56.
Ваҡийға (Ваҡиға)


(Ваҡийға сүрәһе 96 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ул ваҡиға (Ҡиәмәт) уаҡытында

2.

(Ҡиәмәт булмая­саҡ тип) бер кем дә ялғанлай алмаҫ.

3.

Ул саҡта кемдер меҫкен, кемдер абруйлы булыр.

4.

Ер дәһшәтле тетрәнеү менән ҡубарылыр.

5.

Тауҙар емерелеп төшөр,

6.

таралып, туҙан хәленә килер.

7.

Һәм һеҙ ҙә өс ҡатламға айырылырһығыҙ (шаһидтар, фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр; ғәди тәҡүәләр; йәһәннәмгә кереүсе гөнаһлылар).

8.

Уң яҡтағылар — бәхет эйәләре, ни ҡәҙәр бәхетле булыр.

9.

Һулдағылар — бәхетһеҙ­лек эйәләре, ни ҡөҙәр бәхетһеҙ булыр.

10.

(Изгелек ҡылыуҙа) алда барғандар алдан әжерен алыр.

11.

Бына шулар инде Нәғим (рәхәтлек) йәннәттәрендә (Аллаһҡа) иң яҡын тороусылар бу­лыр.

12.

13.

Уларҙың күбеһе әүүәлге өммәттәрҙән булыр.

14.

Бер аҙы — һуңғыларынан.

15.

Гәүһәрҙәр менән сигелеп эшләнгән урындыҡтарҙа, ҡапма-ҡаршы, ҡырын ятып (ләззәт алырҙар).

16.

17.

Яндарында (хеҙмәт өсөн) үлемһеҙ йәш егеттәр булыр.

18.

Ҡулдарында мәңге ҡоромаҫ шишмәнән һауыттар, туҫтаҡтар, касаларға тултырып алған

19.

эсемлек булыр. Ул эсемлектән баш ауыртмай, ул хәлде лә (аҡылды ла) алмай.

20.

Уларға үҙҙәре теләгән емештәр,

21.

йәндә­ре теләгән ҡош иттәре,

22.

күҙ алмаһы кеүек һаҡланған ынйылай, ҙур ҡара күҙле хур ҡыҙҙары

23.

24.

изгелектәренә әжер булараҡ бирелер.

25.

Шунда буш һүҙҙәр һөйләнмәҫ, гөнаһ вәсүәсәсенә тартылыу булмаҫ.

26.

Бары тик: сәләм һеҙгә (именлек теләйем) кеүек һүҙҙәр генә ишетелер.

27.

Ундағылар — бәхет эйәләре ни ҡәҙәр бәхетле буласаҡ.

28.

Сәнскеһеҙ, бал­лы сейә ағастары,

29.

емештәр менән ҡаплаған банан ағастарынан

30.

төшкән күләгәләр,

31.

сылтырап ағыусы шишмәләр,

32.

бөтмәҫ-төкәнмәҫ һәм ашарға тыйылмаған еләк-емештәр араһында,

33.

ҡабартылған түшәктәр өҫтөндә истирәхәт ҡылырҙар.

34.

ҡабартылған түшәктәр өҫтөндә истирәхәт ҡылырҙар.

35.

Хаҡтыр, беҙ хур ҡыҙҙарын улар өсөн махсус булдырҙыҡ.

36.

Уларҙы саф ҡыҙҙар итеп, ирҙәрен ярата торған йәштәштәр итеп яралттыҡ.

37.

38.

Бына был әжер — уңдағы мөьминдәрҙең әжере.

39.

Быларҙың байтағы боронғола йәшәгән өммәтләрҙәндер.

40.

Байтағы иһә һуң замандарҙа йәшәгәндәрҙән

41.

Һулдағыларҙың яҙмышы — һулдағыларҙыҡы кеүек ҡот осҡос яҙмыш!

42.

Ҡайнар ялҡын, ҡайнар һыу эсендә,

43.

еләҫлеге һәм рәхәтлеге булмаған ҡап-ҡара төтөндән торған күләгәлә интегерҙәр.

44.

45.

Сөнки улар бынан алда (донъяла) кәйеф-сафа ҡороп (ләззәтләнеп), зинәттә йәшәне.

46.

Ҙур гөнаһтар ҡылып йәшәгәндә

47.

әйтәләр ине:

—  Беҙ үлгәнебеҙҙән һуң, тупраҡҡа әүерелеп, һөйәктәребеҙ серек өйөмгә әйләнгәндән һуң яңынан терелеү булмаҫ, — тип әйтәләр ине. —

48.

Беҙҙән элек үлгән бабаларыбыҙ ҙа тереләсәкме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ )

49.

Әйт һин уларға:

— Әүәл үлгәндәр ҙә, һуңынан үлгәндәр ҙә (тереләсәк), — тиген.

50.

— Билгеләнгән көндөң билгеләнгән сәғәтендә, һис шикһеҙ, барығыҙ ҙа тупланасаҡһығыҙ.

51.

Ахырҙа һеҙ, хаттин ашҡандар, ялғансылар,

52.

әлбиттә, бер ағастан, зәҡҡум ағасынан (ағыу, зәһәр) ашаясаҡһығыҙ.

53.

Ашҡаҙандарығыҙ шуның (ағыу) менән туласаҡ.

54.

