13. Рәғид (Күкрәү)

 

(Рәғид сүрәһе 43 аяттан тора. Мәккәлә һәм бер өлөшө Мәҙинәлә ингән, тип яҙыусылар бар. Сүрәнең 13 нсе аятында күк күкрәү мәғәнәһенә тура килә торған «Рәғид» һүҙе бар, шул һүҙ сүрәнең атамаһы булып киткән.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

Әлиф. Ләм. Мим. Ра. Былар (изге) Китаптың аяттары­ҙыр. Аллаһтан һиңә индерелгән (Ҡөръән) хаҡтыр, ләкин әҙәмдәрҙең күбеһе быңа ышанмай.

2.

Аллаһ шулдыр: күктәрҙе һеҙ күреп торғанса, терәкһеҙ бейектә тотоусы; һуңынан Ғәрештә хаким булды; Ҡояшты, Айҙы үҙенең әмеренә ҡуйҙы. Билгеләнгән уаҡытҡа саҡлы улар йөрөп торорҙар. Раббы менән ҡауышасаҡтарын яҡшы белеп торһондар, тип Аллаһ, һәр эште еренә еткереп идара итә һәм аяттарын аңлата.

3.

Ул — Ерҙе яһаусы, шунда тауҙарҙы, йылғаларҙы барлыҡҡа килтереүсе һәм Ул — емештәрҙең һәр берһен, үҙ ор­лоҡтарынан пар-пар итеп яралтыусы. Төн менән көндө ҡап­лаусы. Аңлай белгәндәр өсөн был хикмәттәрҙә ғибрәттәр бар.

4.

Ер йөҙөндә бер-берһенә күрше ҡитғалар (иҡлимдәр, материктар), йөҙөм баҡсалары, игендәр, бер тамыр­ҙан һәм төрлө тамырҙарҙан үҫеп сыҡҡан хөрмә ағастары бар. Быларҙың барыһы ла бер һыу менән һуғарыла. Шуға күрә, емештәрен дә берһенән икенсеһен өҫтөнөрәк ҡуябыҙ. Бына быларҙың барыһы ла уйлай белгәндәр өсөн бер ғибрәттер.

5.

(Эй, Мөхәммәд, кәферҙәрҙең иман килтермәүҙәренә) ап­тыраһаң, тағын да аптырарлығы бар:

— Үлеп тупраҡ булғас, беҙ яңынан тереләсәкбеҙме ни? — тип әйтеүҙәре. Бына шулар бит инде Аллаһты инҡар итеүселәр. Ҡиәмәт көнөндә уларҙың муйынында сылбырҙар булыр. Улар — тамуҡ киҫәүе. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.

6.

Улар һинән изгелек түгел, ашҡынып яманлыҡ көтә. Гәрсә, уларҙан элек тә ғибрәт булырлыҡ байтаҡ ҡына ғазап ваҡиғалары булып уҙҙы. Ысындан да, кешеләр яманлыҡ ҡылһа ла, Раббың уларҙы ярлыҡаны. (Ләкин) Раббыңдың язаһы ла бик хәтәр буласаҡ.

7.

Кәферҙәр әйтте:

—  Раббыңдан бер мөғжизә индерелһә ине, — тинеләр. — Һин бит бары тик вәғәз уҡыусы ғына. Һәр халыҡтың бар үҙенең вәғәзселәре.

8.

Һәр әсә (ҡатын, бейә, һарыҡ...)тың ҡарынында нимә яралғанын һәм яралғының кәмселеклеме, әллә мөкәммәлме икәнлеген Аллаһ белеп тора. Уның һәр эше теүәл үлсәнгән.

9.

Аллаһ күренгәндәрҙе лә, күҙгә күренмәгәндәрҙе лә белеп тора. Аллаһ мәртәбәле һәм бөйөк.

10.

