114. Нәс (Кешеләр)


(Нәс сүрәһе 6 аяттан тора. «Нәс» — инсандар, кешеләр, тигән һүҙ.)

 

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

 

1.

— Әйт һин:
— Кешеләрҙең Раббыһына һыйынам, — тип.

2.

— Ке­шеләрҙең Аллаһына,

3.

кешеләрҙең Хөкөмдарына,

4.

шай­тандың мәкерле ҡотортоуынан,

5.

кешеләрҙең күңеленә үәсүәсә һалыусы шайтандан,

6.

(ул яманлыҡҡа ҡотортоусы) ен тоҡомонан булһа ла, кешеләрҙән булһа ла (Аллаһҡа һыйынам).