23. Мөьминүн (Мөьминдәр)

 

(Мөьминдәр сүрәһе 118 аяттан тора. Мәккәлә ингән)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Һис шикһеҙ, мөьминдәр Сәғәдәткә ирешәсәк.

2.

Улар намаҙ-ғибәҙәттәрендә итәғәт менән сәждә итә.

3.

Улар фай­ҙаһыҙ, буш һүҙ һөйләмәй.

4.

Улар зәкәт биреүселәр.

5.

Улар сафлыҡтарын һаҡлайҙар (енси аҙғынлыҡтан тыйлығалар)

6.

Ҡатындары һәм уң ҡулдары биләгәндәр был хисапҡа кермәй, һәм былар (ҡатындары, йәриәләр менән булған ғәмәлдәре) өсөн яза бирелмәҫ.

7.

(Ошо ике төрлө ҡатындарҙан) башҡаларын (енси ләззәт өсөн ҡулланырға) теләгән кеше, һис шикһеҙ, хаттин ашҡан (аҙғын) булыр.

8.

Улар (мөьминдәр) аманаттарҙы һаҡлаусылар һәм ант­ҡа тоғро ҡалыусылар.

9.

Улар — намаҙҙарын ҡалдырмайынса, үҙ уаҡытында уҡып барыусылар.

10.

Улар, һис шикһеҙ, (ожмах) вәриҫтәр(е) бу­ласаҡ.

11.

Шулар ғына Фирҙәүес йәннәтенең вәриҫтәре булыр. Улар шунда мәңгегә йәшәп ҡаласаҡ.

12.

Хаҡтыр, Беҙ кешене (Әҙәм ғәләйһиссәлләмде) сафландырылған балсыҡтан яһаныҡ.

(Ш. Ноғманиҙа: саф балсыҡтан яралттыҡ. X. Ҡараманда: һөҙөлөп сығарылған балсыҡтың үҙлеһенән яралттыҡ. Крачковскийҙа создали человека из эссенции глины. Т. Кочигитта: балсыҡтың са­фынан яралттыҡ. Йомғаҡлап шуны әйтергә була ерҙә, туп­раҡта, дымлы, үҙле балсыҡта кеше тәне өсөн кәрәкле бөтөн элементтар ҙа бар. Шул рәүешсә, бөйөк ғалим — Аллаһы Тәғәлә мах­сус әҙерләнгән химик-биологик матдәләр менән беренсе әҙәм зат­ын барлыҡҡа килтерә. Унан һуң шул әҙәм заты үҙ организмынан үрсей башлай. М. Алида: сотворение человека выводится здесь из земли, ибо «малая жизненная капля, то есть сперма, происходит из пищи, которая так или иначе берется из земли )

13.

Һуңынан уны ышаныслы бер урынға тамсы итеп урынлаштырҙыҡ. (Әҙәм ғәләйһиссәлләмдең нәҫел орлоғон ҡаты­нының аналығына урынлаштырҙыҡ).

(X. Чантайҙа: һуңынан уны (Әҙәмдең тоҡомон, кеше яралғыһын) ҡатлаулы һәм сыҙам, йәшәүсән итеп, тамсы (шөһүәт, мәни) рәүешендә (ышаныслы) ояға (әсә ҡарынына) урынлаштырҙыҡ. Ш. Ноғманиҙа: һуңынан Әҙәмдең нәҫелен әсә ҡарынында мәни ҡыл­дыҡ. X. Ҡараманда: һуңынан уны ышаныслы бер урынға шәһүәт хәленә килтерҙек ).

14.

Унан һуң шул шәһүәт тамсыһын ойошҡан ҡан (ярал­ғы) хәленә килтерҙек; ҡанды епсел-епсел ит иттек; уны һөйәккә (һөлдәгә, скелетҡа) әүерелдерҙек, шул һөйәктәрҙе ит менән ҡаплаттыҡ. Һуңынан уны башҡа рәүешкә (кеше һүрәтенә) килтереп, хасил иттек (йән өрҙөк). Ижад (барлыҡҡа килтереү) менән шөғөлләнеүселәрҙең иң бөйөгө, иң данлыһы — Аллаһ Тәғәләлер.

