54. Ҡамар (Ай)


(Ҡамар сүрәһе 55 аяттан тора. «Ҡамар» — Ай тигән һүҙ. Айҙың ярылыуы тураһында һөйләгәнгә күрә, сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ҡиәмәт көнө яҡынлашты һәм Ай ярылды.

(«Мәккә кәферҙәре хәҙрәти Мөхәммәдтең мөғжизә күрһәтүен талап итте. Пәйғәмбәребеҙ бармағы менән Айға төртөп күрһәтте һәм Ай урталай ярылып китте лә, йәнә үҙ хәленә ҡайтты. Ләкин мөшриктәр быны: был бер сихыр ғына, тинеләр». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

(Мәүләнә Али аңлатмаһында бер нисә юрау бар. Ҡиәмәт көнөндәге ғарасат уаҡытында ярыласаҡ Ай тотолғанда, бер яртыһы күренеп, икенсе яртыһы күренмәй торған саҡ һүрәтләнгән йәки, ысындан да, ул заманда Ай тирәһендә ниндәйҙер Ғәләми үҙгәрештәр күренгәндер, тип фаразлана.)

2.

Улар мөғжизә күрһә лә, һаман йөҙ сөйөрә.

— Был боронғонан килгән бер күҙ буяу, — тип әйтәләр.

3.

(Аяттарҙы) ялғанға сығарҙылар һәм үҙ нәфселәренә буйһондолар. Гәрсә, һәр эштең ахыры (нәтижәһе) була.

4.

Хаҡтыр, уларға яманлыҡтарҙы киҫәтер өсөн мөһим хәбәрҙәр килде.

5.

Был — бөйөк хикмәттер. Ләкин йөҙ сөйөргәнгә ул киҫәтеүҙәр файҙа бирмәне.

6.

Шулай булғас, (Рәсүлем) һин дә уларҙан йөҙ сөйөр.

(Исрафилдың) быңа саҡлы күрелмәгән, ишетелмәгән нәмәгә (хәтәр хөкөмгә) саҡырыусы тауышы ишетелгәс, улар, меҫкен ҡараштары аҫҡа төбәлгән килеш, саранча өйөрө кеүек, күпләп ҡәберҙәренән сығыр.

7.

8.

Саҡырыусыға табан йүгерә башларҙар. Кәфер булғандар:

— Был бик тә хәтәр көн, — тип әйтер.

9.

Уларға саҡлы, башта Нух ҡәүеме инҡарсы булды. Улар илсебеҙҙе ялғансыға сығарҙы.

— Ул енләнгән, — тинеләр, һәм улар уны ҡыуып ебәр­ҙеләр.

10.

Ниһайәт, ул да Раббыға:

— Мин, ысындан да, еңелдем. Һин миңә ярҙам ит инде, — тип, доға ҡылып, ялбарҙы.

11.

Шунан һуң Беҙ Күк ҡапҡаһын асып, ҡот осҡос ҡаты ямғыр яуҙырҙыҡ.

12.

Аллаһ тәҡдиренсә, ерҙәге һыуҙар Күк һыуҙары менән ҡушылып, то­таш ағымға әүерелде.

13.

Нухты таҡталарҙы һөйләп яһа­ған кәмәгә ултырттыҡ.

14.

Был кәмә Нухҡа (кәферҙәр тарафынан) инҡар ителгәненә күрә бирелде һәм ул Беҙҙең күҙәтеүебеҙ, һағыбыҙ аҫтында йөҙөп йөрөнө.

15.

Хаҡтыр, Беҙ быны (кәмә ваҡиғаһын) бер аят (һабаҡ) булараҡ, (халыҡтарға) тараттыҡ. Шул турала уйлап, һабаҡ алған кеше бармы?

16.

Нисек булып сыҡты ғазабым һәм киҫәтеүҙәрем?

17.

Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде уйланып, (өгөт алыр) аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Был турала уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт алғанығыҙ бармы?

18.

Ғәд ҡәүеме (үҙ пәйғәмбәрҙәре Һудтың хәҡиҡәтен) ял­ғанға сығарҙы. Уларға ниндәй генә киҫәтеүҙәр булманы ла, уларға ебәргән язам ниндәй булды!

19.

Беҙ был ҡәһәрле оҙон көндә улар өҫтөнә дәһшәтле тауышлы өйөрмә ебәрҙек.

20.

Был хәтәр өйөрмә тамырҙарынан ҡуптарып алынған хөрмә ағасының ботаҡтарын һындырған кеүек, кешеләрҙе осортоп, һәләк итте.

21.

Мин ебәргән язаның ниндәй икәнен күрҙегеҙме, киҫәтеүҙәремдең ниндәй икәнен аңланығыҙмы?

22.

Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде (өгөт алыр) өсөн аңлайышлы иттек. Шул хаҡта уйлап, һабаҡ алған кеше бармы?

23.

Сәмуд ҡәүеме лә (Хәҡиҡәтте) ялғанға сығарҙы.

24.

— Беҙ үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан (ғәҙәти) бер бәндә ар­тынан эйәреп йөрөйөкме? Ул сағында беҙ, һис шикһеҙ, юлдан яҙған булырбыҙ, тилегә һаналырбыҙ, — тинеләр. - Беҙҙең бе­ребеҙгә лә иңмәгән, (Аллаһ) уахиҙы уға ғына индерҙеме ­ни? Эйе, ул маҡтансыҡ, ялғансы бит.

25.

26.

Кем маҡтансыҡ, кем шыр ялғансы икәнен улар иртәгә белер.

27.

(Әй, пәйғәмбәрем Салих), ысындан да, Беҙ, һынап ҡарау ниәте менән, уларға теге әсә дөйәне ебәрербеҙ. Улар арты­нан күҙәт һәм сабыр бул.

