44. Духан (Төтөн)


(Духан сүрәһе 59 аяттан тора. «Духан» — төтөн, томан мәғәнәләрендәге һүҙ. Унынсы аяттағы духан кәлимәһенән алынған исем)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ха. Мим.

2.

(Хәләл менән харамды) ап-асыҡ аңлатыусы Китап (Ҡөръән) исеме менән әйтәм: әлбиттә, Беҙ уны мөбәрәк бер кисәлә (Ҡәҙер кисәһендә) индерҙек. Ысынлыҡта иһә, Беҙ (уның менән кәферҙәр башына төшәсәк ғазап тураһында) хәбәр биреп, киҫәтәбеҙ.

3.

4.

Бер әмеребеҙ менән һәр хикмәтле эш шул кисәлә хәл ителер. Сөнки Беҙ, Раббының рәхмәте булараҡ, пәйғәм­бәрҙәр күндерәбеҙ. Аллаһ ишетеп-белеп тора.

5.

6.

7.

Әгәр ҙә һеҙ ысынлап иман килтерер булһағыҙ, (белегеҙ): Күктәрҙәге, Ерҙәге һәм улар араһындағы бөтөн нәмә Раббынан.

8.

Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре бу­лырҙай һис бер кем юҡ. Һәм терелтер һәм үлтерер, Ул һеҙҙең дә, мәрхүм аталарығыҙҙың да Раббыһылыр.

9.

Эйе, иманһыҙҙар (яңынан терелеүгә) һаман шик менән ҡарай һәм (Әхирәттәге терелеште инҡар итеп) шунан (үҙҙәренә) тәм табалар.

10.

(Мөхәммәд) Күктең күрәләтә төтөн менән ҡапланғанын күҙәтеп тор.

11.

Был (төтөн) кешеләрҙе һырып аласаҡ. Был (төтөн) яман бер ғазап ғәләмәтеҙер.

12.

— Йә, Раббыбыҙ, беҙҙән был ғазапты ал, зинһар. Беҙ иман килтерәсәкбеҙ, — тип ялбарырҙар.

(«Был төтөн тураһында бер-береһенә оҡшамаған ике төрлө шәрехләү бар. Төтөн — ҡытлыҡ, ҡоролоҡ. Ғәрәбстандағы ҡот осҡос был ҡо­ролоҡ, аслыҡ заманында Ҡурайш кешеләре хәҙрәти Мөхәммәдкә баш эйҙе. Икенсе аңлатма былайыраҡ, был төтөн Ҡиәмәт ғәләмә­те булараҡ, Күкте ҡаплай. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Ҡиәмәт баш­ланыр алдынан көнсығыштан көнбайышҡаса булған араны шундай төтөн ҡаплаясаҡ икән». Али Тургут тәфсиренән )

13.

Ҡайҙа инде ул уларға фекерләп, ғибрәт алыу! Уларға дөрөҫлөктө асып һалыусы Пәйғәмбәр килгән ине бит инде.

14.

Һуңынан унан (Пәйғәмбәрҙән) йөҙ сөйөрҙөләр һәм:

—  Был (башҡалар тарафынан ҡотортоп ебәрелгән) бер тиле, — тинеләр.

15.

Беҙ был ғазаптың бер аҙын кәметәсәкбеҙ, әммә һеҙ (ба­рыбер кәферлегегеҙгә) ҡайтасаҡһығыҙ.

16.

Беҙ ул (Ҡиәмәт) Көндө һеҙҙе дәһшәт менән тотасаҡ­быҙ һәм үс ҡайтарасаҡбыҙ.

17.

Хаҡтыр, был кәферҙәрҙән алда Беҙ Фирғәүен тоҡомон (күп мал биреп) һынап ҡараныҡ. Уларға бик тә шәрәфле илсе (Мусаны) күндерҙек.

18.

Уларға әйтте:

— Аллаһтың бәндәләре, миңә эйәрегеҙ! Сөнки мин һеҙгә (Аллаһ тарафынан күндерелгән) ышаныслы бер илсе булып килдем, — тине. - (Илсеһе алдында үҙегеҙҙе) Аллаһтан ҙурға ҡуймағыҙ. Сөнки мин һеҙгә (Уның илсеһе икәнлегемә) асыҡ дәлилдәр (мөғжизәләр) килтерҙем. Миңә таш бәрһәгеҙ, мин һеҙҙең дә Раббығыҙ булған Раббыма һыйынасаҡмын. Әгәр миңә ышанмаһағыҙ, һис юғында, янымда тормағыҙ.

19.

20.

21.

22.

Шунан һуң Муса доға ҡылып Аллаһҡа:

— Былар гөнаһлы-енәйәтсе бер өйөр, — тине.

23.

— Улайһа, һин бәндәләремде төндә юлға алып сығып кит. Һеҙҙең (юҡлыҡты белеп, улар) артығыҙҙан ҡыуа сығасаҡтар, — тине Аллаһ.

24.

(Диңгеҙ икегә айырылып, һеҙгә юл һалыр, шул юлдан иҫән-һау сығып ҡотолғандан һуң) диңгеҙ һуҡмағын шул килеш ҡал­дыр (Шул юлға алданып кереп) улар һыу аҫтында ҡалып, ба­тып һәләк буласаҡ.

25.

Уларҙан ни ҡәҙәр баҡсалар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, игендәр, мөһәбәт һарайҙар, татлы-ләззәтле ни ­ҡәҙәр ризыҡтар ҡалды.

