27. Нәмел (Ҡырмыҫҡа)


(Нәмел сүрәһе 93 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәмел» — ҡырмыҫҡа тигән һүҙ. 18 нсе аятта ҡырмыҫҡалар тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәгә ошо исем бирелгән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Та. Син. Былар Ҡөръәндең, (яҡшы менән яманды) ап-асыҡ айырып биреүсе Китаптың аяттарыҙыр.

2.

Мөьминдәр өсөн тура юл күрһәтеүсе һәм һөйөнөс хәбәре килтереүсеҙер.

3.

Намаҙҙы дөрөҫ уҡығандар, зәкәт биреүселәр — ысын мосолмандыр. Улар—Әхирәт көнөнә лә ысын күңелдән инан­ған кешеләр,

4.

Әхирәт көнөнә ышанмағандарҙың яман эштәрен Беҙ яҡшы итеп күрһәттек (улар яҡшы эш ҡылабыҙ, тип уйлайҙар). Ләкин уларҙың күңел күҙҙәре һуҡыр килеш ҡала.

5.

Улар шундай кешеләрҙер, улар хәтәр язаға мәхкүм. Улар — Әхирәттә лә иң күп зыянға дусар ителгән кешеләрҙер.

6.

Шик юҡ, Ҡөръән һиңә һәр нәмәнең асы­лын белеүсе, берҙән-бер, хикмәт эйәһе тарафынан бирелде.

7.

Иҫегеҙҙәме, нисек итеп Муса ғәйләһенә:

— Мин ут күрҙем. Шунда барып юл һораштырайым йәки утлы киҫәү алып киләйем, йылынырһығыҙ, — тине.

8.

Шунда барғас, бер ауаз ишетелде:

—  Ут янындағы (Муса), әйләнә-тирәләге (фәрештә)ләр мөбәрәк ҡылынды (уларға бәрәкәт бирелде). — Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ (камил) һис кәмселекһеҙ.

9.

— Әй, Муса, Хәҡиҡәт — Мин ул, һәр уаҡыт еңеүсе, берҙән-бер хөкөм һәм хикмәт эйәһе Аллаһ.

10.

— Ҡарышҡыңды (таяғыңды) ташла! —тине Аллаһ. (Муса таяғын таш­ланы) ул шунда уҡ йыланға әүерелде, уны күреп (Муса) артына боролоп ҡарамайынса, ҡаса башланы.

- Әй, Муса, ҡурҡма. Мин бында ғына. Мин булғанда пәйғәмбәр бер нимәнән дә ҡурҡмаҫ, — тигән тауыш ише­телде.

11.

Әгәр ҙә берәйһе яманлыҡ ҡылғандан һуң (тәүбә итеп) изгелек ҡылһа, һис шикһеҙ Мин уны ярлыҡармын һәм уға сикһеҙ мәрхәмәтле булырмын.

12.

Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ та, Фирғәүенгә һәм тоҡомона туғыҙ мөғжизәнең берһен күрһәт: (ҡулың) һис зыян күрмәйенсә, (күҙ яуын алырҙай) ап-аҡ булып (нур сәсеп) күренер. Шик юҡ, улар аҙғын халыҡ булып сыҡты.

13.

Аяттарыбыҙ ап-асыҡ булып килгәс, улар:

— Был, һис шикһеҙ, бер күҙ буяу-сихыр ғына, — тинеләр.

14.

Гәрсә улар эстән генә аяттарҙың дөрөҫ икәненә ышанһалар ҙа, тәкәбберлектәре һәм кирелектәре арҡаһын­да, телдәре менән инҡар иттеләр. Ҡара әле, боҙоҡлоҡ таратыусыларҙың ахыры нимә менән бөттө!

15.

Хаҡтыр, беҙ Дауытҡа һәм (уның улы) Сөләймәнгә ғилем бирҙек. Улар әйтте:

—  Беҙҙе мөьмин ҡолдарының күбеһенән өҫтөн ҡылған Аллаһҡа маҡтауҙар булһын, — тинеләр.

16.