15.

Һуңынан, һис шикһеҙ, барығыҙ ҙа үләсәкһегеҙ.

16.

Ахырҙа һеҙ Ҡиәмәт көнөндә, әлбиттә, терелтеләсәкһегеҙ.

17.

Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙең өҫтөгөҙҙә ете юл яралттыҡ. Яралтҡандарыбыҙҙы беҙ һәр уаҡыт күҙәтеп торабыҙ, уларға Беҙ битараф түгел.

(«Ете юл — ете ҡат Күк, фәрештәләр йөрөй торған юлдар, тип аңлаталар, ләкин ҡайһы тәфсирселәр ул ете юлды кешенең ете һәләте, тип аңлайҙар күреү, ишетеү, тәм татыу, еҫ һиҙеү, тире менән тойоп һиҙеү, аҡыл һәләте, уахийҙы һиҙемләү — күңел һиҙгерлеге, инстинкт, тип әйтәләр».

Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )

«Здесь говорится о семи путях, под которыми несомненно имеются в виду орбиты семи планет Солнечной системы, не считая Земли — это явствует из слов «над вами».

Мөхәммәд Али тәфсиренән )

18.

Етәрлек миҡдарҙа Беҙ Күктән ямғырҙар яуҙыра­быҙ, Ерҙе һыу менән туйындырабыҙ. Хаҡтыр, Беҙ уны ҡо­рота ла алабыҙ.

19.

Шулай итеп, (Ергә һеңгән дым арҡаһын­да) хөрмә һәм йөҙөм баҡсалары үҫтерәбеҙ. Уларҙа һеҙҙең өсөн мул емештәр бар, һеҙ уларҙы (рәхәтләнеп, шөкөр итә--итә) ашағыҙ.

20.

Синай тауында (һеҙҙең өсөн) бер (зәйтүн) ағас(ы) үҫтерҙем. Был ағас май ҙа бирә, башҡа ри­зыҡҡа ҡатыштырып ашай торғаны (емеше лә) бар.

21.

Хайуандарҙа ла һеҙҙең өсөн файҙалы ғибрәттәр бар. Уларҙың эсендә яралтылғандарҙы (һөттө) һеҙгә эсертәбеҙ. Уларҙан һеҙ бик күп файҙалар күрәһегеҙ. Итен дә ашайһығыҙ.

22.

Уларға атланып йөрөйһөгөҙ һәм кәмәләрҙә лә йөҙәһегеҙ.

23.

Хаҡтыр, Нухты ҡәүеменә күндерҙек, ул: — Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙҙең өсөн Унан башҡа һис бер тәңре юҡтыр. (Башҡа яһалма Илаһтарға табынаһығыҙ, гөнаһлы булыуҙан) Аллаһтың язаһынан ҡурҡмайһығыҙмы ни һуң? – тине.

24.

Ҡәүеменең инҡарсы етәкселәре (халыҡҡа) әйтте:

—  Был бары тик һеҙҙең кеүек бер кеше генә. Ул һеҙҙән өҫтөн хаким булырға теләй. Аллаһ беҙгә пәйғәмбәр күндерергә теләһә, һис шикһеҙ, фәрештәләрен ебәргән булыр ине. Беҙҙән элек йәшәп киткән ата-бабаларыбыҙҙан был турала һис бер нәмә ишетмәнек, — тинеләр.

25.

— Был бары тик аҡы­лынан яҙған кеше булырға тейеш. Шулай булғас, (уның тилелек шауҡымы уҙып киткәнен) сабыр итеп көтәйек.

26.

Нух әйтте:

—  Йә, Раббым, мине ялғансыға сығарғандарға ҡаршы (көрәшергә) ярҙам ит, зинһар, — тине.

27.

Шунан һуң Беҙ уға уахи юлланыҡ:

— Күҙәтеүебеҙ аҫтында, ҡушҡаныбыҙса кәмә яһа. Әмере­беҙ килеп, ҡайнап, һыуҙар арта башлағас, һәр енестән берәй пар йәнлеләр ал; үҙҙәренә хөкөм сығарылғандарҙан тыш, ғәйләңде ал. Кәфер итеүселәр өсөн Миңә ялбарма. Уларҙың барыһы ла батып үләсәк.

