42. Шура (Кәңәш)


(Шура сүрәһе 53 аяттан тора. Мәккәлә ингән. 23—26-сы аяттары ғына Мәҙинәлә ингән. «Шура» — кәңәш йәки бер ойош­маға тупланған берлек мғәнәһендә.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Ха. Мим.

2.

Ғайн. Син. Ҡаф.

3.

Һиңә һәм һинән әүәлгеләргә лә Аллаһ шулай уахи бойорҙо. Аллаһ — еңелмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

4.

Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Уға буйһонған. Ул (даны, ғәмәлдәре, әхләге менән) бөйөк һәм (мөғжизәләре менән) олуғтыр.

5.

(Уның олуғлығынан) иң юғары ҡаттағы күктәр шартлауы ихтимал. Фәрештәләр ҙә Раббыларын маҡтап тәсбих әйтер һәм ерҙәгеләр өсөн ярлыҡау һорарҙар. Шуны яҡшы белеп тороғоҙ, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм рәхмәте киң миһырбан эйәһе.

6.

Аллаһтан башҡа (ялған Илаһтар)ға табынғандарҙы Аллаһ өҙлөкһөҙ күҙәтеп тора. Һин (Мөхәммәд) уларға ҡара­уылсы түгел.

7.

Шәһәрҙәрҙең әсәһе Мәккәлә һәм уның яҡын-тирәһендә йәшәүселәрҙе киҫәтеү, уларҙың барыһын да һис шикһеҙ бергә тупланасаҡ (Ҡиәмәт) Көн менән ҡурҡытыу өсөн, һиңә ғәрәпсә Ҡөръән индерҙек. Кешеләрҙең бер өлөшө—йәннәттә, башҡалары дөрләп янған утлы йәһәннәмдә буласаҡ.

8.

Аллаһ үҙе теләһә, уларҙың барыһын да бер өммәт (бер диндә) иткән булыр ине. Ләкин Аллаһ теләгән кешеһен генә рәхмәте менән ҡауыштырыр. Залимдарҙың һис бер дуҫы һәм ярҙамсыһы булмаҫ.

9.

Әллә һуң улар Аллаһтан башҡа (боттар)ҙы яҡлаусы итеп алдылармы? Ләкин яҡлаусы дуҫ берәү генә — Аллаһ. Ул үлеләрҙе терелтер, Ул барыһына ла ҡөҙрәтле.

10.

Һеҙҙең бәхәсләшеүегеҙҙең нәтижәһе Аллаһ хөкөмөндә. Бына шул Аллаһ минең Раббымдыр. Мин Уға йүнәлдем, Уға һыйындым.

11.

Ул — күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар итеүсе. Ул һеҙҙе лә, хайуандарҙы ла пар-пар итеп яралтты. Шулай итеп, ул һеҙҙең үрсеүегеҙгә юл асты. Уның тиңдәше (Уға оҡшаш) юҡ. Ул бөтөн нәмәне ишетеп, белеп тора.

12.

Күктәрҙең һәм Ерҙең (хазина һәм сер) асҡыстары Уның ҡарамағында. Теләгәненә ризыҡты мул бирер, телә­мәгәненең ризығын киҫер. Ул һәр нәмәне белеп тора.

13.

— Динде (саф килеш) һаҡлағыҙ, диндә айырылышмағыҙ, — тип Нухҡа васыят иттек. Һиңә уахи иткәнебеҙҙе Ибраһимға ла уахи иттек. Мусаға ла, Ғайсаға ла васыят иткәнебеҙҙе Аллаһ һеҙгә лә дин итте. Аллаһҡа уртаҡ уйлап сығарғандарға һин өндәгән (дин) бик ауырға тура килде. Аллаһ үҙе теләгән кешене пәйғәмбәр итер һәм үҙенә йүнәлгән­дәрҙе тура юлға баҫтырыр.

14.

Уларға белем (мәғлүмәт) килгәс, фекер ҡаршылыҡтары һәм хөсөтлөк (үҙ-ара яманлыҡ) арҡаһында, айырым фирҡәләргә бүленеп бөттөләр. Әгәр ҙә мәғлүм бер ваҡытҡаса (уларҙың язаһын кисектереп торам, тип Аллаһ) әйтмәһә ине, (һәләк итеп) уларҙы хөкөм иткән булыр ине. Уларҙан һуң Китапҡа (Тәүрәт­кә, Инжилгә) вәриҫ булғандар (йәһүдтәр, христиандар) уның хаҡында (Мөхәммәдтең пәйғәмбәрлеге, Ҡөръәндең Аллаһтан иңеүенә) бик ныҡ шикләнәләр.