Тел йәшергән кеше лә, асыҡтан-асыҡ һөйләгән дә, төндә йәшертен йөрөгән дә, көндөҙөн ғәмәл ҡыл­ған кеше лә Аллаһ өсөн барыбер (Ул барыһын да күреп, белеп, ишетеп тора.)

11.

Һәр кешенең алдында да, арҡа тарафын­да ла Аллаһ әмере менән һаҡларға (һәм нимә ҡылғандарын яҙып барырға) ҡуйылған фәрештәләр бар. Берәй халыҡ үҙе үҙгәрмәһә, Аллаһ уларҙы үҙгәртмәҫ. Аллаһ берәй тоҡомға яза бирергә теләнеме, ул яза, һис шикһеҙ, биреләсәк (кире сигенеү булмаҫ). Аллаһтан башҡа зат уларға ярҙам итә алмаҫ.

12.

Ул һеҙҙе ҡурҡыу менән өмөт араһында тотар өсөн, йәшен­ле, дәһшәтле ямғырлы болоттар хасил итте.

13.

Күктәр күкрәп, Аллаһты маҡтай һәм Уны мәртәбәләй. Фәрештәләр ҙә Уның дәһшәтенән ҡурҡып, тәсбих әйтә. Аллаһ тураһында зарарлы һүҙ көрәштергән уаҡытта, Аллаһ йәшен йәшнәтә, теләгәнен йәшендән һуҡтыра. Уның язаһы бик тә хәтәр.

14.

(Ҡул һуҙып) ялбарырға бары тик Аллаһ ҡына лайыҡ. Унан башҡа берәү ҙә (таш һындар ҙа, боттар ҙа, тимер-баҡыр һәйкәлдәр ҙә) ҡул һуҙып ялбарғанға ярҙам итмәҫ. Улар: ауыҙыма һыу килһен, тип һыуға ҡарап, ике ҡулын һуҙып ялбарыу­сылар кеүектер. Улар ни ҡәҙәр генә ялбарһа ла, һыу үҙе килеп, уларҙың ауыҙына кермәҫ. Кәферҙәрҙең доғалары буш һата­шыу ғына.

15.

Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандар иртә-кис, теләһә-теләмәһә лә, Аллаһка сәждә итә, улар менән бергә күләгәләре лә.

16.

Һора һин уларҙан:

— Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы кем? — тип әйт тә, яуабын әйт:

— Аллаһ! — тип. — Уны инҡар итеп, файҙа ла, зыян да эшләрҙәй көсө булмаған дуҫтар (башҡа яһалма Илаһтар) эҙләйһегеҙме? — тип.

    Тағын әйт:

— Һуҡыр кеше менән күҙе күргән кеше бер була аламы? -тип. —Йәки ҡараңғылыҡ менән яҡтылыҡ берме? Әллә һуң улар табынған (һындар, таштар) Аллаһ яралтҡан кеүек нәмәләрҙе яралта ала кеүек күрендеме? Әйт һин:

— Бөтөн нәмәне яралтыусы бер Аллаһ. Ул — берәү генә. Аллаһҡа ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрәт эйәһе юҡ.

Һуҡыр кеше менән күҙе күрә торған кеше», «ҡараңғылыҡ менән яҡтылыҡ» сағыштырмалары, әлбиттә, күсермә мәғәнәләрҙә алын­ған. Наҙан кеше, Ҡөръәнде белмәгән, динһеҙ кешенең күңел күҙе һуҡыр; иманлы кеше, белемле кеше — күҙле. Ҡараңғылыҡ иһә тома­налыҡ, наҙанлыҡ; яҡтылыҡ — Аллаһтың нуры, Ҡөръән, иман нуры, тип аңларға кәрәк.)

17.

