50. Ҡаф (Ҡаф)


(Ҡаф сүрәһе 45 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Ҡаф» хәре­фе менән башланғанға күрә, исеме лә Ҡаф тип йөрөтөлә)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ҡаф. Изге Ҡөръән исеме менән әйтәм, үҙ араларынан Пәйғәмбәр килгәнгә улар аптырап ҡалды. Кәферҙәр әйтте:

— Был ғәжәп эш, — тинеләр. - Үлгәндән һуң, тупраҡҡа әйләнгәндән һуң (тағын тереләсәкбеҙме)? Был аҡылға һыймай торған йыраҡ бер эш.

2.

3.

4.

Тупраҡ уларҙың тәндәрен нисек итеп ашап бөтөргәнен бик яҡшы беләбеҙ. Яныбыҙҙа бөтөн нәмә яҙылып һаҡ­ланған Китап бар.

5.

Хәҡиҡәт (Ҡөръән) килгәс, улар уны ялғанға сығар­ҙы. Шуға күрә лә улар ни эшләргә белмәй, аптырап ҡалды ла.

6.

Күккә ҡарамайҙармы һуң улар? Уны нисек итеп төҙөнөк, биҙәнек. Бер генә сатнаған урыны ла юҡ — кәмил иттек.

7.

Ерҙе нисек итеп хасил иттек, өҫтөнә тауҙарҙы беркеттек һәм һәр төрлө (енестән) үҫемлектәр үҫтерҙек.

8.

Аллаһҡа йүнәлгән кешеләрҙең күңел күҙе асылһын һәм ғибрәт алһындар тип, шулай ҡылдыҡ.

9.

Беҙ Күктән бәрәкәтле ямғырҙар яуҙырып, баҡсалар, бәндәләремә ризыҡ булһын тип, (урып алырлыҡ) иген үҫтер­ҙек.

10.

Бейек хөрмә ағастарында теҙелеп киткән мул емештәр етештерҙек.

11.

Йәнә шул ямғыр һыуы менән үле тупраҡҡа йән өрҙөк. (Терелеп) ҡәберҙән сығыу ҙа нәҡ шу­лай буласаҡ.

12.

Уларҙан алдағылар ҙа — Нух ҡәүеме, Расс бәндәләре, Сәмүд, Ғәд, Фирғәүен, Лут һәм Әйкә халыҡтары ла, Тубба кешеләре лә — барыһы ла пәйғәмбәрҙәрҙең өгөттә­рен ялғанға сығарҙы, һәм шул сәбәпле улар Мин вәғәҙә иткән ғазапҡа дусар булды.

13.

14.

15.

Беренсе тапҡыр (күктәрҙе, Ерҙе, Әҙәмде) юҡтан бар иткәндә мохтажлыҡ кисерҙекме, юҡһа (яңынан барлыҡҡа килтерергә лә ҡурҡып торабыҙмы)? Эйе, улар яңынан яралтылышҡа (терелеүгә) ышанмай.

16.

Хаҡтыр, Әҙәмде Беҙ яралттыҡ. Нәфсенең уға ниндәй вәсүәсә бышылдағанын да беләбеҙ. Сөнки Беҙ уға муйын тамырынан да яҡын торабыҙ.

17.

Әҙәмдәрҙең уң яғында (сауаптарын) һәм һул яғында (гөнаһтарын) ғәмәлдәрен яҙып барыусы ике фәрештә бар.

18.

Кешенең ауыҙынан сыҡҡан бер генә һүҙ ҙә күҙәтеүсе тарафынан яҙылмай ҡалмай.

19.

Көндәрҙән бер көндө үлем иләҫлеге килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгән нәмәң шул (әжәл) булыр.

20.

Сур борғоһона өрөлөр, был да кәферҙәр өсөн вәғәҙә ителгән (язаның ысынлыҡҡа ашыу) Көнөлер.

21.

Бына шул Көндө һәр кеше әйҙәүсеһе һәм шәһиттары менән бергә килер.

22.

Әйтелер:

— (Донъяла) һин быларҙан хәбәрһеҙ инең. Бына, өҫтөңдән ҡорманы алдыҡ. Һин хәҙер үткер ҡарашлы булдың (нимә ҡылғандарыңды асыҡ күрерһең!).

23.

Уның юлдашы (фә­рештә) әйтер:

— Бына, янымда (яҙыулы китап) әҙер тора.

24.

(Әҙәмде алып килгән әйҙәүсе менән һаҡсыларға бойоролор):

— Кирегә әйҙәүсе бөтөн кәферҙәрҙе, бар көстәре менән изгелеккә ҡаршы торғандарҙы, залимдарҙы, (Аллаһ хөкөмдәрен) шиккә алғандарҙы, һәр аҙғынды йәһәннәмдең иң хәтәр янған уртаһына ташлағыҙ!

