38. Сад (Дауыт)


(Сад сүрәһе 88 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрәнең беренсе хәрефе «Сад». Исеме шунан килә. Ләкин уны «Дауыт сүрәһе» тип тә йөрөтәләр.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Сад. Изге Ҡөръән исеме менән әйтәм:

2.

иман­һыҙҙар (тыштан) тәкәббер һәм (эстән Аллаһҡа, пәйғәмбәренә) ҡапма-ҡаршылыҡта  булырҙар.

3.

Уларҙан элек йәшәгән күпме халыҡтарҙы һәләк иттек. (Ҡот осҡос ғазап килгәнен күргәс) улар нисек итеп ҡысҡыра-ҡысҡыра ялбарҙылар. Ләкин һуң ине инде. Ҡотолоу форсаты уҙған ине.

4.

Үҙ араларынан сыҡҡан кеше, өгөтләүсе килгәс, улар аптырап ҡалды һәм ул кәферҙәр әйтте:

—  Был тик алдаҡсы, (бер күҙ буяусы) сихырсы, — тинеләр.

5.

Тәңреләребеҙҙе бөтөрөп, бары тик бер генә Аллаһты ҡалдырырмы ул? Ысындан да, был ғәжәп сәйер ғәмәл, — тинеләр.

6.

Уларҙың юлбашсылары:

— Әйҙә, барығыҙ! Боттарығыҙ янына китегеҙ ҙә, уларға табынығыҙ. Һеҙҙән башҡа нәмә талап ителмәй.

7.

Һуңғы динебеҙҙә (христианлыҡта) беҙ был турала һис тә ишетмәнек. Был бары тик уйҙырма, ялған.

8.

Был Ҡөръән арабыҙҙағыларҙан бер уға ғына индерелгәнме? — тип Мөхәммәд янынан китеп барҙылар.

Эйе, улар Китабыма әллә ҡасандан бирле шикләнеп ҡарайҙар ине инде. Сөнки әле улар ғазабымды татып ҡараманы.

9.

Әллә һуң ғәзиз, йомарт һәм ҡөҙрәт эйәһе Раббының рәхмәт хазинаһы улар ҡулындамы?

10.

Йәки күктәрҙең һәм Ер араһындағы хөкөмдарлыҡ улар ҡулындамы? Шулай икән, ул сағында улар (ысулдары булһа, бөйөклөккә менеп ҡара­һындар).

11.

Улар төрлө-төрлө төркөмдәрҙән ойошҡан аламан ғәскәрҙәр. Улар шунда уҡ тар-мар ителәсәк.

12.

Уларҙан алда ла Нух халҡы ла, Ғәд халҡы ла, ҡаҙыҡтар оҫтаһы Фирғәүен дә, Сәмуд, Лут ҡәүемдәре лә, Әйкә халҡы ла пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансыға сығарып, мыҫҡыл иттеләр. Бына шулар (пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы) берләшкән өйөрҙәр ине.

(Али Тургут яҙыуынса, Фирғәүен кешеләрҙе дүрт ҡаҙыҡҡа бәйләп язалай торған булған. Аят шуға ишаралай. Ләкин М. Али «ҡа­ҙыҡ» кәлимәһе «ҡеүәтле илдең тотҡаһы» мәғәнәһендә килә, ти.)

13.

14.

Уларҙың һәр береһе күндерелгән пәйғәмбәрҙәрҙе ял­ғансыға сығарҙы һәм шуның арҡаһында уларға язам раҫ килде.

15.

Былар ҙа (Мәккә кәферҙәре лә) бер миҙгелгә лә кисекмәй торған ҡурҡыныс бер ауаз (гөрөлтө) көтә.

16.

— Раббыбыҙ! (Үҙебеҙгә тейешле язаны) өлөшөбөҙҙө Хисап Көнөнән алдан бир, — тинеләр.

17.