Ул Күктән һыу индерҙе лә, йылғалар үҙ ярҙа­рында ташҡын булып аҡты. Был ташҡын ҡайнап өҫкә сыҡҡан яман күбекте лә үҙе менән алып китте. Биҙәнеү әйбер­ҙәре, кәрәк-яраҡ ҡоралдары эшләгәндә эретелгән алтын-көмөш өҫтөндә лә шундай күбек хасил була. Бына шулай итеп, Аллаһ яман менән яҡшыны айырыр өсөн миҫалдар бирә. Күбек (ашлыҡ өҫтөндәге кибәк тә) кибеп-осоп китә. Кешеләр өсөн файҙалыһы Ер өҫтөндә ҡала. Бына Аллаһ шундай сағыштырмалар бирә.

18.

Раббының әмеренә буйһонғандар өсөн иң гүзәл (әжер) бар (йәннәт). Уға буйһонмағандарға килгәндә, улар Ер йөҙөндә булған байлыҡтары өҫтөнә тағын да шуның ҡәҙәр малдарын фиҙа итеп ҡотолор ине (ләкин ул малдар ҡабул ителмәйәсәк). Уларҙың бараһы ере — йәһәннәм. Ул бик тә хәтәр урын.

19.

Раббыңдан һиңә индерелгән (Ҡөръән)дең хаҡ икәненә инанған кеше менән (күңел күҙе) һуҡыр кеше (инҡар итеүсе) бер булырмы? Ләкин быны зиһенле кешеләр генә аңлай.

20.

Улар Аллаһтың әмерҙәрен еренә еткереп үтәүселәр һәм һүҙҙәрендә тороусылар.

21.

Улар Аллаһ ҡушҡанды еренә еткереүселәр (ҡәрҙәштәр, мосолмандар менән дуҫ быулыу — берләшеү, үҙ-ара ярҙамлашып, хөрмәт итеп йәшәүселәр), гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланған, (Ҡиәмәт көнөндә) язанан ҡурҡҡан кешеләр.

22.

Йәнә улар Раббының ризалығын алырға теләүсе, сыҙам-сабыр кешеләр, намаҙҙы ҡалдырмайынса, дөрөҫ итеп уҡыған­дар, үҙҙәренә бирелгән ризыҡты йәшереп тә, асыҡ рәүештә лә (Аллаһ юлында) сарыф иткәндәр, изгелек менән яманлыҡты ҡаплаған кешеләр. Бына шулар өсөн Әхирәттә гүзәл йорт әҙерләнгән.

23.

Ул — Ғәден йәннәттәрелер. Шунда саф мосолман булған аталар, әсәләр, ҡатындар һәм балалар ғына керә алыр. Фәрештәләр барса ҡапҡаларҙан улар янына уҙыр.

24.

Һәм әйттеҙәр:

—  Сабырлығығыҙға яуап булараҡ, һеҙгә сәләмдәр булһын. Донъя йортоноң һуңғы нәтижәһе (ожмах) ниндәй гүзәл урын, — тип әйтерҙәр.

25.

Аллаһҡа ант итеп тә, һүҙҙәрендә тормағандар, Аллаһ тарафынан (ҡәрҙәштәрен, мөьминдәрҙе хөрмәт итеп, берләшеп йәшәргә) ҡушылғанды үтәмәгәндәр (мосолманлыҡтан айырылғандар) һәм Ер йөҙөндә фетнә сығарғандар өсөн ләғнәт булыр һәм яман йорт (тамуҡ) уларҙың урыны булыр.

26.

Аллаһ Үҙе ихтыяр иткәнгә ризыҡты мул бирер йәки әҙ миҡдарҙа бирер. Улар донъя тормошонда маһай­ҙылар. Донъялағы тормош, Әхирәттәгеһе менән сағыштыр­ғанда, мәшәҡәт менән уҙып китеүсе (ләззәт).

27.

Кәферҙәр әйтә:

— (Мөхәммәдкә) Аллаһтан бер мөғжизә индерелергә тейеш ине бит инде, — тинеләр.

Әйт:

—  Һис шикһеҙ, Аллаһ Үҙе теләгәнде (киреләрҙе) юлдан яҙҙырыр, Үҙенә буйһонғандарҙы тура юлға күндерер, — тип әйт.

