45.
Жәҫиә (Теҙләнеү)


(Жәҫиә сүрәһе 37 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡиәмәт көнөндә теҙләнеп тороусы гөнаһлылар тураһында һөйләнгәнгә күрә, исеме «Жәҫиә», йәғни «теҙләнеп тороу» шунан килә.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ха. Мим.

2.

Был Китап (Ҡөръән) ҡөҙрәтле һәм хаким һәм хикмәт эйәһе Аллаһ тарафынан индерелде.

3.

Шик юҡ, иманлы кеше өсөн күктәрҙә һәм Ерҙә (Ҡөръәндең дөрөҫлөгөнә) байтаҡ дәлилдәр бар.

4.

Кешеләрҙең юҡтан бар ителеүе лә, Ер йөҙөнә тарал­ған йән эйәләренең (Аллаһ тарафынан) яралтылышы ла, иман килтергән халыҡтар ғибрәт алырлыҡ кинәйәлар (сағыштырмалар), ишаралар аша хәбәр ителә.

5.

Төндөң һәм көндөң алмашыныуы, Аллаһтың Күктән индергән ризыҡтары (ямғыры) һәм үлемдән һуң тупраҡтың яңынан терелеүе, елдәрҙең төрлө яҡҡа иҫеүе аҡылы булған халыҡҡа (Аллаһтың бер булғанына һәм сикһеҙ ҡөҙрәтенә ышаныслы) дәлилдәрҙер.

6.

Бына Аллаһтың аяттарын һиңә дөрөҫлөк булараҡ уҡыйбыҙ. Аллаһтың ошо (ысын-дөрөҫ) аяттарынан һуң, улар (кәферҙәр, мөшриктәр) ниндәй һүҙгә ышанырҙар икән инде?

7.

Ялғанға, гөнаһҡа батҡан кешенең хәле ҡот осҡос бу­лыр.

8.

Үҙенә Аллаһтың аяттарын уҡығанда ул (мөшрик, кәфер, монафиҡ) тыңлаған булыр, һуңынан танауын юғары күтәреп, ишетмәмешкә һалышыр. Бына шуларға һин (Мөхәммәд) хәтәр яза буласағы тураһында әйт.

9.

Берәй аятыбыҙҙы (Ҡөръәндән икәнен) белеп алһа, ул мыҫҡыллап көлә башлай. Улар өсөн хурлыҡлы яза була­саҡ.

10.

Барасаҡ юлдары — йәһәннәм. Уларҙың йыйған нәмәләре (мал-тыуарҙары, балалары, байлыҡтары), Аллаһты инҡар итеп, табына торған (сын) дары бер нисек тә ярҙам итә алмаҫ. Уларҙың әжере – хәтәр яза.

11.

Ҡөръән — тура юлдыр. Раббының аяттарына кәфер итеүселәр өсөн хәтәр ғазаптарҙан тороусы бик тә ҡаты яза булыр.

12.

Уның әмере менән кәмәләрҙә йөҙөп, (Аллаһ үҙҙәренә насип иткән) ризыҡтарын эҙләп тапһындар һәм (тапҡандарына) шөкөр итһендәр тип, Аллаһ һеҙҙең ҡулланышығыҙға диңгеҙҙе бирҙе.

13.

Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шуларҙың барыһын да Ул Үҙ тарафынан индереп, һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирҙе. Әлбиттә, был турала уйлап ҡараған кешеләр өсөн ғибрәттәр бар.

14.

(Эй, Мөхөммәд) иман килтергәндәргә әйт:

— Аллаһ яза бирә торған Көндөң (Әхирәттең) киләсә­генә ышанмағандарҙы кисерһендәр. (Хөкөмдарлыҡты үҙ өҫтө­гөҙгә алмағыҙ!) — тип әйт. Аллаһ һәр халыҡты ҡылмышына күрә язалаясаҡ.

15.

Кем изгелек ҡыла — үҙ файҙаһына. Кем яманлыҡ ҡыла — үҙ зарарына. Ахырҙа барыбер Раббы хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ.

16.

Хаҡтыр, Беҙ Исраил тоҡомона китап, хөкөм һәм пәйғәмбәрлек бирҙек. Уларҙы татлы ризыҡтар менән тәрбиә ҡылдыҡ. Уларҙы донъя халыҡтарынан өҫтөн иттек.

17.

Дин мәсьәләһендә уларға (Исраил нәҫеленә) асыҡ дәлилдәр бирҙек. Әммә үҙҙәренә ғилем килгәндән һуң, араларында ҡупҡан, хәл итә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һәм хөсөтлөктәре (яманлыҡтары) арҡаһында, улар (төрлө фирҡәләргә) бүленеп бөттө. Шөбһәһеҙ, Раббың уларҙың фирҡәләргә бүленгәнлектәре хаҡында Ҡиәмәт көндө Үҙ хөкөмөн сығарасаҡ.

18.

Унан һуң һине дин эштәрендә бер шәриғәт сахибы иттек. Һин шуға тоғро ҡал. Белмәгәндәрҙең ҡотҡоһона бирелмә.

19.

Улар Аллаһ юлында һиңә һис тә ярҙам итә алмаҫ. Дөрөҫө шул, залимдар (ғәҙелһеҙҙәр, әхләҡһеҙҙәр, кәферҙәр) үҙ-а­ра дуҫ. Аллаһ — паҡ мөслимдәрҙең дуҫы.

20.

Был (Ҡөръән) кешеләрҙең күңел күҙҙәрен асыусы бер нур. Ныҡ иманлы кешеләр өсөн тура юл һәм (Аллаһтың) рәхмәте ул — Ҡөръән.