28.

(Дөйә менән) кешеләр араһында һыу тигеҙ итеп бүленгәнлеге тураһында әйт. (Бер көндө ҡойонан дөйә эсәсәк, икенсе көндө кешеләр эсер, тип әйт.) Һәр ике яҡ та үҙ сиратында һыуға хужа булыр.

29.

(Сәмүд халҡы дөйә менән бер ҡойонан һыу эсергә теләмәне.) Улар үҙ араларынан бер кешене саҡырып килтерҙеләр. Әле­ге (бәхетһеҙ) кеше (бысағы менән дөйәне) һуйҙы.

(«Дөйәне һуйыусының исеме Кудар бин Салиф булыр. Яман кеше тураһында һөйләгәндә ғәрәптәрҙә: Кударҙан да бәхетһеҙ, Кударҙан ҡәбәхәт кеше, тип һөйләү ҡалған».  Хәсән Чантай тәфсиренән.)

30.

Мин ебәргән язаларҙың ниндәй икәнен күрҙегеҙ­ме, киҫәтеүҙәремдең ниндәй икәнен аңланығыҙмы?

31.

Беҙ улар өҫтөнә ҡурҡыныс тауыш ебәрҙек һәм улар хайуан аб­ҙарындағы аяҡ аҫтында тапалған ҡоро һалам-тиреҫ кеүек те­телеп бөттө.

32.

Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Шул турала уйлап, һабаҡ алған кеше бармы?

33.

Лут ҡәүеме лә киҫәтеүсе вәғәздәрҙе ялғанға сығар­ҙы.

34.

Беҙ улар өҫтөнә таш яуҙырҙыҡ, Луттың үҙ ғәйләһенән башҡалары (барыһы ла һәләк булды).

35.

Тарафыбыҙҙан әжер булараҡ, уларҙы (Лут ғәйләһен) Беҙ сәхәр уаҡытын­да ҡотҡарып ҡалдыҡ. Бына, шөкөр иткәндәрҙе Беҙ шулай бүләкләйбеҙ.

36.

Хаҡтыр, (Лут) улар өҫтөнә киләсәк хәтәр ғазап тураһында әйтте. Ләкин улар был киҫәтеү-ҡурҡытыуҙарҙы шиккә тотоп, ялғанға сығарҙылар һәм бәхәс ҡуптарҙылар.

37.

Хаҡтыр, улар хатта (Лут өйөндәге) ҡунаҡ егеттәрен айырып алырға теләнеләр, аулаҡҡа саҡырҙылар. Беҙ уларҙың күҙҙәрен һуҡырайттыҡ.

—  Бына, язабыҙҙы татығыҙ, киҫәтеүҙәремдең нәтижәһен күрегез, — тинек.

38.

Хаҡтыр, иртә таңда уларға һис ҡасан бөтмәйәсәк (дауамлы) ғазап килде.

39.

—  Бына, ғазабымды татығыҙ, киҫәтеүҙәремдең нәтижәһен күрегеҙ, — тинек.

40.

Хаҡтыр, уйланып, аңлар өсөн, Беҙ Ҡөръәнде ҡу­лайлаштырҙыҡ. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт ал­ғанығыҙ бармы?

41.

Хаҡтыр, Фирғәүен тоҡомона ла киҫәтеүҙәр кил­де.

42.

Улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙың барыһын да ялғанға сығарҙы. Беҙ ҙә уларҙы сикһеҙ ҡөҙрәтебеҙ менән ғазапҡа тот­тоҡ.

43.

(Әй, Ҡурайш) һеҙҙең кәферҙәрегеҙ боронғо кәферҙәрҙән яҡшыраҡмы? Әллә изге китаптарҙа һеҙҙе яза­ларҙан ҡотҡара торған әмер бармы?

44.

Юҡһа, улар:

— Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙән үс алырҙай көслө ҡәүем! — тип уйлайҙармы?

45.

Оҙаҡламай ул өйөр тарҡаласаҡ һәм улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡ.

(Бәдер һуғышында кәферҙәрҙең мосолмандарҙан еңелеп ҡасыуҙа­рына ишара.)

46.

Хаҡтыр, уларға вәғәҙә ителгән ғазаптың уаҡыты-сәғәте килер. Ул Сәғәттәге (Ҡиәмәттәге) ғазап ғәйәт әсе, сикһеҙ ҡайғылы буласаҡ.

47.

Шик юҡ, гөнаһлыларҙың барыһы ла юлдан яҙған тилеләр кеүек.

48.

Ул Көндө улар йөҙ түбән килеш, утҡа ташланасаҡ. Уларға:

— Йәһәннәмдең ҡағылыуын татып ҡарағыҙ, — тип әйте­лер.

49.

Шик-шөбһәлә булмағыҙ, Беҙ һәр нәмәне үҙ тәҡдире менән (үҙ йөрәгендә) яралттыҡ.

50.

Беҙҙең әмерҙәребеҙ күҙ асып йомған миҙгелдә үтәлә.

51.

Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙең кеүек кәферҙәрҙе һәләк ит­тек. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт алғанығыҙ бар­мы?

52.

Шулар өҫтөнә уларҙың барса (ярамаҫ) ғәмәлдәре дәфтәрҙәрҙә.

53.

Бәләкәйме ул, ҙурмы — барыһы ла (ғәмәл дәфтәрендә, Ләүхел Мәхфүздә) яҙылған.

54.

Шик юҡ, (тәҡүә) мөьминдәр йәннәттәрҙә, шишмәләр янында,

55.

Хаҡ мәжлесендә, ҡөҙрәт эйәһе, мөлкәте сикһеҙ булған Аллаһтың янында булыр.