43. Зухруф (Алтын хазина)


(Зухруф сүрәһе 89 аяттан тора. «Зухруф» - алтын, аҫыл­ таштар мәғәнәһендәге һүҙ. Тура мәғәнәһендәге алтындар, зиннәт түгел, күңелдәге зиннәт, рухи биҙәктәр тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәнең исеме шулай алынған.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ха. Мим.

2.

Барса нәмәне ап-асыҡ аңлатыусы Ҡөръән исеме менән әйтәм: һеҙ аңлаһын өсөн Беҙ уны ғәрәпсә Ҡөръән иттек.

3.

4.

Ул хозурыбыҙҙа, Китаптарҙың Әсәһе (Ләүхел Мәхфүз) янында һаҡлана. Бөйөклөк һәм хикмәттәр тулы бер Китап ул — Ҡөръән.

5.

Һеҙ сығырҙан сыҡты тип кенә, Беҙ һеҙҙе Ҡөръән менән киҫәтеүҙән баш тартайыҡмы?

6.

Әүәл йәшәп киткән байтаҡ халыҡтарға күпме пәйғәмбәр күндерҙек.

7.

Улар (кәферҙәр, мөшриктәр) үҙҙәренә килгән һәр пәйғәмбәрҙе мыҫҡыллайҙар ине.

8.

Беҙ уларҙан да ҡеүәтлерәк рәхимһеҙ хакимдарҙы ла һәләк иттек. Әүәл йәшәгән ул халыҡтарҙың миҫалдарын әллә нисә аятыбыҙҙа ғибрәт итеп күрһәттек.

9.

Уларҙан:

— Күктәрҙе һәм Ерҙе кем яралтты? — тип һораһаң.

— Шик юҡтыр, уларҙы көслө булған, бар нәмәне белеүсе Аллаһ яралтты, — тип әйтәләр.

10.

Ул Ерҙе һеҙҙең өсөн бишек кеүек итеп яралтты. Дөрөҫ юлдан йөрөһөндәр тип, һеҙгә юлдарҙы бар итте.

11.

Кәрәгенсә генә Күктән ямғыр яуҙырған — Аллаһтыр. Беҙ (ул ямғыр менән ҡороп бөткән) үле тупраҡҡа йән бирәбеҙ. Һеҙ ҙә бына шулай (терелеп) ҡәберҙәрегеҙҙән сығарыласаҡһығыҙ.

12.

Бөтөн хайуандарҙы (ҡош-ҡорттарҙы, кешеләрҙе) пар-пар яралтты. Һәм һеҙ егеп-атланып йөрөр өсөн хайуандар һәм ултырып йөрөр өсөн кәмәләр яралтты.

13.

Шуларға ат­ланғас һәм ултырып йөрөгәндә Раббығыҙҙың ниғмәттәрен иҫегеҙгә төшөрөп:

— Быларҙы беҙҙең хеҙмәтебеҙгә биргән Аллаһҡа (сөбхөналла, әлхәмдуллилләһ, Аллаһу әкбәр, тип) тәсбих әйтәбеҙ. Юҡһа, беҙ быларҙы барлыҡҡа килтерә алмаған булыр инек, — тип Аллаһҡа шөкөр итегеҙ. — Беҙҙең Аллаһ хозурына ҡайтарыла­сағыбыҙ көн кеүек асыҡ, — тип ҡабатлағыҙ.

14.

15.

Әммә улар Аллаһ бәндәләренең бер өлөшөн (пәйғәм­бәрҙәрҙе) Уға тиң һананылар. Ысындан да, кешенең асылы кәферлеккә тарта.

16.

Әллә һуң Аллаһ юҡтан бар иткән ҡыҙҙарын үҙенә алып, һеҙгә уландарҙы бирҙеме?

17.

Шуларҙың (Аллаһтың ҡыҙҙары бар, тигән) берәйһенән:

— Һинең ҡатының ҡыҙ бала алып ҡайтты, — тип һөйөнсө алырға теләһәң, ул ирҙең йөҙө (ҡайғыһынан) ҡарайыр, ул асыуынан шартлар дәрәжәгә етер.

18.

Зиннәтле, бай тормошта үҫеп, яуҙарҙа (көрәштәрҙә) ҡатнаша алмаған (ҡыҙҙар)ҙы Аллаһҡа нисбәт итәләрме?