Сөләймән Дауытның вәриҫе булды. Әйтте:

—  Әй, кешеләр, беҙгә ҡоштар теле өйрәтелде. Беҙгә бар нәмәнән дә өлөш сығарылды. Шик юҡ, был Аллаһ Тәғә­ләнең беҙгә булған айырыуса мәрхәмәте һәм йомартлығы, — тине.

17.

Сөләймән янында ендәрҙән, кешеләрҙән, ҡоштар­ҙан торған ғәскәр тупланды. Быларҙың барыһы ла (уның тарафынан) идара ителә ине.

18.

Ҡырмыҫҡалар күп булған үҙәнгә килеп сыҡҡас, бер ҡырмыҫҡа әйтте:

—  Әй, ҡырмыҫҡа халҡы! Ояғыҙға кереп ҡасығыҙ. Һаҡ булығыҙ, Сөләймән ғәскәрҙәре, үҙҙәре лә белмәҫтән, һеҙҙе таптап-һытып китмәһен, — тине.

(«Нужно отметить, что выражение вади-л-намл нельзя перевести как «долина Муравьев», ибо «Намл» — это имя собственное; согласно Т(см. коренъ вади), долина Намл расположена между Джибрином и Аскаланом. «Намлах» — это название племени...» Мөхәммәд Али тәфсиренән.)

19.

(Ҡырмыҫҡа әйткәндәрҙе ишеткәс) Сөләймән ғәжәп­ләнде һәм йылмайҙы ла әйтте:

—  Йә, Раббым, — тине. — Үҙемә һәм атам-әсәмә биргән ниғмәттәреңә шөкөр итергә һәм Һинең ризалығыңды алыр­ҙай изгелектәр ҡылырға миңә форсат бир. Рәхмәтең менән миңә лә (йәннәттә) башҡа тоғро ҡолдарың менән бер рәттән урын бир, — тине.

20.

Ул (Сөләймән) ҡоштарҙы күҙҙән кисергәс:

— Ни өсөндер һөҙһөттө күрмәйем. Әллә ул юғалып ҡал­дымы? — тине.

21.

— Һәр хәлдә мин уға ҡаты яза бирәсәкмен йәки уның башын саптырасаҡмын, әгәр ҙә ул ни өсөн килмәгәнен аҡларлыҡ асыҡ дәлил килтермәһә.

22.

Оҙаҡ та уҙмаҫтан, Һөҙһөт килеп етте һәм әйтте:

— Мин һин белмәгән нәмәне беләм, — тине. — Сәбәнән мин һиңә бик тә мөһим бер хәбәр килтерҙем;

23.

хаҡтыр, мин шунда батшалыҡ итә торған бер ҡатынды осраттым. Уның бөтөн нәмәһе бар. Ул бик ҙур тәхеткә эйә;

24.

улар Аллаһ урынына Ҡояшҡа табына торған халыҡ. Яман ғәмәлдәрен матур күрһәтеп, шайтан уларҙы юлдан яҙҙырған. Шунлыҡтан улар тура юлды тапмай;

25.

күктәрҙә һәм Ерҙәге асыҡ һәм йәшерен нәмәләрҙең бөтөнөһөн белеп тороусы Аллаһҡа улар сәждә итмәй;

26.

бөйөк Ғәрештең хужаһы, Үҙенән башҡа һис бер тиңе булмаған Аллаһ — берҙән-­бер Илаһ (тип танымай).

27.

Сөләймән әйтте:

— Ҡарап ҡарайыҡ, һин дөрөҫөн һөйләнеңме, әллә ялғанла­ныңмы? — тине.

28.

— Һин ошо хатты алып кит, уларға тапшыр. Бер аҙ уаҡыт яуап көт. Нисек яуап бирерҙәр икән?

29.

(Хатты алғас, батшабикә яҡындарына) әйтте:

—  Әй, ярандарым, хаҡтыр, миңә бик тә әһәмиәтле бер хат килеп төштө;

30.

ул хат Сөләймәндән һәм ул рәхим­ле, мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән: бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим, тип башлана:

31.