(Эй, Мөхәммәд) уларҙың ҡылмыштарына сабыр ит, бәндәбеҙ Дауытты, ҡеүәт эйәһен хәтерләйһеңме? Ул һәр ваҡыт Аллаһҡа йүнәлә ине.

18.

Хаҡтыр, Без иртә-кис уның менән бергә тәсбих әйтеүсе тауҙарҙы, төркөм-төркөм ҡоштар­ҙы уға буйһондорҙоҡ.

19.

20.

Уның хөкөмдарлығын (батшалығын) ҡеүәтләндерҙек, уға хикмәт һәм итәғәтле матур һөйләм бирҙек.

21.

(Эй, Мөхәммәд) һиңә ике ғауғасы тураһындағы хәбәр килеп ирештеме? Нисек итеп улар мәсет диуарына (ҡоймаһына) үрмәләп, Дауыт янына керҙеләр. Уларҙы күреп, Дауыт бик ныҡ ҡурҡты.

— Ҡурҡма, беҙ ике дәғүәсе. Беребеҙ икенсебеҙгә зыян һалды. Эшебеҙҙе ғәҙеллек менән хөкөм ит. Зинһар, ғәҙеллек менән хөкөм ит. Беҙгә дөрөҫ юлды күрһәт, — тинеләр.

22.

23.

(Уларҙың береһе) әйтте:

— Был — минең туғаным. Уның туҡһан туғыҙ баш һары­ғы бар. Минең һарығым берәү генә. Ул: уныһын да миңә бир, тип (һуңғы һарығымды ла тартып алды) бәхәстә мине еңде.

24.

Дауыт:

— Һинең һарығыңды үҙенең көтөүенә ҡушырға ынтылып, ул хаҡһыҙлыҡ ҡылған. Ысындан да, уртаҡ мал менән эш ҡылыусылар бер-берһенә ғәҙелһеҙлек ҡыла. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар иһә улай эшләмәй. Ләкин улар (иманлылар) әҙ.

Дауыт үҙен һынап ҡарағаныбыҙҙы һиҙенде һәм (намаҙын боҙғанына) тәүбә итеп, Аллаһтан ярлыҡау һораны, сәждә итте.

25.

Һуңынан уның был эшен (намаҙ боҙғанын) беҙ ғәфү иттек. Яныбыҙҙа уға мәртәбәле һәм күркәм урын бирҙек һәм уның киләсәген бәхетле иттек.

26.

Әй, Дауыт, Беҙ һине Ер йөҙөндә (үҙ ҡәүемеңә) хужа иттек. Шулай булғас, кешеләр араһында ғәҙел­лек менән хөкөм йөрөт. Артыҡ хирыс (хыял-шәһүәткә бирелеүсән) һәм нәфсе булма. Шулай булһаң, һуңынан улар һине Аллаһ юлынан яҙҙы­рыр. Хаҡтыр, Аллаһ юлынан яҙғандарға, Ҡиәмәт Көнөнә ышанмағандарға интектергес ғазаптар булыр.

27.

Күкте, Ерҙе һәм улар араһындағыларҙы Беҙ кәрәкһеҙгә (маҡсатһыҙ) юҡтан бар итмәнек. Был — инҡарсылар­ҙың фекере генә. Инҡарсыларҙың эше, һай, мөшкөлдер. Улар утта янасаҡ.

28.

Әллә Беҙ иман килтереп, изгелек ҡыл­ғандарҙы Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ эшләгәндәр менән тиң күрәбеҙме? Йәки (Аллаһтың язаһынан) ҡурҡҡандарҙы юлдан яҙғандар хисабына кертәбеҙме?

29.

(Рәсүлем) һиңә был изге Китапты, аяттарыбыҙҙы аңла­һындар һәм зиһенле кешеләр өгөт-нәсихәт алһындар, тип индерҙек.

30.

Беҙ Дауытҡа Сөләймәнде бирҙек. Сөләймән бик тә яҡшы хеҙмәткәребеҙ ине. Хаҡтыр, ул һәр ваҡыт Аллаһ юлында булды.