(Күп кенә тәфсирҙәрҙә ниндәйҙер мейестең ҡайнауы, һыуҙарҙың арта башлауы тураһында яҙыла. Ләкин ҡайһы бер яҙыусылар мейес тураһында һис бер һүҙ әйтмәй. Бары тик һыуҙарҙың ташыуы тураһында ғына яҙа­лар. Т. Кочигитпта: әмеребеҙ килеп, һыуҙар ҡайнай башлағас, тип әйтелгән. X. Ҡараманда: әмеребеҙ килеп, һыуҙар артып таша башла­ғас, тип әйтелгән. И. Крачковскийҙа: придет Наше повеление и закипит печь. X. Чантайҙа: әмеребеҙ килеп тә мейес ҡайнай башлағас, тип әйтелгән. Ш. Ноғманиҙа: мейестә һыу ҡайнаһа, тип әйтелгән.)

28.

Яҡындарың менән кәмәгә яҡшылап урынлашҡандан һуң әйтерһең:

—  Аллаға шөкөр, беҙҙе залимдарҙан ҡотҡарған Аллаһ Тәғәләгә маҡтауҙар булһын! – тип әйтерһең.

29.

Унан һуң та­ғын әйт:

- Раббым, мине (кәмәнән) бәрәкәтле бер ергә төшөрһәң ине. Һин урынлаштырыусыларҙың иң хәйерлеһе, —  тип әйт.

30.

Шик юҡтыр, бында (Нух ваҡиғаһында) бик күп ғибрәттәр бар. Ысынлап та, Беҙ шулай һынап ҡарайбыҙ.

31.

Һуңынан улар урынына башҡа бер ҡәүемде (Ғәд менән Сәмүд халыҡтарын) килтерҙек.

32.

Уларҙың үҙ араларынан һай­ланған берәүҙе (Һудты) пәйғәмбәр итеп күндерҙек; ул (үҙ халҡына):

— Аллаһҡа буйһоноп, ғибәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙҙең Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кемегеҙ юҡ. Әле һаман Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. — Ни өсөн һаҡланмайһығыҙ?

33.

Уның халҡы араһындағы кәферҙәрҙең түрәләре донъя тормошонда мул ниғмәт эсендә йәшәһәләр ҙә, Әхирәтте инҡар итеүселәр ине. Улар әйтте:

- Был беҙҙең кеүек үк бер кеше. Беҙ ашағанды ашай, беҙ эскәндәрҙе эсә, - тинеләр.

34.

- Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙ кеүек үк кешегә эйәрһәгеҙ, бәхетһеҙ буласаҡһығыҙ.

35.

Ул һеҙгә үлеп, тупраҡ булғанығыҙҙан һуң, серек һөйәк өйөмөнә әүерелеп бөткәстен дә, һис шикһеҙ, терелеп (ҡәберҙән) ҡубарыласағығыҙҙы вәғәҙә итә.

36.

Ул вәғәҙә итә торған нимәләр бик йыраҡ әле (булырҙай эш түгел ул).

37.

Тормошта йәшәү бары тик ошо донъяла ғына. Йәшәйбеҙ ҙә үләсәкбеҙ. Берәү ҙә яңынан терелмәйәсәк,

38.

Аллаһы тураһында ул гел ялған ғына һөйләп йөрөй торған кеше. Беҙ уға ышанмайбыҙ.

39.

Пәйғәмбәр:

— Раббым, — тине. — Мине ялғансыға сығарғанлдарға ҡар­шы (көрәшергә) ярҙам ит, зинһар.

40.

Аллаһ әмер итте:

— Оҙаҡламай улар үкенеүселәрҙән булырҙар, — тине.

41.

Ысынлап та, ҡурҡыныс, әммә ғәҙел бер ауаз уларҙы ҡасып ҡотола алмаҫлыҡ ҡаты итеп тотто. Һәм Беҙ уларҙы, ҡоро сүп үләне кеүек, өйөрмә менән алып киттек. Залимдарҙың йәндәре йәһәннәмгә эләкһен.