15.

Шуға күрә, һин берләшергә өндә һәм һиңә бойоролғанса (Исламға) тоғро бул. Уларҙың нәфселәренә эйәрмә һәм әйт:

— Мин Аллаһ индергән Китапҡа инандым һәм арағыҙҙа ғәҙеллек менән эш йөрөтөргә вазифаландым. Аллаһ — беҙҙең Раббыбыҙ, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Беҙҙең ғәмәлдәребеҙ — беҙгә, һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ — һеҙгә. Үҙ-ара бәхәсләшергә сәбәп юҡ. Аллаһ бөтөнөбөҙҙө лә бер урынға туплар, ҡайтарылыш та Уның хозурына буласаҡ, — тип.

16.

Аллаһ(тың дине) тураһында, өгөттәрҙе (индерелгән аяттарҙы, Аллаһтың берлеген, Әхирәттең буласағы тураһындағы киҫә­теүҙе) ҡабул иткәндән һуң да (диндең хаҡмы, юҡмы икәнлеге тураһында) бәхәсләшеүҙәр Аллаһ ҡаршыһында буш нәмә бу­лып ҡалыр. Улар өсөн яза, тағын да хәтәрерәк ғазап­тар әҙерләнгән.

17.

Китапты һәм (хаҡлыҡ) бизмәнен Аллаһ индерҙе. Бел­мәҫһең, бәлки, Ҡиәмәт сәғәте яҡында ғыналыр!

18.

Уға инанмағандар, (Ҡиәмәттең) тиҙ килеүен теләй. Инанғандар иһә уның (Ҡиәмәт көнөндә яуап биреүҙән) ҡурҡалар һәм уның ысындан да килаһен беләләр. Яҡшы белеп тороғоҙ, Ҡиәмәт көнөн инҡар итеп бәхәсләшкәндәр сыға алмаҫлыҡ булып аҙа­шыр.

19.

Аллаһ бәндәләренә миһырбанлылыр. Теләгәнен ри­зыҡландыра. Ул — ҡөҙрәт эйәһе, һәр ваҡыт еңеүсе.

20.

Әхирәт(тә уңыш йыйырға өмөтләнгәндәрҙең) ниғмәт­тәрен теләгән (Аллаһҡа ихлас ғибәҙәт ҡылған) кешенең өлөшөн арттырырбыҙ. Донъя малы теләгәнгә лә муллыҡ бирер­беҙ. Ләкин уға Әхирәттә өлөш булмаҫ.

21.

Әллә һуң уларҙың Аллаһ рөхсәтенән башҡа бер дин алып килгән Илаһтары бармы икән? Әгәр ҙә кисектереү һүҙе булмаһа ине, уларҙың яҙмышы шунда уҡ хәл ителгән булыр ине. Һис шикһеҙ, залимдарға йән өтөүсе ғазап биреләсәк.

22.

Ҡылған яманлыҡтары үҙ баштарына төшкәс, залимдарҙың ҡурҡыуҙан нисек ҡалтыранғандарын күрерһең. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар йәннәт баҡсаһында булыр. Раббы янында улар теләгән бөтөн нәмә буласаҡ. Бөйөк бәхет бына шул булыр.

23.

Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған бәндәләренә вәғәҙә иткән ниғмәте ошо булыр.

Әйт һин (эй, Мөхәммәд):

— Мин был эштәрем өсөн һеҙҙән ҡәрҙәшлек мөхәббәтенән башҡа һис бер түләү талап итмәйем. Изгелек ҡылған кеше артығы менән сауаплы булыр, — тип. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы, шөкөр иткәндәргә сауап биреүселер.

24.

Әллә һуң улар:

— (Мөхәммәд) Аллаһ тураһында ялған һөйләй, — тинеләрме? Аллаһ ихтыяр итһә, һинең күңелеңде лә йоҙаҡлап ҡуя ала. Һәм Аллаһ яманлыҡты юҡ итер. Хәҡиҡәтте уртаға һа­лыр. Шик юҡтыр, кеше күңелендә нимә бар, Аллаһ шуны белеп тора.