31.

Аҡшам намаҙы яҡынлашып килгәндә, уға ел етмәҫ етеҙ, саф тоҡомло юртаҡтар килтерҙеләр.

32.

Сөләймән әйтте:

— Ысындан да, ат яратыуым арҡаһында мин Аллаһты онотоп ебәргәнем (аҡшам намаҙына һуңлағанмын). Ҡояш батҡанын да һиҙмәй ҡалғанмын, — тине. (Аттар сабып, күҙҙән юғалғас әйтте) —

33.

Хәҙер тағын уларҙы минең янға алып ки­легеҙ, — тип ул аттарҙың муйындарын һыпырып, аяҡтарын ярата башланы.

34.

Хаҡтыр, Беҙ Сөләймәнде шулай һынап ҡараныҡ, Тәхеттең өҫтөнә уның мәйет кеүек йәнһеҙ-хәлһеҙ гәүҙәһен ултырттыҡ. Ул тәүбә итте.

35.

Сөләймән әйтте:

— Раббым, ярлыҡа мине. Минән һуң йәшәйәсәк кешеләргә лә бирелмәй торған хакимлыҡ бир миңә. Шик юҡтыр, Һин һәр ваҡыт сикһеҙ йомарт була килдең, - тине.

36.

Шулай итеп, Беҙ елде Сөләймәнгә буйһондорҙоҡ. Ел ул теләгән яҡҡа, ул теләгәнсә йомшаҡ ҡына иҫә тор­ған булып китте.

37.

Мөһәбәт бейек биналар төҙөргә һәләтле, диңгеҙҙә сумып, ынйы-мәрйендәр алып сығыусы ендәрҙе,

38.

сылбырҙар менән бығауланған ендәрҙе лә уның әмеренә бирҙек. (М. Ғәли нөсхәһендә был ендәрҙең тура мәғәнәһендәге ендәр булмайынса, күсермә мәғәнәләге, йәғни башҡа халыҡтарҙан әсир алынған ҡолдар икәнлеге әйтелә.)

39.

— Бына, беҙҙең йомартлығыбыҙ ошо булыр, - тинек. — Теләһәң, (был байлыҡты) башҡаларға тарат, теләһәң, — үҙ яның­да тот. Һинән хисап һоралмаҫ.

40.

Дөрөҫө шулдыр, яныбыҙҙа уның өсөн шәрәфле һәм затлы урын бар.

41.

(Рәсүлем) ҡолобоҙ Әйүпте лә онотма, иҫкә алып тор. Ул Раббыһына:

—Хаҡтыр, шайтан миңә ауырлыҡтар һәм күп бәләләр килтерҙе, — тип ялбарҙы.

42.

(Әйүпкә әйтелде):

— Аяғың менән тип, — тинек. (Ул типте һәм ике шишмә бәреп сыға башланы.)

Бына, һинең эсереңә һәм йыуынырға  һалҡын һыу, — тинек.

(М. Али был аятҡа яңыса аңлатма бирә. Уныңса «ергә аяк менән тибеү» түгел, «үксәләр менән атты әйҙәкләү» икән. Йәғни, Аллаһ Әйүпкә атын ҡыуаларға ҡуша, Әйүп иһә, һыу тарафына тиҙ барып етә.)

43.

Башында аҡылы булған кешеләргә ғибрәт булһын өсөн һәм рәхмәтебеҙҙең киңлегенә үрнәк миҫал итеп, уның ғаилаһенә һәм үҙҙәре менән бергә уларға оҡшағандарын да бүләк иттек.

44.

— Ҡулыңа бер бәйләм үлән һабағы ал да, шуның менән (ҡатыныңа) һуҡ. Антыңды боҙма! — тинек. Ысынлыҡта, Беҙ Әйүпте сабыр һәм тура бәндә булараҡ беләбеҙ. Ул гәжәй­еп яҡшы хеҙмәткәребеҙ ине. Ул һәр ваҡыт Аллаһ юлында булды.