42.

Һуңынан улар урынына башҡа ҡәүемдәрҙе бар иттек.

43.

Һис бер өммәт (үҙенә Аллаһ тарафынан билгеләнгән) уаҡытын (әжәлен) ашыҡтыра алмаған кеүек, уны кисектерә лә алмаҫ.

44.

Беҙ бер-бер артлы пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Пәйғәмбәрҙәр килгән һайын, улар (мөшриктәр, кәферҙәр) пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансыға сығара барҙылар. Беҙ ҙә уларҙы (инҡарсыларҙы) берһе артынан икенсеһен юҡ итә барҙыҡ. Һәм, (башҡаларға) ғиб­рәт булһын тип, уларҙы хикәйәттәребеҙгә керттек. Иман китермәгәндәрҙең йәне — йәһәннәмдә.

45.

Унан һуң аяттарыбыҙ һәм ап-асыҡ дәлилдәребеҙ менән Муса һәм уның ҡәрҙәше Һарунды Фирғәүенгә һәм уның ярандарына (дәрәжәле кешеләренә) күндерҙек.

46.

Ләкин улар (Фирғәүен ҡәүеме) тәкәббер һәм маһайған халыҡ булып сыҡты.

47.

Улар әйтте:

— Беҙгә буйһонған халыҡ араһынан сыҡҡан, беҙҙең кеүек үк ошо ике кешегә эйәрергә тейешме беҙ?

48.

Шулай итеп, уларҙы ялғансыға сығарҙылар, һәм шуның арҡаһында һәләк булдылар ҙа.

49.

Дөрөҫө шул, бәлки, улар тура юлдан китерҙәр тип, Мусаға Китап бирҙек.

50.

Мәрйәмдең улы (Ғайсаны), уның әсәһен (ҡөҙрәтебеҙ менән) аятта үрнәк ҡылдыҡ. Уларҙы уңайлы урынға, шишмә­ле ҡалҡыулыҡҡа урынлаштырҙыҡ..

51.

Әй, пәйғәмбәрҙәрем! Паҡ-хәләл ризыҡтар ғына аша­ғыҙ. Изгелек ҡылығыҙ. Һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да Мин дөрөҫө менән белеп торам.

52.

Шик юҡтыр, һеҙҙең динегеҙ — берҙән-бер хаҡ дин. Мин һеҙҙең Раббығыҙ булам. Минең язамдан ҡур­ҡығыҙ.

53.

Аяныс, кешеләр үҙ-ара боҙолошоп, (дин) эштәрен айырым-айырым киҫәктәргә бүлгеләп бөтөрҙөләр. Һәр фирҡә үҙ (дин)ен маҡтап, уны ғына хаҡ (дин), тип шатлана.

54.

Хәҙер инде һин мәғлүм бер уаҡытҡа саҡлы уларҙы аҙашҡан хәлдә, үз юлдарында ҡалдырып кит.

55.

Үҙҙәренә муллыҡ һәм күп улдар биргәс, улар: (Аллаһ) беҙгә яҡшылыҡ эшләргә ашҡынып тора икән, тип уйлайҙар, ах­ырыһы. Юҡ шул! Улар (эштең асылын) аңлап бөтөрмәй.

56.

57.

Хаҡтыр, Раббыны бөйөк күреп, (гөнаһ ҡылыуҙан) ҡур­ҡып, ғибәҙәт ҡылыусылар бына кемдәр:

58.

Улар Раббының аяттарына ныҡлы иман килтергәндәр,

59.

Улар Раббыға тиң, тип башҡа заттарға табынмағандар,

60.

Улар Раббы янына ҡайтарыласаҡтарын белеп, ҡурҡып, бирәсәктә­рен (бурыс-әжәт, хәйер, саҙаҡа, зәкәтте) ихлас күңелдән ҡай­тарғандар,

61.

ярыша-ярыша (бер-берһен уҙҙырырға тырышып) изгелек ҡылыусылар. (Әжер-сауап алғанда) улар иң алғы сафта булыр.