21.

Әллә һуң улар — яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһ беҙҙе иман килтереп, изгелек ҡылғандар менән тигеҙ күрер, йәшәйешебеҙҙе лә, әжәлебеҙҙе лә мөьминдәрҙеке төҫлө итер, тип өмөтләнәләрме? Ни ҡәҙәр яңғылыш фекер!

22.

Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе Хәҡиҡәт өсөн яралтты. Шулай булғас, һәр кем ҡылғанына күрә әжерен дә алыр. Уларға ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ.

23.

(Байлыҡҡа ҡомһоҙ) нәфсене һәм (енси ләззәткә ар­тыҡ) һәүәҫлекте үҙ маҡсаты итеп, Аллаһ урынына ҡуйған ке­шене күрҙеңме һин, (эй, Мөхәммәд)? Ҡолаҡтары һәм күңеле йоҙаҡланған, күҙе томаланған бер бәндәгә Аллаһтан башҡа кем тура юлды күрһәтер? (Әй, кешеләр) һеҙ шул турала яҡ­шылап уйлап ҡарамайһығыҙмы?

24.

Әйттеләр:

— Был донъялағы тормоштан башҡа тормош юҡ. Йәшәйбеҙ, үләсәкбеҙ. Беҙҙе бары тик дауамлы ваҡыт үлтерә, — тинеләр. Ләкин уларҙың был турала һис бер мәғлүмәте юҡ. Улар бары тик фаразлайҙар ғына.

25.

Ҡаршыларында асыҡ аяттарыбыҙҙы уҡыған ваҡытта улар һаман бер һүҙҙе ҡабатлай:

— Әгәр һеҙ хаҡты һөйләй торған булһағыҙ, мәрхүм атала­рыбыҙҙы терелтеп ҡайтарығыҙ,— тигәндән башҡа уларҙың дәлиле юҡ.

26.

Әйт һин:

— Һеҙҙе Аллаһ терелтәсәк. Унан һуң Ул һеҙҙе вафат ит­терер. Ахырҙа, килеүенә һис шик-шөбһә булмаған, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ һеҙҙе йәнә (терелтеп) янына йыясаҡ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быға ышанмай.

27.

Күктәрҙәге һәм Ерҙәге милек (идара) Аллаһтыҡылыр. Ҡиәмәт ҡупҡан Көн — кәферҙәрҙең ҙур юғалтыу Көнө.

28.

(Мөхәммәд) һин һәр өммәтте теҙләнгән килеш күрер­һең, һәр өммәт (үҙенең сауабы-гөнаһы яҙылған) китап янына саҡырыласаҡ.

—  Бөгөн (донъялағы) ҡылғандарығыҙ өсөн әжер биреләсәк!

29.

— Дөрөҫөн һөйләй торған китап ҡаршығыҙҙа тора, ул беҙҙең китабыбыҙ. Хаҡтыр, һеҙ нимә ҡылһағыҙ ҙа, Беҙ (барыһын да фәрештәләргә) яҙҙыра барҙыҡ.

30.

Хәҙер инде иман килтереп, изгелекле ғәмәлдә булған­дарҙы Раббы рәхмәтенә (йәннәтенә) ҡабул итер. Бына был — ҡотолоп, Сәғәдәткә ирешеү, тигән һүҙ.

31.

Кәферҙәргә әйте­лер:

- Аяттарымды уҡығанда танау сөйөрөп, гөнаһлы булған­дар өйөрө — ул һеҙ инегеҙ түгелме?

32.

— Аллаһтың (үлгәс тереләсәкһегеҙ, тигән) вәғәҙәһе хаҡ. Ул замандың киләсәгенә һис шөбһә юҡ, — тигәс, һеҙ:

— Ул ниндәй заман ул? Беҙ ул заманды белмәйбеҙ. Ай-һай, (килерме икән ул заман?) беҙ быға шикләнеп ҡарайбыҙ. Уның киләсәге тураһында мәғлүмәтебеҙ юҡ, — тип әйттегеҙ.

33.

Улар ҡылғандарҙың яманлыҡтары үҙҙәренә ап-асыҡ күренер. Мыҫҡыл итеп көлгәндәре арҡаһында улар (ғазап менән) сорнап алыныр.

34.

Әйтелер:

— Һеҙ бөгөнгө көн менән осрашасағығыҙҙы нисек онот­ҡан булһағыҙ, (Әхирәттә ҡауышыуҙы инҡар иттегеҙ) Беҙ ҙә һеҙҙе шулай (ярлыҡарға «онотоп» ғазапта) ҡалдырасаҡбыҙ. Урынығыҙ — ут булыр. (Донъялағы) ярҙамсыларығыҙҙың береһе лә һеҙҙе (бөгөн) ҡотҡарасаҡ түгел. Сөнки һеҙ Аллаһтың аяттарын (Ҡөръәнде) көлкөгә алдығыҙ. Һеҙ донъя рәхәтенә ал­дандығыҙ.

Бөгөн улар бынан (йәһәннәмдән) сығарылмаясаҡтар, уларҙың тәүбәләре лә ҡабул ителмәҫ.

35.

36.

Ысынлап та, бөтөн маҡтау күктәрҙең Раббыһы, Ер­ҙең Раббыһы һәм ғәләмдәрҙең Раббыһы — Аллаһҡа.

37.

Күктәрҙә лә, Ерҙә лә Аллаһ ҡына бөйөк (Аллаһү әкбәр). Ул (еңелеү белмәҫ) ҡөҙрәтле һәм (зиһен һәм) хикмәт эйәһе.