(«Әйүптең ҡатыны, Яҡуп ҡыҙы Ләйлә, ауырыу ире Әйүп алдында яңғылыш эш ҡыла. Ауырыу Әйүп, терелгәндән һуң, уға йөҙ таяҡ һуҡтырырға ант итә. Әммә ҡатыны Ләйлә уға тоғро хеҙмәт итеп, яҡшы эштәр башҡарған кеше ине. Шуға күрә, изгелектәре күп бул­ғанға, Жәнәбе Хаҡ йөҙ тапҡыр таяҡ менән һуғыуҙы, ант боҙмаҫ өсөн, үлән һабағы менән алыштырырға әмер итә. Әйүп ауырттырмайса ғына, ҡатынын мәғәнәүи язаға тарта». Хәсән Чантай тәфсиренән )

45.

(Эй, Мөхәммәд) ҡеүәтле һәм зиһенле бәндәләребеҙ Иб­раһим, Исхаҡ менән Яҡупты ла иҫеңә төшөр.

46.

Беҙ улар­ға Әхирәт йорто тураһында уйланыусы айырыуса ихласлы кешеләр итеп яралттыҡ.

47.

Хаҡтыр, улар — Беҙҙең яныбыҙҙа айырым урын биләүсе изгелекле бәндәләрҙер.

48.

Исмәғилде, Әльясаны һәм Зөлкифелде онотма. Барыһы ла изгелекле кешеләр ине.

49.

Бына, был уларҙы яд итеү (хөрмәтләп иҫкә төшөрөү) булды. Шуныһы хаҡтыр, тәҡүәләр өсөн киләсәктә Сәғәдәт әҙерләнгән.

50.

Улар өсөн генә асыла торған ҡапҡалы Ғәден йәннәттәре уларҙы көтә.

51.

Улар шунда урындыҡтарға ҡырын ятып, йәндәре теләгән емештәр һәм эсемлекләр генә килтертерҙәр.

52.

Яндарында тыйнаҡ ҡарашлы үҙҙәренә ҡулай йәштәге гүзәлдәр булыр.

53.

Бына, Хисап көнө килеп еткәс, һеҙгә бирелә торған нәмәләр шуларҙыр.

54.

Әлбиттә, был - Беҙ биргән ризыҡтар. Улар, бер ҡасан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ булыр.

55.

Дөрөҫ, уныһы шулай булыр. Әммә аҙғындарға хәтәр бер ғазап әҙерләнгән.

56.

Улар йәһәннәмгә керәсәк. Йәһәннәм иһә бик тә хәтәр урын.

57.

Уларҙың эсә торғандары ҡайнар һәм эренле һыу булыр. Шуны эсеп ҡараһындар!

58.

Ошо ғазаптарға оҡшаш тағын башҡалары ла етәрлек булыр.

59.

(Инҡарсыларҙың башлыҡтарына):

— Бына, һеҙҙең менән бергә йәһәннәмгә керәсәк халыҡтар ошоларҙыр. Улар рәхәт күрмәһен. Уларға шул йәһәннәм уты хас, - тип әйтерҙәр.

60.

(Уларға эйәргәндәр иһә):

— Юҡ! Һеҙ үҙегеҙ рәхәтлек күрмәҫһегеҙ. Уны беҙгә һеҙ әҙер­ләнегеҙ. Аһ, ниндәй хәтәр урын был, - тип әйтерҙәр.

61.

Йәнә улар:

— Раббыбыҙ, быны (аҙғынлыҡты) беҙгә кем килтергән булһа, шуларға ялҡын эсендәге ғазапты икеләтә бир, тип Аллаһҡа ялбарыр.

62.

(Инҡарсылар, йәғни йәһәннәмгә кергән Мәккә кәферҙәре):

— Беҙгә нимә булды? Донъяла саҡта яман һаналған кешеләр­ҙе (пәйғәмбәрҙәрҙе) бында ни өсөн күрмәйбеҙ? — тип һорарҙар.