28.

Былар иманлы кешеләр, күңелдәре менән Аллаһты зикер иткәндә, тын ҡалыусылар (ғибәҙәт ҡылыусылар). Мәғлүмдер, Аллаһ тураһында уйлағанда күңелдәр рәхәт тыныслыҡҡа ирешә.

29.

Иман килтереп, изгелек ҡылыусылар­ҙан да бәхетле кем булыр! Гүзәл йорт (йәннәт тә) улар өсөн.

30.

(Ий, Мөхәммәд) шулай итеп, килеп-киткән башҡа халыҡтарға пәйғәмбәрҙәр ебәргәнем кеүек, үҙенә күндерелгән Китапты уларға уҡыһын тип, һине лә үҙ хал­ҡыңа Пәйғәмбәр иттек. Улар Рахмәәнды инҡар итә. Әйт һин уларға:

— Ул — минең Раббым. Унан башҡа тәңре юҡ. Бары тик мин Уға ғына тәүәккәл иттем һәм бары тик уның хозурына ғына барасаҡмын, — тип.

31.

Китап ҡөҙрәте менән тауҙар күсерелһә лә, Уның көсө менән Ер шартлаһа ла, Уның ҡеүәте менән мәйеттәр һөйләшә башлаһа ла — бөтөн эштәр ҙә Аллаһ ихтыярында. Иман килтергәндәр әле һаман аңламанылармы ни? Әгәр Аллаһ ихты­яр итһә, барса халыҡтарҙы ла тура юлға күндерә алған булыр ине. Кәферҙәр, Аллаһтың әмере килгәненә саҡлы ҡыл­ған гөнаһтары өсөн көтмәгәндә, өҙлөкһөҙ бәләгә тарасаҡтар. Йәки әфәт уларҙың баш осонда ғына, өй түбәһендә генә һа­ғалап торасаҡ, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә вәғәҙәһенән кире ҡайтмаҫ.

32.

Ысындан да һиңә ҡәҙәр килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә мыҫҡыл иттеләр һәм Мин инҡар итеүселәргә (иманға килеү өсөн) форсат бирҙем. Ләкин һуңынан (улар иманға килмәгәс) барыбер язам менән тоттом. (Һеҙгә) ундай ғазапты күрергә яҙмаһын.

33.

Һәр йән эйәһенең нимә ҡаҙанғанын күҙәтеп, белеп тороусы (Аллаһ) быларҙы эшләй алмаған зат (йәғни яһалма тәңре) менән тиң булырмы? Улар (таш һындарын) Аллаһҡа тиңләп маташтылар. Әйт:

— Уларҙың исемдәре нисек, (ул таштарҙың, ағастарҙың, һәйкәлдәрҙең) ҡөҙрәте нимәлә? Әллә һеҙ Ер йөҙөндә Аллаһ белмәгән серҙәрҙе асыҡ итеп һөйләп бирә алаһығыҙмы? Әллә һеҙ буш һүҙ һөйләйһегеҙме?

Ысынында инҡар итеүселәргә уларҙың яман эштәре яҡшы булып күренде һәм улар тура юлдан яҙҙы. Аллаһ юл­дан яҙҙырған кешене тура юлға бер кем дә күндерә алмаҫ.

34.

Фани донъяла улар өсөн бары тик бер яза бар. Әхирәт ғазабы иһә тағын да хәтәрерәк. Уларҙы Аллаһтың язаһынан ҡотҡарыусы зат булмаҫ.

35.

Саф мосолмандарға вәғәҙә ителгән йәннәттең сифаттары бына быларҙыр. Арыҡтарынан һыуҙар ағып торор. Емештәре, ағас күләгәһе мәңгелектер. Тәҡүәләр (яманлыҡ ҡылыуҙан тыйылғандар) өсөн был—бәхетле нәтижәҙер. Кәферҙәрҙең ахыры тамуҡтыр.

36.

