39. Зүмәр (Халыҡ өйөрө)

 

(Зүмәр сүрәһе 75 аяттан тора. Мәккәлә ингән. 71-73-се аяттарҙа кәферҙәр менән мөьминдәр ойошторған халыҡ төркөмдәренән сүрәнең исеме килә. «Зүмәр» — төркөм, өйөр, йәмғийәт мәғәнәләрен эсенә алған һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Был Китап ғиззәт һәм хикмәт эйәһе Аллаһ тарафынан индерелде.

2.

(Рәсүлем) шөбһәһеҙ, был Китапты һиңә Хәҡиҡәт булараҡ индерҙек. Шуға күрә, һин динде (ихлас) тот. Аллаһ ризалығы өсөн ғибәҙәт ҡыл.

3.

Аң бул! Паҡ дин бары тик Аллаһтан ғына килә. Уны инҡар итеп, үҙҙәренә башҡа дуҫтар (уйҙырма Илаһтар) эҙләп табыусылар:

— Беҙҙе Аллаһҡа яҡынайтһындар, тип кенә беҙ уларға табынабыҙ, ҡоллоҡ итәбеҙ, - тип әйтәләр. Дөрөҫө шул, Аллаһ (мөьминдәр менән кәферҙәр араһындағы бәхәсте) ахырына еткереп хөкөм сығарасаҡ. Шик юҡ, Аллаһ ялғансы һәм инҡар­сыларҙы тура юлға баҫтырмаҫ.

4.

Әгәр Аллаһ берәй ул теләһә ине, һис шикһеҙ, ул Үҙе яралтҡандарҙан береһен һайлап алған булыр ине. Ул шул эштәрҙән өҫтөн. Ул — берәү генә. Ул — сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе.

5.

Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе Хәҡиҡәт булараҡ яралтты. Төндө көнгә ялғай (был фасылда төн оҙая). Көндө төнгә ҡа­тыштыра (был фасылда көн оҙая). Ҡояш һәм Айҙы әмерендә тота. Уларҙың һәммәһе лә билгеләнгән ваҡытҡа саҡлы йөҙөп йөрөр.

Аң бул! Аллаһ һәр нәмәнән өҫтөн һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

6.

Ул һеҙҙе бер йәндән (Әҙәмдән) үрсетте. Һуңынан унан ҡатынын яралтты. Һеҙҙең өсөн мал-тыуарҙарҙан һигеҙ пар индерҙе. Һеҙҙе әсәләрегеҙҙең ҡарынында өс ҡат ҡараң­ғылыҡ эсендә яралтып, бүтән рәүештәргә керетеп, донъяға сығарҙы. Раббығыҙ булған Аллаһ шулай ҡыла. Бөтөн мөлкәт-байлыҡ Уныҡы ғына. Аллаһтың Үҙенән башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай бул­ғас, нисек итеп һеҙ Хәҡиҡәттән йөҙ сөйөрәһегеҙ?

(«Аналыҡ өс ҡатлы була:  ҡорһаҡ, аналыҡ, яралғыны төрөп алған элпә - һуңғылыҡ. Бүтән рәүештәргә керетеп:  ир кешенең енес орлоғо ҡатын аналығына кереп, ҡатындың тоҡом орлоғо менән ҡушылыуынан алып, тыуғанына саҡлы арала яралғы бер нисә рәүеш алып үҫә. Һигеҙ януар, дүрт пар: дөйә, һыйыр, һарыҡ, кәзә». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

7.

