58. Мүжәдәлә (Бәхәс)


(Мүжәдәлә сүрәһе 22 аяттан тора. «Мүжәдәлә» — бәхәс, һүҙ көрәштереү.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ире тураһында һинең менән бәхәсләшеп торған ҡатын­ды һәм уның Аллаһҡа зарланғанын, ысындан да, Аллаһ Үҙе ишетеп торҙо. Аллаһ һеҙҙең әңгәмәгеҙҙе лә тыңлап торҙо. Хаҡтыр, Аллаһ ишетеп, белеп тороусы.

(«Хәүлә исемле бер ҡатын иренең бер теләген үтәмәне. Ире Са­мат улы Әүестең асыуы сыҡты, ул ҡатынына: «Һин миңә әсәйемдең арҡаһы кеүек», - тине. Наҙанлыҡ заманаһындағы ғәрәптәрҙә шундай, «Зиһар» тигән бер ғәҙәт бар ине: был һүҙҙе әйткәс, ҡатын ире­нең әсәһе кеүек була, йәғни ҡатын айырылған булып иҫәпләнә башлай. Хәүлә Пәйғәмбәр янына килеп, иренең ошо ғәмәлен һөйләп бирҙе. Пәйғәмбәр иһә: «Һин иреңә харам булдың инде», — тине. Иренән айырылырға теләмәйенсә, Хәүлә ялбара башланы: «Минең бәләкәй ба­лаларым йәтим ҡала», — тине. Шунан һуң Пәйғәмбәр: «Был турала Аллаһтан әмер килмәйенсә, талаҡтан башҡа һис нимә лә әйтә алмайым», — тине. Шунан һуң Хәүлә Аллаһҡа ялбарып доға ҡыла башланы. Уға яуап итеп, аяттар иңде». Али Тургуг тәфсиренән.)

2.

Зиһар ҡылып, ҡатынын талаҡ иткәндәрҙең ҡатында­ры уларға әсәләре кеүек булмаҫ. Уларҙың әсәләре бары тик уларҙы тыуҙырған ҡатындар, (зиһар ителгән ҡатын ире­нең әсәһе була алмай). Шик юҡ, улар ерәнгес һүҙ әйтә һәм ялған һөйләй. Шөбһәһеҙ, Аллаһ — ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы.

3.

Ҡатынын зиһар менән талаҡ итеп, һуңынан һүҙенән кире ҡайтырға теләгән ир, ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылғансыға ҡәҙәр, бер ҡолдо азат итергә тейеш. Һеҙгә өгөт шул бу­лыр. Аллаһ һеҙҙең ҡылмыштарығыҙҙан хәбәрҙар.

4.

(Ҡоло булмаһа йәки азат итергә) мөмкинселеге булмаһа, ҡатынын әсәһенә оҡшатҡан ир ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылмаҫтан, ике ай ураҙа тотор. Быңа ла көсө етмәгән кеше алтмыш фәҡирҙең тамағын туйҙырыр. Был шарттар Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ихлас ышанырға тейешлегегеҙ өсөн. Былар — Аллаһ ҡуйған сикләүҙәр. Кәферҙәр өсөн әсе ғазап бар.

5.

Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килеүселәр үҙҙәренән алда язаланғандар кеүек язаланасаҡ. Беҙ аңлайышлы аяттар индерҙек. Кәферҙәрҙе меҫкен хәлгә ҡалдырырлыҡ ғазап бар.

6.

Ул Көндө Аллаһ барығыҙҙы ла терелтәсәк һәм ҡылған ғәмәлдәрегеҙ тураһында хәбәр итәсәк. Аллаһ улар үҙҙәре онот­ҡан ғәмәлдәрен һанап барҙы. Аллаһ — һәр нәмәнең шаһиты.

7.

Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһын да Аллаһ белеп торғанын күрмәйһеңме ни? Өс кеше һөйләшеп торғанда, дүртенсеһе Аллаһ булыр. Биш кеше серләшеп торғанда, әлбиттә, алтынсыһы Аллаһ булыр. Шунан әҙ йәки күберәк кеше һөйләшкәндә лә Аллаһ, һис шикһеҙ, улар янында бу­лыр. Ахырҙа Ҡиәмәт көнөндә ул был турала хәбәр итәсәк. Хаҡтыр, Аллаһ һәр нәмәне белеп тора.

8.

Йәшерен һөйләшеүҙәрҙе тыйғандан һуң да, аҫтыртын эш йөрөтөүселәрҙе күрмәйһеңме ни? Улар гөнаһ эшләү, дошман­лыҡ ҡылыу һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы көрәшер өсөн йәшеренеп, фетнә әҙерләйҙәр. Һинең янға килгәс, улар Аллаһ һине сәләмләгәндән дә артыҡ сәләмләйҙәр. Үҙҙәре:

— Һөйләгән кәферлектәребеҙ өсөн Аллаһ ни өсөн һуң беҙҙе язаламай? - тип әйтәләр. Йәһәннәм уларға етер. Улар шун­да керәсәк. Ай-һай, хәтәр ҙә яман урын ул йәһәннәм.

