19. Мәрйәм (Мәрйәм)

 

(Мәрйәм сүрәһе 98 аяттан тора. Был сүрәлә хәҙрәти Мәрйәмдең Ғайса пәйғәмбәребеҙҙе донъяға килтереүе тураһында һөйләнә, шуға күрә, исеме лә «Мәрйәм сүрәһе» тип атала.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Кяф. Һә. Йә. Ғайн. Сад.

2.

Раббының Зәкәрийә исемле ҡолона булған рәхмәте тураһында иҫкә төшөрөү (аяттары).

3.

Нисек итеп ул аулаҡта Раббыһына ялбарҙы.

4.

—  Раббым, — тине. — Минең һөйәктәрем зәғифләнде инде, сәсем-башым ағарҙы. Һәм мин, Раббым, Һиңә ҡылған доғаларыма күрә, рәхмәтеңдән мәхрүм булманым.

5.

Дөрөҫө, шулдыр, минең арттан (минең урынға вәриҫ булып) килеүсе туғандарымдан (улар тура юлдан яҙырҙар, тип) шиклә­нәм. Ҡатыным да бала табыуға яраҡһыҙ булып сыҡты. Тарафыңдан миңә (мираҫсы) бер ул ебәрһәң ине.

6.

Ул минең вәриҫем булһын. Яҡуп нәҫеленең дә дауамсыһы булһын. Раббым, уны Үҙ ризалығыңа лайыҡ ит.

7.

— Әй, Зәкәрийә, беҙ һиңә бер ул тураһында һөйөнсө әйтәбеҙ, уның исеме Йәхйә булыр. Бынан элек бер кемде лә уға (тиң һәм) исемдәш итмәнек.

8.

Зәкәрийә әйтте:

—  Раббым, — тине. — Ҡатыным бала табырға яраҡһыҙ килеш, ҡартлығымдың сигенә еткәндә ҡайҙан килеп минең улым булһын инде?

9.

Ул әйтте:

— Әйе, шулай. Раббың: был эш бик тә еңел башҡарыла. Бынан элек һин юҡ инең, булмаһаң да, һине яралттыҡ бит әле, — тине.

10.

—  Раббым, — тине Зәкәрийә. — (Балам буласағы тураһында) миңә берәй төрлө ғәләмәт менән хәбәр ит.

— Сәләмәт булған хәлеңдә һин өс көн бер кеше менән дә һөйләшмә, — тине Аллаһ.

11.

Ул михраптан сығып, халыҡ ҡаршыһына килеп, ым­дар менән:

— Иртә-кис тәсбихтә булығыҙ (намаҙ уҡығыҙ, Аллаһты оло­лағыҙ), — тип аңлатты.

12.

(Йәхйә үҫә төшкәс):

— Ий, Йәхйә, Китапка (Тәүрәткә) бар көсөң менән йәбеш, — тинек. Һәм уға сабый саҡтан уҡ (ғилем) хикмәттәр өйрәттек.

13.

Уға күңел йомшаҡлығы һәм паҡлыҡ бирҙек. Ул — гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланған кеше.

14.

Ата-әсәһенә бик тә итәғәтле ине. Ул йәберләүсе һәм тупаҫ (тиҫкәре) түгел ине.

15.

Уның тыуған көнө лә, үләһе көнө лә һәм яңынан ҡубарылып тереләһе көнө лә сәләмле-ҡотло булһын.

16.

(Рәсүлем) Китапта Мәрйәмде лә иҫкә ал (уҡығанда уның тураһындағы аяттарҙы ла онотма). Нисек итеп ул ғәйләһенән айырылып, Көнсы­ғыш тарафтағы бер ергә күсте.

17.

Мәрйәм өйҙәгеләр менән үҙе араһына шаршау ҡороп ҡуйҙы. Беҙ әҙәм ҡиәфәтенә керетеп, уның янына үҙебеҙҙең рухыбыҙҙы (Жәбраил фәрештәне) күндерҙек.

18.

Ул (Мәрйәм) әйтте:

—  Һинән ярлыҡаусы Аллаһҡа һыйынам. Әгәр ҙә Аллаһтан ҡурҡа торған кеше булһаң (һин миңә ҡағылма), —тине.

19.

Фәрештә әйтте:

— Мин: фәҡәт паҡ бер ир ул табасаҡһың, тип һөйөнсө алыр өсөн Аллаһтың илсеһе булып ҡына килдем, — тине.

20.

— Миңә бер генә ирҙең дә ҡағылғаны булмаған килеш, фәхишәлек ҡылыусы булмаған (ғийффәтле) хәлемдә мин нисек итеп бала табайым? — тине Мәрйәм.

