46. Әхҡаф (Ҡом тауы)


(Әхҡаф сүрәһе 35 аяттан тора. Ғәд ҡәүеме йәшәй торған сүлдәге ҡом бархандары ғәрәпсә «Әхкәф» тип атала. Сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ха. Мим.

2.

Был Китап еңелеү белмәҫ ҡөҙрәтле һәм берҙән-бер хөкөм­дар һәм хикмәт эйәһе Аллаһтан индерелде.

3.

Күктәрҙе, Ерҙе, улар араһындағыларҙы Беҙ Хәҡиҡәт булараҡ, тәртип иттек һәм мәғлүм бер мөддәткә саҡлы хәрәкәт итһендәр тип, яралттыҡ. Кәферҙәр киҫәтелгәндәрҙән йөҙ сөйөрә.

4.

Әйт:

—  Аллаһты инҡар итеп, табынған нәмәләрегеҙҙең ниндәй (ҡөҙрәткә эйә) булғандары тураһында фекерҙәрегеҙҙе миңә әйтегеҙ. Уларҙың донъяла барлыҡҡа килтергән нәмә­ләрен күрһәтегеҙ, — тип. — Юҡһа, күктәрҙе барлыҡҡа кил­тереүҙә уларҙың ҡатнашы бармы? Бынан әүәл (индерелгән) бер китап йәки ғилем ҡалдығы булһа, дөрөҫлөккә дәғүә итһәләр, миңә (дәлил) килтерегеҙ.

5.

Аллаһты инҡар итеп, башҡа (боттарға, һындар)ға та­быналар. Ул нәмәләр (боттар, һындар, таш, ут...) уларға Ҡиәмәткә ҡәҙәр ләм-мим һүҙ әйтмәһә лә. Шулар кеүек аҙашҡан берәй кеше булырмы? Гәрсә улар (боттар, һындар) үҙҙәренә табынғандары тураһында белмәйҙәр ҙә.

6.

Кешеләр мәхшәрҙә бер майҙанға тупланған ваҡытта улар (һындарға табыныусылар) үҙҙәре табынғандарҙың дошманына әүерелер. Улар (ағасҡа, ташҡа, һындарға) табынғандарын инҡар итерҙәр.

7.

Аяттарыбыҙ уларға асыҡ итеп уҡылғанда, йәғни уларға Хәҡиҡәт килгәс, барыһын да инҡар иттеләр.

— Был — көн кеүек асыҡ бер сихыр, — тинеләр.

8.

Юҡһа:

— Уны (Ҡөрьәнде) ул үҙе уйлап сығарған, -тип әйтәләрме?

   Әйт һин:

— Әгәр уны мин уйлап сығарған булһам, Аллаһ тарафынан миңә киләсәктән — язанан мине ҡотҡарырға көсөгөҙ етмәҫ ине. Ул һеҙҙең Ҡөръән хаҡында һөйләгән ғәйбәттә­регеҙҙе яҡшы белеп тора. Минең менән һеҙҙең арала шаһит булыр өсөн бер Аллаһ етә. Аллаһ — рәхимле ярлыҡаусы.

9.

Әйт һин:

—  Мин беренсе килгән пәйғәмбәр түгел, — тип. - Үҙемә һәм һеҙгә нимә буласағын да мин белмәйем. Мин бары тик үҙемә йөкләнгән уахигә йөҙ тотам. Мин бары тик асыҡтан-асыҡ киҫәтеүсе генә.

10.

Әйт:

— Уйлағанығыҙ бармы? Был (Ҡөръән) Аллаһ тарафынан килгән булһа ла, һеҙ уны инҡар иттегеҙ һәм Исраил тоҡомонан булған берәү үҙенә оҡшаш (тағын бер пәйғәмбәр киләсәгенә)   шаһитлыҡ итте һәм иман килтерҙе. Шулай ҙа һеҙ һаман кирелегегеҙгә табан бараһығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ залимдарҙы тура юлға күндермәҫ.

(«Исраил тоҡомло — Яҡуп нәҫелле, йәғни йәһүдиләрҙең береһе, Ғаб­дулла ибн Сәләм исемлеһе Мусаға индерелгән Тәурәттә һуңғы Пәйғәмбәр булып Мөхәммәдтең киләсәге тураһында хәбәр таба һәм Исламды ҡабул итә». Хәсән Чантай тәфсиренән )

11.

Ул кәферҙәр иман килтергәндәр хаҡында әйттеләр: - Әгәр ул эш (иман килтереү) яҡшы булһа, улар беҙҙе уҙып иман килтермәгән булыр ине, — тинеләр. Улар (Ҡөръәнгә эйәр­мәне) тура юлдан китмәне һәм:

— Был — әүәлдән килә торған ялған, — тинеләр.

12.

Унан (Ҡөръәндән) әүәл дә тура юл күрһәтеүсе һәм рәхмәт булараҡ, Мусаға Китап (Тәүрәт) индергән инек. Бына был (Ҡөръән)дә гөнаһлы залимдарҙы киҫәтер өсөн, изгелек ҡыл­ғандарҙы һөйөндөрөр өсөн, ғәрәпсә индерелде һәм ул Тәүрәт­ты дөрөҫләп, раҫлаусы бер Китап.