«Миңә ҡаршы баш ҡалҡытмағыҙ. Баш эйеп, яныма килегеҙ,» тип әйтелгән.

32.

Батшабикә:

—  Әй, кәңәшселәрем, — тине. — Фекерҙәрегеҙҙе миңә әйтегеҙ. Һеҙҙән башҡа был мәсьәләне үҙемә генә сисеүе бик ҡыйын булыр.

33.

Әйттеләр:

—  Беҙ — көс-ҡеүәт эйәләре, ҡаты һуғыш өсөн яралтылған. Әмер — һинәндер, үтәү — беҙҙәндер, (Ниндәй әмер биреү Һинең ихтыярыңда.) — тинеләр.

34.

— Хаҡтыр, батшалар берәй илгә баҫып керһә, шул илде туҙҙырып ташлай. Шул халыҡтың абруйлы әҙәмдә­рен хур итеп, мәсхәрәгә ҡалдыралар. Былар ҙа беҙҙе шулай итәсәк;

35.

мин уларға берәй бүләк юллайым, илселәрем ниндәй яуап алып ҡайтыр, ҡарап ҡарайыҡ.

36.

Илсе килеп еткәс, Сөләймән әйтте:

- Һеҙ мал биреп ярҙам итергә булаһығыҙмы ни? Аллаһтың миңә биргән ниғмәтттәре, һеҙгә Аллаһ биргән ул бүләгегеҙҙән хәйерлерәк. Һеҙ шул бүләктәрегеҙ менән ғорурланаһығыҙмы?

37.

Кире ҡайт(ып әйт), һис шикһеҙ, еңелмәҫ ғәскәрем менән мин һеҙгә яу асам, уларҙы хур итеп, пыран-заран килтереп өйҙәренән ҡыуып сығарып, ҡайтып китәсәкмен.

38.

Һәм тағын әйтте:

— Әй, оло кәңәшселәрем, улар миңә баш эйеп килгәнгә саҡлы, ҡайһығыҙ шул тәхетте миңә алып ҡайта ала? — тине.

39.

Ендәр араһындағы бер ғифрит шикеллеһе:

— Һин урыныңдан ҡалҡҡансы уҡ, мин уны һиңә алып ҡайтырмын. Был эште башҡарырға ышанысым, ҡеүәтем етәр­лек, — тине.

40.

Китап уҡып белем алған берәү:

— Күҙ асып йомғансы мин (ул тәхетте) һиңә алып ҡай­тырмын, — тине.

Һәм ул (Сөләймән) уны (тәхетте) алдында күрҙе лә әйтте:

— Был Раббымдың мине һынап ҡарауыҙыр, моғайын: шөкөр итәсәкме мин, әллә шөкөр итеүҙән баш тартасаҡмынмы, тип.

Шөкөр итеү кешенең үҙ файҙаһына булыр. Кем шөкөр итмәй, (үҙенә зыян), хаҡтыр, Аллаһ уның шөкөрөнә мохтаж түгел. Сөнки Аллаһ Үҙе байлыҡҡа хужа.

41.

Әйтте:

— Был тәхетте ул танымаҫлыҡ итеп үҙгәртегеҙ, — тине. — Күрербеҙ, ул уны танырмы, юҡмы? Дөрөҫ юлдамы был батшабикә, әллә ҡыйыш юлдамы?

42.

Ханым килгәс, һоранылар:

— Был һинең тәхетеңме? — тинеләр. Ҡатын әйтте:

— Әйе, шул буғай, — тине. (Сөләймән әйтте):

— Бынан элек беҙгә (Аллаһ) белем бирҙе һәм беҙ мосолман булдыҡ.

43.

Аллаһты инҡар итеп, табына торғандары (Ҡояш) Исламды ҡабул итергә ҡамасаулыҡ иткән. Сөнки ул ҡатын кәферҙәр тоҡомонан ине.

44.