21.

Фәрештә әйтте:

— Уныһы шулай, ләкин Аллаһ бойорҙо, был эш бик тә еңел башҡарыла, — тине. Сөнки Беҙ, — тине, — уны кешеләргә бер дәлил һәм үҙебеҙҙән бер рәхмәт булараҡ эшләйәсәк­беҙ. Был эш алдан уҡ хәл ителгән ине инде.

22.

Мәрйәм (Ғайсаға) ауырлы булды. Шунан һуң (ҡары­нында яралғы булған килеш) ул йыраҡ ергә күсеп китте.

23.

Тулғаҡ тотоу ауырлығы уны хөрмә ағасы янына алып килде. Һәм ул:

— Был хәлдәргә тарығансы үлеп кенә ҡотолған булһам, әллә ҡасан онотолоп бөткән булыр инем инде, — тине.

24.

Тау итәгенән бер тауыш килде:

— Ҡайғырма, Раббың һинең тау түбән тарафыңдан шишмә сығара башланы.

25.

Хөрмә ағасын һелкет, һиңә саф, өлгөргән хөрмәләр ҡойолор.

26.

Аша, эс, күҙҙәреңде һалҡынайт (йәғни, үҙеңде иркенлеккә ҡуй, ял ит, тыныслан). Ләкин берәй кеше килеп сыҡһа, аңлат:

—  Мин мәрхәмәтле Аллаһ өсөн (тел йәшереү) ураҙа(һы) тотам, бөгөн бер кем менән дә һөйләшмәйәсәкмен, — тип.

27.

Ниһайәт, ул балаһын күтәреп, халҡы янына ҡайтты. Әйттеләр:

—  Аһ, Мәрйәм, дөрөҫтән дә, һин хайран ҡалырлыҡ эш эшләнең, — тинеләр.

28.

— Ий, Һарундың һеңлеһе, һинең атайың да яман кеше түгел ине, әсәйең дә боҙоҡ ҡатын булманы (ни йөҙөң менән һин ирһеҙ бала таптың)?

29.

Шунан һуң Мәрйәм балаһына ымланы (уның үҙенән һорағыҙ, тигән мәғәнәлә). Кешеләр:

— Бишектәге сабый менән беҙ нисек һөйләшәйек, — тинеләр.

30.

Шунда сабый телгә килде:

— Мин — Аллаһтың ҡоломон, — тине. — Ул миңә Китап бирҙе һәм мине пәйғәмбәр итте.

31.

Ҡайҙа ғына булһам да, ул мине мөбәрәк ҡылды, ғүмерем буйына Ул миңә намаҙ уҡыуҙ­ы һәм зәкәт биреүҙе әмер итте.

32.

Мине әсәйемә изгелекле булырға бойорҙо. Мине бәхетһеҙ залим итеп яралтманы.

33.

Тыуған көнөм, үләһе көнөм, терелеп, ҡәберҙән сығаһы көнөм ҡотло-сәләмле булһын.

34.

(Уның мөғжизәле тыуыуы хаҡында) шикле һүҙ һөйләнеләр. Бына, уға ҡарата шик белдереүсе Мәрйәм улы Ғайса ысынлыҡта ошо булыр.

35.

Аллаһтың бала атаһы булыуы хаҡ һүҙ түгел. Ул ундай эштән азат. Берәй эш башҡарырға ниәт­ләһә, Ул:

— Бар бул! — ти ҙә, һәм ул нәмә барлыҡҡа килә.

36.

— Шуныһы хаҡтыр, Аллаһ минең Раббым, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Шулай булғас, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Бына шул булыр тура юл, — тине Ғайса.

37.

Шунан һуң улар фирҡәләргә айырылдылар (бәхәс-ғауға ҡуптарҙылар). Бөйөк Көндә (иҫәп-хисап тотҡанда Аллаһҡа инанмағандар өсөн) ҡот осҡос ғазаптар булаһын белһәң ине.

38.

Улар Беҙҙең хозурыбыҙға китерелгәндә үҙҙәренә нимә буласағы тураһында ишетерҙәр ҙә, күрерҙәр ҙә. Ләкин ул залимдар бөгөн күрәләтә аҙғын юлдан баралар.

39.

(Рәсүлем) һин ғазаптар биреләсәк Көн киләсәген һәм хәсрәттәр буласағын иҫкәртеп, уларҙы ҡурҡыт. Улар наҙанлыҡ эсендә, әле һаман иман килтермәгән килеш йәшәй бирә. Баҡһаң, эш хәл ителгән инде.

