31. Лоҡман (Лоҡман)


(Локман сүрәһе 34 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әлиф. Ләм. Мим.

2.

Бына был аяттар хикмәт тулы Ҡөръәндең аяттарыҙыр.

3.

Изгелек ҡылһындар тип, тура юлға баҫһындар өсөн, (Аллаһтың) рәхмәт(е) булараҡ (индерелде).

4.

Улар (мөьминдәр) намаҙ уҡыйҙар, зәкәт бирәләр, Әхирәт көнөнә ысын күңелдән инаналар.

5.

Бына шундай әҙәмдәр Раббы күрһәткән тура юлдан йөрөйҙәр һәм (яза­ларҙан) ҡотолоп, Сәғдәткә ирешерҙәр.

6.

Бәндәләр араһында шундайҙары ла бар: бер нәмә лә белмәгән баштары менән кешеләрҙе Аллаһ диненән ситкә алып китергә маташып, ул динде мыҫҡыл итер өсөн, уйҙырма-буш һүҙҙәр (яҙылған китаптарҙы һатып алып) һөйләүсе күпме әҙәмдәр бар. Бына шундайҙарҙы, әлбиттә, рисуай ҡылыусы язалар көтә.

7.

Уларға аяттарыбыҙҙы уҡый башлаһаң, ишетмә­мешкә һалышалар, әйтерһең дә, ҡолаҡтарында һаңғыраулыҡ бар һәм улар танау сөйөрөп, тәкәббер рәүештә китеп баралар. Бына һин шундайҙарҙы хәтәр ғазап тотасағы тураһында һөйләп «ҡыуандыр».

8.

Иманлыларға һәм изгелек ҡылғандарға — йәннәт баҡсалары.

9.

Улар шунда мәңге ҡаласаҡ. Был — Аллаһтың хәҡиҡи вәғәҙәһе. Аллаһ — ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

10.

Ул (Аллаһ) һеҙгә күренеп тороусы күктәрҙе терәкһеҙ (торорлоҡ) итеп яралтты. Һеҙ сайҡалмаһын өсөн, Ерҙе ҡаты-ныҡ бағаналар (тауҙар) менән терәтте, һәр бер йәнленән нисә төрлө тоҡомдар үрсетте. Беҙ Күктән ямғыр яуҙыр­ҙыҡ, тупраҡта һәр енестән гүзәл үҫемлектәр етештерҙек.

(Ошо аятта ғәләмдәрҙең сере асыла. Терәкһеҙ күктәр, Ерҙе ғарасатлы ҡалтыраныуҙарҙан тотоп тороусы тауҙар, ғәләмдең гра­витацион тартыу көстәре, үҙәктән ҡыуыу, үҙәккә тартылыу ҡеүәттә­ре, тауҙарҙың тамыры, ысындан да, Ерҙең үҙәгенә ҡәҙәр һуҙылғанлыҡтары, шуның арҡаһында Ер өҫтөндәге хәтәр хәрәкәтләнеүҙәрҙе тыйып тороуҙары Ҡөръән ингән заманнарҙан күп уаҡыттар уҙғас ҡына, ысын фәнни асыштар менән раҫлана килде.

Материалы Пятой Конференции международной комиссии по научным знакам в Коране и Сунне. 1993 г.)

11.

Бына, быларҙың бөтөнөһө лә Аллаһ яралтҡан ысын­барлыҡ. Унан башҡаларҙың (боттарҙың, һындарҙың) нимә яралтҡандарын Беҙгә күрһәтегеҙ, зинһар. Эйе, ул изгелекһеҙҙәрҙең тура юлдан яҙғанлығы көн кеүек асыҡ.

12.

Хаҡтыр, Беҙ Лоҡманға, Аллаһҡа шөкөр ит, тип хикмәт (асыҡ зиһен) бирҙек. Шөкөр иткән кеше үҙе өсөн шөкөр итер. Шөкөр итмәгән кеше — шөкөр итмәһен: Аллаһ уның шөкөрөнә мохтаж түгел. Аллаһ һәр төрлө маҡтауға лайыҡ.

13.

Бер ваҡыт Лоҡман улына өгөт бирә икән:

— Улым, Һин Аллаһтан башҡа (уйҙырма) Илаһҡа табын­ма. Күп Илаһтарға табыныуҙан да ҙур гөнаһ юҡ!