62.

Беҙ һис бер кемгә көсө етмәҫлек эш йөкләмәйбеҙ. Яныбыҙҙа дөрөҫлөктө бәйән ҡылыусы бер китап (Ләүхел Мәх­фүз) бар, Улар хаҡһыҙға рәнйетелмәҫ.

63.

Юҡ, улар (инҡарсылар) былар тураһында хәбәрҙар түгел, һәм бынан баш­ҡа ла улар ҡылған гөнаһтар байтаҡ. Әле ҡылаһылары күпме!

64.

Байлыҡ-муллыҡ эсендә йәшәүселәрен язаға тотһаҡ, улар шунда уҡ ярҙам һорап ҡысҡыра башлай.

65.

Уларға:

— Зарланмағыҙ, һеҙгә беҙҙән ярҙам булмаҫ! — тип әйтер­беҙ.

66.

— Ҡаршығыҙҙа аяттарыбыҙҙы уҡыған саҡта, һеҙ танауығыҙҙы сөйөп, арҡа ҡуйып китә инегеҙ. Йыйылышып, кистәр буйы (Ҡөръәнде) мыҫҡыл юҡты һөйләй инегеҙ.

67.

68.

Хаҡ һүҙ (Ҡөръән) тураһында яҡшылап уйлап ҡараманылар. Әллә һуң уларҙың ата-бабаларына килмәгән берәй нимә (китап, йәки пәйғәмбәр, йәки Аллаһтың ғазабынан ҡотолоу) ингәнме?

69.

Йәки үҙ пәйғәмбәрҙәрен башта уҡ белмәйҙәр инеме ни? (Беләләр ине.) Шулай ҙа уны (Аллаһтың илсеһе икәнен) инҡар иттеләр.

70.

Улар Рәсүлемде: гәрсә ул Хәҡиҡәтте (Ҡөръәнде) килтерһә лә: ул енләнгән, тинеләр. Ләкин ул Хәҡиҡәт күбеһенең күңеленә хуш килмәне.

71.

Әгәр ҙә Хәҡиҡәт улар­ҙың күңеленә хуш килә торған булһа, күктәр, Ер һәм шундағы кешеләр, һис шикһеҙ, ғарасатҡа дусар булыр ине. Беҙ уларға (Ҡөръән сифатында) бары тик шан-шәрәфтәр (иҫкә төшөрөү) килтер­ҙек, ләкин улар шунан ваз кисте.

72.

(Эй, Мөхәммәд) әллә һин уларҙан берәй бүләк өмөт итәһеңме? Раббың бирәсәк бүләк унан да хәйерлерәк була­саҡ. Раббың бүләкләүселәрҙең иң йомарты.

73.

Хаҡтыр, һин уларҙы тура юлға саҡыраһың.

74.

Әхирәт көнөнең киләсәгенә инанмағандар тура юлдан яҙғандар булыр.

75.

Уларҙы ҡыҙғанып, өҫтәренә килгән бәләләрҙе алһаҡ, улар күҙҙәре күрмәҫ дәрәжәгә етеп, барыбер элеккеге аҙғынлыҡтарын дауам иткән булырҙар ине.

76.

Хаҡтыр, Беҙ уларҙы (аслыҡ менән) язаланыҡ, шунан һуң да улар Раббыға буйһонманы, (ярлыҡау һорап) Уға ялбарманылар.

77.

Язалар менән тулы һәм дәһшәтле бер ҡапҡаны асҡан­дан һуң, уларҙың нисек шашып, өмөтһөҙлөккә төшкәндәрен күрһәң ине.

78.

Аллаһ һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр, күңел тойғолары бир­ҙе. Ләкин, ни өсөндер, һеҙ әҙ шөкөр итәһегеҙ.

79.

Һеҙҙе яралтҡан да, Ер өҫтөнә таратҡан да - Аллаһ. Һуңынан Уның хозурында тупланасаҡһығыҙ.

80.

Йән өргән дә - Ул, йән алған да - Ул. Төн менән көндө алмаштырыу эше лә Уның хөкөмөндә. Шуны аңлар өсөн (аңлағас, иман килтерер өсөн әле һаман) аҡылығыҙға алмайһығыҙмы ни?