Уға (батшабикәгә) әйттеләр:

— Һарайға кер, — тинеләр. (Аҫтына һыу ебәрелгән бәллүр-быяла иҙәнгә баҫыр алдынан) тәрән һыуға керәм тип, батшабикә итәген күтәрә төштө, уның матур балтырҙары күренде. (Сөләймән) әйтте:

— Был бәллүрҙән түшәп һалынған иҙәндер, — тине. Бикә әйтте:

—  Йә, Раббым, ысындан да, мин оятлы булдым, гөнаһ ҡылған ҡатын булып сыҡтым түгелме? Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған бер Аллаһҡа Сөләймән менән бергә иман килтереп, мосолман булдым, — тине.

(«Ҡояшҡа табына торған был гүзәл батшабикәнең исеме Бәлҡис ине. Уның балтырҙары төк менән ҡапланған, тигән хәбәр таралған була. Имеш, ул йөнлө аяҡтарын кешеләрҙән генә түгел, Ҡояш­тан да йәшерә икән. Ошо ғәйбәттең дөрөҫме, түгелме икәнен беләһе килепме, күрһәтергә ярамаған аяҡты күрергә генә Ҡояш­тың Бәлҡискә һис бер тәьҫире булмаясағын иҫбат итергә теләп­ме, Сөләймән батша асыҡ түбәле, үтә күренмәле, бәллүр иҙәнле һарай ҡорҙороп, бәллүр аҫтына һыу тултырта, балыҡтар ебәрә. Бәлҡис алдана, затлы кейемен сылатмаҫ өсөн, ул итәген күтәрә төшә: уның тәне һәм Ҡояшҡа, һәм Сөләймәнгә күренә. Әммә шуныһы асыҡлана, батшабикәнең балтырҙары йөнлө түгел, ғәжәйеп матур икән. Күргәнегеҙсә, батшабикә Аллаһҡа иман килтерә».

 Хәсән Чантай һәм Шәйх Ноғмани тәфсирҙәренән.)

45.

Хаҡтыр, Беҙ Салихты үҙ халҡы Сәмудкә күндер­ҙек:

—  Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, — тип ҡәрҙәштәрен өндәһен өсөн. Ләкин улар ике фирҡәғә айырылып, талашып бөттөләр.

(«Бер фирҡә Аллаһҡа иман килтерҙе. Икенсеһе кәфер булып ҡала бирҙе. Уларҙың һәр икесе лә: беҙҙең дин — хаҡ дин, ти»

.Хәсән Чантай тәфсиренән.)

46.

Салих уларға әйтте:

— Әй, ҡәрҙәштәрем, ни өсөн һеҙ изгелек ҡылаһы урынға яманлыҡ ҡылырға ашҡынаһығыҙ? Аллаһтан ярлыҡау һораһағыҙ яҡшыраҡ булмаҫмы икән? Бәлки, ул һеҙгә мәрхәмәтле булыр, — тине.

47.

Улар әйтте:

—  Һинең арҡаңда һәм һиңә эйәргәндәр арҡаһында өҫтө­бөҙгә афәт (аслыҡ) килде, — тинеләр. Салих:

—  Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ Аллаһтан йәшерен түгел. Бәлки, һеҙ һынауға дусар ителгән нәҫелдер, — тине.

48.

Был шәһәрҙә туғыҙ ир кеше (туғыҙ яуыз төркөм) бар ине. Былар тирә-яҡҡа боҙоҡлоҡ таратыусы (башлыҡтарҙың ба­лалары) ине. Улар изгелек ҡылыу тураһында уйлап та ҡараманы­лар.

49.

Улар үҙ-ара Аллаһ исеме менән ант иттеләр:

— Уға (Салихҡа) һәм яҡындарына төндә һөжүм итәбеҙ (ҡы­рып сығабыҙ). Унан һуң ҡан үсен алыусыларға әйтербеҙ:

— Валлаһи, дөрөҫөн һөйләйбеҙ, беҙ уның ғаиләһенең һәләкәтен күрмәнек, белмәйбеҙ, —тип әйтербеҙ.

50.

Шулай итеп, улар хәйлә ҡорҙо. Беҙ ҙә һиҙҙермәй генә уларға хәйлә ҡорҙоҡ.