Өҫтәүенә ҡайнап торған һыу эсәсәкһегеҙ.

55.

Һыуһаған дөйәләр нисек һыуға йотлоҡһа, һеҙ ҙә шулай киберһегеҙ, ҡайнар һыу эсергә мәжбүр булыр­һығыҙ.

56.

Бына, яза Көнөндә уларға биреләсәк «һый» шул булыр.

57.

Һеҙҙе Беҙ яралттыҡ. Шулай булғас ни өсөн һеҙ (йән алып, йән индереүебеҙгә лә) ышанмайһығыҙ?

58.

Улайһа, әйтеп бирегеҙ: (ҡатындарығыҙҙың аналығына) ағыҙылған енес — ул нәмә?

59.

Уны һеҙ барлыҡҡа килтерҙегеҙме? Әллә Беҙ яһаған нәмәме ул?

60.

Үлемегеҙҙе һеҙгә Беҙ тәҡдир иттек. Һәм Беҙ еңелә торғандарҙан түгел.

61.

Һеҙҙең урын­ға башҡа бер тоҡомдо килтерергә һәм һеҙҙең хәбәрегеҙ булма­ған башҡа ғәләмдә (Ҡиәмәттә) яңынан терелтергә, тип (һеҙгә әжәл билгеләнек).

62.

Хаҡтыр, һеҙ беренсе яралтылышты белдегеҙ инде. Уйлап ғибрәт-һабаҡ алһағыҙ, яҡшы булыр ине.

63.

Хәҙер инде һеҙ Миңә сәсеү орлоғоның асылын аңла­тып бирегеҙ.

64.

Уны (игенде) һеҙ үҫтерәһегеҙме, әллә игенде Беҙ үҫтерәбеҙме?

65.

Ихтыяр итһәк, игендәрегеҙҙе (орлоҡһоҙ) ҡоп-ҡоро һалам-кибәк сүбенә әүерелдерер инек тә, һеҙ ҡатып ҡалыр инегеҙ.

66.

Һәм:

— Аһ, беҙ бурысҡа баттыҡ.

67.

Турыһын ғына әйткәндә, беҙ хәйер һорашырға ҡалдыҡ, — тип әйтер инегеҙ.

68.

Эсә торған һыуығыҙ тураһында нимә әйтерһегеҙ?

69.

Болоттан уны һеҙ яуҙыраһығыҙмы? Әллә беҙ яуҙырабыҙмы?

70.

Ихтыяр итһәк, ул ямғырҙы Беҙ (эсмәҫлек дәрәжәлә) тоҙло итер инек. Һеҙ (Аллаһҡа) шөкөр итергә тейеш түгелме икән?

71.

Тағын һеҙ Миңә әйтегеҙ: файҙалана торған утты яһап,

72.

утынды һеҙ үҫтерҙегеҙме, әллә уларҙы яралтыусы Беҙме?

73.

Беҙ уны бер ғибрәт булһын тип, һәм сүлдән килеп киткәндәргә (юлдағыларға) файҙа булһын, тип яралттыҡ.

74.

Шулай булғас, бөйөк Раббығыҙҙың исемен ололағыҙ.

75.

Эйе, йондоҙҙарҙың батып һүнгәне менән әйтәм,

76.

әгәр һеҙ белһәгеҙ: ысындан да, был бер бөйөк ант —

77.

Ләүхел Мәхфүздә ҡәҙерләп һаҡлана торған Китап — изге Ҡөръәндер.

78.

79.

Уға бары тик паҡ, тәһәрәтле кеше генә ҡағылырға хаҡлы.

80.

Ул ғәләмдәрҙең Раббыһынан индерелде.

81.

Хәҙер инде һеҙ шул (изге) һүҙҙе кәмһетергә уйлайһығыҙмы!?

82.

Ҡөръәндәгеләрҙе ялғанға сығараһығыҙ. Аллаһ биргән ризыҡҡа шөкөр итеүегеҙ шул булдымы?

83.

(Үлем түшәгендәге кешенең) йәне боғаҙына еткәс,

84.

һеҙ уға ҡарап тораһығыҙ.

85.

Беҙ уға һеҙҙән дә яҡын тора­быҙ. Әммә һеҙ күрмәйһегеҙ генә.

86.

Әгәр ҙә һеҙ (Аллаһтың) язаһынан азат икәнһгеҙ,

87.

әгәр һеҙ хаҡлы икән, (йән биреүсенең) йәнен кире ҡайтарығыҙ.

88.

Ләкин (йән биргән кеше Аллаһҡа) яҡын икән,

89.

уға рәхәтлек, татлы ризыҡ һәм Нәғим йәннәттәре бар.

90.

Әгәр ҙә ул уң яҡтағыларҙан икән,

91.

— Әй, уң яҡтағы кеше, һиңә сәләм-именлек булһын! — тип әйтербеҙ.

92.

Әммә ялғансыларҙан, хаттин ашҡандарҙан була икән,

93.

бына, уға ла ҡайнар һыуҙан «һый» булыр.

94.

Һәм уның өлөшө йәһәннәм.

95.

Шик юҡ, был хәҡиҡәт ысынбар­лыҡ.

96.

Шулай булғас, ғәләмдәрҙең бөйөк Раббыһы — Аллаһтың исемен маҡтап, тәсбих әйтегеҙ.