжер әҙерләнгән.

13.

Һүҙегеҙҙе йәшерһәгеҙ ҙә, йәшермәһәгеҙ ҙә, белеп тороғоҙ, Аллаһ — күңелегеҙҙәгеләрҙең барыһын да белеп тороусы.

14.

Юҡтан бар итеүсе белмәҫме? Ул иң йәшерен ғәмәлдәрҙе лә белеп тора һәм һәр нәмәнән хәбәрҙар.

15.

Ер йөҙөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа биргән — Аллаһ. Шулай булғас, Ерҙең күкрәгенә баҫып йөрөгөҙ һәм Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе ашағыҙ. Ахырҙа ҡайтыш барыбер Аллаһ хозурына булыр.

16.

Күктәгеләр (Аллаһ, фәрештәләр) һеҙҙе (гөнаһлыларҙы) Ергә йоттормаҫ, тип ышанаһығыҙмы? Ул саҡта Ер ҡалтырана башлар, тетрәр һәм һеҙҙе Ер йотор.

17.

Күктән (Аллаһ гөнаһлы) башығыҙға дауыллы таш ямғыры яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы!? Киҫәтеүҙәребеҙҙең нимә икәнен һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ.

18.

Хаҡтыр, уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә быны (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы!. Ләкин минең уларға килтергән язам ниндәй дәһшәтле булды.

19.

Күктә, баш остарында ҡанат ҡаға-ҡаға оса торған ҡоштарҙы улар күрмәй­ме ни һуң? Уларҙы миһырбанлы Аллаһтан башҡа бер кем дә һауала тота алмай. Шик юҡтыр, Аллаһ барыһын да бе­леп тора.

20.

Аллаһтан ҡотолорға һеҙгә ярҙам итеүсе ғәскәр кемдәрҙән тора? (Аллаһтың язаһынан бары тик Аллаһ үҙе генә ҡотҡара ала.) Кәферҙәр улар — юл таба алмаҫлыҡ булып аҙашҡан халыҡ.

21.

Аллаһ һеҙгә ризыҡ биреүҙе туҡтатһа, һеҙгә кем ризыҡ бирер? Эйе, улар аҙғынлыҡ менән (Хаҡтан) тәкәббер рәүештә йыраҡлашты.

22.

Хәҙер инде уй­лап ҡарағыҙ, йөҙө аҫҡа килеп, ҡара көйөп йөрөүсе бәндә тура юлға күнәрме, әллә тура юлдан төп-төҙ атлап барыусымы (Сәғәдәткә барып ирешәсәк)?

23.

(Рәсүлем) әйт:

—  Ул һеҙҙе юҡтан бар итеүсе, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк биреүсе, — тип. Бик әҙ шөкөр итәһегеҙ.

24.

Тағын әйт һин:

—  Ер йөҙөнә һеҙҙе Аллаһ яралтты, үрсетте һәм һеҙ (яуап бирер өсөн) Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ, — тип.

25.

(Кәферҙәр мыҫҡыллау менән):

— Һөйләгәндәрегеҙ хаҡ булһа, вәғәҙә иткәндәрегеҙ (Ҡиә­мәт көнө, ғазаптар) ҡасан килер? — тип әйтерҙәр.

26.

Әйт һин уларға:

—  Был туралағы мәғлүмәт бары тик Аллаһ хозурында ғына. Мин бары тик Аллаһ ғазабының, һис шикһеҙ, киләсәге тураһында һеҙҙе киҫәтеүсе генә, — тип.

27.

Әммә уны (ғазапты) яҡында күргәс, кәферҙәрҙең йөҙҙәре ҡарайыр һәм уларға:

— Бына, был һеҙ бик тиҙ күрергә теләгән нәмә ошо бу­лыр, — тип әйтерҙәр.

28.

Әйт һин:

— Әгәр Аллаһ мине, минең менән булған яҡындарымды һәләк итһә йәки рәхмәте менән иҫән ҡалдырһа, хәтәр ғазаптан кәферҙәрҙе кем ҡотҡарыр? - тип һора.

29.

Әйт һин:

—  Аллаһтың рәхмәте киң һәм Ул — ярлыҡаусы. Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек, тәүәккәл итеп, Уға һыйындым, - тип. Кемдең яңғылыш юлда аҙашып йөрөгәнен оҙаҡламай күрер­һегеҙ.

30.

Әйт һин:

— Миңә яуап бирегеҙ һеҙ, әгәр һыу — йылғалар, шишмәләр ҡасһа, бәреп сыҡҡан шишмәләрҙе һеҙгә кем кире ҡайтарыр? (Әлбиттә, Аллаһ ҡына был эште башҡара ала.)