51.

Ана ҡара, улар ҡорған хәйләнең нәтижәһе нисек булғанын. Беҙ уларҙы (таш яуҙырып) нәҫелдәре менән һәләк иттек.

52.

Бына, ғәҙелһеҙлектәре арҡаһын­да уларҙың йортонан емеректәр генә ҡалды. Хаҡтыр, аңлаған халыҡтар өсөн бында ғибрәт бар.

53.

Иман килтереп, (гөнаһтарҙан) һаҡланғандарҙы Беҙ ҡотҡарабыҙ.

54.

Лутҡа ла (пәйғәмбәрлек) бирҙек. Ул халҡына әйтте:

— Һеҙ белгән килеш, яманлыҡ ҡылаһығыҙмы (егеттәрҙе ҡатын сифатында ҡулланаһығыҙмы)? — тине.

55.

Ҡатындарығыҙҙы яңғыҙ (нәумиз) ҡалдырып, шәһүәти ихтыяждарығыҙ өсөн ирҙәр янына бараһығыҙ. Юҡ, һеҙ нимә ҡылғанығыҙҙы белмәйенсә, боҙоҡ­лоҡтоң арғы яғына сыҡҡан ҡәүем.

56.

Халҡының яуабы шул булды:

— Лут тоҡомон ватанығыҙҙан ҡыуып ебәрегеҙ. Сөнки улар — сафлыҡтарын һаҡларға тырышыусы нәҫел, — тинеләр.

57.

Шунан һуң Беҙ уның үҙен дә, нәҫелен дә ҡотҡар­ҙыҡ, фәҡәт алдан уҡ һәләкәткә дусар ителгән ҡатынынан башҡа.

58.

Уларҙың өҫтөнә шундай бер (утлы көкөрттәр, таштар ҡатнашҡан) ямғыр яуҙырҙыҡ. Өгөтләп тә, ғибрәт алмағандар өсөн бик тә хәтәр ине ул ямғыр.

59.

Әйт:

—  Аллаһҡа булһын маҡтауҙар. Уның яҡын иткән бәндәләренә (нәбиҙәргә, рәсүлдәргә) сәләмдәр булһын. Илаһ булыр өсөн Аллаһ хәйерлерәкме, әллә уларҙың Уға тиңләштергән нәмәләреме? — тип.

60.

— Әллә күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, Күктән һеҙҙең өсөн ямғырҙар яуҙырған хәйерлерәкме? Шул һыу менән һуғарып, Беҙ ағастарын ҡорот­майынса, ниндәй гүзәл баҡсаларҙа үҫемлек-емештәр яралттыҡ. Аллаһҡа тиң башҡа берәй Илаһ бармы әллә? Юҡ, әлбиттә, улар ҡыйыш юлдан киткән халыҡтыр.

61.

Әллә Ерҙе тотороҡло итеп яралтҡан, араларынан йылғалар ағыҙған, бейек тауҙар ҡорған, ике диңгеҙ араһына пәрҙә (ҡойма) ҡуйған хәйерлерәкме? Аллаһҡа тиң башҡа берәй Илаһ бармы әллә? Юк! Ләкин уларҙың күбеһе (Хаҡты) белмәй.

62.

Ҡыйын ваҡытында Үҙенә доға ҡылған кешегә ярҙам итеүсеме  йә иһә әфәттәрҙе кире ҡайтарған, һеҙҙе Ер өҫтөндә хаким ҡылған хәйерлерәкме? Аллаһҡа тиң башҡа берәй Илаһ бармы әллә? Һеҙ бик әҙ уйлай торған ҡәүем.

63.

Йәки ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙәрҙә ҡараңғы төндәрҙә һеҙгә юл күрһәткән, йомартлығы (ямғыр) алдынан һөйөнөс килтереүсе елдәрҙе иҫтергән хәйерлерәкме? Аллаһҡа тиң баш­ҡа бер Илаһ бармы әллә? Улар табынғандарҙан Аллаһ сикһеҙ бөйөк һәм паҡтыр.

