60.
Мүмтәхинә (Ҡатын-ҡыҙҙы һынау)


(Мүмтәхинә сүрәһе 13 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Мүмтәхинә» — һыналыуға дусар ҡатын, тигән һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әй, иман килтергән халыҡ, әгәр Минең юлымда һуғы­шырға һәм ризалығымды алырға теләһәгеҙ, Минең дә дош­маным, һеҙҙең дә дошманығыҙ булғандарға хөрмәт күрһәтеп, йәшерен мөхәббәт тәрбиәләгәндәрҙе дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар һеҙгә килгән Хәҡиҡәтте (Ҡөръәнде) инҡар итте. Аллаһҡа инанғанығыҙ өсөн, Пәйғәмбәрҙе лә, һеҙҙе лә ватанығыҙҙан ҡыуҙылар. Мин һеҙҙең йәшерен эштәрегеҙҙе лә, асыҡ ҡылмыш­тарығыҙҙы ла бик яҡшы белеп торам. Кем быны ҡылһа (иманһыҙҙарҙы дуҫ итһә, уларға мөхәббәт тотһа), шул тура юл­дан яҙған булып иҫәпләнер.

2.

Әгәр ҙә инде улар һеҙҙе тотҡон итһә, дошманлыҡ ҡылһалар, ҡулдары һәм телдәре менән һеҙҙе рәнйетеп, (Аллаһты инҡар итеп, динегеҙҙән) ваз кистерһәләр,

3.

Ҡиәмәт көнөндә яҡын ҡәрҙәштәрегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа һеҙгә фай­ҙа итә алмаҫ. Аллаһ һеҙҙе уларҙан (яҡындарығыҙҙан) айырыр. Аллаһ бөтөн ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тора.

4.

Хаҡтыр, Ибраһим да һәм уның менән бергә булған­дар ҙа һеҙҙең өсөн гүзәл бер үрнәк булып тора. Улар ҡәүем­дәренә әйттеләр:

— Беҙ һеҙҙән һәм Аллаһты инҡар итеп, башҡа нәмәләргә табынғандарҙан ҡәтғи баш тартабыҙ. Һеҙҙе (туғандары­быҙ тип) танымайбыҙ. Һеҙ бары тик бер Аллаһҡа иман килтергәнегеҙгә саҡлы, арабыҙҙағы дошманлыҡ, асыу-үпкә бөт­мәйәсәк. Ләкин Ибраһим атаһына әйтте:

— Әлбиттә, мин (Аллаһ) һине кисерһен тип (доға ҡылып) ялбарасаҡмын. Ләкин Аллаһтан һиңә киләсәкте (бер генә язаны ла) мин тотҡарлай алмаясаҡмын, — тине. Мөьминдәр әйтте:

—  Раббыбыҙ, бары тик һиңә генә һыйындыҡ, һиңә генә йүнәлдек. Ҡайтыш та бары тик Һинең тарафҡа ғына була­саҡ.

(«Хәҙрәти Ибраһим иман килтермәгән атаһына, иман килтерер өсөн форсат уаҡыты бирә, һәм шул арала атаһы өсөн ярлыҡау һорап, Аллаһҡа ялбара, ләкин инде һуң була, Ибраһимдың атаһы инде Аллаһ тарафынан ярлыҡанмаҫ дәрәжәләге кәферҙәр рәтенә ҡуйыла. Сөнки Аллаһтың: кәферҙәр өсөн ярлыҡау булмаҫ, тигән әмере бар». Али Тургут тәфсиренән.)

5.

— Раббыбыҙ, беҙҙе инҡарсылар хөкөмөнә тапшырып, тәжрибә-һынау кешеләре итмә. Ярлыҡа беҙҙе. Йә, Раббыбыҙ! Берҙән-бер еңеүсе һәм хикмәт эйәһе бары тик Һин Үҙең генә.

6.

