65. Талаҡ (Талаҡ)


(Талаҡ сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әй, пәйғәмбәр, ҡатындарығыҙҙы айыраһы булһағыҙ, ғиддәт ваҡытын теүәл тотоп, һанап айырығыҙ. Раббығыҙҙан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Асыҡтан-асыҡ әшәкелек ҡылмаһалар, уларҙы өйөгөҙҙән ҡыуып сығармағыҙ, үҙҙәре лә сығып китмәһен. Бына, Аллаһ ҡуйған сикләүҙәр. Аллаһтың сиктәрен боҙған (хаттин ашҡан) кеше, һис шикһеҙ, үҙенә зарар килтерәсәк. Белмәҫһең, бынан һуң Аллаһ ярҙамы менән хәлдең үҙгәреп ҡуйыуы ла бар бит әле (ир кешенең кире уйлауы бар).

(«Ғиддәт ваҡыты—ҡатының өс тапҡыр күрем күреп, пакланыу ваҡыты була. Айырылаһы ҡатын, ире уға яҡынлыҡ ҡылмайынса, өс тапҡыр пакланырға тейеш. Ауырға ҡалғанмы, ҡалмағанмы икәне бе­ленһен өсөн. Ауырға ҡалған ҡатынды айырырға ярамай. Талаҡ ҡылыу­сы ир кинәт кенә айырған ҡатынына тартыла башлаһа, яңынан ҡушылып тора башлар өсөн талаҡты өс тапҡыр әйтмәҫкә тейеш. Йәғни, ир кеше: айырам, талаҡ итәм, һүҙҙәрен ашығып әйтмәҫкә, ул һүҙҙәр менән һаҡ ҡыланырға тейеш».  Хәсән Чантай тәфсиренән. )

2.

Ғиддәт ваҡыты уҙғандан һуң, ҡатынығыҙ менән яҡшы торорға ниәт итһәгеҙ, никахығыҙға ҡайтарығыҙ йәки уны ҡануни нигеҙҙә айырығыҙ. Был эштә ғәҙел булған ике кешене шаһит итеп алығыҙ. Улар шаһитлыҡтарын Аллаһ ҡуйған сиктәрҙән сыҡмайынса башҡарырға тейеш. Был —Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанғандар өсөн ҡуйылған тәртип. Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан кешегә, Аллаһ (ҡыйынлыҡтарҙан) сығыу юлын күрһәтер.

3.

Һәм уға көтөлмәгән ерҙән ризыҡ би­рер. Аллаһҡа ышанған кешегә бер Аллаһ етәр. Шик юҡ, Аллаһ Үҙ әмерен еренә еткермәй ҡалмай. Аллаһ бөтөн нәмә өсөн сик һәм үлсәү ҡуйҙы.

4.

Айыраһы ҡатынығыҙҙың (ҡартлыҡ йәки ауырыуы сәбәпле) айлыҡтары (күрем) бөтөнләй туҡтаған булһа, йәш булып та айлығы булмаған ҡатындарығыҙҙы айырғанда (ауырға ҡалманымы икән тигән) шиккә ҡалһағыҙ, ғиддәттәре өс ай булыр. Ауырға ҡалған булһалар, бала тыуғанға саҡлы айырылмаҫтар. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡан кешегә Аллаһ ҡулайлыҡтар бирер.

5.

Бына былар Аллаһтың һеҙгә индергән бойороҡтары булыр. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡандарҙың хаталарын Аллаһ ҡаплар һәм уға әжерен бирер.

6.

Көсөгөҙҙән килгәнсә, уларға (айырған ҡатындарығыҙға) йәшәй торған йортоғоҙҙағы бер бүлмәне бирегеҙ, уларҙы йәберләмәгеҙ, рәнйештәр килтер­мәгеҙ. Әгәр улар ауырлы икән, бала тапҡансыға саҡлы улар­ҙы тәрбиә ҡылығыҙ. Һеҙҙең балағыҙҙы имеҙгәне өсөн уларға хаҡын бирегеҙ, мәсьәләләрҙе үҙ-ара килешеп хәл итегеҙ. Әгәр аңлаша алмаһағыҙ, баланы башҡа бер ҡатын имеҙһен.

7.

Мөмкинлектәре мул булған кеше (айырылған ҡатынына) күберәк бирһен. Меҫкен хәлле булған ир ҙә Аллаһҡа биргән ҡәҙерлеһенән (малынан) өлөш сығарһын. Мөмкинлектән артығын бирергә Аллаһ берәүҙе лә мәжбүр итмәҫ. Аллаһ бер ҡыйын­лыҡтан һуң еңеллек тә бирер.

8.

Раббының һәм пәйғәмбәрҙәрҙең әмеренән йыраҡла­шып аҙған-туҙған күпме ҡәүемдәр булды. Беҙ уларҙың халыҡтарын хәтәр ғазапҡа тарттыҡ һәм уларҙы мыңарсы күрелмәгән язаға дусар иттек.

9.

Шулай итеп, улар ҡыл­ған аҙғынлыҡтарына күрә, әжерен дә татынылар. Уларҙың ахыры ла тамам һәләкәт булды.

10.

Аллаһ уларға дәһшәтле ғазап әҙерләне. Әй, иман килтергән зиһен эйәләре! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙгә, ысынлап та, киҫәтеүсе (Ҡөръән, Пәйғәмбәр) индерҙе.

11.

Иман килтереп, изгелек ҡыл­ғандарҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн, Аллаһ һеҙгә ап-асык аяттарҙы уҡып бирһен тип, Пәйғәмбәрен күндерҙе. Аллаһҡа иман килтереп, изгелекле эш ҡылғандар­ҙы, Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы, эсендә мәңге ҡаласаҡ йәннәткә урынлаштырыр. Аллаһ ул ке­шеләргә иң яҡшы ризыҡтар ғына бирер.

12.

Аллаһ — ете ҡат Күкте һәм шулай уҡ Ерҙе яралтҡан Раббы. (Аллаһтың) фармандары шулар араһынан иңеп тора. Шулай итеп, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте еткән­леген һәм һәр нәмәне ғилеме менән урап алғанын беләһегеҙ.