51. Ҙәрийәт (Таратыусылар)


(Ҙәрийәт сүрәһе 60 аяттан тора. «Ҙәрийәт» һүҙе елде аңлата. Ләкин тәржемәселәр һәм тәфсирселәрҙең күбеһе уның таратыусы тигән мәғәнәһен ала.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Туҙҙырып таратыусы һәм һыу тулы ямғыр болоттарын йөрөтөүсе, кәмәләрҙе яй ғына йөҙҙөрөүсе һәм ямғырҙарҙы яуҙырыусы елдәр менән ант итәм: һеҙгә вәғәҙә ителгән, иҫәп-хисап өҙөү Көнө—Ҡиәмәт, һис шикһеҙ, киләсәк.

2.

3.

4.

5.

6.

7.

Төрлө юлдары (орбиталары) менән хәрәкәт итеүсе есемдәре булған Күк исеме менән әйтәм, һеҙ — мөшриктәр, ҡаршылыҡлы-ғауғалы фекерҙә тораһығыҙ. (Хаҡ имандан) йөҙ сөйөрөргә теләгән кеше йөҙ сөйөрәсәк.

8.

9.

10.

Ялғансыларға әсе ҡәһәр төшһөн!

11.

Улар ҡара на­ҙанлыҡ эсендә ҡалған жәһилдәр.

12.

Яза Көнөнөң ҡасан киләсәге тураһында һорарҙар.

13.

Ул Көндө улар утҡа ташланасаҡ.

14.

— Язабыҙҙы татығыҙ! Уның тиҙ килеүен көткән инегеҙ — бына шул инде һеҙ ашыҡтырған яза.

15.

Шик юҡ, Аллаһҡа ҡаршы сыҡмағандар Раббы биргән йәннәттәргә кереп, шишмә яндарында ултырасаҡ. Улар фани донъяла изгелек ҡылған шәхестәр булыр.

16.

17.

Төндәрен әҙ йоҡлағандар.

18.

Сәхәр уаҡыттарында ярлы­ҡау һорағандар.

19.

Мохтаждар һәм фәҡирҙәр өсөн малдарынан өлөш сығарғандар.

20.

Имандарында ныҡ рух менән торғандар өсөн фани донъяла аяттар (Ҡөръәндең хаҡ­лығына дәлилдәр) килтерҙек.

21.

Һәм дә һеҙҙең үҙегеҙҙең (тән һәм рух) төҙөлөшөгеҙҙә лә быңа дәлилдәр бар. Шуны ла күрмәйһегеҙ!

22.

Ғәләмдә лә ризығығыҙ һәм һеҙгә вәғәҙә ителгән башҡа нәмәләр бар.

23.

Күктең һәм Ерҙең Раббыһы булған Аллаһ исеме менән әйтәм: был (Аллаһтың хикмәттәре) һеҙҙең үҙ-ара итәғәт менән һөйләшеп ултырғанығыҙ кеүек, ысынбарлыҡтыр.

24.

(Мөхәммәд) Ибраһимдың шәрәфле ҡунаҡтары тураһындағы хәбәр һиңә килеп ирештеме?

25.

Улар Ибраһимдың өйөнә керҙе, сәләм бирҙеләр. Ибраһим уларҙың сәләмен алды һәм эсенән генә:— Былар сит-ят кешеләр, — тип уйланы.

26.

Ул тиҙ генә өйҙәгеләре янына кереп, (ҡыҙҙырылған) һимеҙ тана ите алып сыҡты.

27.

Ҡунаҡтарҙың алдына ҡуйып:

- Бәлки, ауыҙ итерһегеҙ? - тине.

28.

Шулай тине лә, үҙе ҡурҡыуға ҡалды.

— Ҡурҡма, — тине ҡунаҡтар һәм:

- Һинең улың (Исхаҡ) тыуасаҡ, — тип, унан һөйөнсө ал­дылар.

29.

(Ибраһимдың) ҡатыны килеп, үҙ йөҙөнә һуға-һуға:

—  Мин ҡыҫыр ҡатын бит (ҡарсыҡ башымдан ҡайҙан килеп мин бала табайым)! — тип ҡысҡырҙы.

30.

Ҡунаҡтар:

—  Шулай, — тинеләр. — Раббың шулай бойорҙо. Аллаһ — хикмәттәр эйәһе, барын да белеүсе.

31.

— Инде башҡа йомошоғоҙ нимә ине, илселәр? — тине Ибраһим.

32.

— Беҙ гөнаһҡа батҡан кешеләр янына ебәрелдек, — тине ҡунаҡтар. — Уларҙың өҫтөнә таш яуҙырырға тип килдек. Был таштар хаттин ашҡандарҙың башына төшәр өсөн Аллаһ тарафынан тәғәйенләнгән.

33.

34.

35.

Ошо сәбәп менән, Беҙ шунда булған мөьминдәрҙе (Луттың ғәйләһен) сығарҙыҡ.

36.