Кәферлек итергә теләһәгеҙ, әлбиттә, ихтыярығыҙ: Аллаһ һеҙгә мохтаж түгел. Шулай ҙа Ул бәндәләренең кәферле­генә риза түгел. Шөкөр итәсәк булһағыҙ, төкөрөгөҙ үҙ фай­ҙағыҙға булыр, Аллаһ һеҙҙән риза ҡалыр. Башҡа кешенең гөнаһтарын һис кем үҙ өҫтөнә ала алмаҫ. Ахырҙа барсағыҙҙың да ҡайтарылышы бары тик Аллаһҡа булыр. Донъяла нимә ҡылдығыҙ, барыһы тураһында да Аллаһ һеҙгә Үҙе әйтер. Күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар йәшерелгәнен дөрөҫө менән белеп тороусы — Аллаһ Тәғәлә.

8.

Берәй ҡыйынлыҡ килһә, кеше бөтөн барлығы менән баш эйеп, Аллаһҡа ялбара башлай. Һуңынан уға (Аллаһтан) берәй ниғмәт бирелһә (бәләнән ҡотолһа), элеккеге кеүек, ул ялбарғандарын онота. Башҡаларҙы ла Аллаһ юлынан сығарыр өсөн Аллаһҡа тиңдәр эҙләй башлай. (Эй, Мөхәммәд) уларға әйт һин:

— Кәферлегең менән бер аҙ ләззәтлән! Әммә һин барыбер ут эсендә ҡаласаҡһың, — тип.

9.

Әхирәт көнөнән ҡурҡҡан, Раббының рәхмәтен өмөт итеүсе, төнгө сәғәттәрҙә сәждәгә киткән, аяҡ үрә баҫып на­маҙ уҡыған, ғибәҙәт ҡылған кеше (инҡарсы) менән бер түгелдер, бит? Әйт һин уларға:

— Белгән менән белмәгән бер булырмы? Бары тик саф а­ҡыл эйәләре генә был Хәҡиҡәткә төшөнөр, — тип.

10.

(Эй, Рәсүлем) әйт һин:

— Иманлы кешеләр! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ. Был донъяла изгелек ҡылғандар өсөн (йәннәттәр) ниғмәттәр бар. Аллаһтың ерҙәре бик киндер. Бары тик сабыр иткәндәргә генә бихисап әжерҙәр буласаҡ.

11.

Әйт һин:

— Мин Аллаһҡа, уның диненә ихлас инаныусы булараҡ, ғибәҙәт ҡылырға тәҡдирләндем, — тип.

12.

Әйт һин:

—  (Өммәтемдә) иң беренсе мосолмандарҙың береһе булыу миңә тәҡдир ителде, тип.

13.

Әйт һин:

—  Раббыға ҡаршы мин баш күтәрһәм, хаҡтыр, бөйөк Көндө ҡаты ғазапҡа дусар буласаҡмын, — тип.

14.

Әйт һин:

— Мин динемдә ихлас кеше булараҡ, бары тик Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылам, — тип. — Инде һеҙ Уны инҡар итеп, теләгәнегеҙгә табынаһығыҙ.

    Әйт һин:

— Хаҡтыр, юғалтыуҙарға дусар булғандар Ҡиәмәт көнөндә лә үҙҙәрен һәм яҡындарын да юғалтыуҙарға дусар итәсәк. Аң булығыҙ! Был бик тә хәтәр ҡайғы булыр.

15.

16.

Уларҙың өҫтөндә уттан яһалған түшәмдәр, аҫтарында уттан яһалған иҙәндәр булыр. Бына, Аллаһ шулай итеп ҡурҡыта. Әй, бәндәләрем! Гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ, зинһар.

17.

Тағуттан (шайтандан, боттар һәм һындарҙан) ҡасып, Аллаһҡа йүнәлгәндәр өсөн бер һөйөнөс (йәннәт һәм шундағы ниғмәттәр) бар. Шулай булғас, тоғро бәндәләремдән (һеҙгә йәннәт баҡсалары буласаҡ, тип) һөйөнсө ал.

18.

Улар һүҙгә (китаптарға) ҡолаҡ һалыусылар һәм уның да иң татлыһына (Ҡөръәнгә) иғтибар итеүселәр. Бына шулар Аллаһҡа тура юл тапҡан кешеләр булыр. Бына шулар саф аҡыл эйәләре инде.