40.

Ер йөҙөнә һәм уның өҫтөндәгеләргә бары тик Беҙ генә вәриҫ һәм уларҙың барыһы ла яңынан Миңә ҡайтасаҡ.

41.

Китап уҡығанда Ибраһимды иҫкә төшөр (уның тураһында аяттарҙы уҡы, онотма). Ысындан да, ул саф пәйғәмбәр ине.

42.

Бер көндө ул атаһына әйтте:

— Атаҡайым, ни өсөн һин ишетә белмәгән, күреү һәләте булмаған һәм һиңә һис бер файҙа килтерә алмаған бер нәмәгә табынаһың? — тине.

43.

— Атаҡайым, ысынлап та, һиңә килмә­гән ғилем миңә килде. Шулай булғас, мине тыңла, мин һине тура юлға сығарасаҡмын.

44.

Атаҡайым, шайтанға эйәрмә. Шайтан мәрхәмәтле Аллаһҡа буйһонманы.

45.

Ата­ҡайым, шайтанға дуҫ булып, Аллаһ тарафынан һиңә яза бирелер, тип ҡурҡам мин.

46.

Атаһы әйтте:

— Аһ, Ибраһим, һин минең тәңреләремде инҡар итеп, уларҙан йөҙ сөйөрәһеңме? Әгәр был эшеңдән ҡайтмаһаң, ант итәм, мин һине таш менән бәреп үлтерәсәкмен. (Яҡшы саҡта) һин минән йыраҡҡа-оҙаҡҡа кит, — тине.

47.

Ибраһим:

—  Һиңә мин именлек теләйем. Һине ярлыҡауын үтенеп, мин Аллаһҡа ялбарасаҡмын. Аллаһ миңә мәрхәмәтле, — тине.

48.

— Һеҙҙән дә, Аллаһтан башҡаны тәңре тип табынғандарығыҙҙан да мин айырылам һәм Раббыма ҡылған доғаларым, бәлки, бушҡа китмәҫ.

49.

Шулай итеп, Ибраһим уларҙан һәм Аллаһтан башҡа тәңре тип табынғандарҙан да йыраҡ тарафтарға киткәс, Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты бирҙек һәм һәр береһен пәйғәмбәр иттек.

(«Хәҙрәти Ибраһим халҡынан айырылып, йыраҡ юлға сығып китә. Ул Шам (Сүрийәгә) шәһәренә барғанда, юл өҫтөндәге Харран калаһында Сара исемле бер ҡыҙға өйләнә. Хәҙрәти Исхаҡ донъяға килә. Хәҙрәти Яҡуп иһә Исхаҡтың улы, Ибраһимдың оноғо була инде» Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )

50.

Уларға (Исхаҡ менән Яҡупҡа) рәхмәтебеҙҙән өлөштәр сығарҙыҡ (пәйғмбәрлек, мал-мөлкәт һәм күп балалар бүләк иттек). Бөйөк шөһрәттәргә күтәрҙек.

51.

(Мөхәммәд) Китап уҡығанда Мусаны ла иҫкә ал. Ысындан да, ул ихласлыҡ үрәнге ине. Һәм Рәсүл, һәм Нәби ине ул.

52.

Уға тауҙың (Турҙың) уң тарафынан ауаз һалдыҡ (саҡырҙыҡ), йәшерен һөйләшер өсөн, Беҙ уны яҡын араға килтерҙек.

53.

Рәхмәтебеҙҙең нәтижәһе булараҡ, Беҙ уға ҡәр­ҙәше Һарунды пәйғәмбәр сифатында бүләк иттек.

54.

(Рәсүлем) Китаптағы Исмәғилде лә иҫкә төшөр. Хаҡтыр, ул һүҙенә тура, Рәсүл һәм Нәби ине.

55.

Халҡына ул намаҙҙы һәм зәкәтте әмер итте. Раббы ҡаршыһында ул ризалыҡ ҡаҙанған кеше ине.

56.

Китаптағы Иҙристе лә иҫкә ал. Ысынлап та, ул бик тура кеше, пәйғәмбәр ине.

57.

Беҙ уны мәртәбәле (юғары) урынға күтәрҙек.

(«Хәҙрәти Идристең ысын исеме Ухнух. Ул хәҙрәти Нухтың өсөнсө быуын бабаһылыр. Уға саҡлы кешеләр кейем тегеүҙең нимә икәнен белмәй ине. Тире-яры бөркәнеп йәшәй ине. Хәҙрәти Иҙрис-Ухнух — кейем тегеүҙе уйлап тапҡан кеше. Ул — беренсе булып ҡәләм ҡулланған кеше, йондоҙҙар һәм хисап эштәрендә ғилеме булған кеше. Уға утыҙ битлек уахи индерелмеш».Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )

58.