14.

Беҙ кешегә: ата-әсәңә изгелекле бул, тип васыят ит­тек. Әсәһе уны ниндәй ҡыйынлыҡтар менән ҡарынында йөрөтә. Ике йыл буйы һөтөнән айырмайынса имеҙеп үҫтерә. Тик, иң башта Миңә, унан һуң ата-әсәгә шөкөр ит, тип васыят иттек. Ҡайтарылыш бары тик Миңә генә булыр.

15.

Әгәр ҙә (атаң-әсәң) һиңә мәғлүм булмаған берәй нәмәне Миңә тиң күреп, һине шуға (инанырға) ирекһеҙләһә — уларға буйһонма. Ләкин донъяла уларға изгелекле бул. Миңә итәғәт иткәндәр менән бер юлда бул. Ахырҙа ҡайтарылы­шығыҙ бары тик Минең тарафҡа булыр. Шул ваҡытта (Ҡиәмәттә) Мин һеҙгә (донъялағы) ҡылмыштарығыҙ тураһында иҫкәртермен.

16.

— Әй, улым, — тине Лоҡман. — (Изгелекме ул, яманлыкҡмы) ҡылмышың хәрдәл (гәрчич) бөртөгө хәтле генә булып, ул да тау ҡаяһына йәки күктәргә йәки ер аҫтына йәшерелгән булһа ла, Аллаһ (Ҡиәмәттә) уны һинең ҡаршыңа сығарып ҡуйыр. Хаҡтыр, Аллаһ иң нескә-йәшерен эштәрҙе лә күреп-белеп тора, Ул бар нәмәнән дә хәбәрҙар.

17.

— Балам, намаҙыңды уҡы, (башҡаларҙы) изгелеккә өндә, яманлыҡтарҙан уаз кисергә саҡыр, башыңа килгәнгә (бәләләргә) сабыр ит. Хаҡтыр, былар Аллаһ фарыз ҡыл­ған, рух ныҡлығы талап ителә торған нәмәләрҙер.

18.

— Тәкәберләнеп, кешеләрҙән йөҙ сөйөрмә. Донъяла маһайып, танау сөйөрөп йөрөмә. Аллаһ тәкәбберҙәрҙе, үҙен генә яратыусыларҙы, маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ.

19.

—Ер йөҙөндә сабыр-һалмаҡ бул, тауыш күтәреп һөйләш­мә. Шуны онотма, донъялағы иң йәмһеҙ тауыш — ишәк тауышы.

20.

Аллаһ күктәрҙә һәм Ерҙә булған һәр нәмәне һеҙ файҙаланһын өсөн бирҙе, йәшерен һәм өҫтә ятҡан ниғмәт­тәрҙе һеҙгә мал итте. Шуны һеҙ аңламайһығыҙмы ни? Шуға ла ҡарамаҫтан, белемһеҙ кешеләр араһында дәлилһеҙ һәм ҡул­дарында фекер яҡтылығы биреүсе Китабы булмаған көйөнсә, Аллаһ хаҡында тартышыусылар бар.

21.

Уларға:

—  Аллаһ индергәнгә (Ҡөръәнгә) иман килтерегеҙ, — тип әйтһәң, улар:

— Юҡ, беҙ бабаларыбыҙ тотҡан диндә ҡаласаҡбыҙ, — тип әйтәсәк. Шайтан ҡотортоуы менән аталарының дине йәһәннәмдең хәтәр ғазабына илтһәлә?

22.

Изгелек ҡылғандар араһында үҙен тамам Аллаһҡа ба­ғышлаған кешенең, хаҡтыр, ышаныслы терәге булыр. Бөтөн эштәрҙең ахыры Аллаһҡа барып тоташа.

23.

(Рәсүлем) инҡар иткәндең инҡары һине хафаға һал­маһын. Улар барыбер Беҙҙең тарафҡа ҡайта. Бына шул ваҡытта Беҙ уларҙың (донъялағы) ҡылмыштары тураһында иҫ­кәртербеҙ. Аллаһ (кешеләрнҙең) күңелендә нимәләр булғанды бик яҡшы белеп тора.

24.

Беҙ уларға (фани донъяла рәхәт сигәргә) ирек ҡуйырбыҙ, ахырҙа үҙҙәрен ауыр ғазаптарға дусар итербеҙ.