13.

— Раббыбыҙ — Аллаһ! — тип, һуңынан да шуға тура булғандар өсөн (Ҡиәмәттә) бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ. Уларға ҡайғы килмәҫ.

14.

Улар йәннәт әһеле булыр. Ҡылған изгелектәренә күрә, әжер булараҡ, шунда (йәннәттә) мәңгегә ҡаласаҡтар.

15.

Беҙ әҙәм балаһына ата-әсәгә изгелекле булырға васыят иттек. Әсәһе уны ҡарынында йөрөтә. Ауырлыҡ менән таба. Баланың әсә ҡарынында йөрөүе һәм һөт имә торған ваҡыты утыҙ айҙыр. Ниһайәт, ул (бала) егетлек осорына етә. Ҡырҡ йәшкә еткәс, әйтер:— Йә, Раббым, үҙемде, ата-әсәмде ниғмәтләндергәнеңә шөкрәнәмде ҡабул ит, Һине ризалатырлыҡ изгелекле ғәмәлдәрҙә булыуыма миңә илһам бир. Үҙемде лә, нәҫелемде лә рәхмәтеңдән ташлама. Хаҡтыр, мин Һиңә йүнәлдем. Шикһеҙ, мин (иман килтереп) мосолман булдым.

16.

Ҡылған изгелектәрен ҡабул итеп, гөнаһтарын ярлы­ҡаясағыбыҙ, бына ошо кешеләр — йәннәттәгеләр араһында булыр. Был уларға бирелгән вәғәҙә нәтижәһе.

17.

Ата-әсәһеңә:

—  Уф, туйҙым һеҙҙән, минән элек тә күпме нәҫелдәр йәшәп үлгән (һәм терелеп ҡайтмаған), шулай ҙа һеҙ минең яңынан терелеп сығарыласағыма ышандырырға тырышаһығыҙ! — тип ҡаршы итеүселәр юҡмы ни?

Ата-әсәһе Аллаһҡа ялбарыр ҙа, балаһына әйтер:

—  Йаҙыҡтар (ҡайғы) булыр һиңә! Иман килтер. Аллаһтың язаһы, һис шикһеҙ, хаҡ! — тип өгөтләрҙәр.

Ул иһә:

— (Һеҙ һөйләгәндәр) боронғоларҙан ҡалған әкиәттән баш­ҡа һис нәмә түгел, — тип әйтер.

18.

Бына шундай (кәфер һөйләүселәр) әүәл йәшәп-киткән ендәр һәм (гөнаһлы) кешеләр өйөрө менән бергә йәһәннәмдә булыр, тигән Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡлыҡҡа иреште. Ысындан да, улар ҙур зыян күреүселәр рәтендә.

19.

Һәр кемдең ҡылғанына күрә дәрәжәһе лә булыр. Уларға һис бер ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Ғәмәлдәренә күрә әжерҙәре түләнер.

20.

Ут ҡаршыһына килтерелгәс, кәферҙәргә әйтелер:

— Һеҙ фани донъялағы тормошоғоҙҙа рәхәт йәшәп, бөтөн зәүҡий ләззәт маяғыҙҙы исраф итеп бөтөрҙөгөҙ инде. Хаҡы­ғыҙ булмаған көйөнсә, Ер йөҙөндә артыҡ тәкәббер булдығыҙ. Шундағы боҙоҡлоғоғоҙ өсөн, бөгөн бында хурлыҡ ға­заптары менән язаланырһығыҙ.

21.

Ғәд халҡы араһынан сыҡҡан (Һуд)ты иҫеңә төшөр. Унан әүәл дә, унан һуң да киҫәтеүсе пәйғәмбәрҙәр килеп киткән ине инде. Хәтерләйһеңме, ул Әхҡафтағы (ҡом сүлендә­ге) халыҡты:

— Аллаһтан башҡаға ғибәҙәт ҡылмағыҙ! Шуныһы хаҡтыр, мин һеҙҙең өҫкә киләсәк хәтәр Көндөң ғазабынан ҡурҡам, —тип киҫәткән ине.

22.

Улар әйтте:

—  Һин беҙҙе табына торғандарыбыҙҙан уаз кистерергә тип килдеңме? Әгәр ҙә һин һөйләгәндәр хаҡ булһа, вәғәҙә итә торғаныңды (ғазаптар, мөғжизәләреңде) хәҙер үк күрһәт, - тинеләр.

23.

(Һуд) әйтте:

—  (Һеҙгә ғазаптың ҡасан килаһен) бер Аллаһ белә. Мин алып килгән хәбәрҙе генә һеҙгә тапшырам. Ләкин, күрәм, һеҙ наҙандар өйөрө икәнһегеҙ, — тине.

24.