19.

Аллаһтың хеҙмәтен­дәге фәрештәләрҙе лә улар ҡатын-ҡыҙға һынайҙар. Әйтер­һең, улар фәрештәләрҙең яралтылышын күреп торған. Ғәжәп. Уларҙың был ялған шаһитлығы яҙылып ҡуйыласаҡ һәм улар яуапҡа тартыласаҡ.

20.

Һәм улар:

— Аллаһ ихтыяр итһә, беҙ (боттарға) табынмаҫ инек, — тип әйтәләр. Был хаҡта уларҙың хәбәре юҡ. Улар бары тик ялған ғына һөйләй.

21.

Әллә һуң Аллаһ уларға электән үк (Аллаһтан башҡа нәмәләргә табынығыҙ тип) китап бирҙеме? Һәм улар шул (ялған) китапҡа йәбешеп яталармы?

22.

Юҡ! (Ундай китап уларға бирелмәне).

—  Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың бер дин (һындарға табыныу, хрис­тианлыҡ, мәжүсилек) тотҡанын күрҙек, беҙ ҙә улар тотҡан юлдан барасаҡбыҙ, — тип әйтәләр.

23.

Һинән алда ла нисә халыҡтарға киҫәтеүсе пәйғәм­бәрҙәр ебәрҙек, ләкин шундағы муллыҡта йәшәгән кешеләр:

— Ата-бабаларыбыҙҙың бер дин тотҡанын күрҙек, беҙ ҙә улар тотҡан юлдан барасаҡбыҙ, — тинеләр.

24.

— Мин һеҙгә ата-бабаларығыҙ тотҡан диндән дә яҡшырағын килтерҙем, — тип әйткәс, улар:

— Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ уға (һин килтергәнгә) ышан­майбыҙ! — тинеләр.

25.

Беҙ уларға яза бирҙек. Ҡара! Ялғансыларҙың яҙ­мышы нимә менән бөттө?

26.

Бер ваҡыт Ибраһим атаһына һәм ҡәүеменә әйтте:

—  Мин һеҙ табынған нәмәләргә табынмаясаҡмын, — тине. — Мин фәҡәт мине яралтҡанға (Аллаһҡа) ғына ғи­бәҙәт ҡыласаҡмын. Сөнки Ул мине тура юлға күндереүсе.

27.

28.

Был һүҙҙәрҙе ул үҙенән һуң киләсәк быуындарға (Аллаһтың диненә күсһендәр өсөн), васыят итеп ҡалдырҙы.

29.

Хаҡтыр, быларҙы һәм аталарын үҙҙәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән) менән Пәйғәмбәр килгәнсегә саҡлы Беҙ уларҙы ниғмәт эсендә йәшәттек.

30.

Ләкин улар үҙҙәренә Хәҡиҡәт килгәс:

— Был бер сихыр. Беҙ уны танымайбыҙ, — тинеләр.

31.

Һәм әйттеләр:

— Был Ҡөръән ике шәһәрҙең берәй олуғ әҙәменә индерелһә, яҡшы булыр ине, — тинеләр.

32.

Раббының рәхмәтен улар бүлешергә баҙнат итәме? Донъялағы тормошта уларға дәрәжәләрҙе Беҙ бүлеп бирҙек. Береһе икенсеһенә хеҙмәт итһен тип, Беҙ уларҙы береһен икенсеһенән өҫтөн ҡылдыҡ. Раббының рәхмәте улар туплаған байлыҡтан хәйерлерәк.

33.

Әгәр барлыҡ кешеләр (кәферҙәрҙең бай тормошона ҡыҙығып, кәферлеккә күсеп) бер кәфер өммәте хасил итер, тигән ҡурҡыныс булмаһа, Рахмәәнды инҡар итеүселәрҙең өйҙәрендәге түбәләрен һәм шул түбәгә менә торған баҫҡыстарын көмөштән яһап, бөтөн ерен йыһазлап, биҙәр инек.

34.

Ишектәрен дә, ҡырын ятып истирәхәт ҡыла (ял итә) тор­ған ятаҡтарын да (көмөштән яһар инек).

35.

Уларҙы зиннәт-алтынға күмәр инек. Быларҙың барыһы ла ваҡытлыса ғына булып, тиҙ генә уҙып китә торған нәмәләр, әлбиттә.

