52. Тур (Тау)


(Тур сүрәһе 49 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тур» — Аллаһ Тәғәләнең, хәҙрәти Муса менән һөйләшкән тауҙың исеме.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Тур тауының исеме менән,

2.

йоҡа тирегә яҙылған

3.

биттәрҙән торған Китап менән,

4.

мөһәбәт Кәғбә исеме менән,

5.

сикһеҙ Күк йөҙө менән

6.

һәм туп-тулы диңгеҙ исеме менән әйтәм,

7.

ысындан да, Аллаһтың язаһы, һис шикһеҙ, бер төшәсәк.

8.

Уны берәү ҙә кире ҡаға алмаҫ.

9.

Ул Көндө Күк йөҙө тетрәнеп, сайҡала башлар.

10.

Тауҙар урындары­нан ҡубарылыр.

11.

Ул Көндө нәжес менән уйнаусы ял­ғансылар күргәнде башҡаларға күрергә яҙмаһын.

12.

13.

Ул Көндө улар йәһәннәм утына төртөп төшөрөлөр.

14.

(Һәм уларға):

- Бына, һеҙ ялғанға сығарған ут ошо булыр, - тип әйте­лер.

15.

- Быныһы ла бер сихырмы? (Бының сихыр түгелле­ген) күрмәйһегеҙме?

16.

—  Керегеҙ шунда! Түҙә алһағыҙ, түҙәһегеҙ. Түҙә алмаһағыҙ — һеҙгә барыбер. Һеҙ бары тик ҡылмыштарығыҙҙың язаһын татыйһығыҙ.

17.

Хаҡтыр, саф мөьминдәргә йәннәттәр эсендә ниғмәттәр булыр.

18.

Раббы биргәндәрҙән ауыҙ иттереп, уларҙы Аллаһ хәтәр йәһәннәмдән һаҡлар.

19.

Рәт-рәт булып йәннәттә теҙелгән йомшаҡ урындыҡтарға ҡырын ят­ҡандарға әйтелер:

—  Изгелектәр ҡылғанығыҙға күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ, эсегеҙ!

Беҙ уларға ҙур күҙле хур ҡыҙҙары бирербеҙ.

20.

21.

Иман килтереп, тоҡомдары ла шул иманда булғандар ҙа бар. Беҙ уларҙың нәҫелдәрен дә үҙҙәренә эйәрттек (ожмахҡа керттек). Ҡылған ғәмәлдәренән һис нимә лә кәметмәнек. Һәр кем үҙ ғәмәлдәренең тотҡоно.

22.

Уларға йәндәре нимә теләһә, шундай емеш, ит ризыҡтары мул бирелер.

23.

Шунда касалар алмашыу булыр. Буш һүҙҙәр шунда булмаҫ һәм вәсүәсәгә тартылыу ҙа булмаҫ.

24.

Сәдәф һауыттарҙа һаҡланған ынйы кеүек, үҫмер-егеттәр уларҙың тарафында булыр.

25.

(Йәннәттәгеләр) бер-берҙәре менән күрешеп, (хәл-әхүәл) һо­раштырырҙар.

26.

Улар әйтер:

— Ысындан да, беҙ бынан әүәл (фани донъяла) ғәйләбеҙ менән Аллаһтың язаһынан ҡурҡып йәшәнек. Бына, Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле булып, Сәғәдәткә ирештерҙе. Ул беҙҙе сәмүмдән (йәһәннәмдән) ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, беҙ бынан әүәл дә Уға ғибәҙәт ҡыла инек. Шик юҡ, Ул — миһырбанлы һәм ярлыҡаусы.

27.

28.

29.

(Мөхәммәд) һин вәғәздәреңде дауам ит. Һин Раббыңдың яҡлауы арҡаһында сихырсы ла, аҡылдан яҙған да түгелһең.

30.

Юҡһа, улар:

— (Мөхәммәд) ул — (енле) шағир, — тинеләр. — Беҙ уға һәләкәт килгәнен көтөп торасаҡбыҙ.

31.

Әйт һин:

— Көтөгөҙ, — тип. - Һеҙҙең менән мин дә көтәрмен.

32.

(Мөхәммәд тураһында енле шағир, сихырсы, тип) уларға үҙ аҡылдары әйттерәме? Әллә улар аҙғындар төркөмөнәнме?

33.

— (Мөхәммәд) үҙенән сығарып һөйләй ул вәғәздәрҙе, —  тип әйтәләр. Юҡ, улар барыбер иман килтермәҫ.

34.

Улайһа, хаҡлы булһалар, улар ҙа шуға оҡшаш, исмаһам, бер һүҙ кил­терһендәр.

35.

Әллә улар үҙҙәренән-үҙҙәре барлыҡҡа кил­деме? Әллә улар үҙҙәре юҡтан бар итә аламы?

36.

Әллә һуң күктәр менән Ерҙе улар юҡтан бар иттеме? Юҡ, улар (Аллаһтың ҡөҙрәтенә) ышанмай.

37.

Йәки Раббың хазиналары улар ҡулындамы? Йә иһә, хөкөм улар ҡулындамы йәки улар еңелеү белмәҫ ҡөҙрәтлеме?

38.

Әллә һуң уларҙың (Күккә менә торған) баҫҡыстары бармы? Шул баҫҡыстан менеп, улар (фәрештәләр һүҙен) тыңлай аламы? Тыңлай алһалар, улар быңа дәлил килтерһен.

39.

Йәки Аллаһтың ҡыҙҙары бармы? Һеҙҙә улдармы?

40.

Әллә һин (Мөхәммәд, вәғәздәрең өсөн) уларҙан хаҡ һорайһыңмы? Шул сәбәпле улар ауыр бурысҡа баттымы?

41.

Йәки йәшерен китап улар ҡулында булып, ул китапты улар яҙамы?

42.

Әллә улар һиңә бер-бер тоҙаҡ ҡо­рорға уйлаймы? Ләкин ул кәферҙәр үҙҙәре ҡорған тоҙаҡҡа үҙҙәре төшөп харап буласаҡ.

43.

Йәки уларҙың Аллаһтан башҡа тәңреләре бармы? Аллаһ улар тиңләштерә торғандар­ҙан өҫтөн.

44.

Әгәр ҙә Күктең бер өлөшө уларҙың башына төшә башлаһа, улар:

— Был берһе өҫтөнә икенсеһе менгән болоттар ғына, — тип әйтер.

45.

Баштарына әфәт килгән Көнгә саҡлы һин уларға ҡағылма инде.

46.

Ул Көндө улар ҡорған тоҙаҡтар һис бер файҙа килтермәҫ. Уларға ярҙам итеүсе лә булмаҫ.

47.

Хаҡтыр, золом ҡылыусыларға бынан башҡа ла ғазап әҙерләнгән. Ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй.

48.

Һин Раббыңдың хөкөмдәрен сабырлыҡ менән көтөп тор. Әлбиттә, һин һәр уаҡыт күҙ алдыбыҙҙа тораһың. Йоҡонан то­роп, Аллаһты маҡтап, үҙ уаҡытында тәсбих әйт.

49.

Төндөң бер өлөшөндә (аҡшам, йәстү намаҙҙарында) һәм йондоҙҙар һүнгәндән һуң (сабах намаҙында) тағын тәсбих әйт.