26.

27.

28.

Бына эш шулай, беҙ әйткәнсә булды. Шул байлыҡты мираҫ итеп, башҡа халыҡҡа ҡалдыр­ҙыҡ.

29.

Күк менән Ер (Фирғәүен тоҡомоноң батып үлгәненә) илап ҡалманы. Уларҙың язаһы кисектерелмәне.

30.

Ысынлап та, Беҙ Исраил тоҡомон рисуайлыҡ ға­забынан — Фирғәүендән ҡотҡарып ҡалдыҡ. Хаҡтыр, ул (Фирғәүен) тәкәбберлектә хаттин ашҡан рәхимһеҙ залим ине.

31.

32.

Хаҡтыр, Беҙ уларҙың (Исраил тоҡомоноң) ниндәй хәлдә икәнен белеп, заманында башҡа белемле халыҡтар­ҙан өҫтөн ҡылдыҡ.

33.

Беҙ уларҙы һынап ҡарар өсөн, асыҡ мәғәнәле һәм сағыштырмалы аяттар, мөғжизәләр индерҙек.

34.

Хаҡтыр, улар (Мәккә кәферҙәре) ҡәтғи әйтә:

— Үлем бер генә тапҡыр була. Беҙ бер ҡасан да яңынан терелмәйәсәкбеҙ. Әгәр, ысындан да, һеҙ дөрөҫ һөйләйһегеҙ икән, аталарыбыҙҙы яңынан терелтеп ҡайтарығыҙ (шунан һуң беҙ һеҙҙең хаҡлы икәнегеҙгә ышанырбыҙ), — тип әйтәләр.

35.

36.

37.

Былар хәйерлерәкме, әллә Тубба халҡымы йәки уларҙан әүәлге (гөнаһлы) ҡәүемдәр яҡшыраҡмы? Беҙ уларҙы ла һәләк иттек. Улар ҙа гөнаһлылар ине.

(«Йәмән илендәге хаким Тубба исемле була. Африканың көнсығы­шынан алып бөтөн Ғәрәбстанды биләгән дәүләт. Был хөкөмдар яҡшы әхләҡле була.  Ләкин халҡы аҙғынлыҡ менән дан ҡаҙана». Али Тургуг тәфсиренән )

38.

Күктәрҙе, Ерҙе һәм икеһе араһындағыларҙы Беҙ (тик торғанда ғына, эс бошҡандан) күңел асыу өсөн генә яралтманыҡ.

39.

Бөтөнөһөн дә бары тик бер сәбәп менән (Аллаһтың Хәҡиҡәте өсөн) яралттыҡ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны аңламай.

40.

Шөбһә юҡтыр, айырыу (Әхирәт) Көнө барыһы өсөн дә билгеләнгән.

41.

Ул Көндө дуҫ дуҫҡа һис нисек тә файҙа итә алмаҫ. Уларға (башҡаларҙан да) ярҙам булмаҫ.

42.

Аллаһ ярлыҡаясаҡ әҙәмдәр былар хәлендә түгел. Аллаһ (кәферҙәргә яза бирерлек) ҡөҙрәтле. Аллаһ — (мөьминдәрҙе ярлыҡаусы) миһырбан эйәһе.

43.

Шик юҡ, зәҡҡум ағасы — гөнаһҡа батҡан ке­шенең ризығылыр.

44.

45.

(Зәҡҡум ағыуы) эретелгән баҡыр кеүек, ашҡаҙандарында ҡайнап торасаҡ.

46.

47.

Шул миҙгелдә ауаз яңғырар:

— Һәй, уны тотоп алығыҙ! Тотоғоҙ ҙа йәһәннәмдең ур­таһына ташлағыҙ. Башына ҡайнар яза һыуы ҡойоғоҙ. Та­тып ҡара, «тәҡсир!» Һин бит үҙеңсә ниндәй ҡөҙрәтле, дан­лыҡлы инең! Һин ышанмаған, һин шикләнгән яза бына ошо булыр!

48.

49.

50.

51.

Мөттәҡийҙәр (тәҡүә мосолмандар) иһә именлек тулы ышаныслы урында булыр: баҡсаларҙа һәм шишмә буйҙарында (истирәхәт ҡылырҙар). Нәфис ебәктәргә һәм балҡып тороусы атластарға уранып, ҡапма-ҡаршы әңгәмә ҡорорҙар. Бына шулай бойорҙоҡ: һәм Беҙ ҙур күҙле хур ҡыҙҙарын уларға ҡатын итербеҙ.

52.

53.

54.

55.

Шунда — именлек эсендә йәндәре ниндәй емеш теләһә, шул булыр.

56.

Үлем әсе­һен бер татығандан һуң, улар үлемһеҙ булыр. Һәм Аллаһ уларҙы йәһәннәм ғазабынан ҡотҡарыр.

57.

Был ниғмәттәр уларға Раббы тарафынан тәғәйенләнгән. Бөйөк Сәғәдәт бына ошо булыр.

58.

(Эй, Мөхәммәд) Беҙ уны (Ҡөръәнде) яҡшы аңлаһындар һәм өгөт алһындар тип, һинең Әсә телеңдә индерҙек.

59.

Улар көтә. Һин дә көт.

(Улар һинең башыңа бәлә килгәнде көтә. Һин дә көт улар иман килтерерме, әллә кәферлектәрен дауам итеп, һәләк булырмы? Хәҡиҡәтте белер өсөн ваҡыт кәрәк.)