66. Тәхрим (Харам)


(Тәхрим сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Тәхрим» — тыйыу, рөхсәт итмәү, харам ҡылыу мәғәнәләрендәге һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әй, Пәйғәмбәр, ҡатындарыңдың күңеле булһын өсөнме, Аллаһ һиңә хәләл ҡылған нәмәне һин ни өсөн үҙеңә харам иттең? Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле кисереүсе.

2.

(Айырым бер шарттарҙа) Аллаһ ант һүҙен кире алырға рөхсәт итте. Һеҙҙең ярҙамсығыҙ — Аллаһ. Ул - барыһын да белеүсе, хикмәт эйәһе.

3.

Бер ваҡыт Пәйғәмбәр ҡатындарының берһенә серен һөйләне. Ләкин ҡатыны был серҙе башҡа көндәштәренә ет­керҙе. Аллаһ (ҡатынының сер тотмауы тураһында) Пәйғәмбәргә хәбәр итте. Быны белгәс, Пәйғәмбәр (һөйләгән һүҙе­нең) бер өлөшөн хәбәр итеүҙән тыйылды, икенсеһен раҫланы.    Ҡатыны:

—  Был турала һиңә кем еткерҙе? — тип һораны. Пәйғәмбәр:

—  Бөтөн нәмәне белеп тороусы, һәр нәмәнән хәбәрҙар Аллаһ хәбәр итте, - тине.

4.

Икегеҙ ҙә тәүбә итһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Һеҙҙең ике­геҙҙең дә күңеле аҙашҡан. Һеҙ Пәйғәмбәргә ҡаршы ғәмәл ҡылһағыҙ, белеп тороғоҙ, уның дуҫы һәм ярҙамсыһы — Аллаһ һәм Жәбраил менән иң яҡшы мосолмандар. Шулар өҫтөнә фәрештәләр ҙә уны яҡлаясаҡ.

5.

Әгәр ул һеҙҙе айырып ебәрһә, Раббы уға һеҙҙән дә яҡшыраҡ, үҙҙәрен Аллаһҡа бағышлаған, иман килтергән, тоғролоҡ менән итәғәт итеүсе, тәүбәгә килгән, ғибәҙәт ҡылыусы, ураҙа тотоусы, тол йәки саф ҡыҙҙарҙы ҡатын итер.

6.

Әй, иманлы бәндәләр, утын урынына кешеләр һәм таштар яғылған йәһәннәмдән үҙегеҙҙе һәм ғәйләгеҙҙе һаҡ­лағыҙ. (Енәйәтселәрҙе) ҡыҙғана белмәй торған, көслө һәм Аллаһтың әмеренә ҡаршы килмәй торған, бары тик Аллаһ бойорғанды ғына үтәй торған (зобаниҙар) фәрештәләр шул йәһәннәмдең һағында тора.

7.

Әй, кәферҙәр, бөгөн (Ҡиәмәттә) ярлыҡау һорамағыҙ. Һеҙ бары тик ҡылмыштарығыҙға күрә язаланасаҡһығыҙ.

8.

Әй, иманлы кешеләр, ихлас тәүбә итеп, Аллаһҡа ҡай­тығыҙ. Ихтимал, һеҙҙең хаталарығыҙҙы Аллаһ кисерер. Пәйғәмбәрҙе һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе ҡыйын хәлгә ҡуймай торған Көндө (Ҡиәмәттә) Аллаһ һеҙҙе, арыҡтарынан шишмәләр ағып ята торған йәннәттәргә урынлаш­тырыр. Уларҙың алдынан, уң яҡтарынан (изгелектәренең) нуры яҡтыртып барыр, улар:

— Йә, Раббыбыҙ, нурыбыҙҙы тағын да камилләштер, беҙҙе ярлыҡа, зинһар! — тип әйтерҙәр. — Йә, Аллаһ! Һинең ҡөҙ­рәтең сикһеҙ.

9.

Әй, Пәйғәмбәр, кәферҙәргә һәм монафиҡтарға ҡаршы Жиһад ит, уларға ҡаты ҡуллы бул. Уларҙың бараһы ере — йәһәннәм. Ул бик тә хәтәр урын.

10.

Аллаһ Нухтың һәм Луттың ҡатындары менән булған хәлде инҡарсыларға ғибрәт миҫалы итеп килтерҙе. Улар­ҙың икеһе лә Аллаһтың тоғро бәндәләренең никахында ине. Улар хыянат итте. Ирҙәре уларҙы Аллаһтың язаһынан ҡотҡарып ҡала алманы. Уларға:

— Әйҙәгеҙ, утҡа кереүселәр менән бергә һеҙ ҙә йәһәннәмгә керегеҙ, — тип әйтелде.

11.

Иман килтергәндәргә лә Аллаһ Фирғәүен ҡатынын үрнәк итеп килтерҙе. Уның ҡатыны әйтте:

— Йә, Раббым, миңә үҙ хозурыңда йәннәттә бер йорт һа­лып бир, мине Фирғәүендән һәм уның нәжесенән ҡотҡар һәм мине залимдар араһынан ҡотҡарып ал, — тине.

12.

Ҡыҙлыҡ мөһөрөн һаҡлаған Ғимран ҡыҙы Мәрйәм­де лә Аллаһ үрнәк итеп күрһәтте. Беҙ уға рухыбыҙҙы өрҙөк, ул Раббының һүҙҙәрен һәм китаптарын раҫланы. Ул ысын күңе­ленән итәғәт итеүсе булды.