64.

Әллә башта яралтып та, һуңынан юҡҡа сығарғанмы, һеҙҙе Күктән һәм Ерҙән ризыҡ­ландырғанмы хәйерлерәк? Аллаһтан башҡа Уға тиң берәү бармы? Әйт һин:

— Әгәр һеҙ хаҡлы икән, һүҙегеҙгә иҫбат килтерегеҙ,— тип.

65.

Әйт:

—  Күктәрҙә һәм Ерҙә йәшерелгән серҙәрҙе Аллаһтан башҡа кем белер? (Фәрештәләр ҙә, кешеләр ҙә, пәйғәмбәрҙәр ҙә белмәй.) Улар ҙа Ҡиәмәттең (яңынан терелеүҙең) ҡасан буласағын белмәҫ, — тип.

66.

Юҡ, уларҙың белеме Әхирәтте асыҡлай алмай, улар был турала шик-шөбһә кисерәҙер. Юҡ! Уларҙың күңел күҙе һуҡыр.

67.

Инҡар итеп, кәфер булғандар әйтте:

— Беҙ ҙә, вафат булған аталарыбыҙ ҙа тупраҡ булғас, ысынлап та, (яңынан терелеп, ҡәберҙәрҙән) сығарыласаҡбыҙмы? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ!);

68.

хаҡтыр, был турала бынан алда аталарыбыҙға ла һөйләгәндәр ине инде. Был борон­ғолар уйлап сығарған әкиәттән башҡа нәмә түгел.

69.

Әйт:

—  Донъя буйлап сәйәхәт итегеҙ, гөнаһлыларҙың ахыры нимә менән бөткәнен күрерһегеҙ, — тип.

70.

(Эй, Мөхәммәд) һин улар (иман килтермәгәндәр, һиңә эйәрмәгәндәр) өсөн ҡайғырма. Улар ҡорған мәкерҙәр өсөн дә борсолма.

71.

Улар:

— Был вәғәҙә ителгән ғазаптар ҡасан килер? Әгәр һеҙ дөрөҫ һөйләйһегеҙ икән (әйтегеҙ), — тип әйтәләр.

72.

Әйт:

— Һеҙ тиҙ килһен тип теләгән язаның бер өлөшө оҙаҡла­май киләсәк, — тип.

73.

Шик юҡ, ысындан да, һинең Раббың кешеләргә бик тә миһырбанлы. Ләкин уларҙың күбеһе шөкөр итмәй.

74.

Һинең Раббың уларҙың күңелдәренә йәшерелгән серҙәрҙе лә, асыҡ ғәмәлдәрен дә тулыһы менән белеп тороусы.

75.

Ерҙә һәм Күктә йәшерелгән серҙәрҙең барыһы ла асыҡ рәүештә китапҡа (Ләүхел Мәхфүзгә) яҙылған.

76.

Шик юҡ, был Ҡөръән — Исраил улдарына бәхәс-ғауға ҡуптарған нәмә­ләрҙең күбеһен аңлатып бирә торған Китап.

77.

Ысынлап та, ул тура юлға өндәүсе һәм мөьминдәр өсөн бер рәхмәттер.

78.

Хаҡтыр, һинең Раббың улар араһындағы бәхәсте дөрөҫ хөкөмгә килтерәсәктер. Ул — һәр саҡ еңеүсе, дөрөҫөн белеүсе.

79.

Тик, һин Аллаһҡа инанып һыйын. Сөнки һин ап-асыҡ бер Хәҡиҡәт. янындаһың.

80.

Ысындан да, һин (күңелдәре) үлеләргә (вәғәзләреңде) ишеттерә алмаҫһың, арҡа тараф­ка боролоп, ҡолаҡтары ишетмәҫ дәрәжәлә һаңғырау булып, ҡасып барыусыларҙы ла иманға саҡыра алмаҫһың.

81.