81.

Шуға ла ҡарамаҫтан, улар боронғолар һөйләгәнде ҡабатлай.

82.

Улар:

- Үлеп, тупраҡ булғас, һөйәк өйөмөнә әүерелгәс, ысындан да, беҙ яңынан терелербеҙме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ), —тип әйтәләр.

83.

Ысындан да, беҙгә боронғо ата-бабаларыбыҙға ла шуны (үлгәндән һуң терелеүҙе) вәғәҙә иткәндәр ине инде. Ләкин (берһенең дә терелгәне юҡ) был (вәғәҙәләр) иҫкенән ҡалған әкиәттәр генә. Башҡа түгел.

84.

— Күп белһәгеҙ, әйтегеҙ: был донъяға һәм шундағы барса әйбергә кем хужа? - тип һора һин уларҙан.

85.

Улар, һис шикһеҙ:

— Аллаһ! — тип әйтәсәк.

—  Шулай булғас, ни өсөн уйлап ҡарамайһығыҙ (ни өсөн иман кил­термәйһегеҙ)? – тип әйт.

86.

- Ете ҡат күктәрҙең һәм бөйөк Ғәрештең Раббыһы кем? —тип һора һин уларҙан.

87.

-  Аллаһ! -тпн әйтерҙәр.

- Шулай булғас, һеҙ Аллаһтың язаһынан ни өсөн ҡурҡмайһығыҙ? (гөнаһтарҙан һаҡланмайһығыҙ!) – тип әйт.

88.

- Улай

бик күп белһәгеҙ, әйтегеҙ: барлыҡ мөлкәтте кем үҙ ихтыя­рында тота? Һәр нәмәне һаҡлап-ҡотҡарыусы, әммә Үҙе быға мохтаж булмаған ул кем? — тип һора һин уларҙан.

89.

— Аллаһ! — дип әйтерҙәр.

— Улайһа, ни эшләп һеҙ яңғылышып, вәсүәсәгә биреләһегеҙ? — тип әйт.

90.

Беҙ уларға Хәҡиҡәт индерҙек, улар уны ялғанға сығарҙы.

91.

Аллаһ бер ниндәй ҙә баланың атаһы булманы. Уға тиң башҡа бер Илаһ та юҡ. Әгәр булһа, һәр Илаһ үҙе яралтҡан малды һәм идараны үҙ ҡулына алыр ине һәм, мот­лаҡ, улар бер-берһен еңгән булыр ине. Аллаһ улар (мөшриктәр) табынғандарҙан өҫтөн.

92.

Аллаһ йәшеренгәнде лә, асығын да белеүсе. Ул мөшриктәр уйлап сығарғандар­ҙан (яһалма Илаһтарҙан) бөйөк.

93.

(Ий, Мөхәммәд) әйт һин:

— Йә, Раббым, уларға вәғәҙә иткән ғазаптарыңды миңә лә күрһәтһәң ине.

94.

Раббым, зинһар, мине залимдар араһына ҡуйма, — тип.

95.

Әлбиттә, Беҙ уларға вәғәҙә иткәндәребеҙҙе һиңә ла күрһәтә алабыҙ.

96.

Һин (улар ҡылған) яманлыҡтарҙан яҡшы ғәмәлдәрең менән һаҡлан. Беҙ уларҙың (һиңә) нимә һылтағандарын бик яҡшы белеп торабыҙ.

97.

Әйт һин:

—  Раббым, шайтандарҙың ҡотҡоһонан Һиңә һыйына­м, — тип. —

98.

Улар яныма килә башлаһа ла, Һиңә һыйынам, — тип әйт.

99.

Ниһайәт, уларҙың берәйһен әжәл тотһа, әйтер:

— Раббым, мине донъяға кире ҡайтар;

100.

эшләй алмай ҡалған изгелектәрҙе башҡарасаҡмын, — тип ҡабат-ҡабат ялбарыр. Юҡ! Был уның ауыҙынан сыҡҡан буш һүҙ генә. Ҡиәмәткә саҡлы уларҙы терелтмәйенсә тота торған бәрзәх (ҡорма) бар.

