57. Хәдид (Тимер)


(Хәдид сүрәһе 29 аяттан тора. «Хәдид» — тимер тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Күктәрҙә һәм Ерҙә булған барсаһы Аллаһҡа тәсбих әйтә. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

2.

Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн милек-байлыҡ — Уныҡы. Йән биргән дә, йән алған да — Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә.

3.

Ул беренселер, һуңғыһылыр, ул ҡылғандары менән күренә лә, Үҙе йәшерен дә. Ул барыһын да белеп тороусы.

4.

Ул күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә (дәүерҙә) барлыҡҡа килтерҙе. Һуңынан Ғәрешкә урынлашып, хөкөмдарлыҡ ҡыла башланы. Ерҙән нимә сыға, Ергә нимә керә, Күктән нимә төшә, Күккә нимә менә — барыһын да Ул белеп тора. Һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙең янда булыр. Аллаһ ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тора.

5.

Күктәрҙең һәм Ерҙең милке-байлығы Уныҡы. Бөтөн эштәр бары тик Уның хозурына ҡайтыр.

6.

Төндө көнгә ҡатыштырыр, көндө төнгә ҡатыштырыр. Күңе­легҙҙә нимә бар — Ул шуны белеп торор.

7.

Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтерегеҙ. Мираҫҡа ҡалдырылған малдарығыҙҙы (Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ (хәйер-саҙаҡа-зәкәт бирегеҙ). Иман килтереп, (Аллаһ ризалығ өсөн мал) сарыф иткән кешеләргә бөйөк әжер әҙерләнгән.

8.

Пәйғәмбәр һеҙҙе: Раббығыҙға иман килтерегеҙ, тип өгөтләгәндә, ни өсөн Аллаһҡа баш эймәнегеҙ? Гәрсә, уға һүҙ бирҙегеҙ. Әгәр Уға инанасаҡ булһағыҙ.

9.

Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа алып сығыр өсөн, илсеһенә ап-асыҡ аяттар индергән Аллаһ булыр. Шик юҡ­тыр, Аллаһ һеҙгә бик тә мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле.

10.

Һеҙгә нимә булды, эй, кешеләр! Аллаһ юлында сығым­дар тотмайһығыҙ. Гәрсә, күктәр һәм Ер — Аллаһтың мира­ҫы. (Кәферҙәрҙе) еңеп, (Мәккәне) алғанға ҡәҙәр (дин юлын­да мал) сарыф иткән һәм һуғышҡан кеше менән еңеүҙән һуң сарыф итеп, һуғышҡан кеше тиң булмаҫ. Алдағылары­ның дәрәжәһе һуңғыларыныҡынан күпкә өҫтөн.  Шуға ла ҡарамаҫтан, Аллаһ һәр икеһенә лә бөйөк әжер вәғәҙә итә. Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ Аллаһҡа мәғлүм.

11.

Кем дә кем Аллаһҡа (изгелекле ғәмәлдәрен) бурысҡа биреп тора (йәғни, сауап өсөн изгелек ҡыла) Аллаһ уға ҡат-ҡат ниғмәт бирер һәм уның өсөн бик тә мөһим әжер булыр.

(«Бурыс» һүҙен былай ҙа аңлатыусылар бар. Бер кеше икенсеһенә бурыс бирә икән, ул уға рибаһыҙ (процентһыҙ) бирергә тейеш. Бу­рысты биргән күлемдән арттырып алыу — гөнаһ. Рибаһыҙ бурысҡа биреп тороу — Аллаһ ризалығын ҡаҙаныу, тигән һүҙ. )

12.

Ҡиәмәт көнөндә һин мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындарҙы күрерһең. Уларҙың алдынан да, уңынан да (донъяла ҡылған изгелектәренең) нурҙары яҡтыртып   ба­рыр.

—  Бөгөн һеҙгә һөйөнсө! Арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәргә керерһегеҙ. Һеҙ шунда мәңгегә ҡалырһығыҙ, — тип саҡырырҙар. Бөйөк мораҙға ирешеү ошо булыр.

13.