Үҙҙәренә китап индерелгәндәр һиңә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) һөйөндөләр. Ләкин фирҡәләр (төркөмдәр) араһында (Ҡөръәндең) ҡайһы бер өлөштәрен инҡар итеүселәр ҙә бар. Әйт:

— Миңә бары тик Аллаһҡа ҡоллоҡ итергә һәм Уға иш һайламаҫҡа бойоролдо. Мин бары тик Уны (ярҙамға) саҡырам һәм ҡайтыуым да Уның хозурына ғына буласаҡ, - тип.

37.

Шулай итеп, Беҙ уны хөкөм (хикмәтле һүҙ) сифатында ғәрәпсә индерҙек. Әгәр һиңә килгән был ғилемдән һуң, уларҙың йоғонтоһона бирелһәң, Аллаһ тарафынан һиңә ярҙам да, Һине яҡлаусы дуҫың да булмаясаҡ.

38.

Хаҡ­тыр, һинән алда ла Беҙ пәйғәмбәрҙәр күндерҙек һәм уларға ҡатындар һәм балалар бирҙек. Аллаһтың рөхсәтенән баш­ҡа һис бер пәйғәмбәргә мөғжизә эшләү һәләте бирелмәне, һәр замандың үҙ китабы (үҙ тәҡдире) бар.

39.

Аллаһ Үҙе теләмәгәнен (иҫкергән ҡәғиҙәләрҙе) юҡ итер, теләгәнен бар ҡы­лыр. Бөтөн китаптарҙың китабы (китаптарҙың әсәһе — Ләүхел Мәхфүҙ) Уның янындаҙыр.

40.

Беҙ уларға вәғәҙә иткән (язабыҙҙың) бер өлөшөн (был донъяла) күрһәтербеҙ ҙә, һине уға саҡлы вафат иттерербеҙ. Һинең вазифаң фәҡәт (Аллаһ әмерҙәрен кешеләргә) еткереү генә. Иҫәп-хисап өҙөү Беҙҙең ихтыярҙа.

41.

Беҙ, Ер йөҙөнә төшөп, яҡ-яҡтарынан кәметә барғаныбыҙҙы улар үҙ күҙҙәре менән күрмәйҙәрме ни һуң? Аллаһ Үҙ ихтыяры менән хөкөм сығара. Уның хөкөмөн боҙа ала торған зат юҡ. Аллаһ бик йәһәт иҫәп-хисап итә.

(«Ер йөҙөн яҡ-яҡтарҙан кәметәбеҙ» ғийбәрәһен төрлөсә шәрех­ләйҙәр. Имеш, мосолмандар күбәйә барып, уларҙың биләй торған ерҙәре-тупраҡтары ла арта, кәферҙәрҙең ере кәмей бара. Был — бер шәрех. Икенсеһе иһә, эрозия, һыу баҫыу, ел-дауылдар арҡаһында яраҡлы ерҙәр кәмей. Ер шарының ҡабығы, яҡ-яҡтары үҙгәрә бара.

Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

42.

Уларҙан алда йәшәгәндәр ҙә (үҙ  араларынан сыҡҡан) пәйғәмбәрҙәргә хәйлә ҡорҙолар. Гәрсә, бөтөн хәйләләр ҙә Аллаһ ихтыярында. Сөнки Ул һәр кемдең нимә ҡыласағын, нимә ҡаҙанасағын белеп тора. Был йортта (фани донъяла) ҡылғандарҙың әжере буласаҡ, нимә буласағын кәферҙәр оҙаҡла­май беләсәк.

43.

Кәферҙәр:

— Һин пәйғәмбәр булараҡ күндерелгән кеше түгелһең, — тип әйтәләр.

Әйт һин уларға:

—  Минең менән һеҙҙең аралағы бәхәсте хәл итер өсөн бер Аллаһтың шаһит булғаны һәм (пәйғәмбәрлек билгеһе бул­ған) Китап етәр, — тип.