25.

Хаҡтыр, уларҙан:

— Күктәрҙе һәм Ерҙе кем яралтты?—тип һораһаң, улар мотлаҡ:

— Аллаһ! — тип әйтәсәк. Әйт һин:

—  Шулай булғас, Аллаһты маҡтағыҙ, әлхәмдүлилләһ — тип әйт. Ләкин был уларҙың күбеһенең башына килмәй.

26.

Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн барлыҡ — һәммәһе лә Аллаһтыҡыҙыр. Шик юҡтыр, Аллаһ ул (бер нимәгә лә) мохтаж түгел һәм маҡтауға лайыҡ.

27.

Ер йөҙөндәге бөтөн ағастар ҙа ҡәләмгә әүерелеп, (донъялағы барлыҡ) диңгеҙ-океандарҙың һыуы ете тапҡыр артып, яҙыу ҡараһына әйләнһә лә, Аллаһтың һүҙҙәрен яҙып бөтөрөп булмаҫ ине. Шик юҡ, Аллаһ — бөйөк һәм хикмәт эйәһе.

28.

й, әҙәмдәр) һеҙҙе юҡтан бар итеү һәм (үлтереп) яңынан терелтеү — Уның өсөн бер кешене бар итеп, яңынан терелтеү кеүек анһат (еңел) эш. Хаҡтыр, Аллаһ һәр нәмәне белеп, күреп тора.

29.

Күрмәйһеңме ни, Аллаһ төндө көнгә һәм көндө төнгә керетеп аралаштыра. Ҡояшты, Айҙы үҙ тәртибенсә йөрөтә. Быларҙың һәр береһе (Аллаһ тарафынан) билгеләнгән бер ваҡытҡа ҡәҙәр шул тәртиптә хәрәкәт итәсәк. Һәм Аллаһ ҡылмыштарығыҙҙан мотлаҡ хәбәрҙар.

30.

Сөнки: Аллаһ — Хәҡиҡәттең Үҙелер. Унан башҡаға табынғандарығыҙҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, ялғандыр. Иң олуғ, иң бөйөк — Аллаһтыр.

31.

Күрмәйһеңме, Аллаһ Үҙенең бар икәнен күрһәтер өсөн, рәхмәте менән диңгеҙҙәге кәмәләрҙе йөҙҙөрә. Шик юҡ, (кәферҙәр ҡыйырһытыуына, Аллаһ ебәргән ауыр һынауҙарға түҙеп) сабыр итеүселәр һәм шөкөр итеүселәр өсөн был эштәрҙә ғибрәттәр бар.

32.

Тау ҡәҙәр тулҡындар улар өҫтөнә ябырылғанда, улар ихлас мосолман кеүек, Аллаһҡа ялбара башлайҙар. Аллаһ уларҙы ҡотҡарып, ҡоро ергә сығарып баҫтырғас, уларҙың ҡайһы берҙәре (Аллаһҡа) ышаныр-ышанмаҫ ҡала бирә. Ләкин беҙҙең аяттарыбыҙҙы бары тик шөкөрһөҙ хыянатсылар ғына инҡар итә.

33.

Әй, кешеләр, Раббығыҙға ҡаршылыҡ ҡылыуҙан ҡурҡы­ғыҙ. Атаның — балаһына, баланың атаһына ярҙам итә алма­ясаҡ Көндән ҡурҡығыҙ. Шуны белеп тороғоҙ, Аллаһ әйткән һүҙ, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ. Зинһар, һаҡ бу­лығыҙ, донъя тормошона алданмағыҙ, ул бер алдаусы ғына. Һәм хәтәр ялғансы шайтан (Аллаһ барыбер һеҙҙе ғәфү итәсәк, тип) аҙҙырмаһын.

34.

Ҡиәмәт Сәғәтенең ҡасан һуғасағын бары тик Аллаһ ҡына белә. Ямғырҙы Ул яуҙыра. Әсә ҡарынында нимә барлығын Аллаһ белә. Иртәгә нимә ҡыласағын һис кем белмәй. Кеше үҙенең ҡайҙа үләсәген белмәй. Шик юҡтыр, Аллаһ бөтөнөһөн белеп тора. Ул барыһынан да хәбәрҙар.