Хаҡтыр, улар (пәйғәмбәрҙәр менән сәхәбәләре) һеҙҙең өсөн, Аллаһҡа һәм Әхирәткә ышанғандар өсөн гүзәл үрнәк. Кем йөҙ сөйөрә, (шул һәләкәткә дусар). Һис шикһеҙ, Аллаһ бай (бер нимәгә лә мохтаж түгел), Ул маҡтауға лайыҡ.

7.

Ихтимал, ике аралағы (иман килтергән туғандар менән иман килтермәгән туғандар араһындағы) дошманлыҡты бөтөрөп, Аллаһ һеҙҙе оҙаҡламай дуҫлаштырыр ҙа. Аллаһтың көсө етәрлек. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәт эйәһе.

8.

Һеҙҙең яҡтан дин юлында һуғышмаһа ла, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыумаған кешеләргә изгелек ҡылыуығыҙҙы һәм улар­ға ғәҙел булыуығыҙҙы Аллаһ тыймаҫ. Аллаһ ғәҙел булғандар­ҙы ятарта.

9.

Динегеҙгә ҡаршы һеҙҙең менән һуғышып, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыуып сығарғандарҙы һәм ҡыуып сығарыуҙа кәферҙәргә ярҙам итешкәндәрҙе дуҫ итһәгеҙ, Аллаһ хупламаҫ. Кем шулар менән дуҫлаша, шулар залимдар булыр.

10.

Әй, иман килтергән әҙәмдәр! Мөьминә ҡатындар һижрәт итеп, һеҙҙең янға килһә, уларҙы һынағыҙ. Улар иманлымы-юҡмы икәнен Аллаһ бик яҡшы белә. Уларҙың иманлы ҡатындар икәненә ышанғас, уларҙы кәферҙәргө ҡайтармағыҙ. Был ҡатындар уларға хәләл түгел. Тегеләре лә был ҡатындарға хәләл булмаҫ. Уларҙың ирҙәре биргән мәһерҙәрен кире ҡайтарығыҙ. Мәһерҙәрен ирҙәренә кире ҡайтарған осраҡта, уларға өйләнеү гөнаһ булмаҫ. Кәфер ҡатындарҙы никахығыҙҙа тотмағыҙ, улар өсөн булған сығымдарҙы талап итегеҙ. Улар ҙа шулай уҡ үҙ яҡтарынан булған сығымды һеҙҙән һораһын. Аллаһтың хөкөмө шундай. Арағыҙҙы Аллаһ хөкөм итә. Аллаһ барыһын да белеп тора, Ул — хикмәт эйәһе.

11.

Әгәр ҙә берәй мөьминдең ҡатыны ташлап, кәферҙәргә ҡасып китһә, һеҙ улар менән һуғышығыҙ, еңгәндән һуң, ҡатынһыҙ ҡалған иргә (ҡасып киткән ҡатынға тотҡан сығымдары ҡәҙәр) ғәнимәт малынан өлөш бирегеҙ. Үҙегеҙ иман килтергән Аллаһ ҡаршыһында ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан һаҡланы­ғыҙ.

12.

Эй, пәйғәмбәр! Иманлы ҡатындар һиңә килеп:

— Аллаһҡа тиңдәштәр уйлап сығармаҫбыҙ, урлашмаҫбыҙ, зина эшләмәҫбеҙ, үҙ сабыйҙарыбыҙҙы үлтермәҫбеҙ (көмәнебеҙҙе төшөрмәҫбеҙ), ҡулдарыбыҙ менән аяҡтарыбыҙ араһында булғандарҙы ялғанлап (йәшерен уйнаштан тыуған балабыҙҙы) башҡа иргә һылтамаҫбыҙ, изгелекле эштәрҙә һиңә ҡаршы булмаҫбыҙ, тип ант итһәләр, анттарын ҡабул ит һәм улар өсөн Аллаһтан ярлыҡау һора. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

13.

Әй, иман килтергән әҙәм балалары, Аллаһ язаға тарт­ҡан ҡәүемде дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар Әхирәт көнөнән өмөт өҙҙө. Кәферҙәр (мәйеттәрҙең терелеп) ҡәберҙән сығыуҙарына ышанманы.