Шул саҡ (улар йыйылған) үҙәнгә табан килеүсе ғазап болотон күреп, әйттеләр:

— Был ямғыр болото! — тинеләр.

—  Юҡ, — тине (Һуд) — Был һеҙ хәҙер үк күрергә теләгән ғазабығыҙ, ҡаты дауыл — хәтәр яза болото булыр.

25.

— Раббының әмере менән ул бөтөн нәмәне харап итеп бөтөрөр. (Дауылдан һуң) уларҙың емерек ҡаралты-ҡуралары ғына тырпайып ҡалыр. Бына, гөнаһлыларҙы Беҙ шулай яза­лайбыҙ.

26.

Хаҡтыр, уларға ла һеҙгә бирмәгән ҡөҙрәтебеҙҙе һәм байлығыбыҙҙы бирҙек. Үҙҙәренә ҡолаҡтар, күҙҙәр һәм йөрәк бирҙек. Ләкин ҡолаҡтары ла, күҙҙәре лә, йөрәктәре лә улар­ға һис бер файҙа килтермәне. Сөнки улар Аллаһ аяттарын (ап-асыҡ иҫбаттарын) белгән көйөнсә, инҡар итте. (Әхирәт­тәге ғазап тураһындағы хәбәребеҙҙе) мыҫҡыллап көлгәндәр ине, (шул ғазап) үҙҙәрен сорнап алды.

27.

Хаҡтыр, Беҙ яҡын-тирәгеҙҙәге мәмләкәттәрҙе һәләк иттек. Бәлки, улар (кәферлектән) иманға ҡайтырҙар тип, аяттарыбыҙҙы ҡат-ҡат аңлаттыҡ.

28.

Улайһа, ни өсөн Аллаһтан башҡаны яҡын күреп та­бынған һындары уларҙың үҙҙәрен Аллаһ ғазабынан ҡот­ҡарманы? Ғазап килгәс, ул һындар юҡҡа сыҡты. Шул һындар Аллаһ менән аралашсылыҡ итәсәк, тип әйтеүҙәре уларҙың ялғаны һәм уйҙырмаһы ине.

29.

Ҡөръән тыңлаһындар тип, бер төркөм енде һинең янға ебәрҙек. Ҡөръән тыңларға әҙерләнеп бөткәс, улар бер-береһенә әйтте:

—  Тынығыҙ! (Тын да алмайынса тыңлағыҙ!) — тинеләр. Ҡөръән уҡылып бөткәс, улар (Ҡиәмәт көндө буласаҡ яза­лар тураһында) киҫәтеүсе булып, үҙ ҡәүемдәренә әйләнеп ҡайт­ты.

30.

Улар:

— Әй, ҡәүемебеҙ, — тине. —Хаҡ һөйләйбеҙ: беҙ Мусанан һуң индерелгән һәм үҙенән алда килгән (боҙолған китаптарҙы) дөрөҫләүсе, Хәҡиҡәткә һәм тура юлға йүнәлтеүсе бер Китап һүҙен тыңланыҡ. Әй, ҡәрҙәштәребеҙ! Аллаһтың киҫәтеүсеһенә бойһоноғоҙ. Аллаһҡа иман килтерегеҙ, һәм Аллаһ һеҙҙең бер өлөш гөнаһтарығыҙҙы кисерер һәм һеҙҙе әсе ғазаптан ҡотҡа­рыр.

31.

32.

Аллаһтың киҫәтеүсеһенә ҡолаҡ һалмаған кеше Аллаһты Ер йөҙөндә меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫ. Аллаһтан башҡа ул кеше үҙенә дуҫтар ҙа таба алмаҫ. Бына шулар инде күрәләтә юлдан яҙған бәндәләр.

33.

Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан ваҡытта арыу-талыуҙы белмәгән Аллаһтың үлеләрҙе терелтергә генә ҡөҙрәтенән киләлер, бит. Шул турала уларҙың башына килмәйме? Әлбиттә, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә.

34.

Утҡа ташланасаҡ Көндө инҡар итеүселәргә:

— Йә нисек? Был (яза) хаҡ түгелме ни? — тип әйтелгәс, улар:

— Хаҡ! Валлаһи хаҡ, — тип әйтерҙәр. Аллаһ иһә:

— Улайһа, инҡарығыҙға күрә язаһын да татығыҙ! — тип бойорор.

35.

Шулай булғас, (эй, Мөхәммәд) тәүәккәл-ғәйәр (ҡаҡшамаҫлыҡ эйәһе булған) пәйғәмбәрҙәр сабыр булған кеүек, һин дә түҙ, сабыр ит. (Кәферҙәргә биреләсәк язаларҙы) ашыҡтырма. Вәғәҙә ителгән ғазапты күргәс, уларға фани донъяла көндөң бер сәғәте кеүек әҙ йәшәгәндәй тойолор. Был (Ҡөръән кешеләргә бөтөн хәбәрҙәрҙе лә) ирештереүсе. Юлдан яҙған халыҡтарҙан баш­ҡалары һәләк ителерме? (Һис ҡасан да!)