19.

Үҙенә хас яза хөкөмө сығарылған һәм утҡа ташланған гөнаһлыны ҡотҡарырға һин алыныр инең­ме (Мөхәммәд)?

20.

Раббы ғазабынан ҡурҡҡандар өсөн береһе өҫтөнә икенсеһе ҡоролған биналар булыр, аҫтарынан йылғалар ағып тора торған зиннәтле урындар әҙерләнгән. Былар — Аллаһ вәғәҙә иткән ниғмәттәр. Ул бер ҡасан да вәғәҙәһен боҙмаҫ.

21.

Күреп тораһың бит, Аллаһ Күктән ямғыр яуҙырҙы. Уны ерҙәге шишмәләргә йүнәлтте. Һуңынан төрлө-төрлө төҫтәге игендәр үҫтерҙе. Унан һуң улар ҡорой, һап-һары була. Унан һуң улар кибеп бөтә. Шик юҡ, был эштәрҙә аҡылы булғандар өсөн һабаҡтар бар.

22.

Берәй бәндәһенең күңел тәҙрәһен асып, Аллаһ Ислам нуры индерһә, ул кеше Раббының нуры эсендә ҡалыр. Аллаһты зикер итә алмаҫлыҡ булып, күңелдәре ҡатҡандарға яҙыҡтар (ҡайғылар) булыр. Көн кеүек асыҡ, улар тура юлдан яҙып, аҙашҡан.

23.

Һүҙҙәрҙең иң татлыларын (аяттарҙы) бер-береһенә ауаздаш итеп, Аллаһ бер Китап итеп тупланы һәм (бүлеп-бүлеп) индерҙе. (Ҡөръәнде уҡығанда) Раббыға тәрән мөхәббәт тәрбиә иткән кешеләрҙең тәндәре сымырҙап (ҡалтырап) китер, шунан һуң уларҙың тәндәре лә, күңелдәре лә (миһырбан тулып) Аллаһҡа йүнәлер. Бына ошо Китап Аллаһ күндергән рәһбәрҙер; (рәһбәр — етәксе, юлбашсы). Ул (ошо Ҡөръән менән) теләгән кешеһен тура юлға күндерер. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене бер кем дә тура юлға алып сыға алмаҫ.

24.

Ҡиәмәт көнөндә йөҙө менән ғазаплы уттан ҡасырырға теләгән кеше (менән сауаплы кеше) бер булырмы? Ул залимдарға:

— Ҡылмыштарына күрә, язаһын да татығыҙ, — тип әйтерҙәр.

25.

Уларҙан элек йәшәгәндәр (пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансы­ға сығарҙы һәм иҫкәртмәгән ерҙән уларға яза килде.

26.

Шулай итеп, Аллаһ уларға был донъяла уҡ язаһын татыттырҙы. Әхирәт ғазабы унан да хәтәрерәк буласаҡ. Их, улар шуны алдан уҡ белгән булһа ине!

27.

Хаҡтыр, өгөт ал­һындар тип, Ҡөръәндә кешеләргә һәр төрлө ғибрәтле ми­ҫалдар килтерҙек.

28.

(Гөнаһтарҙан) һаҡланһындар тип, мөкәммәл ғәрәп телендә Ҡөръән индерҙек.

29.

Аллаһ ике ҡол тураһында миҫал килтерә. Ҡолдарҙың береһе үҙ-ара дуҫ булмаған күп хужаға хеҙмәт итә икән. (Ҡайһыһының әмерен үтәргә белмәйенсә, йомошто башҡара алмай ҡала һәм үҙенә шелтә ала.) Икенсеһенең хужаһы берәү генә, ти. (Уныһы хужаһының әмерен еренә еткереп үтәй һәм гел маҡ­тала икән.) Ике ҡол бер тигеҙ булырмы? (Күп хужалыһы мөшрик хәлендә. Бер хужалыһы мөьмин хәлендә. Мөшриктәр күп Илаһтарға табына. Мөьминдәр иһә бер Аллаһҡа ҡоллоҡ итә.) Аллаһ ҡына маҡтауға лайыҡ. Ләкин уларҙың күбеһе был турала белмәй.

