48. Фәтех (Еңеү)


(Фәтех сүрәһе 29 аяттан тора. «Фәтех» — еңеү тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

(Эй, Мөхәммәд) Беҙ һиңә, ысынлап та, бөйөк еңеүгә юл астыҡ.

2.

Шулай итеп, Аллаһ һинең ҡылған һәм кисектерелгән хаталарыңды ярлыҡар. Һиңә булған ниғмәтте тамамлар һәм һине тура юлға күндерер.

3.

Һәм һиңә (данлы бер еңеү биреп) ярҙам итер.

4.

Имандарын тағын да нығытһындар тип, мөьминдәр­ҙең күңеленә өмөт индереүсе — Аллаһ. Күктәрҙәге, Ерҙәге хеҙмәтселәр ғәскәре лә — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ - белеп тороусы, һәр бер эште хикмәте менән башҡарыусылыр.

5.

(Аллаһтың ғәләмдәр өҫтөндәге ул ғилеме һәм хикмәттәре) мөьмин ирҙәрҙе, мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәңге йәшәп ҡаласаҡ, арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәренә урынлаштырыу өсөн һәм уларҙың гөнаһтарын кисерер өсөн (ҡулланыла). Бына, (ҡотолған мөьминдәргә) Аллаһ хозу­рындағы Сәғәдәт шул булыр.

6.

Аллаһ хөкөмдәре тураһында яман фекерҙә тороусы мо­нафиҡ (ике йөҙлө) ирҙәр, ике йөҙлө ҡатындар һәм мөшрик ирҙәр һәм мөшрик ҡатындарҙы — үҙҙәрен әсе ҡәһәр һуҡҡан язаға тартыу өсөн (Аллаһ тәдбир ҡорҙо). (Сөнки) улар­ға Аллаһтың асыуы сыҡты, уларҙы рәхмәтенән мәхрүм итте. Улар өсөн йәһәннәмде әҙерләп ҡуйҙы. Улар барасаҡ ер бик тә хәтәр урын.

7.

Күктәрҙәге (фәрештәләр), Ерҙәге (яза һәм һидәйәт) ғәскәрҙәрҙең хужаһы — Аллаһ ҡөҙрәтле, Ул — хикмәт эйәһе.

8.

(Эй, Мөхәммәд) Беҙ һине (кешеләрҙең ҡылғандарына) шаһит бул тип, (йәннәт менән) һөйөндөрөүсе, (йәһәннәм менән) көйөндөрөүсе сифатында күндерҙек.

9.

Әй, әҙәм балалары, (Мөхәммәдте һеҙгә күндерҙем) һеҙ Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанһын, тип. Уға ярҙам итерһегеҙ, уны хөрмәтләрһегеҙ, тип. Аллаһты зикер итеп, иртә-кис тәсбих әйтһендәр, тип.

10.

Шуныһы хаҡтыр, (эй, Мөхәммәд) һиңә һүҙ бир­гәндәр (ант иткәндәр) Аллаһҡа һүҙ биргән кеүек булыр. Аллаһтың (хуплаусы) ихтыяры уларҙың (һүҙ биргәндәрҙең) өҫтөндәлер. Кем (һүҙендә тормаһа) ант бауын өҙһә, анты үҙ башына булыр. Аллаһҡа биргән һүҙендә кем ныҡ тора, Аллаһтың олуғ әжере шуға булыр.

11.

(Һинең менән барырға риза булмайынса) өйҙәрендә ҡал­ған бәҙәүиҙәр әйтәсәк:

—  Малдарыбыҙ, ғаиләләребеҙ арҡаһында беҙ бара алманыҡ, һин беҙҙең өсөн доға ҡыл: бәлки, Аллаһ беҙҙе кисерер, ә?

    Улар күңелдәрендә булмағанды телдәре менән һөйләй. Әйт һин уларға:

— Аллаһ һеҙгә зыян һалырға теләһә лә, файҙа килтерергә ихтыяр итһә лә (Уның хозурында), Уға берәү ҙә ҡаршы килә алмаҫ. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙан хәбәрҙар.