Бына былар Аллаһ ниғмәттәр биргән пәйғәмбәрҙәр­ҙең бер нисәһе. Әҙәм (ғәләйһиссәлләм) нәҫеленән, Нух менән бергә кәмәлә йөҙҙөргән, Ибраһим менән Исраил (Яҡуп) тоҡомонан, тура юлға күндерелгән һәм Беҙ һайлап алған кешеләрҙер. Киң мәрхәмәт эйәһе Аллаһтың аяттарын уҡығанда күҙ йәштәре менән йылап сәждә иткән шәхесләрҙер.

59.

Уларҙан һуң тағын бер нәҫел килде лә, намаҙҙы ташланылар, аҙғынлыҡ нәфсеһенә эйәрҙеләр. Шуға күрә, улар ошо аҙғынлыҡтарына күрә, язаһын да аласаҡтар.

60.

Тәүбә иткәндәр һәм изгелек ҡылғандарҙан башҡа. Улар йәннәткә керер һәм уларға рәнйетеүҙәр булмаҫ.

61.

Ярлыҡаусы (Аллаһ) үҙенең кешеләренә серле-йәшерен рәүештә вәғәҙә иткән (Ғәден йәннәттәре), һис шикһеҙ, ысынбарлыҡ буласаҡ. Уның вәғәҙәһе һәр уаҡыт үтәлә.

62.

Шунда улар буш һүҙҙәр түгел, хуш һүҙҙәр (именлек сәләмдәре) ишетәсәк. Һәм шунда иртә-кис уларға ризыҡ бирелер.

63.

Ул шундай йәннәттер, уға бары тик саф мосолмандар ғына вәриҫ буласаҡ.

64.

— Беҙ (фәрештәләр) Раббының әмере менән генә (һезҙҙең янға) төшәбеҙ. Алдыбыҙҙағы, арҡа яғыбыҙҙағы һәм шулар араһындағы һәр нәмә Уның милке. Һинең Раббың (әжерен, язаһын бирергә) онота торған түгел.

65.

Күктәр һәм Ер араһындағыларҙың хужаһы Аллаһтыр. Шуға күрә, Аллаһҡа буйһон, Аллаһҡа хеҙмәт иткәндә сабыр һәм сыҙам бул. Уның тиңе, исемдәше (Аллаһҡа оҡшаған) башҡа берәү булырмы? (Була алмай.)

66.

(Кәферлеген итеп) кеше әйтә:

Үлгәндән һуң мин ысындан да тағын тереләмме? — ти.

67.

Үҙен юҡтан бар итеп яралтҡаныбыҙ тураһында кеше уйлап ҡарамаймы ни?

68.

Раббың исеме бынан «Валлаһи» тип ант итәм, һис шикһеҙ, уларҙы мәхшәр көнөндә шайтандар өйөрө менән бергә йыйырбыҙ, уларҙы йәһәннәм уты тирәләй теҙләндереп тотасаҡбыҙ.

69.

Иң башта һәр өммәттән рәхимле Аллаһҡа иң ныҡ ҡаршылыҡта булғандарҙы һайлап (йәһәннәмгә) алырбыҙ.

70.

Хаҡтыр, шунда (йәһәннәмгә) кереп янырға тейештәрҙе Беҙ бик яҡшы беләбеҙ.

71.

Шунда керергә тейешле булмаған һис бер кеше арағыҙҙа юҡ. Был — Аллаһтың ҡәтғи ҡарар иткән ҡотолғоһоҙ хөкөмөҙер.

72.

Һуңынан Беҙ Аллаһтан ҡурҡып, гөнаһ эшләүҙән тыйылғандарҙы ҡотҡарырбыҙ. Ғәҙелһеҙ залимдарҙы теҙләнгән килеш шунда ҡалдырырбыҙ.

73.

Аяттарыбыҙҙы уҡығанда инҡарсылар иманлыларға әйтә ине:

—  Ике халыҡтың (кәферҙәр менән мосолмандарҙың) ҡайһыһының (тотҡан урыны) яҡшыраҡ, ҡайһыһының йәмғийә­те көслөрәк? — тип әйтәләр ине.

74.

Уларҙан әүүәл дә төҙөлөш һәм күренеш яғынан да яҡшы йәшәгән (кәферҙәр)ҙе Беҙ күп һәләк иттек. (Шул турала ла әйт һин уларға.)