Әммә Беҙ шунда бер генә мосолман ғәйләһен үҙ йортонда күрҙек.

37.

Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар өсөн Беҙ шунда тамға (ишарат) ҡалдырҙыҡ.

38.

Муса ваҡиғаларында ла һабаҡтар бар. Беҙ уны ап-­асыҡ дәлилдәр менән Фирғәүен янына ебәрҙек.

39.

Фирғәүен бөтөн тоҡомо менән бергә (имандан) йөҙ сөйөрҙө:

-  Был (Муса) бер сихырсы, күҙ буяусы йәки аҡылдан яҙған меҫкендер, — тине.

40.

Ниһайәт, Беҙ уны ла (Фирғәүенде) ғәскәре менән бергә диңгеҙгә батырҙыҡ. Һуңынан (Яза килгәс) ул бик ныҡ үкенде.

41.

Ғәд халҡының һәләк булыуында ла һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар. Нисек итеп улар өҫтөнә дәһшәтле һәләкәт-дауыл ебәрҙек.

42.

(Ул шундай бер өйөрмә ине) юлында нимә осраһа, шуны ҡуптарып алып, урынында көл менән туп­раҡ ҡына ҡалдырып китте.

43.

Сәмуд халҡының яҙмышы ла бик ғибрәтле. Уларға:

— Уаҡытығыҙ сыҡҡанға саҡлы рәхәттә йәшәп ҡалығыҙ, — тип әйтелде.

(«Сәмүд халҡына ебәрелгән пәйғәмбәр Салих, тәүбәгә килһендәр өсөн, халҡына өс көн мөддәт бирә. Шул уаҡыт эсендә улар тәүбә итмәһә, яза күрәсәктәр, ти». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

44.

Раббының әмеренән сығып, боҙоҡлоҡта хаттин аштылар. Күҙ алдында уларҙы ҡот осҡос ер тетрәүе һәләк итте.

45.

Улар аяҡ өҫтө ҡала алманы. Ярҙамсылара ла булманы.

46.

Байтаҡтан әүәл Нух ҡәүемен дә һәләк иттек. Улар хаттин ашҡан фәсиҡ (боҙоҡ) ҡәүем ине.

47.

Беҙ ҡөҙрәтебеҙ менән Күкте сикһеҙ киң итеп яһаныҡ. Беҙҙә тиңе булмаған ҡеүәт, сикһеҙ ҡөҙрәт бар.

48.

Ерҙе лә Беҙ түшәк шикелле яһаныҡ. Беҙ бик оҫта яһаусы.

49.

Барыһын да пар-пар итеп яһаныҡ. Былар тураһында яҡшылап уйлап ҡараһағыҙ, бер нәтижәгә килерһегеҙ, бит.

50.

Шулай бул­ғас, әйт:

— Барығыҙ ҙа Аллаһҡа һыйынығыҙ. Дөрөҫө шул, мин һеҙҙе (Аллаһтың) ғазабынан һаҡларға тырышыусы, (гөнаһ эшләмә­геҙ, иман килтерегеҙ, тип) киҫәтеүсе бер илсе булам, — тип. — Башҡа бер генә уйҙырма тәңрегеҙҙе лә Аллаһҡа тиң ҡуймағыҙ. Хаҡтыр, мин һеҙҙе киҫәтер өсөн, Аллаһ тарафынан күндергән Пәйғәмбәр булам.

51.

52.

Әүәлге замандарҙа халыҡтарға килгән пәйғәмбәрҙәр араһында кәферҙәр, мөшриктәр тарафынан: сихырсы йәки тилергән, тип мыҫҡыллы көлкөгә күтәрелмәгән бер генә пәйғәмбәр ҙә юҡ.

53.

(Был рәнйетеүле һүҙҙәрҙе) улар бер-берһенә нәҫелдән-нәҫелгә васыят итеп ҡалдырамы? Юҡ, улар ҡәүемдәре менән хаттин ашҡан аҙғын халыҡ ине.

54.

Шу­лай булғас, (Рәсүлем) һин уларҙан йөҙ сөйөр. Улар өсөн һин инде шелтә алмаҫһың.

55.

Һин (Ҡөръән менән) вәғәзеңде дауам ит. Вәғәз мөьминдәргә файҙа килтерер.

56.

Мин ендәрҙе лә, кешеләрҙе лә: бары тик Миңә сәждә итһендәр, тип яралттым.

57.

Мин уларҙан ризыҡ һорамайым. Миңә ризыҡ ашатыуҙарын да теләмәйем.

58.

Хаҡтыр, ризыҡты биреүсе, сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе ул — Аллаһ!

59.

Хаҡтыр, ғәҙелһеҙ золомсолар өсөн, әүүәл йәшәп һәләк булған тиңдәштәренә тигән ғазап насип булыр. Әлегә (Ҡиәмәтте) ашыҡтырмай торһондар.

60.

Уларҙың (кәферҙәрҙең) башына төшәсәк тип, вәғәҙә ителгән ул Көн ҡот осҡос буласаҡ!