25.

26.

Аллаһҡа тиң (хатта Аллаһтан өҫтөн) күреп әйберҙәргә табынған мөшриктәрҙе икегеҙ ике яғынан тотоп, иң хәтәр янған утҡа ташлағыҙ.

27.

Юлда­шы (шайтан) шунда телгә килер:

— Йә, Раббым, уны мин аҙҙырманым. Ул үҙе Хаҡтан йыраҡ китеп аҙашҡан ине.

28.

Аллаһ әйтер:

—  Ҡаршымда ғауға ҡуптармағыҙ! Мин һеҙгә алдан уҡ (гөнаһ ҡылмағыҙ, Әхирәттә яза алырһығыҙ тип) тәһдид (киҫәтеү) күндермәнемме? Минең янымда һүҙ көрәштерелмәҫ. Әммә Мин бәндәләремә ғәҙелһеҙ залим да түгелмен. Ул Көндө йәһәннәмдән һорарбыҙ:

— Йә, тулдыңмы инде? — тип әйтербеҙ. Ул:

—  Тағын берәйһе бармы? (Булһа — керт, урыным етәр­лек), — тип яуап бирер.

29.

30.

31.

Саф мосолмандар өсөн йәннәт йыраҡ булмаҫ, яҡынайтылыр.

32.

Аллаһҡа юл тотҡан һәр кешегә, Аллаһ ҡуйған сиктәрҙе һәм хөкөмдәрҙе уҙмағандарға, Үҙен күрмәгән килеш тә, Раббының язаһынан ҡурҡҡан әҙәмдәргә һәм ихлас күңелле кешеләргә вәғәҙә ителгән йәннәт бына ошо булыр. Шунда именлек менән керегеҙ. Был үлем янамаған мәңгелек көндәрҙең башы булыр.

33.

34.

35.

Шунда нимә теләһәгеҙ шул бар. Хозурыбыҙҙа тағын да мулыраҡ.

36.

Быларҙан алда тағын да ҡеүәтлерәк тормошло күпме кәфер тоҡомдарын Беҙ юҡ иттек. (Әжәлдән ҡасып ҡо­толор урын эҙләп, улар бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгән булһалар ҙа, язабыҙҙан) ҡасып ҡотолоу мөмкин эшме?

37.

Бына был хикмәттәрҙә күңеле һиҙгер булған, (Аллаһ һүҙенә) иғтибар менән ҡолаҡ һалған кешеләр өсөн һабаҡ алыр­лыҡ ғибрәттәр бар.

38.

Шуныһы ла Хәҡиҡәт ғәләмәтелер: Беҙ күктәрҙе, Ерҙе һәм икеһе араһындағы бөтөн нәмәләрҙе алты (дәүер) көн эсендә яралттыҡ һәм был эш беҙҙең өсөн һис тә йонсоторлоҡ булманы.

(«Йәһүдтәр: Аллаһ алты көн буйына күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар итә-итә хәлдән тайҙы, шуға күрә, ул етенсе көндө, шәмбелә тәхе­те өҫтөндә аяҡ бөкләп ял итте, тип ялған тараттылар. Аят­тың һуңғы йөмләһе шуларға ишара».  Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

39.

(Эй, Мөхәммәд) уларҙың (кәферҙәрҙең нахаҡ) һүҙҙәренә түҙ. Ҡояш сыҡҡан уаҡыттан алып, батышына саҡлы булған арала Раббыңды хуплап, тәсбих әйт (намаҙҙарҙы ҡалдырма).

40.

Төндәрен сәждәләреңдән һуң да Уны зикер ит.

41.

Ул Көндө (Ҡиәмәттә) яҡын урындан ишетелгән тауышҡа (Сур борғоһона) ҡолаҡ һал.

42.

Ул Көндө кешеләр Сур тауышын, һис шикһеҙ, ишетәсәк. Бына (ҡәберҙәрҙән) сығыш Көнө шул булыр.

43.

Йән алыусы ла, йән өрөүсе лә, әлбиттә, Беҙ булыр­быҙ. Ҡайтарылыш та фәҡәт Беҙҙең янға булыр.

44.

Ашы­ғып өҫкә сыҡһындар өсөн, ул Көндө Ер ярылып асылыр. Барығыҙ ҙа бергә тупланыр. Был эш Беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел.

45.

Уларҙың (кәфер) һөйләгәне Беҙгә бик яҡшы мәғлүм. Һин уларҙы (дингә) ирекһеҙләүсе түгелһең. Киҫәтеүҙәремдән ҡурҡҡандарға Ҡөръән уҡып, вәғәз һөйлә.