25.

Бәндәләренең тәүбәһен ҡабул итеүсе, (тура юлға баҫҡандарҙың элекке) хаталарын ярлыҡаусы һәм ҡылмыштарын белеп тороусы — Аллаһ.

26.

Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың тәүбәһен ҡабул итер, мул ниғмәт бирер.   Кәферҙәрҙе хәтәр ғазапҡа тар­тыр.

27.

Әгәр ҙә Аллаһ һәр кемгә муллыҡ бирһә, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ артыр ине. Шуға күрә, Ул ризыҡты теләгәне ҡәҙәр генә индерә. Аллаһ бәндәләренең ҡылмыштарынан хәбәрҙар, уларҙы күреп тора.

28.

Өмөттәре өҙөлгән саҡтарҙа (аслыҡ йылдарҙа) Аллаһ ямғыр яуҙыра, рәхмәтен һәр тарафҡа тарата. Ул — маҡтауға лайыҡ ысын яҡлаусы.

29.

Күктәрҙе, Ерҙе яралтыуы ла, Күктәге, Ерҙәге бөтөн йән эйәһен барлыҡҡа килтереүе лә Уның (барлығына, ҡөҙ­рәтенә) дәлил булып тора. Аллаһ үҙе теләгән ваҡытта (Ҡиәмәттә) быларҙың барыһын да бер урынға тупларға ла ҡөҙ­рәтле.

30.

Башығыҙға төшкән һәр бәлә үҙегеҙ ҡаҙанған урынына. Шуға ла ҡарамаҫтан, (тәүбәгә килгәндәрҙең) күбеһен (Аллаһ) ярлыҡаясаҡ.

31.

Һеҙ Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫһығыҙ. Аллаһтан башҡа бер яҡлаусығыҙ ҙа бер ярҙамсығыҙ ҙа юҡ.

32.

Тау кеүек кәмәләрҙең диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөүе лә Аллаһтың (барлығына, ҡөҙрәтенә) дәлиле.

33.

Ихтыяр итһә, Аллаһ елде иҫеүенән туҡтатып то­рор ҙа, диңгеҙ өҫтөндәге кәмәләр хәрәкәттән туҡтап ҡа­лыр ине. Әлбиттә, бында ныҡ түҙем-сабыр кешеләргә һәм сикһеҙ шөкөр итеүселәргә ғибрәттәр бар.

34.

Ҡылған гөнаһтары өсөн уларҙы (диңгеҙгә батырып) һәләк итер. Ләкин байтаҡтарын(ың тәүбәһен ҡабул ҡылып) ғәфү итер.

35.

Шулай булғас, аяттарыбыҙ хаҡында ғауға ҡуптарған­дар ҡасып ҡотолор урын таба алмаҫтарын белеп торһон­дар.

36.

Һеҙгә бирелгән (байлыҡ, ләззәт, дәрәжә) бары тик ошо донъя өсөн (ваҡытлыса ғына). Аллаһ хозурындағылар иһә тағын да яҡшы, тағын да дауамлы. Был бүләктәр иман килтергәндәр һәм Раббыға һыйынғандар өсөн генә.

37.

Улар (мосолмандар) иң ҙур гөнаһтарҙан берһе булған — оят­һыҙлыҡтан йыраҡ йөрөй. Асыуҙары сыҡҡан сағында ла, ҡыҙмаҫтар, кешене ғәфү итерҙәр.

38.

Йәнә улар Раббының саҡырыуына эйәреп намаҙ уҡый­ҙар. Уларҙың эштәре үҙ-ара кәңәш-табыш менән бара. Үҙҙәренә индерелгән ризыҡтан улар (Аллаһ юлындағыларға һәм мохтаж­дарға) хәйер бирә.

39.

Уларҙың берәйһенә хаҡһыҙлыҡ ҡылынһа, бергәләп ярҙамлашалар.

40.

Яманлыҡ өсөн яза шул ҡылынған яманлыҡ ҡәҙәр булырға тейеш. Кем ғәфү итһә, тыныслыҡ һаҡлаһа, (боҙолошҡандарҙы татыуландырһа) уға бүләк Аллаһ тарафынан булыр. Дөрөҫө шул, Аллаһ залимдарҙы яратмай.