30.

(Мөхәммәд) һин, һис шикһеҙ, үләсәкһең, улар ҙа үләсәк.

31.

Ахырҙа, һис шикһеҙ, һеҙ ҙә Ҡиәмәт көнөндә Раббығыҙҙың хозурына килеп баҫасаҡһығыҙ.

32.

Аллаһҡа ҡар­шы ялған уйҙырған, үҙенә китерелгән (Ҡөръәнде) ялғанға сығарған залимдан да залим кем барҙыр? Кәферҙәрҙең урындары йәһәннәмдә булмай, ҡайҙа булһын!

33.

Дөрөҫлөктө алып килгән һәм уны тәҡдир итеүсе ке­шеләр ҙә бар. Яманлыҡ ҡылыуҙан ваз кискән тәҡүә кешеләр бына шулар була инде.

34.

Улар өсөн Раббы янында һәр нәмә үҙҙәре теләгәнсә мул булыр. Изгелек ҡылғандар­ҙың бүләге бына шул булыр.

35.

Шулай итеп, Аллаһ улар­ҙың (фани донъяла) йәшәгән ваҡытта ҡылған яман эштәрен дә ҡаплаясаҡ. Ҡылған изгелектәренең иң яҡшыларын ғына һайлап, уларҙы бүләктәр.

36.

Үҙенең илсеһен (Пәйғәмбәрҙе) һаҡлар-яҡлар өсөн Аллаһ үҙе етмәйме ни? Һине башҡа (уйҙырма Илаһ)тар менән ҡурҡыталар. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене бер кем дә туры юлға ҡайтара алмаҫ.

37.

Аллаһ берәйһен тура юлға баҫтырһа, уны берәү ҙә юлдан яҙҙыра алмаҫ. Мотлаҡ ҡөҙрәт эйәһе һәм (дошмандарҙан) үс ҡайтарыусы — Аллаһ Тәғәлә түгелме ни?

38.

Хаҡтыр, уларҙан:

— Күктәрҙе һәм Ерҙе кем юҡтан бар итте? — тип һораһаң, әлбиттә:

— Аллаһ бар итте, — тип әйтерҙәр. Әйт һин уларға:

— Шулай булғас, әйтегеҙ әле: Аллаһ миңә берәй төрлө за­рар ҡылырға теләһә, Аллаһты инҡар итеп, табынғандарығыҙ Ул биргән зарарҙан ҡотҡара аласаҡмы? Йәки Аллаһ миңә рәхмәт әйләһә, улар Уның рәхмәтен юҡҡа сығара аламы? — тип һора. Әйт һин уларға:

—  Миңә (ярҙам итергә, мине һаҡларға) Аллаһ етәр, — тип. Тәүәккәл итеүселәр бары тик Уға инанып, һыйыналар.

39.

Әйт һин:

— Әй, халҡым, һеҙ үҙ хәжәтегеҙсә ҡылығыҙ, мин үҙ яйыма эш башҡарырмын, — тип. Оҙаҡламай барыһын да белер­һегеҙ:

40.

үҙен рисуай итәсәк ғазап кемгә киләсәк, сикһеҙ ға­зап кемгә буласаҡ?

41.

Хаҡтыр, Беҙ ул Китапты кешеләргә файҙа булһын өсөн, Хәҡиҡәт булараҡ, һиңә индерҙек. Кем тура юлға баҫырға ихтыяр итә, был уның үҙ файҙаһына. Кем юлдан яҙырға теләй, уның да үҙ зарарына булыр. Һин (Мөхәммәд уларҙы ирекһеҙләп, дингә кертеүсе) вәкил түгелһең.