63.

— Беҙ уларҙы мыҫҡыл иткән инек түгелме? Әллә беҙ уларҙың бында (йәһәннәмдә) икәндәрен күрмәй ҡалдыҡмы?

64.

Бына шулай, йәһәннәмдәгеләрҙең ғауғалашыуы шулай булыр.

65.

(Эй, Мөхәммәд) әйт һин:

— Мин бары тик бер киҫәтеүсе генә. Бер Аллаһтан, бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә торған бер Раббынан башҡа тәңре юҡ.

66.

Күктәрҙең, Ерҙең икеһе араһында булғандарҙың хужаһы Раббы барыһынан да өҫтөндөр. Ул сикһеҙ ярлыҡау­сылыр.

67.

Әйт һин:

- Был - бөйөк хәбәр! - тип.

68.

- Әммә һеҙ унан йөҙ сөйөрәһегеҙ.

69.

Улар шунда (Ғәрештә) бәхәсләшә икән, улар­ҙың нимә тураһында һөйләшкәне хаҡында минең һис бер хәбәрем юҡ, — тип әйт.

70.

Бары тик киҫәтеүсе булғаным өсөн, миңә уахи ителгәнде генә һеҙгә еткереүсе, — тип әйт.

71.

Раббың фәрештәләренә әйтте:

— Ысындан да, мин балсыҡтан кеше яһаясаҡмын, — тине.

72.

- Уны яһап бөтөргәндән һуң, уға рухыбыҙҙан йән өргәндән һуң, шунда уҡ уға сәждә итегеҙ, — тине.

73.

Бөтөн фәрештәләр ҙә бер остан сәждә итте.

74.

Бары тик Иблис тәкәббер генә сәждә итмәне. Ул тәкәбберлек рәүешен алды ла, кәферҙәрҙән булды.

75.

Аллаһ әйтте:

—  Әй, Иблис! Үҙ ҡөҙрәтем менән барлыҡҡа килтергәнгә сәждә итеүҙән һине нимә тыйып тора? Ғорурландыңмы һин, әллә бөйөклөк шауҡымы йоҡтомы һиңә? — тине.

76.

Иблис әйтте:

— Мин унан яҡшыраҡ. Һин мине уттан яралттың; уны балсыҡтан ғына, — тине.

77.

Аллаһ әйтте:

— Улайһа, сығып кит бынан! Һин ләғнәт ителгән бул­дың, ләғийн булараҡ таш бәреп ҡыуыласаҡһың.

78.

Яза көнөнә саҡлы һинең өҫтөңдә ләғнәтем торор, — тине.

79.

Иблис әйтте:

— Йә, Раббым, улайһа, һин яңынан терелә торған Көнгәсә миңә донъяла торорға ризалыҡ бир, — тине.

80.

Аллаһ әйтте:

— Ярар, тора бир, - тине. — Мәғлүм ваҡытҡаса!

81.

82.

Иблис әйтте:

—  Һинең ҡөҙрәтең менән ант итәм, мин уларҙың, Валлаһи, барсаһын аҙҙырасаҡмын. Әлбиттә, һиңә ихлас бул­ғандарҙан башҡаларын, — тине.

83.

84.

Аллаһ әйтте:

— Хаҡтыр, мин дөрөҫөн һөйләйем, һине һәм һиңә эйәргәндәрҙең барсаһы менән йәһәннәмде тултырасаҡмын, — тине.

85.

86.

(Рәсүлем) әйт һин:

— Был эштәрем өсөн мин һеҙҙән һис бер түләү талап итмәйе­м. Уахи ителгәндәрҙән башҡа, үҙем мин һис бер нәмә уйлап сығармайым, — тип.

87.

Был (Ҡөръән) халыҡтарға өгөттән башҡа нәмә түгел.

88.

Шунда яҙылған хәбәрҙәрҙең хаҡ икәнлегенә әле һеҙ һуңынан ышанырһығыҙ.