63. Монафиҡтар (Ике йөҙлөләр)


(Монафиҡтар сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Монафиҡтар һинең яныңа килгәс:

—  Шаһитлыҡ итәбеҙ, ысындан да, һин Аллаһтың Пәйғәмбәре, — тип әйтәләр. Әйе, Аллаһ та был турала белә, һин, әлбиттә, Аллаһтың Пәйғәмбәре, Аллаһ монафиҡтарҙың алдаҡсы икәнлектәрен яҡшы белә.

2.

Анттарын ҡалҡан итеп, улар — Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар. Ысындан да, уларҙың ғәмәлдәре бик тә яман.

3.

Сөнки улар башта иман килтерҙе, ахырҙа имандан сыҡты. Шуға күрә, (иман өсөн) уларҙың күңеле йоҙаҡлы. Улар инде хәҙер һис нимә аңламай.

4.

Уларҙың ҡиәфәтенә ҡараһаң, иҫең китер, әңгәмәләге һөйләшеүҙәрен тыңлаһаң, һүҙҙәре һушыңды алыр. Ләкин улар ҡоймаға һөйәп ҡуйған таяҡ кеүек (ҡойманы ла терәтеп тормай, үҙе лә ауып китмәй). Улар һәр ҡысҡырыу тауышын үҙ баш­тарына (килгән яза) тип, ҡабул итә. Улар — дошман халыҡ. Уларҙан һаҡлан. Аллаһ (ҡурҡытып) уларҙың йәндәрен ала­саҡ. Нисек итеп улар ошо мөшкөл хәлгә төштө һуң?

5.

— Килегеҙ, Аллаһтың Пәйғәмбәре һеҙҙең өсөн ярлы­ҡау теләһен, — тип әйткәс, улар йөҙҙәрен сөйөрөп китә. Һин улар­ҙың йыраҡлаша барған тәкәббер ҡиәфәттәрен күреп ҡалыр­һың.

6.

Ярлыҡау һораһаң да, һорамаһаң да уларға барыбер. Аллаһ уларҙы бер нисек тә ярлыҡамаясаҡ. Юлдан яҙғандар­ҙы Аллаһ тура юлға күндермәҫ.

7.

—  Аллаһ илсеһе янында булғандарға бер ниндәй ҙә сы­ғым түкмәгеҙ (хәйер, саҙаҡа бирмәгеҙ, ярҙам итмәгеҙ), ҡаҙа­лып китһендәр, — ти. Күктәрҙең һәм Ерҙең хазиналары — Аллаһтыҡы. Ләкин монафиҡтар быны белмәй.

8.

— Хаҡтыр, әгәр Мәҙинәгә ҡайтһаҡ, өҫтөн булғандар, бай кәферҙәр меҫкен хәлдәгеләрҙе (фәҡир мөьминдәрҙе), һис шикһеҙ, ҡыуып сығарасаҡтар, — тип әйтәләр.

    Гәрсә, ысын өҫтөнлөк бары тик Аллаһта, Пәйғәмбәрендә, мөьминдәрҙә булыр Ләкин монафиҡтар быны белмәй.

9.

Әй, иман килтергән халыҡ, малдарығыҙ (байлығығыҙ), балаларығыҙ Аллаһты онотмаһын. Кем Аллаһтың исемен онота, шул зыян-зәхмәт күрер.

10.

Әжәле килгән кеше:

- Раббым, миңә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Валлаһи, мин саҙаҡа бирер инем, изгелектәр ҡылыр инем, — тип әйткәндән күпкә әүәл Беҙ биргән ризыҡтарығыҙҙан саҙаҡа бирергә кәрәк ине.

11.

Аллаһ әжәле килгән бер генә кешенең дә үлемен ки­сектермәҫ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙҙы белеп тора.