12.

Ысынлыҡта, һеҙ Пәйғәмбәр ҙә, мосолмандар ҙа иҫән-аман килеш ғаиләләренә ҡайтыр, тип уйламанығыҙ. Һеҙҙең был яман уйығыҙ үҙегеҙгә яҡшы булып тойолдо. Һеҙ мәкер ҡор­ҙоғоҙ. Тик, һеҙ һәләкәткә мәхкүм бер ҡәүем булдығыҙ.

13.

Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәренә иман килтермәгән кеше ҡәтғи белеп торһон, Беҙ кәферҙәр өсөн йәһәннәм уты әҙерләнек.

14.

Күктәрҙәге һәм Ерҙәге милектең барыһы ла — Аллаһтыҡы. Ул ихтыяр иткән кешеһен ярлыҡай, кемдеҙер яза­ға тарта. Аллаһ — ярлыҡаусы, киң рәхмәтле кисерә белеүсе.

15.

Һеҙ ғәнимәт малдарын бүлешергә киткәндә, (һуғыш­ҡа бармайынса) өйҙәрендә ултырып ҡалғандар әйтер:

—  Мал бүлешергә беҙҙе лә эйәртегеҙ, — тип ялбарырҙар. Шулай итеп, улар Аллаһтың һүҙен үҙгәртергә теләр.

    Әйт һин уларға:

—  Һеҙ беҙгә эйәрмәҫһегеҙ. Аллаһ башта уҡ шулай бойорҙо, — тип.

—  Юҡ-юҡ, һеҙ беҙҙән көнләшәһегеҙ, шуға күрә эйәртмәйһегеҙ, — тип әйтәсәктәр. Дөрөҫтән дә, улар — бик тә сай фекерләүсе ҡәүем.

16.

Өйҙәрендә ултырып ҡалған бәҙәүиҙәргә әйт һин:

— Һеҙ оҙаҡламай ғәйәт көслө ғәскәргә ҡаршы һуғышыр­ға саҡырыласаҡһығыҙ, — тип. — Уларға ҡаршы ахырға ҡәҙәр (ҡырып бөтөргәнсе йәки улар мосолман булғансы) һуғышасаҡһығыҙ. Әгәр әмергә буйһонһағыҙ, Аллаһ һеҙҙе яҡшы бүләкләйәсәк. Әммә теге ваҡыттағы кеүек, (Жиһадтан) баш тартһағыҙ, һеҙ хәтәр язаға дусар буласаҡһығыҙ.

17.

Һуғышҡа бармаһа ла, һуҡырға гөнаһ юҡ, аҡһаҡҡа гөнаһ юҡ, сирлегә гөнаһ юҡ (былар һуғышҡа барыу бурысынан азат).

Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә итәғәт иткән кешене Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып торған йәннәттәргә урынлаш­тырыр. Кем йөҙ сөйөрһә, хәтәр ғазапҡа мәхкүм булыр.

18.

Хаҡтыр, ағас күләгәһендә һиңә ант биргән мөьминдәрҙән Аллаһ риза булды. Уларҙың күңелендә нимә бар, шуны белде, уларға именлек тойғоһо бирҙе. Уларҙы тиҙ арала еңеүгә ирештерҙе.

19.

Унан һуң байтаҡ ҡына ғәнимәт биреп, уларҙы бүләкләне. Аллаһ өҫтөндөр, хикмәт эйәһелер.

20.

Аллаһ һеҙгә үҙегеҙ ҡаҙанасаҡ ғәнимәт малын вәғәҙә итте. Һәм ул табышты (Аллаһ ярҙамы менән) һеҙ тиҙ ҡулға төшөр­ҙөгөҙ. Аллаһ дошмандарҙың ҡулын тотто (һеҙ еңдегеҙ). Был эш мөьминдәргә бер кинәйә һәм һеҙ тура юлға баҫһын өсөн һабаҡ булһын, тип әмер ителде.

21.