42.

Аллаһ кеше үлгәндә уның йәнен алыр. Иҫәндәр йоҡлағанда, Аллаһ уларҙың рухын үҙенә алып торор. Шу­лай итеп, үлемгә хөкөм ителгәндәрҙең рухын үҙ янында ҡалдырыр. Йоҡолағыларҙың йәнен мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы тәндәренә кире ҡайтарып торор. Шик юҡ, фекер йөрөтөүселәр өсөн бында ҡәтғи ғибрәттәр бар.

43.

Әллә һуң улар үҙҙәренә шәфәғәтсе итеп Аллаһтан башҡаларҙы ялланылармы? Әйт һин:

— Бер нәмәгә лә көстәре етмәгән килеш һәм аҡыл­дары етешле булмаһа ла мы? — тип

44.

Әйт һин:

— Бөтөн шәфәғәт — Аллаһ хозурында. Күктәр һәм Ер­ҙәге бөтөн милек — Уныҡылыр. Барыбер бөтөнөгөҙ ҙә Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ.

45.

Аллаһтың бар икәнлеге тураһында һөйләгәндә, Әхирәт көнөнә инанмағандарҙың йөрәктәре жыу итеп китә. Аллаһтан башҡа (бот)тарҙың исе­ме телгә алынғанда, уларҙың йөҙҙәре яҡтыра.

46.

Әйт һин:

— Әй, күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, йәшерелгәндәрҙе лә, йәшерелмәгәндәрҙе лә белеүсе Аллаһ, бәндәләрең араһында бәхәс сәбәпсеһе булған нәмәләрҙе Үҙең асыҡлап бирерһең, — тип.

47.

Ерҙәге бөтөн байлыҡҡа улар хужа бу­лып, тағын шул ҡәҙәр байлыҡ улар ҡулына керһә лә, Ҡиәмәт көнөндәге ғазаптарҙан ҡотолор өсөн шул байлыҡты ла улар ҡыҙғанып тормаҫ ине (ләкин ул байлыҡ уларға файҙа килтермәҫ). Аллаһ уларҙың баштарына ла килеп ҡарамаған язалар бирер.

48.

Уларҙың (донъяла) ҡылған яманлыҡтары (Ҡиәмәт көнөндә) уртаға сығасаҡ, көлкөгә сығарған нәмәләре үҙҙәрен ҡамап аласаҡ.

49.

Берәй ҡыйын хәлдә ҡалһа, кеше Беҙҙе ярҙамға саҡыра. Һуңынан үҙенә Беҙҙән ниғмәт-муллыҡ килһә:

—  Был миңә бары тик үҙемдең (булдыҡлылығым) белемем арҡаһында ғына килде, — ти. Дөрөҫ, был бары тик һынап ҡарау ғына. Ләкин уларҙың күбеһе был турала белмәй.

50.

Уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә шулай һөйләй ине. Ләкин ҡаҙанған байлыҡтары үҙҙәренә (Ҡиәмәттә) файҙа килтермәҫ.

51.

Ҡылған яуызлыҡтары уларҙы язаға ирештерҙе. Хаттин ашыусыларҙың (сиктәрҙе уҙғандарҙың) ҡылған яманлыҡтары үҙҙәренең башына төшәсәк. Был мәсьәләлә Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдырып, Уға ҡамасаулай алмаҫһығыҙ.

52.

Үҙе ихтыяр иткән бәндәһенә Аллаһ ризыҡты мул бирер, теләмәгәненең ризығын киҫер. Улар шуны ла белмәйҙәрме? Шик юҡ, иман килтергәндәр өсөн бында ғибрәттәр бар.

53.

