49.
Хужүрәт (Бүлмәләр)


(Хужүрәт сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. Исе­ме дүртенсе аяттағы «Хужүрәт» — бүлмәләр һүҙенән килә)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әй, иманлы әҙәмдәр! (Һүҙҙә һәм ғәмәлегеҙҙә) Аллаһтың һәм Рәсүленең алдына сыҡмағыҙ. Аллаһ ҡаршыһында (гөнаһ­лы булыуҙан) ҡурҡығыҙ. Шик-шөбһә юҡ, Аллаһ ишетеп, белеп тороусы.

2.

Әй, иманлы әҙәмдәр! Пәйғәмбәрегеҙ янында тауыш күтәрмәгеҙ. Бер-берегеҙгә ҡысҡырып баҡырған кеүек, Пәйғәмбәргә ҡаты тауыш менән өндәшмәгеҙ. Юҡһа, һеҙ үҙе­геҙ ҙә абайламаҫтан, ғәмәлдәрегеҙҙе юҡҡа сығарырһығыҙ.

3.

Аллаһ илсеһе янында түбән (тыныс) тауыш менән һөйләшеүселәр­ҙең, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан саф мосолман булыуы һынала. Уларға ярлыҡау һәм олуғ әжер бар.

4.

(Мөхәммәд) өй бүлмәләре аша һиңә аҡырып өндәшкән бәндәләрҙең күбеһе быны (был әҙәпһеҙлеген) аңламай.

(«Етмеш кеше йыйылышып, өйлә уаҡытында Пәйғәмбәр янына килде. Пәйғәмбәр үҙ бүлмәһендә ине. Тыштағылар: «Эй, Мөхәммәд! Сыҡ беҙҙең янға-а!» — тип аҡырҙылар». Ғәли Турғут тәфсиренән.)

5.

Әгәр улар һин сыҡҡансы сабыр итеп көтөп торған булһа, әлбиттә, үҙҙәре өсөн бик яҡшы булыр ине. Аллаһ — ярлы­ҡаусы һәм мәрхәмәтле кисереүсе.

6.

Әй, иман килтергән кешеләр! Әгәр ҙә шикле кеше һеҙгә берәй хәбәр килтерһә, ул хәбәрҙең хаҡмы, юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Юҡһа, абайламаҫтан, бер төркөм халыҡҡа зыян килтерерһегеҙ ҙә, һуңынан үкенерһегеҙ.

7.

Шуны белеп тороғоҙ, һеҙҙең арала Аллаһтың илсеһе бар. Мөһим эштәрҙе ул һеҙҙең теләк менән генә башҡарһа, һеҙ ҡыйын хәлдә ҡалған булырһығыҙ. Аллаһ һеҙҙең күңелдәре­геҙгә иман һеңдерҙе, иман нуры һеҙҙе биләп алды. Кәфер эштәрҙе, әшәкелекте, (Хаҡҡа ҡаршылыҡты) ғисъянды һеҙгә харам итте. Тура юлға баҫҡандар бына шулар булыр.

8.

Был—Аллаһтың ниғмәте, йомартлығы. Аллаһ — ғилем эйәһе һәм хакимдыр.

9.

Мосолмандар ике төркөмгә айырылып, һуғыша башлаһалар, уларҙы татыулаштырығыҙ. Береһе башлап ғәҙелһеҙ һөжүм итһә, Аллаһ ҡушҡанса ғәмәл ҡыла башлағанға саҡлы, шул яҡҡа ҡаршы һуғышығыҙ. Бойһонһалар, ғәҙеллек менән татыулаштырығыҙ. Һәм һәр эштә ғәҙел булығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ғәҙел ғәмәлдәрҙе ярата.

10.

Мосолмандар үҙ-ара ҡәрҙәш. Шулай булғас, ҡәрҙәштәрҙең араһын яйлаһағыҙ һәм Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡһағыҙ, ярлыҡанырһығыҙ, Уның рәхмәттәренә ирешерһегеҙ.

11.

Әй, мөьминдәр! Бер төркөмөгөҙ икенсеһен мыҫҡыл­лап көлмәһен (кәмһетмәһен). Бәлки, улар (мыҫҡыллаусынан) күпкә яҡшыҙыр. Ҡатындар ҙа ҡатындарҙан көлмәһен. Бәлки, улар күпкә яҡшылыр. Бер-берегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Бер­-берегеҙгә әшәке ҡушаматтар таҡмағыҙ. Иман килтереп тә, әшәкелек ҡылыу яман ғәҙәт. Тәүбәгә килмәгәндәр рәхимһеҙ залим була.

12.

Әй, иманлы кешеләр! Уйҙырмаларҙың (ғәйбәт, имеш-мимештәрҙең) күбеһенән ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гөнаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. Үлгән ту­ғанының итен ашап, кеше тәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡылып, гөнаһҡа ба­тыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә һәм ярлыҡай.

13.

Әй, әҙәм балалары! Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙе бер ир, бер ҡатын итеп яралттыҡ. Бер-берегеҙ менән аралашығыҙ тип, һеҙҙе ҡәүемдәр һәм ҡәбиләләргә айырҙыҡ. Хаҡтыр, гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡан кеше Аллаһ ҡаршыһында иң оло абруй ҡаҙаныр. Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ барыһын да белеп, барыһынан да хәбәрҙар булып тора.

14.

Бәҙәүи ғәрәптәре:

— Иман килтерҙек, — тине. Әйт һин уларға:

— Һез: иман килтерҙек, тип әйтмәгеҙ; буйһондоҡ, тип әйтегеҙ. Иман һеҙҙең күңелегеҙгә кереп урынлашманы бит әле. Аллаһҡа һәм уның илсеһенә итәғәт итһәгеҙ, Аллаһ ҡаҙаныштарығыҙҙы кәметмәҫ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы, миһырбанлы кисереүсе.

15.

Бары тик Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтергәс, икеләнеп ҡалмаған, Аллаһ юлында малын һәм йәнен ҡыҙғанмайынса көрәшкән кеше генә хаҡ мосолман була. Бына шулар (эштә) ғәҙел, һүҙҙә тоғро кешеләр.

16.

Әйт һин:

—  Һеҙ (үҙегеҙ ҙә ышанып бөтмәгән) динегеҙгә Аллаһты өйрәтергә алындығыҙмы? (Йүнләп иман килтермәгән башығызҙҙан, иман килтерҙек тип, Аллаһты алдарға аҙапланаһығыҙмы?) — тип. Аллаһ күктәрҙә булғандарҙы ла, Ерҙәгеләрҙе лә белеп тора. Аллаһ бөтөн нәмәне дөрөҫө менән белеп тороусы.

17.

Улар:

— Ислам динен ҡабул итеүебеҙ һинең файҙаң, мәнфәғәтең өсөн, — тип фараз ҡыла.

Әйт һин:

— Минең күңел булһын өсөн генә мосолманлыҡты ҡабул итмәгеҙ. Ғәҙел кешеләр икәнһегеҙ, шуны белеп тороғоҙ: әгәр иманығыҙҙа ныҡ торһағыҙ, һеҙҙе тура юлға йүнәлтеп, Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгә мәнфәғәт ҡылыр, — тип.

18.

Шөбһәһеҙ, Аллаһ — күктәрҙең һәм Ерҙең серҙә­рен белеүсе. Аллаһ — ҡылғандарығыҙҙы күреп тороусылыр.