101.

Сур борғоһона өрөлгәс (Ҡиәмәт килеп еткәс), улар араһында туғанлыҡ ептәре ҡалмаҫ, (ярҙам итер өсөн) һораштыра-һораштыра бер-берһен эҙләмәҫтәр.

102.

(Сауап) бизмәне ауыр тартҡан кеше Сәғәдәткә ирешкән булыр.

103.

Бизмәне еңел тартҡан кеше үҙенә ҡот осҡос зыян эшләгән кеше булыр, улар мәңгегә йәһәннәмдә ҡаласаҡ.

104.

Улар­ҙың сырайҙарын ялҡын сорнар, уларҙың йөҙө имәнгес бу­лыр.

105.

Аяттарыбыҙҙы уҡығанда, һеҙ уларҙы ялғанға сығарманығыҙмы?

106.

Әйтерҙәр:

—  Раббығыҙ, (нәфсебеҙҙе тыя алмайынса) бәхетһеҙлегебеҙ өҫкә сыҡты, беҙ юлдан яҙғандар өйөрөнә әүерелдек, - тип әйтерҙәр.

107.

— Раббыбыҙ, беҙҙе бынан сығар. Әгәр беҙ тағын (ҡылған әшәкелектәребеҙҙе) дауам итһәк, бына шунда инде беҙ, ысындан да, залимдар булырбыҙ.

108.

Уларға әйтелер:

—  Рисуай килеш шунда ҡала бирегеҙ. Минең менән һөйләшергә баҙнат итмәгеҙ.

109.

Кешеләрем араһында шундайҙары ла бар ине:

— Раббыбыҙ, беҙ иман килтерҙек; шулай булғас, Һин беҙҙе ғәфү ит, беҙҙе ҡыҙған. Һин мәрхәмәтлеләрҙең дә мәрхәмәтлеһе, — тинеләр.

110.

— Бына һеҙ уларҙы мәсхәрә иттегеҙ; (шул мәсхәрә­ләүҙәрегеҙ менән артыҡ мауығып, һеҙ) Мине оноттоғоҙ, һеҙ уларҙы мыҫҡыллап көлә инегеҙ.

111.

Бөгөн Мин уларҙы (шул мыҫҡылдарға түҙеп торған) сабырлыҡтарына күрә, бүләкләйем дә. Шик юҡ, улар — мораҙҙарына ирешкән бәхетле кешеләрҙер.

112.

(Аллаһ инҡарсыларҙан):

— Ерҙә һеҙ нисә йыл торҙоғоҙ? — тип һорар.

113.

Улар:

—  Бер көн йәки көндөң бер нисә сәғәтен торҙоҡ. Һанап барғандарҙан (фәрештәләрҙән) һора, — тип әйтер.

114.

(Аллаһ уларға) әйтер:

— Бик әҙ торҙоғоҙ. Әгәр белһәгеҙ!

115.

— Былай ғына, эше булмағандан эш булһын, тип кенә беҙҙе яралтты һәм, ысынлап та, ул беҙҙе үҙ хозурына ҡайтар­маҫ, — тип өмөтләнәһегеҙме?

116.

Мотлаҡ хаким булған Хаҡ Тәғәлә — бөйөк. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул — бөйөк Ғәрештең хужаһы.

117.

Кем дә кем, һис бер иҫбаты булмаған килеш, Аллаһҡа тиң башҡа берәй (уйҙырма) Илаһҡа табынһа, уның хи­сабы (язаһы) бары тик Аллаһ ихтыярындаҙыр. Хәҡиҡәт шулдыр, кәферҙәр Сәғәдәткә ирешә алмаҫ (ҡурҡҡандарынан ҡотолмаҫтар, өмөт иткәндәренә ирешмәҫтәр).

118.

(Ий, Мөхәммәд) әйт:

- Йә, Раббым, (мосолмандарҙы) ярлыҡа, уларға мәрхәмәтле бул. Миһырбанлыларҙың иң хәйерлеһе — Һин, — тигән.