41.

Рәнйетелгән кеше һуңынан хаҡын ҡайтарһа, уға булмаҫ.

42.

Яманлыҡ ҡылғандарға һәм Ер йөҙөндә хаҡһыҙға кеше рәнйеткәндәргә яза бар. Уларға — әсе ғазап.

43.

Кем дә кем (үс алмайынса) сабыр итһә һәм (рәнйетеүсене) кисерһә, һис шикһеҙ, был кеше мәртәбәле, ныҡ рухлы икәнен иҫбатлар.

44.

Аллаһ кемде лә булһа аҙаштырһа, ул кешенең һис бер ихлас дуҫы булмаҫ. Язаны күргәндән һуң залимдарҙың:

— (Донъяға) кире ҡайтыр юл бармы? — тип үкенгәндәрен күрерһең.

45.

Һин (Мөхәммәд) күреп торорһоң. Утҡа ташлана тор­ған урынды күргәс, улар сараһыҙлыҡтан баштарын түбән эйеп, күҙ ҡырыйҙары менән генә утҡа ҡарарҙар. Иманлылар:

—  Бына, асылда ғазапҡа дусар ителгән кешеләр ошолар булыр. Ҡиәмәт көндө үҙҙәрен дә, ғаиләләрен дә бәләгә батырған кешеләр шул булыр, — тип әйтәсәктәр.

Аң булығыҙ! Залимдар өҙлөкһөҙ ғазап эсендә буласаҡ.

46.

Аллаһтан башҡа уларға ярҙам итерҙәй һис кем бул­маҫ. Аллаһ юлдан яҙҙырған кеше (ҡылынасаҡ гөнаһтарынан кире әйләнеп) сығырҙай (йәннәткә керерҙәй) юл таба алмаҫ.

47.

Аллаһ тарафынан кисектерелмәй-күсерелмәй торған (Ҡиәмәт) Көн килеп еткәнсе, тиҙерәк Аллаһ юлына баҫы­ғыҙ. Шунда һеҙҙең ҡасып ҡотолор урынығыҙ булмаҫ, гөнаһтарығыҙҙан да баш тарта алмаҫһығыҙ.

48.

(Эй, Мөхәммәд) әгәр улар йөҙ сөйөрһә, (һин хафаланма) беләһең бит, һине уларға ҡарауылсы итеп ҡуйманыҡ (Аллаһты инҡар итеп, гөнаһ ҡылһалар, улар өсөн һин яуап бирмәйһең) Һинең елкәңә төшкән вазифаң фәҡәт (аяттарыбыҙҙы) уларға ишеттереү генә. Тарафыбыҙҙан рәхмәтебеҙ емештәрен татыттырғас, ул кеше һөйөнә. Әммә үҙе ҡылған йүнһеҙлектәренә күрә, башына бәлә килһә, шөкөр итеүҙе онота.

49.

Күктәр һәм Ер — Аллаһтың милке. Үҙ теләгәнен бар итер. Теләһә — ҡыҙ балалар бирә, теләһә — ир уландар бүләк итә.

50.

Йәки, теләгән кешеһенә Аллаһ ҡыҙ балалар ҙа, ир балалар ҙа бирер. Теләмәгәнен ҡыҫыр итер. Ул бөтөнөһөн белеп тора, һәр нәмәгә Уның ҡөҙрәте етә.

51.

Аллаһ кеше менән бары тик уахи ярҙамында йәки пәрҙә аша һөйләшер. Йәки, илсе күндереп, уның аша ихтыя­рын белдерер. Шунан башҡа Аллаһ кеше менән һөйләшмәҫ. Ул — бөйөктөр, хакимдыр.

52.

Бына, шулай итеп, һиңә лә әмеребеҙ менән Ҡөръәнде уахи иттек. Һин китаптың нимә икәнен дә, имандың нимә икәнен дә белмәй инең. Әммә Беҙ (теләгән) бәндәләребеҙҙе ошо Китап ярҙамында тура юлға өндәр өсөн нур иттек. Шөбһәһеҙҙер, һин тура юлды күрһәтеүсе.

53.

Ул — Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы Аллаһтың юлы­лыр. Аң булығыҙ! Бөтөн эштәр ахырҙа Аллаһ хозурына ба­рып тоташасаҡ.