(Мәңгелек байлығы булған) Әхирәт иһә Аллаһҡа һыйынған­дарға аталған.

36.

Кем Рахмәәнды зикер итеүҙән уаз кисһә, уның янына шайтанды ҡуйырбыҙ, шайтан гел уның артынан тағылып (ҡотортоп) йөрөр.

37.

Әлбиттә, шайтандар уларҙы тура юлдан яҙҙырыр һәм кешеләр үҙҙәрен: беҙ тура юлда, тип уйлар.

38.

Ниһайәт, ахырҙа Минең хозурыма килгәс, юл­дан яҙған кеше дуҫы шайтанға әйтер:

—  Их, һинең менән минең ара Көнсығыш менән Көнба­йыш араһы кеүек йыраҡ булған булһа ине. Һинән дә яман юлдаш юҡ икән.

39.

Һеҙҙең бөгөнгө (Ҡиәмәттәге) үкенеүҙәрегеҙ бер файҙа ла бирмәҫ, сөнки һеҙ (фани донъяла) ғәҙелһеҙлектәр ҡылды­ғыҙ. Һеҙ язаны бер тигеҙ аласаҡһығыҙ.

40.

(Эй, Рәсүлем Мөхәммәд) һаңғырауҙарға һин (Ҡөръәнде) ишеттерә алырһыңмы икән йәки (күңел күҙе) һуҡырҙарға (Ҡөръән күрһәтеп) асыҡтан-асыҡ аҙғындарҙы тура юлға баҫтыра алырһыңмы икән?

41.

Беҙ һине уларҙан айырһаҡ (улар һине язалап үлтергәнсе һинең йәнеңде алып, хозурыбыҙға мендерһәк), барыбер уларҙы язаға тартасаҡбыҙ.

42.

Йәки уларға вәғәҙә иткән ғазабы­быҙҙы һин дә күреп торорһың. Был эштәрҙе башҡарырға ҡөҙ­рәтебеҙ етә.

43.

Һиңә уахи ителгәнде (Ҡөръән күрһәткән юлды) ныҡ тот. Әлбиттә, һин тура юлдағы кеше.

44.

Хаҡтыр, Ҡөръән һиңә һәм халҡыңа өгөт булараҡ индерелде. Ахырҙа һеҙ (Аллаһ хозурында) имтихан тотасаҡһығыҙ.

45.

Үҙеңдән алда килгән пәйғәмбәрҙәрҙән һорап ҡара: Рахмәәндан башҡа (тәңреләр уйлап сығарығыҙ ҙа шулар)ға та­бынығыҙ, тип әмер бирҙемме икән?

46.

Хаҡтыр, Беҙ Мусаны аяттарыбыҙ менән бергә Фирғәүенгә һәм уның янындағы олуғтарына күндерҙек. Муса әйтте:

— Мин ғәләмдәрҙең Раббыһы — Аллаһтың илсеһе була­м, — тине.

47.

Уларға аяттарыбыҙҙы килтергәс, уны мыҫҡыл итеп көлдөләр.

48.

Уларға береһенән-береһе әһәмиәтле аяттары­быҙҙы индерә барҙыҡ. Тура юлды күрһендәр тип, уларҙы ғазапҡа дусар иттек.

49.

Һәм, ниһайәт, улар былай тине:

— Әй, сихырсы, күҙ буяусы! Һинең аша Аллаһ беҙгә биргән антын тормошҡа ашырһын, тип һин Уға ялбар. Беҙ ҙә тура юлға керергә булабыҙ.

50.

Ләкин ғазаптан ҡотолғандан һуң, улар һүҙҙәрендә тормай.

51.

Фирғәүен үҙ ҡәүеменә былай тине:

—  Әй, халҡым, Мысыр мөлкәте һәм аяҡ аҫтымдан ағып ятыусы ошо йылғалар минеке түгелме ни? Шуны ла күрмәйһегеҙме ни? Әллә һуң мин үҙе меҫкен, әйтеп һүҙен аңлата алмаған ошо (һаҡау) әҙәмдән дә түбәнерәк булып сыҡтыммы ни? Әгәр ҙә инде уның алтын беләҙектәре һәм янында ярҙамсы фәрештәләре булһа (беҙ уға ышаныр инек).

(Фирғәүен Мусаның тотлоғоп һөйләшкәненә, фәҡирлегенә төрттөрөп әйтә. Йәғни, Фирғәүендең байлығы ла бар, ул тот­лоҡмай ҙа, ләкин Аллаһ пәйғәмбәрлекте уға түгел, Мусаға биргәненә ул ғауға ҡуптара.)

52.

53.

54.

Фирғәүен үҙ халҡын алданы; халҡы уға буйһонды. Улар тура юлдан яҙған ҡәүем булды.

55.

Шулай итеп, улар Беҙҙе асыуландырҙы. Беҙ уларға тейешле язаһын бирҙек. Барыһын да һыуға батырҙыҡ.

56.

Һуңынан килгән быуындар өсөн уларҙың яҙмышын ғибрәт итеп һаҡланыҡ.

57.

Мәрйәмдең улы Ғайсаның яҙмышын миҫал итеп килтергәс, һинең халҡың аҡырыша (буҙа ҡуптара) башланы.

58.

— Беҙҙең тәңреләребеҙ яҡшыраҡмы, әллә улмы (Ғайсамы)? — тинеләр. Һинең менән бәхәсләшер өсөн шулай һора­нылар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улар ғауғалы халыҡ.

59.

Ул (Ғайса) үҙенә ниғмәт бирелгән һәм Исраил тоҡомона үрнәк ителгән бер бәндәбеҙҙер.

60.

Әгәр ихтыяр итһәк, Беҙ, киләсәк быуындарға мираҫ итеп, һеҙҙең урынға Ер йөҙөндә фәрештәләрҙе яралтҡан булыр инек.

61.

Шөбһәһеҙҙер, ул (Ғайса) Ҡиәмәт (тең ҡасан була­сағының) ғәләмәтелер. Быға һис тә шикләнмәгеҙ һәм Миңә йүнәлегеҙ. Аллаһ юлы — иң тура юл.

62.

Һаҡ булығыҙ, шайтан һеҙҙе тура юлдан яҙҙырма­һын. Ул һеҙгә хәтәр дошман.

63.

Ғайса ҡәтғи дәлилдәр менән килгәс әйтте:

— Мин һеҙгә хикмәт алып килдем һәм ҡаршылыҡлы бәхәстәрегеҙҙең бер өлөшөн һеҙгә аңлатып бирер өсөн кил­дем. Шулай булғас, Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ.

64.

— Аллаһ — минең Раббым, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Тура юл бына шул булыр.

65.

Әммә улар төрлө фирҡәләргә бүленеп, ғауға ҡуптар­ҙылар. Хәтәр көндөң ғазабына килеп терәлгәс, ул кәферҙәрҙең хәле, һай, яман буласаҡ.

66.

Улар Ҡиәмәт көнөнөң үҙ баштарына абайламаҫтан киләсәге тураһында уйлап та ҡарамай.

67.

Ул Көндө үҙ-ара (эскерле) дуҫ булғандар бер-береһенең дошманына әүерелер. Аллаһҡа ҡаршы кәфер итмәгәндәрҙән башҡалар.

68.

Һәй, аяттарыбыҙға инанған мосолмандарым! Ул Көндө (Ҡиәмәттә) һеҙгә ҡурҡыныс булмаҫ. Һеҙгә, аяттарыма инанып, мөьмин булғандарға ҡайғы иңмәҫ,

69.

70.

шатлык урыны - йәннәткә һөйөнөшөп, ҡатындарығыҙ менән бергә керерһегеҙ.

71.

Уларға алтын һауыттар (менән татлы ризыҡ) һәм алтын касалар (менән татлы эсемлектәр) таратылыр. Күңелдәре нимә теләһә, күҙҙәренә (зәүҡи) ләззәт биреүсе нимә булһа, барыһы ла шунда булыр. Һеҙ йәннәттә мәңгегә ҡаласаҡһығыҙ.

72.

Ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, һеҙгә мираҫ итеп ҡалдырыл­ған йәннәттер ул.

73.

Шунда һеҙҙең өсөн төрлө-төрлө емештәр бар. Улар һеҙгә ризыҡ булыр.

74.

Шик юҡтыр, гөнаһлылар йәһәннәм ғазабында мәңге ҡаласаҡ.

75.

Был ғазап еңеләйтелмәйәсәк. Улар ут эсендә өмөтһөҙ килеш ҡала бирәсәк.

76.

Беҙ уларға ғәҙелһеҙ булманыҡ. Ләкин улар үҙҙәре ғәҙелһеҙ залим булды.

77.

(Йәһәннәмдә яныусылар зобаниға) әйтер:

— Әй, Мәлик, Раббың беҙҙең йәнебеҙҙе алһын ине, — тип ялбарырҙар. Мәлик:

— Һеҙ, һис шикһеҙ, ғазап эсендә ҡаласаҡһығыҙ,—тип әйтер.

78.

Хаҡтыр, Беҙ һеҙгә дөрөҫлөк алып килдек. Ләкин күбе­геҙ шул дөрөҫлөктө яратмаҫ булды.

79.

Әллә һуң улар (Мәккә кәферҙәре, мөшриктәр берәй мәкер­ле) эш эшләргә ҡарар ҡылдымы? Улайһа, Беҙ ҙә, ысынлап та, (тик ятмайбыҙ) ҡарар ҡылырбыҙ.

80.

(Мөслимдәргә ҡарата) уларҙың эскерлектәрен һәм (Аллаһ динен хурлап) үҙ-ара йәшертен кәңәштәрен Аллаһ ишетмәй-белмәй, тип уйлайҙар. (Яңғылышалар. Барыһын да) ише­теп торабыҙ. Улар янында илселәребеҙ ҙә бар, бөтөн ҡылмыштарығыҙҙы яҙып баралар.

81.

(Эй, Мөхәммәд) әйт:

— Әгәр ҙә ул (Ғайса) мәрхәмәтле ярлыҡаусы (Аллаһ)тың улы булһа ине, уға табынғандарҙың иң беренсеһе мин бу­лыр инем, — тип.

82.

Күктәрҙең һәм Ерҙең Раббыһы, Ғәрештең Раббыһы улар (мөшриктәр, йәһүдтәр, христиандар) һылтағандарҙан өҫтөн һәм азат. Аллаһү әкбәр!

(Һылтағандар — ата булыу, ҡатын тотоу кеүек ер кешеһенә хас булған эштәрҙән Аллаһ азат һәм паҡ килеш ҡала.)

83.

Инде һин уларҙан айырыл, (нәжес эсендә) ҡалһындар шунда. Вәғәҙә ителгән ғазап менән ҡауышаһы Көнгә (Ҡиәмәткә) саҡлы улар шулай (ялған һөйләп) донъяла күңел асһындар.

84.

Күктең дә Тәңреһе, Ерҙең дә Тәңреһе — бер Аллаһ. Ул — берҙән-бер хөкөмдар һәм (аҡыл-зиһен) хикмәттәренең хужаһы. Ул — ысын асылы менән бөтөнөһөн белеп тороусы.

85.

Күктәрҙәге, Ерҙәге һәм улар араһындағы бөтөн нәмәләрҙе милек булараҡ барлыҡҡа килтергән (Аллаһ) ни ҡәҙәр бөйөк. Һуғасаҡ Сәғәттең (Ҡиәмәттең ҡасан буласағы тураһындағы) мәғлүмәте Уның хозурындалыр. Бөтөнөгөҙ ҙә Уның хозурына килтереләсәкһегеҙ.

86.

Аллаһты инҡар итеп, табына торған нәмәләре (боттары) улар өсөн шәһәдәт итерлек ҡөҙрәткә эйә түгел. Хәҡиҡәтте ысын күңелдән таныған-белгәндәр шәфәғәт итеүҙән мәхрүм түгел.

87.

Хаҡтыр, уларҙан:

— Һеҙҙе кем яралтты? — тип һораһаң:

- Аллаһ! - тип яуап бирерҙәр. Шулай булғас, ни өсөн һуң улар (Аллаһҡа) ғибәҙәт ҡылмай, Хаҡтан йөҙ сөйөрә?

88.

Ул (Пәйғәмбәр):

- Йә, Раббым, былар иман килтермәҫ бер ҡәүемдер, - тине

89.

(Аллаһ бойорҙо):

- (Эй, Мөхәммәд) инде һин: һеҙгә сәләм, тип әйт тә, улар­ҙан айырылып кит. Оҙаҡламай белерҙәр.