Әйт һин:

— Һәй, үҙ нәфселәре (ҡомһоҙлоҡтары) арҡаһында хаттин ашҡандар (сиктәрҙе уҙғандар)! Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙмәгеҙ. Аллаһ (тәүбә иткән) барса гөнаһлыларҙы ярлыҡаусы. Хаҡтыр, Ул сикһеҙ ярлыҡаусы, хәтһеҙ мәрхәмәтле. (Ләкин был: һуңынан тәүбә итермен, тип аҙғынлыҡ ҡылып, хаттин ашарға ярай, тигән һүҙ түгел. Аллаһ барыһын да күреп, белеп тора.)

54.

Һеҙгә ғазап килеп төшкәнсегә ҡәҙәр Раббыға йүнәле­геҙ. Уға тәслим ҡылығыҙ, (ваҡытында тәүбә итмәһәгеҙ) һуңынан һеҙгә ярҙам булмаҫ.

55.

Һеҙ, көтмәгәндә, һис уйламаған яҡтан башығыҙға яза килеп төшкәнсегә ҡәҙәр Раббығыҙ һеҙгә индергәндәренән иң яҡшыһына — Ҡөръәнгә эйәрегеҙ.

56.

—Аллаһ алдында хаттин ашҡан ғәмәлдәрем өсөн мин үкенәм, миңә яҙыҡтар (ҡайғы) булһын. Ысындан да, мин (динде, Ҡөръәнде) мәсхәрә итеп көлгәндәр араһында инем, — тип үкенерлек булмаһын.

57.

Йәки:

—Аллаһ мине тура юлға баҫтырған булһа, әлбиттә, (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланған булыр инем, — тип йәки ғазапты күргәс тә:— Их, донъяға кире ҡайта торған булһа, мин гел изгелек кенә ҡылыр инем, — тип ҡайғырырлыҡ булмаһын.

58.

59.

й, кәфер, донъяға кире ҡайтыу булмаҫ.) Аяттарым һиңә килде. Һин уларҙы ялғанға сығарҙың. Тәкәббер инең һәм инҡарсы­ларҙан булдың.

60.

(Эй, Мөхәммәд) Аллаһ хаҡында ялған һөйләгәндәрҙең йөҙҙәре Ҡиәмәт көнөндә ҡап-ҡара булғанын күрерһең. Маһайғандарҙың урыны йәһәннәм түгелме?

61.

Аллаһ саф-ихлас мөьминдәрҙе (Ҡиәмәттә) ҡотҡарыр. Уларға һис бер бәлә килтермәҫ. Мөьминдәргә (Ҡиәмәттә) ҡайғы ирешмәҫ.

62.

Аллаһ барса нәмәне юҡтан бар итеүсе — яралтыусы. Аллаһ һәр нәмә менән Үҙе теләгәнсә идара итә.

63.

Күктәрҙең һәм Ерҙең сер асҡыстары бары тик Уның хозурын­да. Аллаһтың аяттарын инҡар итеүселәр бар. Бына шулар инде хәтәр юғалтыуҙарға дусар кешеләр.

64.

Әйт һин:

—  Әй, наҙандар! Һеҙ Аллаһтан башҡа нәмәләргә ҡол­лоҡ итеүемде теләйһегеҙме? — тип.

65.

(Мөхәммәд) хаҡтыр, һиңә лә, һинән элек килгәндәргә лә шулай уахи ителде:

— Шикһеҙ, әгәр ҙә Аллаһҡа тиң һанап, башҡаға табын­һаң, ҡылмыштарың, һис шикһеҙ, бушҡа китер һәм һин юғал­тыуҙарға мәхкүм булырһың.

66.

Әйе, һин бары тик бер Аллаһҡа ғына бойһон һәм шөкөр итеүселәрҙән бул.

67.

Улар (мөшриктәр) Аллаһты ысыны менән танып бөтөрмәнеләр. Ҡиәмәт көнөндә бөтөн Ер йөҙө Уның ҡарамағында бу­лыр. Күктәр Уның ҡөҙрәте менән (ҡағыҙ кеүек итеп) төрөлөр. Аллаһ мөшриктәрҙең уйҙырма тәңреләренән бөйөк һәм кәмселекһеҙ.

