62.
Жумға (Йома)


(Жумға сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла донъя милкенең хужаһы, кәмселектән азат, ғәләмдәрҙең Раббыһы, хөкөмдар — Аллаһҡа тәсбих әйтә.

2.

Хәреф танымаған наҙандар араһынан сығып, үҙҙәренә аяттар уҡыған, уларҙы сафлыҡҡа өндәгән, уларға Китап һәм хикмәтте өйрәткән бер Пәйғәмбәр күндереүсе Аллаһ булды. Хаҡтыр, улар башта ҡиблаһыҙ аҙашып йөрөүсе ҡәүем ине.

(Йәһүдтәрҙән, христиандарҙан айырмалы булараҡ, ғәрәптәргә уларҙан алда китап индерелмәгән ине).

3.

(Пәйғәмбәрҙе Аллаһ) мөьминдәргә генә түгел, уларға ҡатнашы булмаған башҡа халыҡтарға ла индерҙе. Аллаһ — сикһеҙ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

4.

Был - Аллаһтың мәрхәмәтелер. Ул теләгәненә рәхмәтен индерер. Аллаһ — сикһеҙ миһырбан эйәһе.

5.

Тәүрәт китабы бирелеп тә, уның буйынса ғәмәл ҡылма­ған бәндәләрҙең хәле тау-тау китап тейәгән ишәктеке кеүек­тер. (Күп китап ташыһа ла, ишәккә белем кермәҫ.) Аллаһтың аяттарын боҙоп күрһәтеүсе ҡәүемдең хәле бик тә яман. Аллаһ залимдар өйөрөн тура юлға күндермәҫ.

6.

Әйт һин:

— Әй, йәһүд халҡы! — тип. — Һеҙ бөтөн халыҡтарға ҡара­ғанда ла беҙ генә Аллаһҡа яҡын дуҫ, тип раҫламаҡсы була­һығыҙ, әгәр һүҙегеҙ хаҡ икән, әйҙәгеҙ, тиҙерәк үлегеҙ (Аллаһҡа тиҙерәк яҡынайырһығыҙ, сөнки Аллаһтың дуҫтары Әхирәткә ышана.)

7.

Ләкин эшләнгән гөнаһтарынан ҡурҡып, улар үлемде ашыҡтырмаҫтар. Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белеп тора.

8.

Әйт һин:

— Һеҙ үлемдән ҡасһағыҙ ҙа, ул һеҙҙе яҡалаясаҡ. Ахырҙа күренгәнде һәм йәшеренде белгән Аллаһ хозурына килтереләсәкһегеҙ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙ тураһында һеҙгә хәбәр бирәсәк.

9.

Әй, иман килтергән кешеләр! Йомға көндө намаҙға саҡырғас (аҙан әйтелгәс), Аллаһты зикер итергә ашығығыҙ һәм алыш-биреште ҡалдырып тороғоҙ. Беләһегеҙ килһә, был эш (намаҙ уҡыу) һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр.

10.

Намаҙ уҡылып бөтөүгә үк ҡайһығыҙ ҡайҙа таралығыҙ һәм Аллаһтан ниғмәт һорағыҙ. Аллаһты күп зикер иткән ке­шенең Сәғәдәткә ирешеүе ихтимал.

11.

Улар берәй ерҙә әйбер һатҡандарын күрһәләр йәки берәй тамашаға юлыҡһалар, һинең яңғыҙыңды ҡалдырып, китеп барырҙар. Әйт һин:

— Аллаһҡа яҡын тороу (намаҙҙа, сәждәлә, доғала булыу) та­машанан да, сауҙанан да яҡшыраҡ, — тип. Аллаһ — ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе.