20. Та-һа (Та-һа)

 

(Та-һа сүрәһе 135 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрәнең исеме баштағы ике хәрефтән килә: «Т», «Һ» әйтелешләрендә «Та, Һа» була. Был ике хәрефтең, ике ауаздың нимә аңлатҡаны тураһында тәфсирселәр араһында бәхәстәр күп. 1. Был һүҙ Рәсүл әкрәм саллаллаһу (ғәләйһиссәлләмдең) мөбәрәк исеме. 2. Ант һүҙе. 3. Һәй, кеше, тип әҙәм балаһына мөрәжәғәт итеү һ. б.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Та. һа. (Мәүләнә Алиҙә: Та-һа — Эй, Әҙәм балаһы, тип шәрехләнгән.)

2.

Беҙ Ҡөръәнде һиңә ҡыйынлыҡтар килтерһен тип индермәнек.

3.

Бары тик Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡандарға бер өгөт булһын тип,

4.

Ерҙе һәм күктәрҙе яралтҡан Аллаһ тарафынан индерелде.

5.

Рәхим­ле Аллаһ Ғәрешкә (Күктәге тәхеткә) хужа булды.

6.

Күктәр­ҙә, Ерҙә һәм улар араһында булган нәмәләр менән тупраҡтың аҫтында бар-булғандарҙың бөтөнөһө лә Уныҡы.

7.

Һин һүҙеңде (доғаңды) ҡысҡырып (йәки ауыҙ эсеңдән генә) һөйләһәң дә, Ул йәшерен серҙәрҙе лә, йәшерендән-йәшерен булғандарҙы ла белә.

8.

Аллаһ шулдыр, Уның Үзенән башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һис кем юҡ. Уның күркәм исемдәре бар.

9.

Муса тураһындағы ҡисса һиңә килеп ирештеме?

10.

Ул бер ут күрҙе һәм ғәйләһенә әйтте:

— Һеҙ тороп тороғоҙ, мин бер ут күрҙем, бәлки, унан һеҙгә утлы киҫәү алып килермен йәки усаҡ янында дөрөҫ юлды табырбыҙ, — тине.

11.

Муса (ут янына, нурға) килеп еткәс, бер тауыш ишетелде:

—  Әй, Муса!

12.

Хаҡтыр, Мин ул — һинең Раббың, Мин. Әйҙә, башмаҡтарыңды һал. Һин мөҡәтдәс (изге) Тува үҙәнендә.

13.

Мин һине (пәйғәмбәр итеп) һайланым. Хәҙер инде һиңә уахи ителәсәктәрҙе тыңла.

14.

Шик-шөбһәң булмаһын, Аллаһ — ул Мин, Мин. Минән башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һис бер кем юҡ. Шулай булғас, һин Миңә ғибәҙәт ҡыл, Мине зикер итеп, намаҙыңды (ҡалдырмайынса) дөрөҫ итеп уҡы.

15.

Ул Сәғәт (Ҡиәмәт көнө), һис шикһеҙ, киләсәк. (Ләкин) Мин (уның ҡасан килаһен) белгертмәйем, һәр кем нимә ҡылһа, шуныңса әжер алһын, тип.

16.

Уға (Ҡиәмәт көнөнә) инанмаған һәм нәфсеһен ҡәнә­ғәтләндереү менән генә шөғөлләнгәндәр һине бынан (Ҡиәмәткә ышаныуыңдан, тура юлдан) яҙҙырмаһындар! Юҡһа, һуңынан һин һәләк буласаҡһың.

17.

Ий, Муса, һинең уң ҡулыңда нимә ул?

18.

— Был минең таяғым, — тине Муса. — Мин уға тая­нып йөрөйөм. Уның ярҙамында мин малдарыма ағас яр­раҡтарын ҡойоп төшөрәм. Уның башҡа эшләргә лә файҙаһы тейә.

19.

(Аллаһ) әйтте:

— Ташла һин уны, — тине.

20.

Ул (Муса таяғын) ташланы. Таяҡ шунда уҡ тиҙ шыуыша торған йыланға әүерелде.

21.

(Аллаһ) әйтте:

— Тот уны, ҡурҡма. Беҙ уны кире үҙ хәленә ҡайтарыр­быҙ.

22.

Бер ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ та, башҡа бер мөғжизә кеүек, ул йәрәхәтләнмәйенсә һәм ап-аҡ килеш кире сығасаҡ.

23.

Тағын һиңә иң бөйөк мөғжизәләребеҙҙең (берһен) күрһәтер­беҙ.

24.

Фирғәүен янына кит. Ысынлап та, ул сиктәрҙе уҙҙы.

25.

— Раббым, — тине Муса. — Күкрәгемде киңәйт (миңә ҡеүәт бир),

26.

эшемде ҡулай ит,

27.

телемде сис (оҫта һөйләү һәләте бир).

28.

Һүҙемде яҡшы аңлаһындар.

29.

Ҡәрҙәштәрем араһынан миңә бер ярҙамсы бир.

30.

Туғаным Һарунды.

31.

Ул минең арҡа яғымды һаҡлаһын.

32.

Уны эшемдә уртаҡ ҡыл.

33.

Һине туҡтауһыҙ данларбыҙ.

34.

Һине өҙлөкһөҙ зикер итербеҙ, инша'аллаһ.

35.

Шөбһә юҡ, Һин ҡылмыштарыбыҙҙы күреп тороусы.

36.

(Аллаһ) әйтте:

—  Эй, Муса, теләгәндәрең һиңә бирелде.

37.

Бынан әүүәл дә һиңә ярҙамыбыҙ тейгән ине.

38.

(Беренсеһе) һинең әсәйеңә уахи иткән заманда булды:

39.

—  Уны (Мусаны) тартмаға һал да, йылғаға һалып ағыҙ, диңгеҙ уны ярға алып сыҡһын, уны Минең дә, һинең дә дошманың булған берәү табасаҡ, — тинек. Минең ҡаршымда үҫеп етһен тип, Мин һиңә Үҙемдең мөхәббәтемде һалдым.

(«Хәҙрәти Мусаның әсәһе: «Башҡа ир балаларҙы ла үлтергән кеүек, минең улымды ла Фирғәүен үлтерер», тип ҡурҡып, юғарынан уахи килгәс, Мусаны тартмаға һалып, ҡаҙаҡлап, Нил йылғаһына ташлай. Фирғәүендең ҡатыны Асия ире менән яр ҡырындағы баҡсала йөрөгәндә, һыуҙағы тартманы күреп ала. Һандыҡ эсендәге баланы күреп шаҡ ҡата. Батша һарайында үҫтерер өсөн Мусаға имеҙеүсе һөт әсәһе эҙләйҙәр, Мусаның апаһы ярҙамында, һөт әсәһе итеп, уның үҙ әсәһен урынлаштыралар».

Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )

40.

Һинең апайың килеп (Фирғәүенгә):

— Уны (табылған баланы) ҡарар өсөн һеҙгә берәйһен та­байыммы? — тине. Шулай итеп, хәсрәтләнмәһен, күҙе-күңеле бәхет менән тулһын тип, һине әсәйеңә кире бирҙек. Иҫеңдәме, һин бер кешене үлтерҙең. Беҙ һине ғазаптан, язанан ҡотҡа­рып ҡалдыҡ. Һине һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Шуға күрә, һин байтаҡ йылдарға Мәдйән халҡы араһында ҡалдың. Һуңынан, тәҡдирең ҡушҡанса, бында килдең.

41.

Һине: Минең юлда хеҙмәт итһен (илсе булһын), тип һайланым.

42.

Һин дә, туғаның да бергәләшеп Минең аяттарымды алып, Мине зикер итеп,

43.

Фирғәүен янына китегеҙ. Сөнки ул аҙғынлыҡтың аръя­ғына сыҡты.

44.

Әммә уның менән итәғәтле итеп һөйләшегеҙ, бәлки ул ғибрәт алыр һәм аҡылға ултырыр һәм (гөнаһ ҡылыуҙан туҡтар) ҡурҡыр.

45.

Әйттеләр:

—  Раббыбыҙ, дөрөҫө шул, ул беҙҙең менән артыҡ тәкәббер булыр тип йәки (ғәҙелһеҙлегендә) тағын да нығыраҡ сиктәрҙе уҙыр тип ҡурҡабыҙ, — тинеләр.

46.

(Аллаһ) әйтте:

—  Ҡурҡмағыҙ, Мин һеҙҙең менән бергә булырмын, Мин барыһын да ишетеп тә, күреп тә торамын, — тине.

47.

— Барығыҙ, уның янына китегеҙ. Әйтегеҙ:

— Беҙ һинең Раббыңдың илселәре булабыҙ. Исраил ул­дарын тиҙ генә беҙгә биреп ебәр, уларҙы рәнйетмә. Беҙ һинең Раббыңдан бер аят килтерҙек. Тура юлға баҫҡандар ғына ҡотола аласаҡ, —тип аңлатығыҙ.

48.

— Ысынлап та, беҙгә хәбәр килде: (ул аяттарҙы) ялғанға сығарғандар һәм йөҙ сөйөргәндәр язаға тартыласаҡ.

49.

Фирғәүен әйтте:

— Кем ул һеҙҙең Раббығыҙ, әй, Муса? — тине.

50.

Муса әйтте:

—  Беҙҙең Раббыбыҙ — яралтылған һәр нәмәгә рәүешен биреп, унан һуң дөрөҫ тәртиптә урынлаштырған (йүнәлеш биргән) Аллаһыбыҙ, — тине.

51.

Фирғәүен әйтте:

— Улайһа, йәшәп киткән (үлгән) ҡәүемдәрҙең хәле нисек буласаҡ? (Улар бит һинең был киҫәтеүҙәреңде белмәйенсә китте), -тине.

52.

Муса әйтте:

— Улар тураһындағы мәғлүмәт Раббы янындағы Китапта (Ләүхел Мәхфүздә) булыр. Раббым яңғылышмаҫ та, онотмаҫ та.

53.

Ул һеҙҙең өсөн Ерҙе яҫтыҡ кеүек йәйҙе һәм шунда һеҙгә юлдар асты, Күктән ямғыр яуҙырҙы. Төрлө үҫемлектәрҙе (йән эйәләрен) пар-пар итеп яралтты.

54.

Ашағыҙ, мал аҫрағыҙ. Шик юҡ, аҡылы башында булғандар өсөн бында уйланырлыҡ нәмәләр бар.

55.

Һеҙҙе унан (ерҙән, тупраҡтан) яралттыҡ. Йәнә һеҙ шунда китәсәкһегеҙ (үләсәкһегеҙ, күмеләсәкһегеҙ), һәм тағын һеҙҙе (Ҡиәмәт көнөндә) унан сығарасаҡбыҙ.

56.

Ысынлап та, Беҙ уға (Фирғәүенгә) бөтөн дәлилдәрҙе (мөғжизә аяттарын) күрһәттек, ул (уларҙы) тағын ялғанға сығарҙы һәм (уларға инаныуҙан) баш тартты.

57.

Шунан (Фирғәүен) әйтте:

—  Әй, Муса! Сихырҙарың менән һин беҙҙе йортобоҙҙан (Мисырҙан) ҡыуып сығарырға тип килдеңме? — тине.

58.

— Улайһа, беҙ ҙә һиңә шундай уҡ күҙ буяу-сихыр күрһәтәсәкбеҙ. Һинең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡулай булған уртаҡ майҙанға осрашырға уаҡытты үҙең билгелә. Вәғәҙә боҙош булмаһын.

59.

Муса:

— Байрам көндө, кешеләр йыйылғас, өйләнән алда осра­шасаҡбыҙ, — тине.

60.

Шунан һуң Фирғәүен китеп барҙы. Үҙенең бөтөн хәйләһен (сихырсыларын) йыйып алып килде.

61.

Муса әйтте:

— Һеҙгә яҙыҡтыр, Аллаһ тураһында уйҙырмалар (ялған) һөйләмәгеҙ. Ахырҙа Ул хәтәр яза менән тамырығыҙҙы киҫер. Ғәйбәт һөйләгән кеше, һис шикһеҙ, тар-мар ителәсәк.

62.

Шунан һуң улар (сихырсылар) ҡасып-боҫоп, үҙ-ара кәңәшләшә, бышылдаша башланылар.

63.

Ниһайәт, әйттеләр:

— Былар икеһе лә (Муса менән Һарун) сихырҙары менән һезҙҙе йортоғоҙҙан ҡыуып сығарыр өсөн һәм һеҙҙе ошоға тиклем тотҡан үрнәк юлығыҙҙан, динегеҙҙән (яҡшы тормошоғоҙҙан) яҙҙырыр өсөн килгән күҙ буяусылар, — тинеләр.

64.

(Фирғәүен әйтте):

— Улайһа, хәйләләрегеҙҙе (сихырҙарығыҙҙы) әҙерләгеҙ. У­нан һуң сафҡа теҙелешегеҙ. Шик юҡ, бөгөн кем оҫта, шул еңәсәк, еңгән яҡ бәхетле булыр, — тине.

65.

— Муса, (сихыр таяғын) башлап һин ташлайһыңмы, әллә беҙме? —тинеләр.

66.

- Юҡ, башта һеҙ ташлағыҙ, —тине Муса. Ҡараһа, ни күрҙе: күҙ буяусыларҙың бауҙары һәм таяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре хәрәкәт итә башланылар кеүек тойолдо уға.

67.

Муса ҡурҡыу­ға ҡалды.

68.

— Ҡурҡма, — тинек, — һин, һис шикһеҙ, еңәсәкһең.

69.

Уң ҡулыңдағы (таяғың)ды ергә ташла. Ул күҙ-асып йомғансы теге нәмәләрҙе йотоп бөтөрәсәк. Улар бары тик күҙ буяу менән генә шөғөлләнә ала. Күҙ буяусылар иһә ҡайҙа барһа ла (нимә генә ҡыланһа ла уңышһыҙлыҡтан, язанан) ҡотола алмаҫ.

70.

Шунан һуң сихырсылар йөҙ түбән йығылды:

—  Муса менән Һарундың Раббыһына иман килтерәбеҙ, -тинеләр.

71.

Фирғәүен әйтте:

— Минең рөхсәтемдән башҡа Аллаһҡа  инандығызҙмы? Ысындан да, ул (Муса) һеҙгә сихыр өйрәтеүсе башлығығыҙҙыр, моғайын. Хәҙер ҡул-аяҡтарығыҙҙы ботарлап, һеҙҙе хөрмә ағастарына аҫып ҡуясаҡмын. Бына шунан һуң һеҙ кемдең язаһы хәтәрерәк һәм дауамлыраҡ икәнен күрерһегеҙ. (Мусаның Аллаһытыҡымы, әллә минекеме?)

72.

(Иман килтергән сихырсылар) әйттеләр:

—  Беҙҙе яралтҡандан (Аллаһтан) һәм беҙгә ебәрелгән асыҡ мөғжизәларҙән һине өҫтөн ҡуя алмайбыҙ. Шулай бул­ғас, теләгәнеңде эшлә. Һин бары тик ошо донъяла ғына хөкөм итә алаһың.

73.

Хаталарыбыҙҙы һәм һин мәжбүр иткән сихырсылығыбыҙҙы ғәфү итһен тип, без Аллаһҡа иман килтер­ҙек. Рәхмәте киң булған һәм язаһы ла дауамлы булған бер Аллаһтыр.

74.

Шуныһы хаҡтыр, кем дә кем Раббыһы ҡаршыһына гөнаһтар төйәп барһа, шул туранан-тура йәһәннәмгә керер. Ул шунда ни үле, ни тере булып (интегеп) йәшә­йәсәк.

75.

Кем дә кем мосолман булып, изгелектәр ҡылып Уның ҡаршыһына барһа, өҫтөн дәрәжәләр шуға булыр.

76.

Арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы Ғәден йәннәт­тәрендә мәңгегә йәшәп ҡаласаҡтар. Саф-паҡ булғандарға бүләк шул булыр.

77.

Хаҡтыр, Беҙ Мусаға:

— Кешеләрем менән бергә төндә юлға сыҡ та, (ҡыуа килеүсе­ләрҙең) артығыҙҙан етеүенән дә ҡурҡмайынса, (һыуға батып үлеүҙән дә) шөрләмәйенсә уларға (юлдаштарыңа) диңгеҙ (төбө) аша ҡоро юл һал, — тип бойорҙоҡ.

78.

Һис көтмәгәндә (Фирғәүен) ғәскәре менән улар артынан ҡыуа сыҡты. Улар (Фирғәүен һәм бөтөн ғәскәре) диңгеҙ һыуы аҫтында ҡалып, тонсоғоп һәләк булды.

79.

Фирғәүен үҙ халҡын үҙе боҙҙо, тура юлдан алып китмәне.

80.

Ий, Исраил улдары, һеҙҙе дошмандарығыҙҙан (Фирғәүен тоҡомонан) ҡотҡарып ҡалдыҡ. Тур тауының уң яғында һеҙгә вәғәҙә (Тәүрәтты) бирҙек һәм Илаһи шәрбәт (ҡөҙрәт хәлүәһе) менән бүҙәнә ҡошоның ите индерҙек.

(Ш.Ноғманиҙа: Тур тауы янында Мусаның уң яғынан һеҙгә Тәүрәтты вәғәҙә иттек һәм һеҙгә ашарға шәрбәт һәм ҡош итен индерҙек. X. Чантайда: Турҙың уң янында һеҙгә вәғәҙә бирҙек һәм һеҙҙең өсөн ҡөҙрәт хәлүәһе менән бүҙәнә ҡошо индерҙек һ. б.)

81.

Һеҙгә ризыҡ итеп бирелгәндәрҙең паҡ булғандарын ашағыҙ, ләкин артыҡ исраф итмәгеҙ (сиктәрҙе уҙмағыҙ, кәр­әге ҡәҙәр генә ашағыҙ), кәферлек ҡылмағыҙ, (юҡһа) һеҙҙе ғазабым тотар. Ғазабым тотҡан һәр кем, ысынлап та, һәләкәткә дусар.

82.

Шуныһы ла хаҡтыр, Мин тәүбә иткән, һуңынан иман килтергән һәм изгелек ҡылған, тура юлға баҫҡан кешеләрҙе ярлыҡайым.

83.

— Ий, Муса, халкыңды ҡалдырып, ашыға-ашыға яңғыҙ ғына килергә нимә сәбәп булды?

84.

— Улар минең арт­тан килә, — тине Муса. — Әммә мин, Раббым, Һинең риза­лығыңды ҡаҙаныу өсөн, шулай алдан килдем.

85.

Аллаһ бойорҙо:

— Һин киткәндән һуң Беҙ һинең ҡәрҙәштәреңде (Һарун­ды, халҡыңды) һынап ҡараныҡ һәм Сәмири уларҙы юлдан яҙҙырҙы.

(Сәмири уларҙы быҙау һынына табынырға ҡотортто.)

86.

Муса асыулы һәм борсоулы ҡиәфәттә ҡәүеме янына өйләнеп ҡайтты:

— Әй, халҡым, — тине. — Раббығыҙ һеҙгә гүзәл бер вәғәҙә (Тәүрәт) бирмәнеме? Әллә мин киткәндән һуң бик оҙаҡ уаҡыт уҙған кеүек тойолдомы һеҙгә? Йәки һеҙ Раббынан бер ғазап килеүен теләйһегеҙме? Шуға күрә, миңә биргән һүҙегеҙҙә торманығыҙмы?

87.

Әйттеләр:

—  Беҙ һиңә биргән һүҙебеҙҙән үҙ теләгебеҙ менән сыҡманыҡ. Әммә беҙгә шул халыҡтың (Мысырҙағы ҡатындарҙың) биҙөнеү әйберҙәрен күтәреп алып килеп, утҡа һалырға (эретергә) ҡушылды. Сәмири лә шулай эшләне.

88.

(Был кеше) улар өсөн шул эретелгән алтындан мөңрәй торған быҙау һыны яһаны. Шунан һуң (Сәмири менән уның эйәрсендәре) әйтте:

— Бына, был һеҙҙең дә, Мусаның да тәңреһе булыр. Ләкин ул (Муса) был турала онотто ғына, (сөнки Муса башҡа тәңре эҙләп, тау башына китте), — тинеләр.

89.

Ул быҙау һынының һис бер һүҙ һөйләй алмағанын, үҙҙәренә файҙа ла, зыян да эшләй алмаҫ икәне күрмәйҙәрме ни улар?

90.

Унан алдараҡ Һарун уларға әйткән ине бит:

— Ий, халҡым, һеҙ шуның арҡаһында (быҙауға табынып) фәтнәгә тарынығыҙ. Һеҙҙең Раббығыҙ — мәрхәмәте киң бул­ған бер Аллаһтыр. Шуға күрә, миңә эйәрегеҙ һәм бойороҡта­рымды үтәгеҙ, — тигән ине.

91.

Улар:

—  Беҙ Муса әйләнеп ҡайтҡансыға саҡлы уға (быҙауға) табыныуҙан туҡтамаясаҡбыҙ, — тинеләр.

92.

Муса әйтте:

—  Ий, Һарун, — тине. — Быларҙың юлдан яҙғандарын күргәс тә нимә тыйҙы һине

93.

минең арттан барырға? Минең бойороғома ҡаршы баш күтәрҙеңме?

94.

Һарун:

— Ий, әсәйемдең улы (ий, бер туған ағайым)! — тине. — Һин минең сәсемде, һаҡалымды йолҡма. Мин һинең: «Исраил улдары араһында ғауға сығарҙың, һүҙемде тотмағанһың», — тип әйтүеңдән ҡурҡтым.

95.

Муса:

— Һәй, Сәмири, хәҙер һинең ҡылмышыңа киләйек, —тине. (Быҙау һәйкәле яһап, һин ниндәй маҡсатҡа ирешергә теләнең?)

96.

Сәмири әйтте:

—  Мин улар күрмәгәнде күрҙем, — тине. — Ул илсенең эҙенән бер ус тупраҡ алып, уны (быҙау яһар өсөн эретелгән алтын эсенә) ташланым. Минең эске бер теләгем шулай эшләргә ҡушты.

(«Самири: мин кешеләр күҙенә күренмәгән рухты, Жәбраилде күрҙем йәки мин Мусаның пәйғәмбәр икәнен белдем, шул изгенең аяҡ аҫтынан тупраҡ алып, һәйкәлгә ҡатнаштырҙым. Мин изге рух ҡатнаштырып һын яһаным, тип әйтергә теләй». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

97.

Муса:

— Күҙемдән юғал! — тине. — Ғүмерең буйы һин: «Миңә ҡа­ғылмағыҙ, миңә яҡын килмәгеҙ», — тип һөйләнергә мәхкүм ителдең. Һинең өсөн айырым бер ғазап, ҡотола алмаҫлыҡ яза Көнө килер. Табына торған һәйкәлеңә ҡара. Ант итәм, беҙ уны яндырасаҡбыҙ. Унан һуң көлөн диңгеҙгә һибәсәкбеҙ.

(«Шулай итеп, бер кем менән һөйләшә-аралаша алмаһын тип, Сәмириҙе сүлгә, ҡырағай хайуандар араһына ебәрәләр. Ул тәнде се­ретә торған тилсә менән ауырый башлай. Кешеләр янына бара алмай. Ул шулай интегеп һәләк була».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

98.

Һеҙҙең Аллаһығыҙ бары тик берәү генә. Унан башҡа бер кем дә Илаһи ҡөҙрәткә эйә түгел. Аллаһтың ғилеме бар нәмәне лә солғап алган.

99.

(Ий, Мөхәммәд) бына шулай итеп, уҙғандағыларҙың хәлдәрен һиңә аңлатабыҙ. Хаҡтыр, Беҙ һиңә Үҙебеҙҙән киҫәтеү (Ҡөръән) индерҙек.

100.

У­нан (Ҡөръәндән) йөҙ сөйөргән кеше, һис шикһеҙ, йыйылған гөнаһтары өсөн Ҡиәмәттә язаһын татыр.

101.

Ундай ке­шеләр шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Улар өсөн Ҡиәмәт көнөндә иң ауыр йөк (уларҙың гөнаһтары) буласаҡ.

102.

Ул Көндө Сур (борғо)ға өрөлөр һәм Беҙ гөнаһлыларҙы (ҡурҡыуҙан) күҙҙәре (ала-тилә) аҡайған килеш мәхшәргә тупларбыҙ.

103.

Улар үҙ-ара бышылдап ҡына һөйләшер:

—  Беҙ (донъяла йәки ҡәберҙә) ун көн генә булдыҡ, — тип әйтерҙәр.

104.

Уларҙың нимә тураһында һөйләшкәнен Беҙ бик яҡшы ишетеп торабыҙ. Уларҙың иң зиһенлеһе, иң тура булғаны:

— Бер көндән дә артыҡ булманығыҙ, — тип әйтер.

105.

(Ий, Мөхәммәд) һинән тауҙар хаҡында һорарҙар (Ҡиәмәт көнөндә тауҙарға нимә булыр?) Әйт:

— Аллаһ уларҙы туҙанға әүерелдерер, — тип.

106.

Шулай уҡ, Ер өҫтөн тип-тигеҙ сүл хәленә килтерәсәк.

107.

Шунда бер генә ҡалҡыулыҡ та йәки соҡор урын да күрәлмәҫһегеҙ.

108.

Ул Көндө кешеләр саҡырыуға йөҙ тотоп, уңға-һулға тайпылмаҫтан, (Исрафилға) эйәреп барырҙар. Шунан һуң, мәрхәмәтле Аллаһ ҡаршыһында тауыштар тығар. Шуға күрә, һин уларҙың бышылдашҡандарын ғына ишетерһең.

109.

Ул Көндө Раббы тарафынан рөхсәт алған һәм Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кешеләрҙән башҡа һис кемгә лә шәфәғәт, файҙа теймәҫ.

110.

Ул кешеләрҙең киләсәген дә, үткәндәрен дә белә. Улар был турала белмәй генә. (Аллаһтың эштәрен белеп торорлоҡ мәғлүмәт уларҙа юҡ.)

111.

Ул Көндө йөҙҙәр тере һәм һәр нәмәгә хаким булған Аллаһ алды­на эйелер. Ғәҙелһеҙлек ҡылғандар иһә тар-мар ителер.

112.

Мөьмин булараҡ, изгелек ҡылған кеше язанан да, хоҡуҡта­ры ҡыҫылыуҙан да (язаһы арттырылып, сауабы кәметелеүҙән дә) ҡурҡмаҫ.

113.

(Ий, Мөхәммәд) Беҙ уны ғәрәпсә Ҡөръән булараҡ индерҙек һәм (кешеләрҙе гөнаһтары өсөн биреләсәк ғазап менән) күп тапҡырҙар ҡурҡыттыҡ. Ихтимал, улар (гөнаһ ҡылыуҙан баш тартыр) һаҡланыр. Йәки ул (Ҡөръән) ғибрәт (киҫәтеү һәм вәғәз) булараҡ иҫтәренә төшөрөп тороусы булыр.

114.

Хөкөмдар Аллаһ мотлаҡ бөйөктер. Һиңә барыһы ла индерелеп бетмәйенсә, һин (Ҡөръән уҡырға) ашыҡма.

— Раббым, минең ғилемемде арттыр, — тип әйт.

115.

Бынан әүүәл дә Беҙ Әҙәм менән (ярамаған ағастан емеш алып ашамаҫҡа тип) килешекән инек. Ләкин ул (ан­тын) онотто. (Шайтан ҡотортҡанына түҙә алманы, тәүәккәл рәүештә ҡаршы тора алманы, ярамаған емеште ашаны, гөнаһ ҡылды.) Беҙ шунда (Әҙәмдең холҡонда Аллаһҡа буйһоноу ҡарары) түҙемлелек күрмәнек.

116.

Бер уаҡыт Беҙ фәрештәләргә:

— Әҙәмгә сәждә итегеҙ! — тигән инек. Уларҙың барыһы ла сәждә итте. Иблистән башҡа. Ул ҡарышып, баш тартты.

117.

Шунан һуң Беҙ әйттек:

— Ий, Әҙәм, — тинек. — Ул (Иблис) һиң лә, ҡатыныңа ла хәтәр дошман. Аң булығыҙ, һеҙҙе ул йәннәттән сығарттырмаһын. Юҡһа, бик ҡыйын хәлдә ҡалырһығыҙ.

118.

Хәҙергә бын­да (йәннәттә) һин асыҡмаҫһың һәм дә яланғас булыуҙан ҡу­рҡмаҫһың.

119.

Һыуһыҙлыҡтан интекмәйәсәкһең, эҫҫенән дә язаланмаҫһың.

120.

Шайтан уны вәсүәсәгә һалды:

— Ий, Әҙәм, — тине. — Һиңә мәңгелек ағасын һәм икһеҙ-сикһеҙ хакимлыҡты күрһәтәйемме? — тине.

121.

Ниһайәт, улар икеһе лә ауыҙ иттеләр (тыйылған ағастың емешен ашанылар). Шунан һуң уларҙың оят ерҙәре асылды. Улар шунда уҡ йәннәт ағастарының япраҡтары­нан (оят ерҙәренә) ҡаплауыс әҙерләй башланылар. Шулай итеп, Әҙәм Аллаһ һүҙен тыңламаны һәм юлдан яҙҙы.

122.

Һунынан Раббы уны һайланы һәм уның тәүбәһен ҡабул итте һәм тура юлды күрһәтте.

123.