Һәм һин (күңел күҙҙәре) һуҡырҙарҙы ла аҙашҡан юлдарынан айырып, тура юлға күндерә алмаҫһың. Һин аяттарыбыҙға иман килтерәсәк кешеләргә генә һүҙ тыңлата аласаҡһың. Бына шулар инде ысын мосолман булыр.

82.

Вәғәҙә ителгән Көн килгәс, (Ҡиәмәттә), улар өҫтөнә ер аҫтынан бер Дәббәне (тип аталған ҡурҡыныс затты) сығарасаҡмын. Ул кешеләрҙең аяттарыбыҙға ысын күңелдән инанмағандары тураһында һөйләр.

83.

Ул Көндө һәр өммәттең аяттарыбыҙҙы ялғанға сыға­рыусыларын бергә йыйнарбыҙ, һәм улар (яза өсөн) ҡулға алынасаҡтар.

84.

Ниһайәт, улар (хисап еренә) килеп еткәс, (Аллаһ) бойорор:

— Минең аяттарымды, уларҙың яҡшымы, яҡшы түгелме икәнен уйлап тормаҫтан, ялғанға сығарыусылар һеҙме? Нимә ҡылғанығыҙҙы аңлатып бирегеҙ.

85.

Ғәҙелһеҙ йәберләүҙәр ҡылғандары арҡаһында Һүҙ ғәмәлгә кергәс, (уларға үҙҙәре ҡаҙанған язаға әмер бирелгәс) улар телдән ҡалыр.

86.

Истирәхәт ҡылыр (ял итер) өсөн төндө, яҡтылыҡ өсөн көндө Беҙ яралтҡанды күрмәнеләрме? Бында иман килтергәндәр өсөн, әлбиттә, ғибрәттәр бар.

87.

Сурға өрөлгән Көндө, Аллаһтың Үҙе теләгәндәрҙән башҡаһы, күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла ғә­рәсәткә дусар ителер. Уларҙың барыһы ла түбәнселек менән баш эйеп, Уның хозурына килеп баҫасаҡтар.

88.

Һин тауҙарҙың үҙ урындарында торғандарын күрер­мен тип уйлайһыңмы? Улар болот күскән кеүек күсеп китер. Был бар нәмәне тәртип менән яралтҡан Аллаһтың әмере менән эшләнер. Шик юҡ, Ул һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙың барыһын да белеп тороусы.

(«Был аят Ер шарындағы бар нәмәнең дә хәрәкәттә булғанына ишара итә, хатта тауҙар ҙа күрер күҙгә генә мәңгелек кеүек күренһә лә, ахырҙа улар ҙа — хәрәкәттә, үҙәндәр — хәрәкәттә. Тора-бара Ерҙәге тауҙар урынында — үҙәндәр, иңкеүлектәр уры­нында — тауҙар хасил буласаҡ». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)

89.

Изгелектәре менән килгән кешегә изгелек бирелер. Улар ҡурҡыныстан ҡотолор.

90.

Яман ҡылмыштары менән килгән кешеләр йөҙ түбән йәһәннәмгә ырғытылыр. Уларға:

-  Әй, ҡылмыштарығыҙға күрә һеҙгә бирелгән язалар артыҡ ғәҙелһеҙ түгелдер бит? - тип әйтелер.

91.

Әйт:

-  Мин бары тик гөнаһ эшләүҙе харам ҡылған был шәһәрҙең Раббыһына ғибәҙәт итергә күндерелдем. Бөтөн нәмәгә Аллаһ хужа; һәм мин мосолман булырға бойоролдым, - тип.

92.

- Миңә Ҡөръән уҡыу әмер ителде, - тип әйт. - Кем тура юлдан барһа, үз файҙаһына.

Кем аҙашһа, әйт:

— Мин бары тик (гөнаһ ҡылмағыҙ) тип киҫәтүсе генә — тип.

93.

Тағын әйт:

- Аллаһҡа маҡтауҙар булһын, - тип. - Ул әле һеҙгә әмерҙәрен еткерәсәк һәм һеҙ ҙә улар менән танышасаҡһығыҙ. Раббы һеҙ ҡылғандарҙы белмәй түгел.