9.

Әй, иман килтергән әҙәмдәр! Үҙ-ара һөйләшкәндә гөнаһ ҡылыу, дошманлыҡ тураһында һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Изгелек һәм паҡлыҡ тураһында ғына һөйләшегеҙ. Аллаһ хозурында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ.

10.

Йәшертен-аҫтыртын һөйләшеүҙәр шайтандан килә, мөьминдәргә хәсрәт килтерер өсөн. Әммә шайтан Аллаһтың әме­ренән башҡа мөьминдәргә һис бер зарар килтерә алмаҫ. Мөьминдәр Аллаһҡа һыйынып ҡотолалар.

11.

Әй, иманлы кешеләр! Мәжлестә һеҙгә:

— Урын бирегеҙ, — тип әйтһәләр, урын бирегеҙ. Аллаһ һеҙгә лә (йәннәттә) урын бирер.

— Баҫығыҙ, - тип әйтһәләр, баҫығыҙ. Аллаһ та иманлыларҙың, ғилем эйәләренең дәрәжәһен арттырыр. Аллаһ бөтөн ҡылмыштарығыҙҙы белеп тора.

12.

Әй, иман килтергән кешеләр! Пәйғәмбәргә йәшертен генә берәй нәмә һөйләйһе булһағыҙ, һөйләшер алдынан саҙаҡа бирегеҙ. Был һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк һәм паҡлыҡ булыр. Бирергә нәмәгеҙ булмаһа, һис шикһеҙ, гөнаһ булмаҫ. Аллаһ — ғәфү итеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле.

13.

Йәшерен әңгәмәгеҙҙән алда саҙаҡа бирергә ҡыймағанһығыҙҙыр, бәлки. Шөрләп ҡалдығыҙ, Аллаһ быныһын да ғәфү итер. Һеҙ намаҙ ҡалдырмағыҙ, зәкәт бирегеҙ, Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә итәғәт ҡылығыҙ. Аллаһ ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе теүәл белеп тора.

14.

Аллаһтың ләғнәте төшкән халыҡты үҙҙәренә дуҫ иткән бәндәләргә иғтибар иттеңме? Улар һеҙҙеке лә түгел, уларҙыҡы ла түгел. Анттарын боҙасаҡтарын алдан уҡ белгән көйөнсә, улар ант итәләр.

15.

Улар өсөн Аллаһ хәтәр яза әҙерләп ҡуйған инде. Уларҙың ҡылған ғәмәлдәре бик тә яман.

16.

Анттарын ҡалҡан итеп тоталар һәм шулай итеп, кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙыралар. Уларҙы меҫкен хәлгә төшөрә торған ғазап бар.

17.

Уларҙың малдары ла, улда­ры ла Аллаһтың ғазабынан ҡотолорға ярҙам итә алмаҫ. Улар йәһәннәмгә теркәләсәк һәм шунда мәңгегә ҡаласаҡ.

18.

Ҡиәмәт көндө уларҙы Аллаһ терелтер. (Беҙ саф мосолманбыҙ тип) һиңә ант иткәндәре кеүек, (буялған анттан файҙа күрербеҙ тип) Аллаһ алдында ла ант итәсәктәр. Белеп тороғоҙ, ысын ялғансылар шулар булыр.

19.

Шайтан уларҙы үҙ яҡлауына алды ла, Аллаһты онотторҙо. Бына былар, шайтандың ғәскәре, шундай теләктәштәренән тора. Белеп тороғоҙ, ҡот осҡос һәләкәткә дусар булғандар - шайтан тарафындағылар.

20.

Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килгәндәр иң түбән йәнлеләр араһында булыр.

21.

Аллаһ яҙҙы:

— Миндә еңелмәҫлек ҡөҙрәт бар, Рәсүлдәрем дә өҫтөн сығасаҡ. Шөбһә юҡтыр, Аллаһ — тағын да ҡеүәтлерәк еңеүсе.

22.

Аллаһка һәм Әхирәт көнөнә иман килтергән бер ҡәүем­дең Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы килгән кәферҙәр менән яҡын дуҫ булғанын күрмәҫһең. Хатта, улар яҡын ҡәрҙәш, ата һәм улдары булһа ла. Бына былар күңелдәренә иман һеңдергән һәм Аллаһтан индерелгән рух менән ҡеүәтләндерелгән шәхестәр булыр. Уларҙы арыҡтарынан шишмәләр ағып ята торған мәңгелек йәннәттәргә урынлаштырыр. Бына шулар Аллаһ тарафын тотоусылар булыр. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт бу­лыр. Улар ҙа Аллаһтан ҡәнәғәт ҡалыр. Белеп тороғоҙ, ысынлап ҡотолоуға ирешкәндәр, әлбиттә, шулар булыр.