Һәм (Әҙәм менән Иблискә) әйтте:

—  Бер-берегеҙгә дошман булып, бынан (йәннәттән) сы­ғығыҙ. Минән һеҙгә күрһәтмә (Китап) килер, кем минең өндәмәләремә эйәрә, шул тура юлдан сыҡмаҫ һәм бәхетһеҙ булмаҫ, — тине.

124.

Кем минең киҫәтеүҙәремдән йөҙ сөйөрә, һис шикһеҙ, уның тормошо ғазаплы буласаҡ һәм Беҙ уны Ҡиәмәт көнөндә тома һуҡыр килеш (ҡәберенән) ҡубарасаҡ­быҙ.

125.

Ул әйтер:

— Йә, Раббым, мине нимә өсөн һуҡыр килеш (ҡәберемдән) ҡубарҙың? Әүүәл мин күрә инем бит, — тип әйтер.

126.

(Аллаһ) әйтер:

— Шулай шул. Һиңә аяттарым (киҫәтеүҙәрем) килде. Һин уларҙы оноттоң. Бына, һин дә бөгөн онотоласаҡһың (мәх­рүм ҡаласаҡһың).

127.

Бына, Беҙ сиктәрҙе уҙған (тура юлдан яҙған) һәм Раббының аяттарына инанмағандарҙы шулай язалайбыҙ. Әхирәттәге ғазап иһә тағын да хәтәр һәм тағын да дауамлы булыр.

128.

Беҙ уларҙан әүүәлгеләрҙе нисә ғаср буйы һәләк итә килдек. Уларға был һабаҡ булманымы? Юҡһа, улар һәләк булғандарҙың еренә баҫып йөрөйҙәр. Сәләмәт зиһенле булғандар өсөн бында, һис шикһеҙ, ғибрәт алырлыҡ хәлдәр бар.

129.

Әгәр ҙә (кәферҙәргә биреләһе язаны кисектерергә) Аллаһтың вәғәҙәһе булмаһа, әлбиттә, (улар донъяла уҡ) язанан ҡотола алмаған булырҙар ине.

130.

(Ий, Мөхәммәд) һин улар һөйләгәндәргә түҙ. Ҡояш сығыр алдынан да (сабах намаҙында), Ҡояш байыр алдынан да (аҡшам намаҙында) Раббыңа тәсбих әйт. Төндөң айырым сәғәттәрендә лә (йәстү намаҙында), көндөҙөн дә (тормош мәшәҡәттәре араһында өйлә, икенде намаҙҙарында ла) тәсбих әйт. Һин ҡәнәғәт ҡалырһың. (Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кеше булырһың.)

131.

Аң бул, уларға бирелгән байлыҡҡа ҡыҙығып ҡарама. Беҙ ул байлыҡты фани донъяла файҙалан­һындар тип, уларҙың ҡайһы бер ҡәүемдәрен һынар өсөн бирҙек. Раббыңдың һиңә биргән ризыҡтары хәйерлерәк, дауамлыраҡ.

132.

Ғәйләңә (халҡыңа) намаҙ уҡыуҙы бойор. Үҙең дә намаҙ ҡалдырма. Һинән ризыҡ һорамайбыҙ. Беҙ һине ризыҡландырабыҙ. Тәҡүә кешеләр матур нәтижәгә ирешәсәк.

133.

Улар:

— Ни эшләп һуң ул (Аллаһтың пәйғәмбәре булғас) Раббыһынан бер мөғжизә алып килмәне? — тинеләр. Әүүәлге китаптарҙа булғандарҙың ап-асыҡ дәлиле (Ҡөръән) уларға килмә­неме ни?

134.

Әгәр ҙә Беҙ бынан (Ҡөръәндән) алда уларҙы һәләк иткән булһа инек, һис шикһеҙ, улар:

- Йә, Раббым, беҙгә бер пәйғәмбәреңде күндергән булһаң, аяттарыңды уҡыған булыр инек, ошо түбәнлектәргә төшмәгән булыр инек, рисуай ҡалмаған булыр инек, — (тип аҡланған булыр ине).

135.

Әйт:

- Һәр кем көтә, — тип. — Шулай итеп, һеҙ ҙә көтөгөҙ. Тура юлдан йөрөүселәр улар кем һәм (тәүбәнән һуң) тура юлды тапҡандар кем икәнен оҙаҡламай белерһегеҙ.