68.

Сур борғоһона өрөлгәс, Аллаһ иҫән ҡалдырырға теләгәндәрҙән башҡаһы, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — бар­саһы үләсәк, юҡҡа сығасаҡ. Бер аҙҙан тағын икенсе тапҡыр Сурға өрөлгәс, ни күҙҙәрегеҙ менән күрерһегеҙ, уларҙың (үлгәндәрҙең) барыһы ла аяҡҡа баҫып, ҡарап-көтөп торорҙар.  

(«Беренсе тапҡыр Сурға өрөлгәс, иҫән ҡала торғандар: Жәбраил фәрештә, Исрафил фәрештә, Ғазраил фәрештә һәм Ғәреш хеҙмәткәрҙәре, тағын йәннәт ҡапҡаһында һаҡта тороусы ридуан фәреш­тәләре, йәннәттең хазинаһын һаҡлаусы Мәлик, йәһәннәм һаҡсы­лары — зобаниҙар. Сурға беренсе өрөлгәндә был донъялағы тереклек бөтә. Икенсе тапҡыр өрөлгәс, яңынан терелеү, теге донъя тормошо башлана».

 Хәсән Чантай тәфсиренән.)

69.

Мәхшәр ере Раббының нуры менән яҡтыртылыр. Китап (ғәмәл дәфтәре) майҙанға ҡуйылыр. Пәйғәмбәрҙәр һәм шаһиттар килтерелер. Ғәҙел хөкөм башланыр. Бер кемгә лә хаҡһыҙлыҡ ҡылынмаҫ.

70.

Ғәмәленә күрә, һәр кем теүәл әжерен алыр. Уларҙың нимә ҡылғандарын Аллаһ бик яҡшы белә.

71.

Иманһыҙҙар иһә, төркөм-төркөм булып, йәһәннәмгә ҡыуылыр. Ниһайәт, килеп етеүгә үк (тамуҡтың) ҡапҡалары асылып китер. Зобаниҙар (йәһәннәм һаҡсылары) уларҙан:

— Һеҙҙең аранан сыҡҡан, һеҙгә Раббының аяттарын уҡып биргән һәм бөгөн бында ҡауышасағығыҙҙы киҫәтеп ҡуйған пәйғәмбәрҙәр һеҙгә килмәнеме ни? — тип һорарҙар.

— Әйе, килгәндәр ине, — тип әйтерҙәр.

    Кәферҙәргә вәғәҙә ителгән ғазап инде дөрөҫкә сыҡты.

72.

Уларға:

—  Эсендә мәңге ҡаласаҡ йәһәннәмдең ҡапҡаһынан керегеҙ! — тип әйтелер. Маһайған тәкәбберҙәрҙең урыны бик тә хәтәр урын.

73.

Раббыға ризаһыҙлыҡ белдерергә ҡурҡҡандар иһә төркөм-төркөм булып, йәннәткә керер. Ҡапҡанан кергәндә уларға һаҡсылар әйтер:

— Сәләм һеҙгә! Саф-пак килеш килдегеҙ. Инде мәңгегә ҡалыр өсөн ожмахҡа керегеҙ, - тип әйтерҙәр.

74.

Улар:

— Беҙгә биргән антына тоғро ҡалған һәм беҙҙе теләгән уры­ныбыҙға ултыртасаҡ, беҙҙе йәннәткә вәриҫ ҡылған Аллаһҡа — дан! — тип әйтерҙәр. Изгелек ҡылғандарҙың әжере ни ҡәҙәр гүзәлдер.

75.

Фәрештәләрҙе күрерһең. Улар Раббыға маҡтау менән тәсбих әйтер өсөн, Ғәреште уратып алған булыр. Кешеләр араһында ғәҙел хөкөм тамам! Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһҡа — дан! Әлхәмдүлилләһи Раббыл ғәләмин!