Монафиҡ ирҙәр менән монафиҡ ҡатындар мөьминдәргә:

—  Беҙҙе көтөп тороғоҙ, ашыҡмағыҙ, яҡтылығығыҙҙан исмаһам бер нур алып ҡалайыҡ, — тип ялбарҙылар. Уларға:

— Уҙғанығыҙға ҡайтып, яҡтылыҡ эҙләгеҙ, — тип әйтерҙәр. Ниһайәт, улар араһында ҡапҡалы ҡойма барлыҡҡа килер. Ул ҡойманың бер яғында Сәғәдәт, икенсеһендә ғазап булыр.

14.

Монафиҡтар уларҙға:

— Беҙ ҙә бит һеҙҙең менән бергә йәшәнек, (ни өсөн беҙҙе таш­лап китәһегеҙ)? — тип әйтерҙәр.

— Әлбиттә, бергә йәшәнек, ләкин һеҙ үҙ башығыҙҙы үҙегеҙ бәләгә тыҡтығыҙ. (Мосолмандарҙы харап итергә) форсат көттөгөҙ. (Ислам дине хаҡмы, ялғанмы тип) икеләнеп, шикләнеп ҡалдығыҙ. Шул шикләнеүҙәрегеҙ һеҙҙе төп башына ултыртты. Вәсүәсәләр һеҙҙе аҙҙырҙы, Аллаһ юлынан яҙҙырҙы. Ниһайәт, һеҙҙе Аллаһтың әмере килеп тотто.

15.

Бөгөн инде мосолмандарҙан да, инҡарсыларҙан да фидийә ҡабул ителмәҫ. Бараһы ерегеҙ — ут. Һеҙгә шул хас. Ҡот осҡос ер ул — бараһы ерегеҙ.

16.

Иман килтергән кешеләрҙең Аллаһты һәм Унан ингән Ҡөръәнде зикер итеп, күңелдәренең мөхәббәт менән йомшар­ған заман килде түгелме? Әүәл үҙҙәренә Китап бирелеп тә, байтаҡ ваҡыттар уҙып, күңелдәре (боҙоҡлоҡ, тәкәбберлек менән) ҡарайып бөткән кәферҙәргә оҡшамаһындар ине улар. Уларҙың байтағы фәсиҡ әҙәмдәр.

17.

Шул хәҡиҡәтте белеп тороғоҙ, үлеп бөткән туп­раҡҡа Аллаһ йән өрә. Хаҡтыр, Беҙ, аҡылығыҙға барып етһен тип, аяттарҙы асыҡ итеп индерҙек.

18.

Хаҡтыр, саҙаҡа биргән ирҙәр менән саҙаҡа биргән ҡатындар һәм Аллаһҡа ысын күңелдән бурыс (ғибәҙәт, хәйер) биргәндәргә ҡат-ҡат сауаптар бирелер. Улар өсөн бик тә аб­руйлы тағын башҡа әжер ҙә булыр.

19.

Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәрҙәренә иман килтергән бәндәләр — улар үҙе лә, һүҙе лә тура булғандар, Аллаһ хозу­рында шаһитлыҡ ҡылғандар. Уларҙың әжере лә, нурҙары ла булыр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарған иманһыҙҙар йәһәннәм әһелдәре булыр.

20.

Шуны белеп тороғоҙ, донъя тормошо ул бары тик уйын ғына, күңел асыу, зиннәттәр-биҙәктәр эсендә йәшәү, арттыра-арттыра бер-береңде маҡтау-маҡтанышыу, та­ғын байлыҡ һәм күп балалы булырға тырышыу кеүек мәшәҡәттәрҙән тора. Нәҡ бына ямғыр кеүек инде. Ул иген­селәрҙең һушына китә (ямғыр — һөйөнөс). Һуңынан иген-үлән ҡорой, һап-һары ҡыр була. Ахырҙа кибәк-сүп булып ҡала. Әхирәттә иһә хәтәр ғазаптар бар. Шунда Аллаһтың ярлыҡа­уы ла, ризалығы ла булыр. Донъя тормошо тиҙ уҙа торған, алдаҡсы ғына, башҡа түгел.

21.