75.

Әйт:

— Юлдан яҙғандарға ла мәрхәмәтле Аллаһ ғүмер мөҙҙәте бирер. Ниһайәт, үҙҙәренә вәғәҙә ителгән яза килгәс йәки Ҡиәмәтте күргәс, кемдең малы әҙ, кемдең йәшәү шарттары насар, кемдең ғәскәре зәғиф икәнлеген аңларҙар, — тип.

76.

Аллаһ тура юлда йөргәндәрҙең һидәйәтен арттырыр. Өҙлөкһөҙ ҡылынған изгелекле эштәр Раббы ҡаршыһында алынасаҡ әжер булараҡ та, тәҡдирҙең һуңғы нәтижәһе булараҡ та хәйерле.

77.

(Рәсүлем) аяттарыбыҙҙы инҡар итеп тә:

— Минең малым һәм балаларым, һис шикһеҙ, күп буласаҡ, — тигән әҙәмде күргәнең бармы?

78.

Ул (Аллаһ янындағы) йәшерен серҙәрҙе белеүсеме әллә? Бәлки, ул (Әхирәттә малдарын, балаларын ҡайтарып алырға тип) Аллаһ менән килешеү төҙөгәндер?

79.

Ҡәтғи әйтәбеҙ — юҡ. Уның һүҙҙәре яҙы­лып барасаҡ. Уның ғазаптарын арттырғандан-арттыра барасаҡбыҙ.

80.

Ул әйткәндәргә (малына, балаларына) вәриҫ Беҙ булырбыҙ. Ул үҙе лә яныбыҙға япа-яңғыҙ (яланғас) килер.

81.

Улар үҙҙәренә бер абруй һәм (яҡлаусы) ҡеүәт булһын тип, Аллаһтан башҡаны тәңре иттеләр.

82.

Юҡ! Улай барып сыҡмаҫ. Улар табынған нәмәләр уларҙың ялбарыуҙарын ҡабул итмәҫ һәм уларға дошман буласаҡ.

83.

(Рәсүлем) күрмәй­һеңме ни, Беҙ, кәферҙәрҙе вәсүәсәгә һалып, юлдан яҙҙырһындар тип, шайтандарҙы күндерҙек.

84.

Шулай булғас, һин (уларҙың һәләк булыуын) ашыҡтыр­ма. Беҙ уларҙың йәшәйһе көндәрен (ҡылмыштарын) бәйнә-бәйнә һанап барабыҙ.

85.

Саф мосолмандарҙы мәрхәмәтле Аллаһ ҡаршыһына йыйған Көндө,

86.

гөнаһлыларҙы туплауға ҡыуыла торған, хайуан көтөүе шикелле, йәһәннәмгә ҡыуғанда,

87.

рәхимле Аллаһ менән вәғәҙәләшкәндәрҙән башҡаларҙың ярлыҡаусыһы булмаҫ.

88.

Улар:

— Аллаһ бала атаһы булды, — тине.

89.

Әлбиттә, һеҙ (кәферҙәр) яман һүҙ әйттегеҙ.

90.

Уны ишетеп, күктәр саҡ емерелеп төшмәне. Ер ярыла, тауҙар ҡубарылып, ишелә яҙҙы.

91.

Раббыға бала һылтағанға күрә.

92.

Гәрсә, Аллаһтың бала атаһы булырға ихтыяжы юҡ.

93.

Күктәрҙәге һәм Ерҙә булған һәр кем ҡол һүрәтендә Аллаһ янына килер.

94.

Ул уларҙың барыһын да ҡамап ала һәм уларҙың һунын (нимә ҡылғандарын) белеп тора

95.

Уларҙың һәр береһе Ҡиәмәт көнөндә Уның янына япа-яңғыҙ ғына киләсәк.

96.

Иман килтереп, изгелектәр ҡылғандарҙың күңелендә мәрхәмәтле Аллаһ (бер-береһен) яратыу хисе уятасаҡ.

97.

Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡҡандарҙан һөйөнсө алһын тип, гөнаһлыларҙы киҫәтһен тип, Беҙ Ҡөръәнде еңел аңлашылырлыҡ итеп, һинең телеңә яйлаштырҙыҡ.

98.

Беҙ уларҙан элек йәшәгән күпме халыҡтарҙы һәләк иттек. Уларҙың берәйһен һин һиҙҙең­ме (иҫәндәрен күрҙеңме?) йәки, һис юғында, уларҙың бышыл­дағандарын ишеттеңме (һәләк булғандарҙың ауазы юҡ)?