Ләкин быларҙан тыш Аллаһтың һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйған башҡа ғәнимәттәре лә бар, ләкин хәҙергә һеҙ уларҙы ҡулға төшөрә алманығыҙ. Уныһын Аллаһ үҙ янында әҙер тота. Аллаһтың ҡөҙрәте киң.

22.

Инҡар итеүселәр һеҙгә ҡаршы һуғышҡа сыҡһалар, артҡа сигенеп ҡасалар. Бер генә дуҫ та, бер генә ярҙамсы ла таба алмайынса йөрөйҙәр.

23.

Был — Аллаһтың быңа ҡәҙәр килеп-киткән ҡәүемдәре хаҡындағы ҡанундыр. Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың.

24.

Мәккәнең үҙәгендә һеҙҙе улар өҫтөнән еңеүсе итте, уларҙың ҡулын тотто (һеҙ еңдегеҙ), һеҙҙең ҡулдарҙы улар өҫтөнән алды. Аллаһ бөтөн ҡылғандарығыҙҙы белеп тора.

25.

Инҡар итеүселәр һеҙҙе Мәсжед-и Харамға кертмә­неләр һәм ҡорбанлыҡтарығыҙҙы тотҡарлап, (ҡорбан сала торғган) ергә ебәрмәҫкә маташтылар, был — мөшриктәр эше. Әгәр уларҙың араһында мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындар булмаһа, бер-берегеҙҙе белештермәй (теләмәҫтән) үлтереү (мосолман­ды үлтереп, үҙ өҫтөгөҙгә гөнаһ алыу) ҡурҡынысы булмаһа (Аллаһ һеҙҙе һуғыштан тыйып тормаҫ ине). Аллаһ үҙе ихтыяр иткән кешегә генә рәхмәтле. Әгәр ҙә мөьминдәр кәферҙәрҙән айырым булһа ине, кәферҙәргә бик тә әсе ғазап биргән булыр инек.

26.

Инҡар итеүселәр күңелдәрендә тәкәбберлек, маһайыу тәрбиә иттеләр, наҙанлыҡ маһайыуы. Аллаһ илсеһенә һәм иман килтергән кешеләрҙең күңеленә именлек индерҙе һәм уларға тәҡүәлекте әмер итте. Улар быңа хаҡлы һәм лайыҡ ине. Аллаһ барыһын да белә.

27.

Хаҡтыр, Аллаһ илсеһенең (йоклағанда) күргән төшөн дөрөҫкә сығарҙы. Аллаһ ихтыяр итһә, сәсегеҙҙе ҡыҫҡартып, баш сәсегеҙҙе ҡырып, һис ҡурҡмайынса, һис шикһеҙ, Мәсжед-и Харамға керерһегеҙ. Аллаһ һеҙ белмәгәндәрҙе белә. Бынан әүүәл дә һеҙгә еңеү килтергән ине.

28.

Бөтөн диндәрҙән өҫтөн ҡылыу өсөн, Пәйғәмбәрҙе тура юл һәм хаҡ дин менән Аллаһ күндерҙе. Шаһит булараҡ та Аллаһ бер үҙе етәр.

29.

Мөхәммәд - Аллаһтың Пәйғәмбәре. Уның янында­ғылар кәферҙәргә ҡаршы ҡаты торалар, үҙ араларында мәрхәмәтле ғәмәлдә. Уларҙы һин рәкүғҡә барғанда ла, сәждәгә киткәндә лә күрерһең. Улар Аллаһтан ниғмәт һәм ризалыҡ теләйҙәр. Уларҙың йөҙҙәрендәге тамғалар сәждә эҙелер. Был уларҙың Тәүрәттәге сифаттары. Инжилдәге ва­зифалары ла шундай уҡ: үҫенте сығарыусы иген кеүек, ул үҫен­те ебәрә, унан һабағын нығыта, унан һуң тулып өлгөрә, игенсене ҡыуандырып, кәферҙәрҙе хурландырып, шаулап иген уңа. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һәм олуғ әжерҙәр булыр.