Раббығыҙҙың ярлыҡауын ҡаҙанырға тырышығыҙ. Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәренә инанған кешеләр өсөн әҙерләнгән йәннәткә керергә ашығығыҙ. Ул йәннәт Күк менән Ер майҙаны саҡлы киң. Аллаһтың сәғәдәте шул­дыр. Ул уны үҙе ихтыяр иткән кешеһенә бирер. Ысынлап та, Аллаһ — бөйөк, сикһеҙ йомарт һәм мәрхәмәтле.

22.

Беҙ бар итмәҫтән элек, Китапта яҙылмаған килеш, Ер йөҙөнә һәм һеҙҙең башығыҙға һис бер ҡайғы килмәҫ. Был эштәр беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел.

23.

Ҡулдарынан ысҡынған (малға, дан)ға ҡайғырмаһындар, Аллаһ биргән ниғмәттәр (ҡаҙанған байлыҡтары) менән маҡтанмаһындар, тип яҙып ҡуйып, алдан хәбәр итәбеҙ, киҫә­тәбеҙ. Аллаһ үҙ-үҙҙәрен генә яратҡан тәкәббер кешеләрҙе хуп­ламай.

24.

Улар үҙҙәре һаран һәм башҡаларға ла һаран бу­лырға ҡушалар. Кем (Аллаһ юлында зәкәт биреүҙән) баш тартһа, (хафаға урын юҡ) Аллаһ үҙе бай, бер нимәгә лә мохтаж түгел, маҡтауға лайыҡ.

25.

Хаҡтыр, Беҙ пәйғәмбәрҙәребеҙҙе асыҡ дәлилдәр менән күндерҙек һәм кешеләр ғәҙеллек урынлаштырһын тип, Китап менән бергә (ғәҙеллек) бизмәнен дә индерҙек. Беҙ тимерҙе лә индерҙек, сөнки шунда (һуғышыр өсөн) хәтәр ҡеүәт бар һәм ул (тыныс хеҙмәттә) кешеләргә файҙалы. Был — Аллаһтың үҙен күрмәгән килеш ышанып, Уның диненә һәм пәйғәмбәрҙәренә кешегә күрһәтмәйенсә генә ярҙам иткәндәр­ҙе асыҡлау һәм һынау өсөн шулай эшләнде. Шик юҡ, Аллаһ — ҡеүәт эйәһе, еңелеү белмәҫ өҫтөн.

26.

Хаҡтыр, Нухты һәм Ибраһимды күндерҙек, пәйғәм­бәрлекте лә, Китапты ла уларҙың тоҡомона бирҙек. Ҡай­һылары тура юлды һайланы. Күбеһе юлдан яҙҙы.

27.

Һуңынан былар эҙенән бер-бер артлы башҡа пәйғәм­бәрҙәрҙе күндерҙек. Мәрйәм улы Ғайсаны күндерҙек, уға Инжилде бирҙек. Уға эйәргәндәрҙең күңеленә шәфҡәт һәм миһырбан индерҙек. Беҙ уларға: руһбанлыҡҡа күсегеҙ, тип бойорманыҡ. Ләкин улар (тормош мәшәҡәттәренән айырылып, артыҡ дини булып, аскетлыҡҡа, руһбанлыҡҡа, монахлыҡҡа) үҙҙәре күсте.

Беҙ уларға Аллаһ һәм Пәйғәмбәр ҡушҡанса эш ҡылырға әмер бирҙек. Әммә улар кәрәгенсә итәғәт итмәне. Беҙ ҙә уларҙың ихлас иман килтергәндәренә генә сауаптар бирҙек. Уларҙың күбеһе юлдан яҙҙы.

28.

Әй, иманлы кешеләр, Аллаһтың язаһынан ҡур­ҡығыҙ һәм пәйғәмбәренә ышанығыҙ, Аллаһ һеҙгә ҡат-ҡат рәхмәт бирһен һәм һеҙҙең юлығыҙҙы нур менән яҡтыртһын. Һеҙҙе ярлыҡаһын. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле, кисереүсе.

29.

Китап әһелдәре Аллаһтың ниғмәтенән һис бер нәмә ала алмаясаҡтарын белеп торһондар. Ниғмәттәрҙең барыһы ла Аллаһ хозурында, ул бары тик Үҙе ихтыяр иткәндә, теләгән бәндәһенә генә ниғмәтен бирер. Аллаһ — бөйөк миһырбан эйәһе.